Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 09:27

Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын иғлан итте. 43-сө Красный Холм һайлау округында шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина иң күп тауыш йыйҙы (54,75%).

Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты
Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты

29-сы Талбазы һайлау округынан Заһир Хәкимовтың да (58,78%) депутат булыуы ихтимал, Беүә һайлау округында, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, балалар омбудсмены Милана Скоробогатова еңде (63,47%).

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: