Тауыш биреүҙең тәүге көнөндә — 17 сентябрҙә мәктәптәрҙә дәрестәр булмай, ә уҡыусылар өсөн тәрбиәүи саралар үткәрелә. Һайлауҙа ҡатнашмаған белем биреү учреждениеларында проект эшмәкәрлеге һәм дистанцион уҡыу планлаштырыла.
18 сентябрь — ял көнө.
Участка һайлау комиссиялары ойошторолған 45 колледжда йома һәм шәмбе студенттар дистанцион уҡыуға күсерелә, тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Сығанаҡ: Башинформ