Авторҙың был һанда тәҡдим иткән шәлкемендә “Йәй таштары барҙыр ауылыңда?” циклы “2021 йыл йәйендәге ҡоролоҡтан, янғындарҙан биҙерәп” яҙылған. Һеҙҙең иғтибарға циклдан бер өҙөк:
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә ҡорой, ни әйтерһең шуға?
Күктәр хәҙер хатта илай алмай.
Ҡыҙҙар сыҡмай хәҙер һыу ташыуға.
Ер күнеккәнме ул алдашыуға?
Намыҫ күҙен теләк менән ҡаплап
Беҙ барыһын тәләф итәбеҙ,
Донъя көтмәй, бейеү-йырға әүрәп,
Сувенирға ҡалдыҡ әллә беҙ?
***
Әсәйең һәм өләсәй ҡот ташыған
Йылға ҡорой, ни әйтерһең шуға?
Күктәр хәҙер хатта илай алмай,
Ә был кәйеф уға Ерҙән йоға.
Һирәк ишетелә ихлас доға.
Ҡуңыр йөҙлө, алма битле сабый
Һыуһаған да, илай “мама” тиеп.
Ә күктәрҙә болот әҫәре юҡ,
Һин уйлама йәлләй, тама, тиеп.
Сентябрь халҡыбыҙ телендә урағай тип атала. Атамаһынан уҡ аңлашылыуынса, ул уңыштар өлгөрөп еткән, башаҡтар тулышҡан, йәшелсә-емештәр бешкән көҙҙөң тәүге айы. Кеше ғүмеренең дә урағайы, үҙ сентябре булалыр ул. Был йәһәттән “Ағиҙел”дең нәҡ ошо
9-сы һаны республикабыҙҙың вә милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәренең дә нәҡ урағайына арналыуы осраҡлы ғына тап килгән күренеш түгелдер тип инанабыҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Ҡәҙим Аралбайға 1 сентябрҙә 80 йәш тулды. Был һанда шағирҙың “Кемде иҫләһәң – шул юҡ” тигән поэмаһы урын алған.
Моңһоу бөгөн байрамыбыҙ,
Ауыр хисле кисәбеҙ.
Кисә нисәү инек икән?
Бөгөн әле нисәүбеҙ?
Кемде иҫләһәң – шул юҡ бит,
Милләттең йөҙөк ҡашы:
Биишева, Назар, Мостай,
Рәми, Рауил...
Һанай китһәң,
Йөҙҙән дә китә ашып...
Ут-һыу үткән ҡәләмгирҙәр:
Күлибай, Хәниф Кәрим,
Ғәли ағай Ибраһимов,
Ибраһим Ғиззәтулллин,
Яҡуп Ҡолмой, Шәриф Бикҡол,
Муса Ғәли, Әхиәр,
Яныбай Хаммат, Хәйҙәров,
Рамаҙан Өмөтбаев...
Шул яугирҙәр исеменән
Әйтер Хәким Ғиләжев
(Тәне торош яра көйө
Үҙе көлөр кинәнеп!):
“Күпме дәрте булһа йәшлегемдең,
Күпме ҡеүәт булһа йөрәктә,
Бөтәһен дә, бөтә ғүмеремде
Мин Ватаным тиеп йөрөтәм...”
тип башланып китә шағирҙың был әҫәре. Поэма әҙәбиәтебеҙ күгендә үҙ эҙен ҡалдырған, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡаштары, республикабыҙ, халҡыбыҙ киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡылған аҫылташтары хаҡында. Шағир улар ҡалдырған яҡтылыҡты үҙ йөрәге
аша үткәреп шиғри юлдарға һала, юҡһына, уларҙың баҡый донъяға күскән йәндәренә аят булыр һүҙҙәр әйтә.
“Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяровтың Ҡәҙим Аралбай ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Халыҡ һөйөүен яулаған шиғриәт” тип атала.
Уҙған йылдың 8-се һанында тәжрибә рәүешендә бер генә әҫәр – күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Президент Рәхимов” романы тотошлайы менән баҫылыуы оло ваҡиғаға әүерелгәйне. Хатта редакцияға килеп республикабыҙ райондарының элекке хакимиәт башлыҡтары, партия райкомының 1-се секретарҙары журналдың ул һанын эҙләп йөрөнө. Ул ғына ла түгел, редакциябыҙға шылтыратып: “Ағиҙел” журналын бала саҡта уҡығайным, ул һаман да сығамы ни? Миңә быйылғы 8-се һан кәрәк ине?” – тип әйтеүселәр ҙә булды. Уларға шуны әйтергә ашығабыҙ: “Президент Рәхимов” ромамының икенсе китабы сентябрь һанында баҫыла башлай. Был өлөштә Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты булып һайланыу мәлдәре, уның ғаилә тормошона бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар художестволы тасуирлау аша бәйән ителә.
Сентябрь айында яҙыусы һәм журналист Шамил Хажиәхмәтовтың тыуыуына 80 йыл тула. Ошо уңайҙан яҙыусының әҙәби мираҫынан “Мөхәббәт ҡоло” тигән хикәйәһе ошо һанда донъя күрә.
“Ағиҙел”дең сентябрь һаны журналыбыҙҙы күпләп алдырып уҡыған дуҫтарыбыҙ, Хәйбуллалар өсөн бигерәк тә иҫтәлекле булыр тип уйлайбыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙан тыш тағы ла ошо районда тыуып үҫкән күренекле дәүләт эшмәкәре, ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры, оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Президенты ярҙамсыһы һәм башҡа яуаплы вазифалар башҡарған Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтовҡа ла сентябрҙә 80 йәш тула. Уның менән әңгәмә “Үҙ шәхесен үҙе ижад итте” тип атала. “Үҙегеҙҙе бәхетле йәшәнем тип иҫәпләйһегеҙме?” тигән һорауға Миҙхәт Әхмәтхан улы бәхетле булыуының сәбәбен шулай аңлата: “Төрлө мөхиттә аралашып йәшәргә тура килде – эшемдә, ғаиләлә, ауылда, Мәскәүҙә. Күп кенә хәлдәрҙе алдан һиҙеүем хатта үҙемде дошманы тип һанаған кешеләр менән дә мөнәсәбәтте ыңғай ҡорорға ярҙам итте. Күңелемә ятмаған, күрә алмағандар менән дә аралашырға, ниндәйҙер бәйләнеш
булдырырға тура килде, сөнки биләгән вазифаларым шулай ҡушты. Бер ваҡытта ла мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырырға тырышманым. Хаҡлы ялға киткәнсе кемдәр менән эшләгәнмен – барыһының да телефон номерҙары бар миндә, һәммәһе менән дә аралашам. Урамда осрап: “Һеҙ миңә шул ваҡытта ярҙам иттегеҙ”, – тип әйтеүселәр күп. Уларҙың күбеһен танымайым да...”
Башта әйтеүебеҙсә, сентябрь ғүмерҙең көҙөнә лә оҡшаған. Тағы ике авторыбыҙҙың хәтирәләре уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер тип уйлайбыҙ. Билдәле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитов үҙенең ғүмер яҙмаларын “Хәтерем ипкендәре” тип атаһа, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марсель Ҡотлоғәлләмов үҙенең яҙмаһын “Атай ғына микән, ай, был донъя, үгәй генә микән был донъя?” тип атаған. Әйткәндәй, ошо айҙың 15 сентябрендә Марсель Әҡсән улына ла 80 йәш тула.
Журналдың “Сатира һәм юмор” рубрикаһында яҙыусы Леонид Соколовтың “Бәхетле”, “Итәғәтлек менән уртаҡлашыу” тигән юморескалары баҫыла. Уларҙы башҡортсаға Салауат Әбүзәр ауҙарған.
Форсаттан файҙаланып, ошо айҙа 80 йәшлек ғүмер үренә артылыусы Ҡәҙим Әбделғәлим улын, Миҙхәт Әхмәтхан улын, Марсель Әҡсән улын оло юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, ғүмер бәрәкәте теләйбеҙ!
1 сентябрҙән башлап 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына подписка иғлан ителеүен дә уҡыусыларыбыҙ иҫенә төшөрөп үтәбеҙ.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әҙерләне.