Уның һүҙҙәренсә, синоптиктар фаразынан сығып, «22 сентябргә бөтәһенә лә йылы бирелә».
«15 сентябргә йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспортына ҡул ҡуйыла. 16 сентябргә социаль өлкә объекттарында, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа йылы бирә башлау планлаштырыла. Биш көн рәттән һауа температураһы +8 градустан түбәнерәк булһа, фатирҙар һәм башҡа ҡулланыусылар тоташтырыла», — тине ул.
Мэрияла билдәләүҙәренсә, Өфөлә йылытыуға, ҡар көрәүгә бәйле һәм башҡа мәсьәләләрҙе контролдә тотоу буйынса йылытыу миҙгелендә эшләү штабы булдырыла. Йылытыу миҙгелендә эшләү буйынса штабҡа ғариза биреү өсөн Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығындағы Берҙәм колл-үҙәккә шылтыратырға (277-09-11), Берҙәм иҫәп-касса үҙәге һәм ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары офистарына мөрәжәғәт итергә йәки мэрия сайтында ҡушымтанан һәм телеграмм-боттан файҙаланырға мөмкин.