Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 13:00

Өфөнөң бер нисә мәктәбендә уҡыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланған

Өфөнөң бер нисә мәктәбендә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялағандар. Һүҙ баш ҡаланың 20-гән белем усағы хаҡында бара. Мәктәптәргә мина һалынған тигән хәбәрҙәр ебәрелгән.

Өфөнөң бер нисә мәктәбендә уҡыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланған
Өфөнөң бер нисә мәктәбендә уҡыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланған

Бынан алда ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы Өфөнөң белем биреү учреждениеларында 15 сентябргә тиклем хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә күнекмәләр уҙғарыласағын хәбәр иткәйне.

«Бер нисә сценарий әҙерләнә: шикле әйбер табыу, янғын сығыу һәм башҡалар, — тип белдерҙеләр идаралыҡта. — Автоматик янғын сигнализациялары ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү менән, балалар уҡытыусылар етәкселегендә төп һәм запас сығыу урындарынан бинанан эвакуацияланырға тейеш».

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: