Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 11:36

Өфөлә режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды

М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Быйыл күп йылдар М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына етәкселек иткән һәм башҡорт театрының йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙған күренекле режиссерға 80 йәш тулды.

Өфөлә режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды
Өфөлә режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды

Рифҡәт Исрафилов Ырымбур театрының Өфөләге гастролдәрен ябыу сараһында бүләкләнде. Указға 2021 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Награданы йәкшәмбе Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас в