«Штатты дүрт кешегә арттырып, Экология министрлығының территориаль бүлексәләрен көсәйттек. Ике инспектор — Учалыла, икәүһе Сибайҙа эшләй. Улар карьерҙар, ер аҫтын файҙаланыусылар менән генә шөғөлләнә», — тине республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов.
Уның һүҙҙәренсә, Экология министрлығының яңы хеҙмәткәрҙәренә өс төп бурыс йөкмәтелгән. Атап әйткәндә, улар легаль һәм легаль булмаған барлыҡ карьерҙарҙың реестрын төҙөргә тейеш.
Экология инспекторҙары өсөн урындағы халыҡ менән эшләүҙе лә яйға һалыу мөһим. Улар карьерҙа рөхсәтһеҙ эш алып барылған һәм уларҙың биләмәһендәге башҡа закон боҙоу осраҡтары тураһында ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин икәнен белһен өсөн.
«Республика Экология министрлығының яңы хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән өсөнсө бурыс — инспектор тикшереүҙәре үткәреү, карьерҙарҙы контролдә тотоу. Шул рәүешле беҙ һәр карьерға барып етербеҙ, республика етәксеһенең йөкләмәһе үтәлер. Тармаҡта тәртип урынлаштырырбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Азат Бадранов.
Файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарғанда закон боҙоу осраҡтары хаҡында Башҡортостан Экология министрлығының территориаль бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә мөмкин:
— Учалыла: баш белгес-эксперт Илсаф Ғәбдиев, телефон 8-927-309-64-48 һәм баш белгес-эксперт Гөлсөм Исламғолова, телефон 8-960-388-25-71.
Сибайҙағы бүлексәне Баймаҡ районы хеҙмәтләндерә. Ошо биләмәләге закон боҙоуҙар тураһында баш белгес-эксперт Салауат Баҡтыбаевҡа (8(34775) 2-86-02) йәки баш белгес-эксперт Айҙар Тутаевҡа (8(34775) 2-86-02) хәбәр итергә була.