Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2021, 12:00

Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе
Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, төнгө клубтарға, күмәк кеше ҡатнашлығындағы физкультура һәм спорт сараларына инергә мөмкинлек биргән вакцинация тураһында белешмә (сертификат) һәм ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында документ менән бер рәттән, исемлеккә һуңғы алты айҙа COVID-19 менән ауырығанлыҡ тураһында белешмә лә өҫтәлде.

Музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға барғанда вакцинация тураһында белешмәләр кәрәкмәй.

Шулай уҡ Башҡортостанға Бөйөк Британиянан һәм Төньяҡ Ирландиянан килгәндәр өсөн 14 көнлөк мотлаҡ изоляция хаҡында талап ғәмәлдән сығарыла.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: