«Һәйкәл Башҡортостанда йәшәгән һәр кем өсөн ныҡ ҡәҙерле. Ләкин ваҡыт үҙенекен итә. 1967 йылдан бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Беҙ һәйкәлде юғалтыуыбыҙ мөмкин. Уны ремонтларға кәрәк, сөнки һәйкәл үҙе генә түгел, постаменты ла таушалып бөткән. Быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләү зарур. Күпмелер ваҡыттан һуң дауыл сығыр, беҙ уны юғалтырбыҙ», — тип аңлатты Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров реконструкция процесын икенсе мөһим мәл тип атаны.
«Унда нескәлектәр күп. Һәйкәл постаментын реконструкциялауҙың грамоталы проектын эшләргә кәрәк. Был ярайһы уҡ ҙур аҡса. Пландарыбыҙ Наполеондыҡы кеүектер, моғайын, киләһе йылдың йәйендә уны постаменттан алып, төҙөкләндерә башларға ине. Быны һәйкәлде постаменттан алмайынса эшләп булмай. Уның ауырлығы — 40 тонна», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Фото: Башинформ