«Сулпылар» конкурсы бай тарихлы проект. Быйыл унда ҡатнашыуға 321 ғариза бирелгән. Улар араһынан беренсе турға 50 кеше һайлап алынһа, 2-се турға 26 конкурсант үтте. Республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе һәләтле малай-ҡыҙҙар менән, әлбиттә, уҡытыусылары әүҙем шөғөлләнә.
Тәүге тапҡыр 1992 йылда эфирға сыҡҡан «Сулпылар» йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашыусылар исемлеген һанап бөткөһөҙ. Ижади конкурс йылдар дауамында меңәрләгән балаға ҡанат ҡуйҙы.
Һәр конкурсанттан етди әҙерлек талап иткән «Сулпылар» проекты башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөшөн индерә. Унда ҡатнашам, тип әллә күпме бала туған телен өйрәнә. Ҡасандыр бәйгелә тәүге сирҡаныс алған Илнур Рамаҙанов, хәҙер инде бишенсе йыл үҙе жюри ағзаһы. .
Тиҙҙән «Сулпылар»ҙың финалға сығыусылар исемлеге билдәле буласаҡ. Бәйге барышын республикабыҙҙың төп телеканалында күҙәтеп барығыҙ.