«Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 8 сентябрҙә республикала һауа температураһының 0, -3 градусҡаса һалҡынайтыуы, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томанда күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей», — тиелә ведомство белдереүендә.