Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2021, 10:44

Башҡортостанда йәшәүселәр беренсе ҡар тураһында хәбәр итте

Бик эҫе йәйҙән һуң Башҡортостанда тиҙ генә көҙ етте. Благовар районы Языков ауылында йәшәүселәр 6 сентябрҙә административ үҙәк биләмәһендә ҡар яуыуы тураһында хәбәр итте. Ҡар шунда уҡ иреп  бөтмәгән, ә күпмелер ваҡыт тупраҡ өҫтөндә ятҡан.

Башҡортостанда йәшәүселәр беренсе ҡар тураһында хәбәр итте
Башҡортостанда йәшәүселәр беренсе ҡар тураһында хәбәр итте

Әйткәндәй, 15 сентябрҙән һуң Башгидрометүҙәк синоптиктары көндәр йылыты тип вәғәҙәләй. Халыҡта был осорҙо «әбейҙәр сыуағы» тип йөрөтәләр.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: