«Былтыр сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә бөтә уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн 5 мең һум күләмендә федераль өҫтәмә түләү билдәләнде. Ошо йылдың 1 сентябренән был колледждарҙағы төркөмдәрҙең кураторҙарына ла ҡағыла. Улар ошондай федераль өҫтәмә түләү ала башлай. Уның күләме – 5 мең һум. Дөйөм алғанда, федераль Хөкүмәт ошо маҡсатҡа ағымдағы йыл аҙағына тиклем 2,5 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтә», – тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 2021 йылда түләү Рәсәй Федерацияһының «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә бирелә. Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән 2021 йылда Башҡортостан бюджетына 89 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
«Класс етәкселеге өсөн аҡса республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы барлыҡ колледждарҙа түләнергә тейеш. Урта һөнәри белем биреү ойошмаларында төркөмдәрҙең дөйөм һаны – 3 095», – тине Айбулат Хажин.