Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2021, 14:50

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500-әр мең һум субсидия бирелә

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ауыл еренә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә компенсация түләү саралары хупланды.

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500-әр мең һум субсидия бирелә
Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500-әр мең һум субсидия бирелә

«Майҙа «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһының башланыуын иғлан итте. Бындай программа федераль кимәлдә әҙерләнә генә, Рәсәй төбәктәрендә уның аналогтары юҡ. Шуға күрә кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеү өсөн ауыл еренә эшкә ҡайтҡан хеҙмәткәрҙәргә компенсация түләү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙе ауылға әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк», — тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, мәҙәниәт өлкәһендә белгестәргә ихтыяж — 360 кешенән ашыу. Тәү сиратта ауыл клубтарында һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙәрҙең өстән бер өлөшө — пенсия йәшендә.

«Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары 2021 йылда һәр кемгә торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыу өсөн 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған компенсация рәүешендә субсидия биреүҙе күҙ уңында тота, – тине министр. – Ярҙам мәҙәниәт өлкәһендә һөнәри белемгә эйә булған 35 йәшкә тиклемге белгестәргә күрһәтелә. Улар — 2018 йылдан ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән мәҙәни-ял учреждениелары, китапханалар, музейҙар, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биргән уҡытыусылар».

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: