Яҙыусы Әсләм Арыҫланов 82 йәшендә был донъянан китте. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә директор вазифаһын башҡарған, Өфөгә күсеп килгәс, Дәүләт страховкалау идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы, Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан идаралығында эшләй.
Әсләм ағай яҡты күңелле кеше булды, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн борсолоп, ижади ҡомар менән янып йәшәне. Йәнең йәннәттә булһын, уҙаман!