Билдәле булыуынса, былтыр легендар шәхестең тыуыуына 100 йыл тулғайны. Әммә уның ҡаһарманлығы, һоҡланғыс тормош юлына бағышланған саралар пандемия сәбәпле, онлайн форматта үтте.
Был юлы мемориаль таҡтаташ Иҫке Баҡалы ауылында Даян Баян улы тыуып-үҫкән йортҡа урынлаштырылды. Гитлерҙың шәхси дошманы, партизандар хәрәкәте командиры һаналған яҡташыбыҙ һуғыштан һуң да бында йыш ҡына ҡайтып йөрөгән булған.
Әле атай нигеҙендә ҡаһарман яугирҙең һеңлеһе йәшәй. Иҫтәлекле сара Даян Мурзиндың исеме мәңгеләштереп кенә ҡалмай, ул шулай уҡ йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лә ҙур өлөш индерә.