Салауат ӘБҮЗӘР
ӘБЙӘЛИЛ
(Заман әкиәте)
Әкиәттәр ҙә үҙгәрә –
Шундай замана килде:
…Арҡан ишә, ти, Әбйәлил:
“Аҫып ҡуям – тип – илде”.
Ил эйәһе, ҡурҡышынан,
Тора, ти, дер ҡалтырап.
Ялбарырға тотона, ти:
“Аҫмай тор инде, брат!
Илде урынында ҡалдыр,
Ал нефтте, алтынды.
Илһеҙ ҡалһаҡ, ни эшләрбеҙ!? –
“Ҡыҙған меҫкен халҡыңды!”
Ә Әбйәлил ишә һаман,
Бер кемдә лә эше юҡ.
“Уның арҡаны – ҡомдан”, – тип
Әйтерлек бер кеше юҡ.