Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2021, 09:45

Һөйөнсө!

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтан ҡалаһында нәшер ителгән “Роман-драма” тип аталған әҙәби- нәфис журналда күренекле яҙыусыбыҙ, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар...” повесы донъя күрҙе. Журналдың баш мөхәррире Жолтай Жүмәт-Әлмәшоғлы әйтеүенсә, ҡаҙаҡ һәм рус телендә баҫылған был журнал битендә ҡаҙаҡтарҙың, Урта Азия һәм Рәсәйҙә мосолмандар күпләп йәшәгән республика яҙыусыларының һәм драматургтарҙың заманса иң һәйбәт әҫәрҙәрен генә күрергә мөмкин.Башҡорт әҙәбиәтенең иң аҫыл өлгөләре сит ил уҡыусыларының иғтибарын йәлеп итә барыуы – оло ҡыуаныс! Сөнки әҙәбиәт һәм мәҙәниәт – дуҫлыҡ күпере ул.Мөнир Сәхиулла улын ижади уңышы менән ҡотлап, киләсәктә лә фәлсәфәүи фекерле, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәрен көтөп ҡалабыҙ!

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтан ҡалаһында нәшер ителгән “Роман-драма” тип аталған әҙәби- нәфис журналда күренекле яҙыусыбыҙ, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар...” повесы донъя күрҙе. Журналдың баш мөхәррире Жолтай Жүмәт-Әлмәшоғлы әйтеүенсә, ҡаҙаҡ һәм рус телендә баҫылған был журнал битендә ҡаҙаҡтарҙың, Урта Азия һәм Рәсәйҙә мосолмандар күпләп йәшәгән республика яҙыусыларының һәм драматургтарҙың заманса иң һәйбәт әҫәрҙәрен генә күрергә мөмкин.
Башҡорт әҙәбиәтенең иң аҫыл өлгөләре сит ил уҡыусыларының иғтибарын йәлеп итә барыуы – оло ҡыуаныс! Сөнки әҙәбиәт һәм мәҙәниәт – дуҫлыҡ күпере ул.
Мөнир Сәхиулла улын ижади уңышы менән ҡотлап, киләсәктә лә фәлсәфәүи фекерле, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәрен көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: