Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2021, 10:07

Театрға һәм музейға «Пушкин картаһы» менән: Башҡортостандың 21 учреждениеһы программаға ҡушылды

Белем көнөндә 14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙың электрон «Пушкин карта»һын алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Унда быйыл Рәсәйҙәге мәҙәни сараларға барыу өсөн өс мең һум аҡса бар. Киләһе йылда был сумма 5 мең һум була. Аҡсаны йыл аҙағына тиклем һәм  23 йәш тулғансы тотоноп бөтөргә кәрәк. Егет билетты үҙе өсөн генә һатып алырға мөмкин.

Театрға һәм музейға «Пушкин картаһы» менән: Башҡортостандың 21 учреждениеһы программаға ҡушылды
Театрға һәм музейға «Пушкин картаһы» менән: Башҡортостандың 21 учреждениеһы программаға ҡушылды

Картанан файҙаланыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» махсус мобиль ҡушымтаһында теркәлергә кәрәк. Карта виртуаль итеп эшләнә һәм махсус ҡушымта аша ғына ғәмәлдә. Бынан тыш, проекттың операторы «Почта Банк» ғариза буйынса пластик карта биреүе ихтимал.

Был аҡсаны мәҙәни ялға: музейға, театрға, галереяға, филармонияға, консерваторияға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына ғына тотонорға ярай. Әммә «Пушкин карта»һына үҙаллы аҡса һалып булмай, картаға аҡсаны йылына бер тапҡыр дәүләт күсерә.

Башҡортостанда 21 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы «Пушкин картаһы» программаһын ғәмәлгә ашырыуға ҡушылды, улар араһында 17 театр-концерт ойошмаһы һәм 4 музей бар. Республикала Эксперт советы булдырылған, ул теге йәки был ваҡиғаның «Пушкин карта»һы программаһында ҡатнашыуы тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

«Бөгөнгә беҙҙең республика буйынса порталда 300-ҙән ашыу сара (спектаклдәр, концерттар, күргәҙмәләр) урынлаштырылған. Киләсәктә китапханаларҙы йәлеп итеү күҙаллана. Карта алған йәштәр илебеҙҙең теләһә ниндәй төбәгендә мәҙәниәт учреждениеһын һайлау хоҡуғына эйә, сөнки был — федераль проект», — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Башҡорт опера һәм балет театрының генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов һүҙҙәренсә, Опера һәм балет театрына билет хаҡы 100 һумдан башлана, премьераға билет 2,5 мең һум тора. Йондоҙҙар килһә, хаҡтың 7 меңгә етеүе ихтимал.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина республика музейҙары араһынан программала Өфө филиалдары менән Милли музей, Нестеров исемендәге Художество музейы, Милли әҙәбиәт музейы һәм Хәрби дан музейының ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Билет хаҡы —  80-100 һум. Республика музейҙары сайттарында «Пушкин картаһы буйынса алырға» тигән махсус төймә бар.

«Пушкин картаһы»н йәшәгән төбәктә генә түгел, ил буйлап сәйәхәт иткәндә лә ҡулланырға мөмкин. Аҡсаны федераль, төбәк һәм хатта шәхси мәҙәниәт учреждениелары билеттары өсөн тотонорға була.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: