Фильм уҡыусыларҙың тәүге мөхәббәтенә арналды. Ваҡиғалар Башҡортостандың күркәм тәбиғәте ҡосағында бара. Фильмда 2021 йылдың эҫе йәйендә тотош республикала ҡоторған урман янғындары темаһы ла ситтә ҡалманы.
«Ошондай нәфис фильмдар кеүек әүҙем формалар аша балаларыбыҙҙа кешелеклелек, ярата белеү һәм яратылыу кеүек иң мөһим сифаттар тәрбиәләй алырбыҙ. Тәүге тәжрибәбеҙ уңышлы булыр, яңы идеялар менән янабыҙ, бының менән генә туҡталып ҡалмаҫбыҙ тип ышанам», — тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Проект белем биреү планына индерелә һәм республиканың бөтә мәктәптәрендә күрһәтелә, тип билдәләне ул.
Режиссер һәм сценарист Елена Дубровская һүҙҙәренсә, алһыҙ-ялһыҙ фильм төшөргән 15 көндөң һәр көнө хәтерҙә ҡалды. Ижади төркөмгә Архангел районы халҡы ныҡ ярҙам итте. Бер көндө күмәк сәхнә күренешенә 300-гә яҡын кеше йыйылды.
Кинола башлыса махсус белеме булмаған актерҙар ҡатнашты. Төп ролде — Азаматты Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студенты Динислам Хөсәйенов, Машаны Өфө сәнғәт институты студенты Елена Пухова уйнаны.
Заказсыһы — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Фильмдар «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҡыусылар йыйып тапшырған макулатура аҡсаһына төшөрөлә. «Батыр» фильмы өсөн 2 миллион һумдан ашыу йыйылды.