«10 йыл үтте, икенсе Кубок алыу тураһында ла уйларға мөмкин. Тәжрибәле команда, тәжрибәле тренерҙар коллективы. Көйәрмәндәребеҙ тоғро, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙә хоккей бик популяр, ҡайҙа ғына барһам да, боҙ һарайҙарын төҙөүҙе һорайҙар. Быйыл Ишембайҙа боҙ аренаһын астыҡ. Киләһе йылда Октябрьскийҙағы төҙөлөштө тамамлайбыҙ. Хәҙер Баймаҡта боҙ һарайын проектлайбыҙ һәм Яңауылда проект алды эштәрен башлайбыҙ. Әкренләп тотош республикала боҙ һарайҙары һәм хоккей майҙансыҡтары төҙөрбөҙ».
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, быйыл «Салауат Юлаев»тың иҡтисади проблемалары булмай. Республика етәкселеге бер нисә компания менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
«Команданы үҙенең кәйефе һәм әҙерлек кимәле генә борсорға тейеш, ҡалғанын беҙ хәстәрләрбеҙ. Гагарин кубогын көтәбеҙ, уның өсөн көрәшәсәкбеҙ!» — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфө хоккей клубы ошо миҙгелдә генә түгел, киләһенә дә тотороҡло финанслау менән тәьмин ителгән. Был хаҡта «Салауат Юлаев»тың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе.