Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бөгөн иртәнге сәғәт 8-гә оператив мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә Туймазы һәм Миәкә пайондарында бөтәһе 1,15 гектар майҙанда ике урман янғыны теркәлгән.
Баймаҡ, Туймазы, Миәкә райондарында 9,95 гектар майҙандағы өс урман янғыны һүндерелгән.
Белорет районы Мулдаҡай ауылы һәм Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге янында 2 520 гектар майҙанда урман янғындары ҡотора. Ауылдарға хәүеф янамай.
Фото: Башинформ