Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн уңайлы ноутбуктар, интерактив таҡта һәм күп функциялы принтер. Яңы уҡыу йылында лицей уҡыусылары өсөн информатика дәресе тағы ла мауыҡтырғыс үтәсәк. Педагогтарға иһә заманса ҡоромалары интерактив дәрестәр уҙғарыуға, балалар менән бәйләнеште нығытырға мөмкинлек бирә.
Һанлы мәғариф мөхите – ул уҡыусылар һәм педагогтар өсөн генә түгел. Яңы мөмкинлектәр ярҙамында Мәктәп тормошон, балаларҙың уҡыуын ата-әсәләр ҙә күҙәтеп бара ала.
«Һанлы белем биреү мөхите» проект тормошҡа ашырыу өсөн – яҡшы шарттар булыу мөһим. Юғары тиҙлекле интернет булмайынса сифатлы белем биреү мөмкин түгел. Шуға ла район мәктәптәрен тиҙлекле глобаль селтәргә тоташтырыу буйынса эш дауам итә.
«Мәғариф» милли проектының «Һанлы белем биреү мөхите» йүнәлеше 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда 4-се лицей яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылды. Алдағы өс йылда райондың бар мәктәптәре лә яңырыу кисерәсәк.