Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 09:35

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждары директорҙары менән осрашырға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 августа Өфөлә тамамланған WorldSkills милли чемпионаты йомғаҡтары буйынса барлыҡ колледждарҙың директорҙары менән осрашырға ниәтләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждары директорҙары менән осрашырға тәҡдим итте
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждары директорҙары менән осрашырға тәҡдим итте

«Беҙ 100 оҫтахананы ярыштар үткәреү өсөн һатып алынған заманса станоктар һәм техника менән тәьмин итергә уйлайбыҙ», — тине Хәбиров.

Республика етәксеһе төбәк йыйылма командаһынан чемпионат еңеүселәре менән дә осрашырға йыйына.

«Йәштәр — беҙҙең геройҙар. Улар менән мотлаҡ осрашырға, һөйләшергә кәрәк. Өфөлә WorldSkills финалын үткәреү Башҡортостанда һөнәри белем алыуға икенсе һулыш бирер тип ышанабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Дөйөм команда иҫәбе һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙең йыйылма командаһы беренселектең абсолют чемпионы тип танылды.

Беренсе урынды Татарстан яуланы. Икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург командалары бүлеште. Өсөнсө урынды Мәскәү өлкәһе алды.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас в