Земфира СӘХИПОВА
Әбүбәкир бабайға улдары кәрәҙле телефон алып биргән, нисек ҡулланырға ла өйрәткәндәр. Ул уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, бер кемгә лә тоттормай ғына мендәр аҫтында һаҡлай. Шылтыраған тауыш ишетһә, ҡайҙа нимә шылтырағанын абайламай, бөтә донъяһын борхотоп, эҙләргә тотона. Тауыш туҡтағас, тынысланып, эй, яңлыш ишеттем ахыры, тип, үҙ эшен дауам итә.
Бер саҡ бабайыбыҙ ҡалаға барып ҡайтырға булған. Автобус туҡталышына барып баҫҡан да, машина килеп туҡтау менән ултырып та киткән. Юл бик оҙон һәм оҙаҡ тойолған бабайға. Һуңғы туҡталышҡа барып етеп, кешеләр автобустан төшөп бөтә башлағас, алдын-артын ҡараһа, бөтөнләй икенсе ҡалаға барып сыҡҡанын аңлаған, башҡа маршрутҡа ултырып киткән икән... Артабан ҡайҙа барырға белмәй, аптырап ҡалған. Кис етеп, ҡараңғы төшөп килә. Үткенсегә мөрәжәғәт итеп, һорашҡас, эштең айышына төшөнә, кире ҡайтыу юлын белешә. “Улым да килеп алыр ине лә ул, хәбәр итеп булһа”, – ти. “Телефоның барҙыр бит, әйҙә шылтыратайыҡ улыңа”, – ти теге үткенсе. “Телефоным үҙем менән түгел”, – ти бабай. “Ниңә үҙең менән йөрөтмәйһең, уның кәрәге лә шунда бит”. “Юғалтырмын, тип, ҡурҡам”, – тип яуаплаған ҡарт.
* * *
Алыш-биреш, кеҫәгә һалыш, мәһәр биреү заманалары ҡыҙыулашҡан осорҙа Әбүбәкир ҡарт та ауыҙ асып ятып ҡалыуҙан ҡурҡып, ейәнсәренә юғары уҡыу йортона инеү юлын эҙләп, улына ярҙам кәңәше бирмәк булған: “Улым, әйҙә, бер һарыҡты йәлләмәйек, мәскәүлеләр биргәнде ярата ул, тиҙәр. Малай ҙа көтәлер... Кәрәкле кешеләрен дә табырбыҙ, һин борсолма, тик машинаңды ғына йүнәт, багажнигы ышаныслы булһын”.
Шулай, һарыҡтың аяҡ-тояғын бәйләп, багажникка һалып, бер Аллаға тапшырып, белгән тиклем доғаһын уҡып, улын рулгә ултыртып, бабай оҙон юлға сыға. “Улай-былай юлда туҡтатһалар, һин өндәшмә, үҙем яуап бирермен”, – тип киҫәртеп ҡуя улын.
Бабайҙың шулай тип әйтеүе була, һарыҡтың аҡырыуын ишетеп, гаишник машинаны туҡтатмаһынмы:
– Ҡайҙа юл тоттоғоҙ?
– Мәскәүгә.
– Багажникта нимә?
– Мәгәрис.
– Ниндәй мәгәрис ти ул, һарыҡ бит!
– Юҡ, юҡ, ул – мәгәрис, һарыҡ Мәскәүҙә ултыра...