Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 09:43

«Йәш hөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатының бизнес-мираҫы

Кисә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ростех дәүләт корпорацияһы авиация кластерының яңы етештереү-уҡыу үҙәгендә булды. Ул ошо көндәрҙә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә (УМПО) эшләй башлағайны.

«Йәш hөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатының бизнес-мираҫы
«Йәш hөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатының бизнес-мираҫы

14 мең ярым квадрат метр майҙанда етештереү участкалары, уҡыу кластары һәм лабораториялар урынлашҡан. Уларҙа 200-ҙән ашыу заманса ҡорамал - араларында 150 эре габаритлы станоктар бар - ҡуйылған.

Етәкселәр яңы үҙәкте ҡарап сыҡты, уҡытыу процесы үҙенсәлектәре менән танышты. Берекмәнең идарасы директоры Евгений Семивеличенко һөйләгәнсә, теория ваҡыттың 30 процентын алһа, практикаға 70-е бүленгән. "Һөнәри әҙерлек программмалары алдынғы Европа тәжрибәһенә таянып эшләнде", - ти ул.

Республика Башлығы яңы үҙәктең кадрҙар үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы. "Хеҙмәт баҙарында заманса эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ныҡ ҙур", - тине ул һәм яңы технология, ҡорамалдар барлыҡҡа килеүе белгестәр әҙерләүгә лә юғары талаптар ҡуйғанын билдәләне.

Илдең мәғариф министры үҙәктең практик күнекмә алыу буйынса тәжрибәһе дәүләт ярҙамында һөнәри кадрҙарҙы әҙерләү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек биререн әйтте һәм: "Был - бөтә яҡлап та уникаль, заманса ҡорамалдары булған һәм уҡытыу көнүҙәк йүнәлештә алып барылған объект", - тип баһаланы. Ул һөнәри белем алыу менән етештереү процесының бындай берлеге Рәсәйҙә бойомға ашырыла башлаясаҡ "Профессионалитет" программаһының нигеҙе итеп алынасағын белдерҙе. Был яңы программа илдең белем биреү ойошмаларында киләһе йыл ғәмәлгә ашырыла башланырға тейеш.

 

#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#WorldSkillsRussia
#Нацфинал2021
#НацфиналУфа

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: