Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
ЙӘЙ ТАШТАРЫ БАРҘЫР АУЫЛЫҢДА…
(2021 йыл йәйендәге ҡоролоҡтан, янғындарҙан биҙерәп)
Поэма
***
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә ҡорой, ни әйтерһең шуға?
Күктәр хәҙер хатта илай алмай.
Ҡыҙҙар сыҡмай хәҙер һыу ташыуға.
Ер күнеккәнме ул алдашыуға?
Намыҫ күҙен теләк менән ҡаплап
Беҙ барыһын тәләф итәбеҙ,
Донъя көтмәй, бейеү-йырға әүрәп,
Сувенирға ҡалдыҡ әллә беҙ?
***
Әсәйең һәм өләсәй ҡот ташыған
Йылға ҡорой, ни әйтерһең шуға?
Күктәр хәҙер хатта илай алмай,
Ә был кәйеф уға Ерҙән йоға.
Һирәк ишетелә ихлас доға.
Ҡуңыр йөҙлө, алма битле сабый
Һыуһаған да, илай “мама” тиеп.
Ә күктәрҙә болот әҫәре юҡ,
Һин уйлама йәлләй, тама, тиеп.
***
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә ҡорой, ни әйтерһең шуға?
Күктәр хәҙер хатта илай алмай.
Был ерҙәрең, ҡәүемең – ҡала, ҡалмай…
Үҙәк көйә, Уралды ут ялмай.
Әсәйең һәм өләсәй һыуға барған
Һуҡмаҡ ситтәреңдә үлән кипкән.
Йәшел намаҙлыҡтың төҫө уңған,
Ап-аҡ ашъяулыҡтың ҡото киткән,
Ҡорғаҡһыған халҡым күңел күҙең…
Ҡара янған Ер-әсәнең йөҙөн
Сылатырлыҡ ҡына ла юҡ тамсы.
Эй, һин, минең ғәзиз милләттәшем,
Моңһоҙлоҡто ситкә ҡуйһаңсы!
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә ҡороп бара, аңғарһаңсы!
Шишмә хасил мең-мең тамсыларҙан,
Тамсы булып тамсы һин дә, тамсы,
Ғәмшишмәнең йәне уянғансы!
***
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә ҡорой, ни әйтерһең шуға?
Һәр беребеҙ ҡорғаҡһыған ерҙәй
Мохтаж әле ихлас яратыуға.
Үҙен яратыуға мохтаж халҡым,
Һүҙен яратыуға, булмышҡайын…
Үҙебеҙсә, тәбиғәткә аяулы итеп
Ул ҡороуға мохтаж тормошҡайын.
Ярат кешем, ярат һин үҙеңде,
Ярат кешем, тупрағыңды ярат!
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә үҙәндәрен төшөп ҡара,
Тамсы булып там шул йырындарға,
Тын шаңдау бул изге орандарға,
Тәүбәләрең күреп тетрәнеүҙән,
Күктәр күҙенә, бәлки, йәш төйөлөр,
Янған ерең яңынан һөйөлөр,
Янған йәнең яңынан һөйөлөр.
***
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Таштар яуғанда ла, көн дә, көн дә.
Үҙ-үҙеңә хаж ҡылырға онотма,
Йолаларҙы ташламасы, һин дә.
Һыуҙар киткән икән ер аҫтына
Артынан төш һин дә ҡатламдарға,
Һауабы бар һыуһаған кешеләргә
Һыуҙар табып алып ҡайтҡандарға.
Һауабы бар илай алмай ҡатҡан
Һомайғошто уятҡандарға,
Һауабы бар ялмап килгән утҡа
Ҡаршы төшөр утты яҡҡандарға.
***
Йөрәк янһа, ҡайсаҡ, эскә һыймай
Янып китә тирә-йүн-яғың да,
Шишмәләр ҙә, ҡайсаҡ, күҙ-йәшеләй
Ер аҫтына йәшенә улағынан.
Үҙең була алмау, булмышыңа
Хыянатта – бөтә бәлә башы.
Ихласлыҡты төпкә йәшергәнгә
Күңел ыҙанында – әрнеү ташы.
Йәншишмәһеҙ ҡалған еребеҙҙә
Ташйылғалар ята уттай ҡыҙып –
Хоҙай әшкәртеүе, яттар йырын
Йырлағанға, үҙеңдекен һыҙып.
Һыу исрафы – өләсәйҙәр ҡурҡҡан
Оло гөнаһтарҙың береһе,
Һыу етмәһә барса еребеҙҙең
Тарамышы тартылыр, тиреһе.
Күңел шишмәһе лә шуның ише
Тәрбиәне көтә бит, тәүбәне.
Уралына юл күрһәткән һымаҡ,
Осраһын да бит һәр кемгә Һәүбәне…
Өләсәйҙәр һыуға йөрөгән юлды
Юғалта күрмә, йылға юҡта ла.
Янма, йөрәгеңде һин асырға тырыш
Илай алмай торған саҡта ла.
Бәйгеләрҙә еңгән шәп атҡа ла
Һыу һорай тип шундуҡ һыу бирмәйҙәр,
Ғәмебеҙҙе уйлап, Хоҙайыбыҙ
Шишмәләрҙе өҫкә мендермәйҙер...
Һыулап үҫкән һыуың ер аҫтында,
Үҙәнендә утлы ташйылға.
Тик һин янма, көлгә ҡалып туҙма
Заман еле тигән ташҡындан.
***
Әсәйең һәм өләсәй һыу ташыған
Шишмә ҡайҙа, эҙенә төшөрһөңмө?
Күктәр хәҙер хатта илай алмай.
Яна-яна ғына өшөрһөңмө?
Йәй таштары барҙыр ауылыңда,
Битен һөтләгәндә ямғыр тартҡан?
Эсер һыуы бүленеп биргән тиҙәр
Һәр бер сабый һәм һәр бер ҡартҡа.
Өлөшөнән артығын тотонмаһа,
Йоғонмаһа берәү артыҡҡа,
Башҡа берәү ташйылғаға эйелеп
Битен йыумаҫ ине балсыҡҡа.
Һыуһамаҫ та ине бит кешеләр,
Ҡомһоҙҙары саманан ашмаһа.
Нимәгә еттек, әсәйҙәр һыу алған
Үҙәндәрҙә ҡоро таш таһа.
***
Йәй таштары барҙыр ауылыңда,
Йәй таштарын эҙлә һөт ҡойорға.
Йәй таштарын эҙлә ҡот ҡойорға,
Инешенә ҡайтҡан, үҙен тапҡан
Сабый итеп үҙеңде тойорға.
Йәй таштары барҙыр ауылыңда,
Яулыҡ ябынып баҫҡан аҡ һындар,
Теүәтәй кейеп баҫҡан саф һындар,
Эйәрһеҙ ергә ятҡан ат һындар…
Күҙҙәрең шуларҙы эҙләп тапһындар,
Һүҙҙәрең шуларҙы эҙләп тапһындар.
Йәй таштары барҙыр ауылыңда…
Күктән ямғыр, тауҙан ел саҡырған
Яҙ таштары, яҙар таштары…
Боронғо серҙәрҙе һис белмәйем тимә,
Үрлә, юллап шишмә баштарын!