Майҙанда 16-нан 25 йәшкә тиклемге һөнәри, урта уҡыу йорттары студенттары һәм үҫмерҙәр этабында мәктәп уҡыусылары һынау тота. Командалар Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән, барлығы 1 мең 700-ҙән ашыу конкурсант, уларҙың 600-е – үҫмерҙәр. Чемпионатта улар алдында ҡуйылған һынауҙар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.
Бысалар, юналар, йышалар, йәбештерәләр. Майҙанда кеше ҡулы менән башҡарылған эш төрҙәренең барыһын да күрергә мөмкин. Павильондар тәү ҡарамаҡҡа ҡеүәтле завод-фабрикаларҙы хәтерләтһә лә , шарттар айырыла. Эшсе һөнәр эйәләре туҙан һәм машина майына батып йөрөй тигән ҡараш тарихта ҡала.
Заманса оҫтаханалар, ҡорамалдар, ә улар Вордскилс, йәғни халыҡ-ара талаптарға яуап бирә, уңайлы, таҙа, матур. Шул уҡ ваҡытта яңы технологияларҙың ҡатмарлы продукцияны ла етештереү мөмкинлеге бар.
Республика башлығы ярыш барған майҙандарҙы ҡарап сыҡты, ойоштороусыларҙан шарттар кимәле хаҡында ҡыҙыҡһынды. Ә бына ҡатнашыусыларға ҡамасауларға, һорауҙар бирергә ярамай. Ярыш барышында минут ҡына түгел, секунд та әһәмиткә эйә. Шуға күрә йәш һөнәрмәндәрҙең һәр береһе тиерлек ҡолағына наушник кейгән, сит тауыштарға иғтибарҙы йәлеп итмәү өсөн.
Милли чемпионатта ҡатнашыусылар алдында етди, ҡатмарлы һынауҙар ҡуйыла. Уларҙы башҡарып сығыу өсөн йәштәрҙән юғары һөнәри оҫталыҡ та, тиҙлек тә, миллиметрына тиклем теүәллек тә талап ителә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ- йәш һөнәрмәндәр эшләгән ҡул эштәренең һәммәһендә лә тиерлек Башҡортостан, Өфө менән бәйле элементтар бар. Мәҫәлән, таш эшкәртеүселәр башҡаланың гербын һынландыра.
Таш юныу еңел генә түгел, физик әҙерлек мөһим. Бынан тыш, эксперттар композицияның зауыҡлы итеп эшләнеүенә лә, линияларҙың төҙлөгөнә лә, уйымдарҙың тәрәнлегенә лә иғтибар итә. Сибайҙан эксперт Сәриә Бикмөхәмәтова фекеренсә, алда еңеүселәрҙе донъя чемпионаты көтә, шуға бәләкәй генә хаталарға ла юл ҡуйылырға теейш түгел.
Йәш һөнәрмәндәр паркында ҡатнашыусылар өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Биләмә тотош бер инновация майҙансығын хәтерләтә. Павильондар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыуҙан тыш, ихатала ял урындары ла эшләнгән. Конкурс араһындағы тәнфестәрҙә саф һауа һулап, фекер туплап алырға мөмкин. Радий Хәбиров әйтеүенсә, шарттар тыуҙырыу Республиканың төп бурысы.
Милли чемпионат эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятыуҙан тыш, Башҡортостандың данын арттырырға ла булышлыҡ итә. Тағы ла бер мөһим яғы – ярыш мәлендә ҡулланылған заманса ҡоролмалар һуңынан Башҡортостандың һөнәри белем биреү учреждениеларна таратыла. Мәҫәлән, Аксенов агросәнәғәт колледжы геном инженерияһы буйынса лабораторияны үҙҙәренә алырға һәм ошо йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләргә иҫәп тота.
Чемпионат сиктәрендә эшлекле программа ла ҡаралған . Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте менән «Сода» компанияһы араһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ теләгән һәр кем үҙен чемпионат партнёры форматында һынап ҡарай ала.
Парк биләмәһендә балалар өсөн айырым зона эшләй башлаясаҡ. Унда тәжрибәле белгестәр төрлө йәштәге уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ «Йәш һөнәрмәндәр паркы» билмәһенә өс көндә лә бушлай инеп ҡарарға мөмкин
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#WorldSkillsRussia
#Нацфинал2021
#НацфиналУфа