Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2021, 10:55

Ихтыярлы һәм намыҫсан батырыбыҙ – Шайморатов!

Башҡорт халҡының тарихын “Батырҙар хаҡында ҡисса!” тип бер һөйләм менән генә лә һүрәтләп булыр ине. Иреккә ынтылыш. Намыҫлы йәшәү, үлемде намыҫ менән ҡаршылау... Урал батыр, Батырша, Салауат, Зәки, Шәйехзада, Шайморатов генерал – ҡисса геройҙарының бәғзе бер исемдәре ошолай яңғырай. Улар яһаған батырлыҡтарға ябай кеше һәләтле лә түгел кеүек хатта, шуға ла улар хаҡындағы риүәйәттәр яйлап әсәйҙәр сабыйҙарын йоҡлатҡанда һөйләгән сыныҡтырып үҫтереүсе әкиәт йә иһә күңелде рухландырыр йыр булып йәшәүгә күсә. Батыр исемдәренә яңы ғүмер, юҡ ғүмерҙәр өрөлә…

Ихтыярлы һәм намыҫсан батырыбыҙ – Шайморатов!
Ихтыярлы һәм намыҫсан батырыбыҙ – Шайморатов!

Йәндән дә ҡиммәт Ватандыр!

1941 йыл аҙағында Дим станцияһында формалашҡан башҡорт атлылары дивизияһының күнекмәләрен күҙәткән командирҙары Миңлеғәле Шайморатов ил һаҡларға ашыҡҡан ошо меңәрләгән һалдат менән аттарҙың күбеһенең пулеметтар һәм самолеттарҙан сәселгән ут аҫтында ҡорбан буласағын, кире әйләнеп ҡайтмаҫын яҡшы аңлай. Икенсе донъя һуғышы, беренсеһенән айырмалы, күберәк атыу ҡоралдары һәм техника алышы була. Әммә И. Сталин немецтың атаҡлы заводтарында йыйылған мотоциклдары, машиналары һәм танкыларына ҡаршы, алғы һыҙыҡҡа, ат менән оҫта эш иткән айырым халыҡтарҙан өҫтәлмә формированиелар рәүешендә төҙөлгән милли кавалерия полктарын да йүнәлтергә бойора. Башҡорт дивизияһы егерме шундай берләшмә араһында иң данлыҡлыһы, ғүмерлеһе.

Әйе, халҡыбыҙға хас аяуһыҙ фиҙакәрлек, ватансыллыҡ, ҡыйыу ҡорбансыллыҡ, ихласлыҡ,тыуған ергә һөйөү һәм ат йәнлелек башҡорт һыбайлыларын ошо үтә лә тиңһеҙ ситуацияла ла ҡөҙрәтле итә. Тик уның хаҡы ғүмер менән үлсәнә. Атлыларыбыҙ йән аямай һуғыша, атаҡлы командирҙарының һәр бойороғон теүәл үтәй. Уларҙы иң ҡурҡыныс нөктәләргә, иң яуаплы позицияларға ебәрәләр, ҡырылалар, әммә һынатмайҙар. Шайморатовҡа башҡорт һыбайлылары һүҙһеҙ ышана һәм сикһеҙ хөрмәт менән ҡарай, генерал һәләк булғас, үҙҙәрен шайморатовсылар тип йөрөтә башлайҙар. Фашист генералдары бер-бер артлы Гитлерға яҙған рапортттарында урыҫтарҙың уларға ҡаршы ҡурҡыу белмәҫ дала ҡырағайҙарын сығарыуы хаҡында хәбәр итә, совет матбуғатында ғына түгел, хатта шул осор немец гәзиттәрендә тиңһеҙ башҡорт атлылары хаҡында әленән-әле хәбәрҙәр баҫылып тора. Дошманды дер ҡалтыратҡан, уны үҙен хөрмәт итергә мәжбүр иткән Шайморатов, шайморатовсылар – Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һәҙиә булып милләтебеҙ күкрәгенә намыҫ ордены итеп тағылған бөйөк исемдәр!

Ғәм атлы һәр мәлдә еңеү хаҡына йәнен аямаҫын алдан белгән, сөнки ҡаһарман, намыҫлы һуғышсы булыу башҡорт өсөн сиктән ашҡан батырлыҡ түгел, ә тәбиғи күренеш, башҡортҡа үлемде намыҫлы ҡаршылау мөһим! Тап шуның өсөн дә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ете тиҫтәнән ашыу йыл үтһә лә, һаман Миңлеғәле Шайморатовҡа герой исеме бирелмәй килеүе, уның ғазраилды аҡ намыҫ менән ҡаршылауына хөкүмәт тарафынан шикләнеү кеүек ҡабул ителеп, милләтебеҙ йөрәген сей яралы итеп тотто. 112-се

башҡорт кавалерия дивизияһы икенсе бөтә донъя һуғышында советтарҙың барлыҡ ҡоро юл хәрби берләшмәләре араһында һалдаттары иң күп герой исеме алған, 78 рәсми танылған батыры, Дан орденының биш тулы кавалеры булған, үҙе лә 16-сы гвардиялы, “Чернигов” исемдәренә лайыҡ булып, байрағында Ленин, Суворов, Кутузов,Ҡыҙыл байраҡ ордендары емелдәгән, иң титуллы ғәскәри берәмек. Шундай ҙа данлы ойошманың командирына инде һуғыштан һуң да ҡабат-ҡабат юлланып та, герой исеме һаман бирелмәй килеүе, әлбиттә, үтә лә сәйер күренеш итеп ҡабул ителә. Ә бит Шайморатовҡа ошо юғары награданы биреүҙәрен һорап һуғыш бөтмәҫ элек тә, һуғыштан һуңғы ошо 75 йыл эсендә лә ил етәкселегенә йөҙәрләгән мөрәжәғәтнамә яҙылған. Улар араһында ябай кешеләр ҙә, С. Буденный кеүек ҙур хәрби етәкселәр, тәүге президентыбыҙ М. Рәхимов, хатта генералыбыҙҙың яҙмышына ҡара тараҡан булып төшкән, ваҡытында уны һәләкәткә илтеп, аҙаҡ төрмәнән ҡотолор өсөн исемен бысратырға тырышҡан генерал-майор М. Борисовтың да тәүбәгә килгәс яҙған хаты бар. Хаҡлыҡ өсөн көрәш 75 йыл дауам итә, инде халҡыбыҙ был ғәҙелһеҙ күренешкә тамам күнегеп тә китә, әммә күңелендә бер ҡасан да атаҡлы генералды герой итеп таныуынан туҡтамай, хатта бының шулай булыуына бер кем икеләнмәй ҙә. Әҙме ни, рәсми ҡағыҙҙа батыр исемен йөрөтөп тә тарих арбаһынан төшөп ҡалған шәхестәр, ә Шайморатовтың даны иһә, киреһенсә, йылдан-йыл баҙығыраҡ яна. Һәм, ниһайәт, 2020 йылда илебеҙ Президенты Владимир Путиндың указы менән уға Рәсәй геройы исеме бирелеүе, СССР вариҫы булып ҡалған илдең Миңлеғәле Шайморатовты ил

батыры итеп таныуы халҡыбыҙ тарафынан Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына иң ҙур бүләк булып ҡабул ителде.

Кремлде һаҡлаусы булыу бәхете лә яҙа

Оҙайлы сит ил командировкаһынан ҡайтып баш-күҙ алған атаҡлы разведчикты 1941 йылдың 3 октябрендә СССР Халыҡ комиссариатының 1-се үтә мөһим һаналған кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Был, асылда, Совет илендәге хәрби системалағы бик юғары тәғәйенләнеү. Бөгөн Кремль полкы парад өсөн генә тиерлек тотолһа, ул саҡта иһә беренсе полк ил етәкселегенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, шәхси һаҡ бурысын үтәй. Ләкин Шайморатовҡа Кремль һаҡлау яҙмай, сөнки был мәлдә дошман Ленинградты алып, Мәскәүгә йүнәлә. 1-се полкты ла, Лев Доватор етәкләгән кавалерия корпусына ҡушып, яуға оҙаталар. Шайморатов полкы, баҫып килгән ғәскәр тылына рейдтар үткәреп, фашистың ҡотон ала. Яҡташыбыҙ тиҙ арала үҙен разведкала ғына түгел, һуғышта ла оҫта белгес итеп күрһәтә.

Ватаныбыҙ хәле көндән-көн ҡырҡыулашҡан ошо мәлдә бығаса ниндәй ҙә булһа бер милләттән торған формированиеларға ҡырҡа ҡаршы булған, хатта кескәй отряд эсендә лә нацмендар күпселекте тәшкил итергә тейеш түгел, тип килгән И. Сталин, граждандар һуғышында башҡорт атлыларының Ленинградты дошмандан таҙартҡанда хәл иткес роль уйнауын, уларҙың ниндәй көскә әйләнә алыуын хәтерләп, ат өҫтөндә үҫкән һәм йәшәгән халыҡтарҙың милли рух аҫтында берләшә белеү һәләтенең әле лә килеп тыуған хәлде ҡотҡарыр көс була алырын самалап, үҙ принциптарына ҡаршы

килгән бойороҡҡа ҡул ҡуя: милли кавалерия полктары булдырырға! Башҡорт полктары менән етәкселек итеү өсөн инде егерме йылдан артыҡ совет армияһына тоғро хеҙмәт иткән М. Шайморатов һайлана. Йәнә лә үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ, чечен, ингуш, ҡалмыҡ дивизиялары йыйнала, тик улар һуғышҡа әҙерлекһеҙ булыу сәбәпле, яуға инеп өлгөрмәй ҡырыла тора. Һуғыш аҙағына бары беҙҙең милли атлы дивизия ғына тороп ҡала. Был факт та Миңлеғәле Минһажетдин улының бөйөк ғәскәрсе булыуын иҫбатлай. Һуғыштан һуң ил етәкселеге милли кавалерия дивизиялары хаҡында яҙыуҙы тыя. Сөнки матбуғатта яҙған осраҡта, советтар тарихында иң башлап дәүләтселек талап итеп автономия алған башҡорттоң һаман да берләшергә һәләтле, көслө булыу факты ҡалҡып сығыр ине.

Йырҙар һәм дастандар ғына үлемһеҙ!

Дәүләт тарафынан оҙаҡ йылдар танылмаһа ла, уның ҡаһарман образы халыҡ күңелендә күптән мәңгелеккә урын алған. 2019 йылда бөтә Башҡортостан буйлап үткән флешмобта Ҡадир Даян шиғырына Заһир Исмәғилев яҙған “Шайморатов генерал” йырын меңәрләгән кеше башҡарҙы. Ул йырҙы белмәгән башҡорт юҡтыр. Был әҫәр тарихы ла генералдың яҙмышына ауаздаш. Билдәле булыуынса, шиғырҙың авторы Ҡадир Даян да 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Атаҡлы башҡорт һыбайлыларына бағышлап байтаҡ шиғри әҫәрҙәр тыуҙыра ул. Араларында иң билдәлеһе – “Шайморатов генерал”, шағир уны 1945 йылда яҙа. Әҫәр 1947 йылда шиғри йыйынтыҡта донъя күрә һәм йөкмәткеһендә Совет власын данлаған бер һүҙ ҙә булмағас, ҡаты тәнҡит утына тотола.

Цензорҙар авторҙы шиғырҙың куплеттарын үҙгәртеп яҙырға мәжбүр итә. “Башҡорт яугирҙәре Уралда тыуып үҫкән өсөн генә һәйбәт һуғышҡандар ҙа, Совет дәүләтенең быға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ, тип әйтергә теләгәнме икән автор, етмәһә, Урал тип ул бит бөтә Урал буйын түгел, ә тәғәйен Башҡортостанды күҙ уңында тотҡан”, – тип улар яҙыусыны тар фекер йөрөткән милләтсе булыуҙа ғәйепләй. Йырҙың йыртығы юҡ тиһәләр ҙә, бына ниндәй заманалар булған.

Ҡаһарман Миңлеғәле Шайморатов исемен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн ҙур эштәр башҡарған милләттәштәребеҙ байтаҡ. Күптән түгел донъя күргән тәрән йөкмәткеле, шәхесте төрлө яҡлап асҡан “Триумф и трагедия генерала Шаймуратова” исемле китап авторы Фәрит Вәхитов айырым хөрмәткә лайыҡ. Ул бик күп архивтарҙа эҙләнеп, батыр исеменә тап булып төшкән күләгәләрҙе юҡ итте. Шулай уҡ был юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡарған Салауат Хәмиҙуллин, Азат Бердин, Энгель Зәйнетдинов, Тәминдәр Әхмәҙиев, Борис Малородов, Сабир Ҡадыров һәм башҡа зыялыларҙың хеҙмәте иғтибарға лайыҡ. 2015 йылда билдәле режиссер Радик Ҡоҙаяров төшөргән “Генерал” фильмы тәрән документаль йөкмәткеле булһа ла, батырыбыҙҙың һәләк булыуын аныҡ күрһәтмәгән, тимәк, шик аҫтында ҡалдырғаны өсөн халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителмәне, прокатҡа сыҡманы. “Ә бына В. Роговтың “Офицеры” таҫмаһындағы төп геройҙың прототибы тап Шайморатов булған”, – тип яҙа Фәрит Вәхитов. Башҡорт әҙәбиәтендә әлегәсә, ҡыҙғанысҡа күрә, дивизиябыҙ командиры тураһында тулы ҡанлы, хәҡиҡәткә тап килгән һәм йөкмәткеһе менән халыҡ риза булған әҫәр яҙылмаған ине. Был аңлашыла ла, ул бит тап

һуңғы йылдарҙағы асыштарға таянып тыуҙырылырға тейеш. Быға өҫтәп, ҡайһы татар туғандар араһында интернетта уны, шул милләттән булған, тип ялған хәбәр таратыусылар ҙа етәрлек икәнен дә әйтеп китергә кәрәктер. Әммә уның үҙ ҡулы менән яҙған ҡағыҙҙарында ла, документтарында ла асыҡ итеп башҡорт тиелгән, был мәсьәләгә тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың эҙләнеүҙәре нөктә ҡуйҙы, тик шунан һуң да әрһеҙләшеп, һаман да батырыбыҙҙы үҙләштерегә теләүселәр табылып тора. Шул ваҡиғалар фонында иһә күптән түгел “Ағиҙел” журналында баҫылған Флүр Ғәлимовтың яңы романы, һис шикһеҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм документалистикала яңы, ышаныслы һүҙ булып яңғыраны.

Маҡсат ҡайһы саҡ кешене үҙ-үҙенә ҡаршы ҡуя

1919 йылда Миңлеғәле бер төркөм ауылдаштары менән көсләп Колчак армияһына алына, ләкин бер нисә көндән унан ҡаса һәм Затон тирәһендә йәшенеп йөрөй. Ике айҙан ҡыҙылдарға яҙыла. Бер арауыҡ М. Мортазин бригадаһында ла булған тигән мәғлүмәттәр осрай, әммә был иҫбатланмаған. Һәр хәлдә граждандар һуғышын ул С. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында тамамлай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Буденный уға затлы ҡылыс бүләк итә. Ул ҡылысты батыр ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр үҙе менән йөрөтә. 1924 йылдан – Коммунистар партияһы ағзаһы. Ауылында урыҡ-һурыҡ бер нисә ай ғына мәктәпкә йөрөй алһа ла, артабан уҡыған һәр ерендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә Шайморатов. 1921 йылда Ҡазандағы башҡорт-татар кавалеристар курсын үтә, Дондағы Ростовта хәрби белемен арттыра, ғәскәри хеҙмәтен дауам итә. 1925-1930 йылдарҙа

Фрунзе исемендәге Хәрби академияла уҡып, уны уңышлы тамамлай. Немец, ҡытай, ҡаҙаҡ, уйғыр, төрөк телдәрен ныҡлы өйрәнә, французса, ингизсә лә арыу һупалай. Үҙен сәйәси яҡтан тотороҡло күрһәтә, мәрйә ҡыҙы менән ғаилә ҡора, ҡыҙҙары Октябрина тыуа. Хәрби карьера яһарға теләгән совет кешеһе өсөн быларҙың барыһы ла мөһим була. 1934 йылда уны Төркиәгә хәрби атташе итеп ебәрәләр. Ә ике йылдан иһә Ҡытайға, дөрөҫөрәге Көньяҡ Төркөстанға, Уйғырстанға, йәшерен миссия менән оҙайлы командировкаға оҙаталар. Белеүебеҙсә, революциянан һуң меңәрләгән башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк уйғырҙарға барып һыйына. И. Сталин төрки халыҡтарының сәйәси лидерҙары шунда нығынып, яңынан Бөйөк Төркөстан, йәғни Туран төҙөргә ҡалҡыныуынан ҡурҡа. Икенсе яҡлап, Япония менән Ҡытайҙың СССР-ға ҡарата яу асыу хәүефе лә була. Шуға ла, Ҡытайҙа башта манчжурҙар нигеҙләгән Цинь монархияһына, һуңыраҡ коммунистарға ҡаршы көрәшкән Гоминьдан Синьцзян өлкәһендә нығынғас (Гоминьдан –демократия өсөн көрәшкән аҡтар партияһы), сәйәси ҡараштар бик тура килмәһә лә, төбәкте контролдә тотор өсөн СССР шул ойошма менән яҡынлашырға, мөнәсәбәттәрҙе нығытырға тырыша (ябай ғына миҫал: уларҙың тәүге идеологтары Сунь-Ят-Сен исемендәге урам хатта Өфөлә лә бар). Әлбиттә, был планды тормошҡа ашырыу өсөн ҡытай һәм уйғыр телдәрен белгән, ул ваҡытта Кульджа, Ҡашғар яҡтарында нығынған Көнсығыш Ислами Төркөстан хөкүмәте составында булған татар, ҡаҙаҡ, башҡорттарҙың да ышанысын яулай алырлыҡ профессионал разведчик Шайморатовтан да ҡулай кандидатура булмай. Ҡытайҙа, Урумчи ҡалаһында ул Шай псевдонимы аҫтында

икешәр йыллап 4 йыл самаһы эшләй. Рәсми рәүештә хәрби комиттета кәңәшсе була, Гоминьдан армияһын өйрәтә. Асылда ни менән шөғәлләнгәне һүҙһеҙ ҙә аңлашыла торғандыр. Серле миссияһын ул яҡшы үтәй. Йәш төрки республикаһы юҡ ителә. Совет һәм Ҡытай ғәскәрҙәре тарафынан уйғыр восстаниеһы уңышлы баҫтырыла. Ҡытай хөкүмәте бик ҡәнәғәт ҡала. Был эштәрҙең һөҙөмтәһе булып, һуңғараҡ, 1944 йылда СССР-ға ҡараған Революцион Көнсығыш Төркөстан Республикаһы төҙөлә, әммә уны И. Сталин 1949 йылда Манчжурия менән бергә Ҡытайға бирергә мәжбүр була. Яуап итеп Ҡытай манчжурға туғандаш эвенк, тунгус халыҡтары йәшәгән Себер территорияһына дәғүәһенән дүнә. Әммә, шуныһы ҡыҙыҡ, бөгөнгө Ҡытай дәреслектәрендә беҙҙең Себер һаман да сит илгә ҡалған Ҡытай ерҙәре итеп күрһәтелә килә. Ни өсөн Ҡытай әлегә өндәшмәй, сөнки Уйғыр автоном республикаһы, Турфан был илдең ҡаҙылма байлыҡтарға, нефткә бай берҙән-бер майҙаны. Регион, йүгәндә тотор өсөн, бөгөн террористик хәүефле өлкә тип иғлан ителгән һәм унда уйғырҙар өсөн сәйәси-ағартыу лагерҙары эшләй. Совет осоронда тарих китаптарында был хаҡта яҙыу тыйыла. Ә мең йыл элек М. Ҡашғари “Диван лөғәт әт-төрк” китабында телгә алған төрки халыҡтар араһынан исемдәрен алмаштырмай, юғалтмай хәҙергәсә еткән ни бары ике халыҡ: башҡорт менән уйғыр бөгөн иһә телен, үҙен юғалтмау өсөн көрәшә, дәшһәтле ассимиляция алдында тора.

1938 йылда күрһәткән хеҙмәттәре өсөн сираттан тыш полковник дәрәжәһе һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелһә лә, Шайморатовҡа оҙайлы командировканан ҡайтыуына билдәле органдар тарафынан досье әҙерләнгән була. Ул осорҙа хәрби етәкселек араһынан күптәрҙең башы китә. Беҙҙең батырҙы ла һәләк итерҙәр ине, хәлде шул мәлдә Ҡытай хөкүмәте башлығынан И. Сталинға Шайморатов өсөн рәхмәт хаты килеп төшөүе ҡотҡара. Миңлеғәлегә барыһы ла илсе карьераһы юрай. Шулай булыр ҙа ине, һуғыш башланмаһа… Әйткәндәй, Шайморатовты сит илдән ҡайтыуына фатирында бер кем дә ҡаршыламай. Ҡатыны Елена Үтәшева, ҡыҙҙары Октябринаны алып, икенсе иргә сығып киткән була. Миңлеғәле Минһажетдин улы торараҡ Ольга Павловна тигән ҡатынға өйләнә. Уның Нина исемле ҡыҙын үҙенекеләй күреп үҫтерешә.

Батырҙың бер бөртөк ҡыҙы

Миңлеғәле Шайморатовтың 1927 йылда донъяға килгән берҙән-бер ҡыҙы Октябрина атаһының күп ваҡытта командировкала йөрөүен, шуға уның менән бергә үткәргән минуттарҙың күңелендә байрам булып уйылып ҡалыуын хәтерләй. Бары бер йыл ғына ул атаһы менән оҙайлы осор бергә йәшәй ала, 1937 йылда Урумчила хеҙмәт иткән сағында, Шайморатовҡа ғаиләһен эргәһенә алырға рөхсәт итәләр. “Ҡытайҙан кире Советтар Союзына ҡайтыр алдынан атайым оҙайлы командировкала булып, юғалып торҙо ла, унан ауырып ҡайтты. Миңә аяғына һыуыҡ үткәргән тиһәләр ҙә, уның ысынында ҡаты яраланып ҡайтыуын белдем”, – тип яҙа ул атаһының ауылындағы мәктәп уҡыусыларына төбәгән хатында.

Октябрина ла атаһы кеүек телдәр өйрәнеүгә һәләтле була, Мәскәүҙә Көнсығышты өй

ғәскәрҙәрендә хәрби кеше булараҡ эш башлай. Ҡырымдағы Симферополь, һуңыраҡ Молдавиялағы Бельцы ҡалаһында хеҙмәт итә. Хәрби кешегә тормошҡа сыға. Әммә бер нисә йылдан ире менән икәүләп демобилизация үтеп, икенсе никахтан тыуған ҡыҙы менән бергә йәшәгән әсәһе янына, Рига ҡалаһына күсенәләр. Унда ул иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп, яңы тормош башлай. 1956 йылда Октябринаның Сергей исемле улы тыуа. Әле ул, иҫән булһа, Латвияла йәшәргә тейеш. Октябрина 1980-2000 йылдар арауығында атаһының яуҙаштары, шулай уҡ Шайморатовтың тыуған ауылында урынлашҡан мәктәп музейы мөдире һәм мәктәптә уҡыусы балалар менән хат алышып тора. 2003 йылда геройҙың бер бөртөк ҡыҙының да йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Үлән үҫкән ерендә үҫә!

Ағаһы, ҡустыһы, ике һеңлеһе менән уның үҙен – биш баланы аяуһыҙ яҙмыш әсә йылыһынан мәхрүм иткәндә Миңлеғәлегә һигеҙ (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ун) йәш була. Атаһы ҡырҙа йөк ташый. Ағаһы тапҡанға ҡуш булһын тип, бәләкәс кенә малай Ғилметдин байға ялланып йылҡы көтә башлай. Ни хәл итеп шундай кескәй балаға ауыл байы көтөүен ышанып тапшырған да, уныһы нисек малдарҙы ыңғайына йөрөткән, аптыраҡ! Ғәлимә һеңлеһе: “Миңлеғәле көтөүҙә бер нәмә сығарып ҡуймаһын тип кенә тора торғайныҡ, ул бит ҡурҡаҡтарҙан түгел ине”, – тип хәтерләр булған. Бай егәрле малайҙы бик ярата, өс улымдың береһе өйрәнер әле тип, алып та, кәрәге теймәгән гармунын биреп тора, хатта. Барыһын хайран итеп йәш көтөүсе тиҙҙән уйнарға өйрәнеп кенә ҡалмай, малдарын гармун

тауышына күндереп ала, уның билдәле бер телдәренә баҫһа – өймәкләшергә, йә икенсе моңдо ишеттерһә, ауыл яғына юртырға кәрәк икәнде аттарға ҡалайтып төшөндөргәндер, әммә был хәлде әкәмәт итеп бөтә ауыл һөйләй. Ғилметдин бай Миңлеғәлене шул тиклем үҙ итә, тиҙҙән үҙенә өр-яңынан гармун алып бирә. Был хәл ауылдаштары алдында ла уның абруйын күтәрә. Инде бер аулаҡ өй йә ритайым да унһыҙ үтмәй.

Бәләкәстән мыҡты була ул, ҡар өйөмөнә үҙе һыу ҡойоп туңдырған нығытманы алып уйнағанда бик йыш еңеүсе була һәм “Байтус! Ҡәлғәне мин алдым!” – тип уба башында ғорур баҫып тора. Етемлек ҡоһоронан эсе бошоуын ул аттар менән баҫа. Үҫмер ҡорона етеүенә тирә-яҡта иң шәп ат яратыусы, тайҙарҙы менгегә һәм еккегә өйрәтеүсе булып дан ала. Стәрлетамаҡтан да, Өфөнән дә һырттары эйәр күрмәгән аҫауҙарҙы алып киләләр уға, егеткә уларҙы ҡороҡлар өсөн бер ҡараш, бер тауыш етә. Ә инде ат сабыштары алдынан ян-яҡтағы байҙар уны ярышта үҙҙәренең саптарында сабырға ризалатып ҡуйырға тырыша, һабан туйҙарынан бүләкһеҙ ҡайтмай ул. Үҫә төшкәс, егет ҡорона инә башлаған ҡустыһын Әхмәтгәрәй ағаһы Стәрленән Булғаҡҡа иген, Булғаҡтан Өфөгә он ташыуға йәлеп итә. Тора-бара Сафрон пристаненә йөк ташыусы матрос итеп урынлаштыра. Үҙенән дә ҙур тоҡтар ташый ул. Ҡырҙа аңғарып йөрөгәндер инде, бер ҡайтҡанында түтәл ҡаҙып һуған, ҡыяр, помидор ултырта. Ундай ғәләмәтте күрмәгән ауылдың шилмалары өлгөрөп килгән йәшелсәләргә зыян итә. Баҡсаның йәш хужаһы, малайҙарҙың ҡолағын бора инде, тип ҡурҡышҡан һеңлеләрен аптыратып,

зыянсыларҙы йыйып, баҡса үҫтереү серҙәрен аңлата, хатта орлоҡтар биреп ҡайтара. Биштәкә ауылының йәме булып үҫеп килгән егет тиҙҙән тыуған еренән бөтөнләйгә айырыла. Егерме йылдан, берҙе генә, Дим станцияһында башҡорт кавалерия полкы төҙөп ятҡанда, уныһында ла төндә, һуғылып китә ала ул тыуған йортона. Шул ҡайтыуы һуңғыһы була. Әммә һуңынан, һуғыштан һуң, ауылына яңы исем, ә халҡы хәтеренә данлы батыр булып ҡайта Шайморатов!

Бөркөт иңләр күктә ҡарағош та була

112-се башҡорт кавалерия дивизияһының күрһәткән батырлыҡтарын, кисергән дәһшәттәрен теҙеп яҙыу өсөн журнал биттәре етмәҫ. Хәтер яңыртырға теләгәндәр алда телгә алынған Фәрит Вәхитовтың китабын алһын, уның биттәрен күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай. Яҡынса ун биш мең яугиры һәләк була, ә аттарҙың тик берәүһе, Керчь-Ҡорос ҡына кире тыуған тупрағына аяҡ баҫа. Дивизия гәзите мөхәррире Али Карнай ҙа мәкер ҡорбаны була. Миңлеғәле Шайморатовты бөтә хәрбиҙәр ҙә үҙе һымаҡ ғәҙел һәм ышаныслы тигән инаныуы, үтә мәҙәниәтлелеге харап итә. Уның тыуған илде һаҡлаусылар көнөндә – 23 февралдә һәләк булыуы ла оло мәғәнәгә эйә. Хеҙмәттәштәре командирҙы Ленин орденына тәҡдим иткән документтарҙың штабта юғалыуы ла, үҙенә тәғәйен Ҡыҙыл Йондоҙ ордены частҡа килеп тә, тапшырылмай ҡалыуы, хатта Шайморатовты 8-се кавалерия корпусы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеү хаҡындағы бойороҡтоң, Беловтың килгән ҡағыҙҙы йәшереп тотоуы арҡаһында, тормошҡа ашырылмай ҡалыуы ла көнсөлдәрҙең этлегенән. Дебальцево операцияһын уңышлы үткәреп, уратыуҙа

ҡалғас, корпус командиры генерал Борисовтың иҫерек баштан пистолет болғап биргән бойороғона ярашлы, ҡамауҙы йырырға ынтылғанда, һалдаттарын пушка ите итмәҫ өсөн алдан һыбай сабып, пуляляр ямғырынан һәләк була ул. Әммә пулеметтарҙың ҡайҙа йәшерелгәнен күрһәтеп өлгөрә. Бүтән бер командир булһа, фарман биреп кенә ышыҡ окопта ултырыр ине, ә ул ҡурҡыныс һыҙыҡҡа үҙе сыға. Иҙелгә таянма, ти халыҡ, саф күңелле генералдың яҡын хәрбиҙәштәренең хыянаты арҡаһында зыян күреүе аяныс.

Бөтә Совет халҡы ҡаһарманлыҡ күрһәткәндә, юғарыла ултырған айырым серек кешеләрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында бик күп хаталар эшләнә. Әйтерлекме ни, инде нисә тапҡыр һөжүмгә барғанда самолеттан яуған бомбалар аҫтында ҡалалар. 1942 йылдың 25 ноябрендә Чир йылғаһы буйында, мәҫәлән, 11 сәғәт эсендә өҫтәренә бер мең самолет ябырыла. Ә улар һыбай алға бара, сигенмәй, танкыларҙы, бронемашиналарҙы шартлатыуға өлгәшә, меңәрләгән дошманды әсир ала, ғүмер биреп, еңеп сыға. Алдан ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрендә бит, беҙҙең самолеттар һәм танкылар һеҙгә булышырға килер тигән яуап килгән була. Әммә килмәй. Килмәй беҙҙең самолеттар. Танкылар ҙа… Берҙе генә булмай бындай хәлдәр.

Украинаның Штыревка ауылы янында һәләк булған Шайморатовтың ҡәберен байтаҡ йылдар генерал-майор С. Дудконыҡы икән тип тәрбиәләйҙәр. Башҡортостандан бер нисә тапҡыр делегация барып ғәҙелһеҙлекте кире ҡаға. Кәүҙәһе һуңынан Петровское ҡалаһының туғандар зыяратына күсерелә. Пленға эләгеп михнәт күреп ҡайтҡан генерал Борисов үҙен аҡлар өсөн

күрһәтмәләрендә Шайморатовты яманлай. Аҙаҡ үкенә ул, әммә һуң була. Дошман биләмәһендә эҙһеҙ юғалған тигән хәбәр сыҡҡас, ҡаһарманыбыҙ данына күләгә төшә. М. Шайморатов урынына дивизияны ҡабул итеп алған етәксе лә уның исемен онотторор өсөн тырыша, әммә башҡорт кавалеристары Берлинды алғанда ла үҙҙәрен шайморатовсылар тип атай, командирҙарының яҡты иҫтәлегенә тоғро ҡала. Һуғыштан һуң да улар данлы генералдың бөйөк эшмәкәрлеге алдында баш эйә, ғәҙеллектең күп тормай тантана итеренә ышанып йәшәй. 75 йыл көткәндән һуң килә батырҙы ил геройы тип таныған көн! Тик инде уның менән бер сафта алға елгән һыбайлылар ғына ер йөҙөндә юҡ, иҫәндәрен бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әммә данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында һәм башҡа формированиеларҙа дошманға ҡаршы һуғышҡан башҡорт арыҫландарының утлы хәтере тере. Ул ут беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: