Фирүзә Абдуллина
Әсә йөрәге
Барлыҡ ғаләм һинән баш тартһа ла,
Бер кемгә лә ҡалмай кәрәгең,
Доғалары менән бәләләрҙән
Йолоп алыр әсәң йөрәге.
Ҡитғаларҙы гиҙеп иптәш тапмай,
Ҡалмаһа ла ерҙә терәгең,
Һинең өсөн генә тибер һаман
Тик бер йөрәк – әсәң йөрәге.
Ҡәҙерен бел ошо изге заттың,
Уға булһын урын түрҙәге:
Һин бәхетле ерҙә, типкән саҡта
Ғәзиз йөрәк – әсәң йөрәге!