Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2021, 09:00

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ҡурәйштәрҙең килешеүҙе тергеҙергә маташыуы   Был хәбәрҙе ишеткәс, Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә: «Килешеүҙе раҫлау һәм уның ваҡытын оҙайтыу өсөн Әбү Суфйан килеп төшөр, күрәһең», – ти. Шулай була ла инде. Ҡурәйш халҡы, үҙ ҡылыҡтары өсөн ҡурҡып, хафаға төшә.  

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ҡурәйштәрҙең килешеүҙе тергеҙергә маташыуы

 

Был хәбәрҙе ишеткәс, Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә: «Килешеүҙе раҫлау һәм уның ваҡытын оҙайтыу өсөн Әбү Суфйан килеп төшөр, күрәһең», – ти. Шулай була ла инде. Ҡурәйш халҡы, үҙ ҡылыҡтары өсөн ҡурҡып, хафаға төшә.

 

Атайҙар һәм балалар

 

Әбү Суфйан Мәҙинәгә Аллаһ Рәсүленең ﷺ эргәһенә барып етә. Килеп төшкәс, Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатыны булған Умму Хәбибә (радыйаЛлаһу ғәнһә) исемле ҡыҙына инә. Ул Аллаһ Рәсүленең ﷺ урынына ултырырға йыйынғас, ҡыҙы түшәкте шылдырып ҡуя. Әбү Суфйан, аптырап: «Эй, ҡыҙым! Аңламаным: мин был түшәккә ултырырға лайыҡ түгелме, әллә түшәк минең дәрәжәмә тап килмәйме?» – тип һорай. Ҡыҙы: «Был – Аллаһ Рәсүленең ﷺ түшәге. Ә һин – бысраҡ мөшрик. Мин һинең Аллаһ Рәсүленең ﷺ түшәгенә ултырыуыңды теләмәйем», – тип яуап бирә. Атаһы: «Аллаһ менән ант итәм! Минән киткәндән һуң һиңә ниндәйҙер насар нәмә ҡағылған!» – ти, асыуланып.

 

Әбү Суфйандың уңышһыҙлыҡҡа осрауы

 

Әбү Суфйан, Пәйғәмбәргә ﷺ барып, ниндәй ҙә булһа яуап ала алмағас, Әбү Бәкргә (радыйаЛлаһу ғәнһү) мөрәжәғәт итә лә уның Аллаһ Рәсүле ﷺ менән һөйләшеүен һорай. Тегеһе: «Мин быны эшләмәйәсәкмен», – тип белдерә. Аҙаҡ Ғүмәргә, Ғәлигә һәм Фатимаға (радыйаЛлаһу ғәнһүм) ныҡышып-ныҡышып үтенесен белдерә. Улар ҙа, Әбү Суфйандың һүҙен кире ҡағып: «Уның ҡарары күпкә юғары, беҙ уға ҡаршы китә алмайбыҙ», – ти.

 

Мәккәгә әҙерләнеү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ сәбәбен аңлатмайынса ғына кешеләргә ҡоралланырға ҡуша. Аҙаҡ ҡына уның ﷺ Мәккәгә барырға йыйыныуы асыҡлана. Пәйғәмбәр ﷺ тырышлыҡ күрһәтергә һәм бар нәмәгә лә әҙер торорға ҡуша. Аҙаҡ: «Йә Аллаһ! Беҙ ҡурәйш халҡына көтмәгәндә һөжүм яһап, улар бер ни ҙә белмәй ҡалһын ине», – тип, Аллаһҡа мөрәжәғәт итә.

Пәйғәмбәр ﷺ һигеҙенсе йылдың башында, рамаҙан айында ун меңлек ғәскәр менән Мәҙинәнән сығып китә. Һәм әҙ-Ҙәһрән еренә барып еткәнсе юлын дауам итә. Аллаһ ҡурәйш халҡынан хәбәр алырҙай барлыҡ сығанаҡтарҙы ла йәшерә. Улар, бер ни белмәйенсә, хәүефләнеп, артабан ни булырын көтә.

 

Залимды кисереү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ юлда Әбү Суфйанды осрата. Насар һүҙҙәре менән үпкәләткәне, мыҫҡыллағаны өсөн уның менән һөйләшергә теләмәйенсә, боролоп китә. Әбү Суфйан Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) барып, ошо хәлгә зарланырға тотона. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уға: «Аллаһ Рәсүленең ﷺ эргәһенә бар ҙа Йософтың (ғәләйһис-сәләм) ағалары әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатла. «Аллаһ менән ант итәбеҙ, Аллаһ һине беҙҙән артыҡ күргән! Ысынлап та, беҙ гонаһлы булғанбыҙ», – тиген», – ти. Әбү Суфйан шулай эшләй ҙә. Аллаһ Рәсүле ﷺ уға былай тип яуап бирә: «Бөгөн һеҙгә үпкә юҡ. Аллаһ һеҙҙе ярлыҡар. Ул бит – рәхимлеләрҙең рәхимлеһе!» Бынан һуң Әбү Суфйан Исламға ныҡлап йөҙ бора. Аҙаҡ, хаҡ динде ҡабул иткәндән һуң, ул оялышынан Аллаһ Рәсүленә ﷺ күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай.

 

Осрашыу

 

Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡушыуы буйынса усаҡ яғалар. Әбү Суфйан, ул-был хәл булмағайы тип, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе белергә сыҡҡан була. «Мин бөгөнгө төндәге кеүек ут ялҡынын күргәнем юҡ әле», – тип аптырауын белдерә ул. Быға тиклем Мәккәне мосолман булып ташлап китеп, ғаиләһе менән ғәскәргә ҡушылған Ғәббәс ибн Ғабделмотталиб (радыйаЛлаһу ғәнһү), уның тауышын танып ҡала ла: «Был – Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең кешеләре менән. Таң атыу менән ҡурәйш халҡы мәрхәмәт көтмәһен», – ти.

Ул Әбү Суфйанды ҡасырына менгәштереп ала ла Пәйғәмбәрҙең ﷺ янына алып килә. Сөнки мосолмандарҙың кемһелер уны, танып ҡалып, үлтереп ҡуйыр, тип ҡурҡа. Аллаһ Рәсүле ﷺ, туғанын күргәс: «Ҡайғы һиңә, Әбү Суфйан! Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын аңларға ваҡыт түгелме ни һиңә?!» – ти. Ул: «Атам менән әсәм йәне һинең өсөн ҡотолоу булһын! Һинән дә баҫалҡыраҡ, изгерәк һәм яҡыныраҡ кеше юҡ! Аллаһ менән ант итәм! Аллаһтан башҡа илаһ булһа, күптән мине нимәнәндер арындырған булыр ине», – тип яуаплай. Пәйғәмбәр ﷺ: «Ҡайғы һиңә, Әбү Суфйан! Минең Аллаһ Рәсүле булыуымды аңларға ваҡыт түгелме ни һиңә?!» – ти. Был юлы: «Атам менән әсәм йәне һинең өсөн ҡотолоу булһын! Һинән дә баҫалҡыраҡ, изгерәк һәм яҡыныраҡ кеше юҡ! Аллаһ менән ант итәм, быға килгәндә, күңелемдә әле һаман шик бар», – тигәнде ишетә. Шул саҡ Ғәббәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) Әбү Суфйанға: «Ҡайғы һиңә! Башыңды ҡырҡып ташламаҫ борон Ислам ҡабул ит тә, Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡлығына һәм Мөхәммәттең Аллаһ Рәсүле булыуына шаһитлыҡ ит», – ти. Әбү Суфйан Исламды ҡабул итә һәм хаҡ шәһәдәне әйтә.

 

Дөйөм кисереү һәм именлек

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Мәккә халҡы һөжүм яһамаһа, именлекте һәм ярлыҡауҙы һаҡлау яғында була. Мәккәнең тыныслыҡ ҡәҙерен белмәгән, үлтереш көҫәгән иҫәрҙәре генә уларға һөжүм яһап маташҡан. Пәйғәмбәр ﷺ: «Кем дә кем Әбү Суфйандың өйөнә инә, шул именлектә ҡалыр. Кем ишектәрен ябып ҡуя, уға ла именлек булыр. Мәсеткә йәшенеүселәр ҙә иҫән ҡалыр», – тип белдерә. Үҙ ғәскәренә ҡалаға ингән саҡта кешеләргә ҡаршы ҡорал ҡулланыуҙы тыя Аллаһ Рәсүле ﷺ. Тик уларҙың юлына арҡыры төшөп, ҡамасауларға маташыусыларға ҡаршы ғына ҡорал ҡулланыуҙы рөхсәт итә. Шулай уҡ ғәскәренә Мәккә халҡының милкенә теймәҫкә, уларға ҡағылмаҫҡа әмер бирә.

 

Тантаналы еңеү алдынан

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Ғәббәс ибн Ғәбделмотталибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ һуғышсылары үтә торған юл сатында Әбү Суфйанды туҡтатып торорға ҡуша. Эргәләренән байраҡ тотҡан ниндәйҙер ҡәбилә халҡы уҙған һайын Әбү Суфйан, Ғәббәстән (радыйаЛлаһу ғәнһү) улар хаҡында һораша ла: «Был Фәлән ҡәбиләһендә минең ни эшем бар?» – тип ҡабатлай. Шулай күпмелер торғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ғәскәре менән ярһыу диңгеҙ ағышындай үтеп китә. Араларында мөһәжирҙәр ҙә, ансарҙар ҙа була, уларҙың тик күҙҙәре генә күренеп тора, ти. Әбү Суфйан: «СөбхәнАллаһ! Эй, Ғәббәс! Былары кемдәр?» – тип аптырауға ҡала. «Аллаһ Рәсүле ﷺ мөһәжирҙәр һәм ансарҙар менән», – була яуап. «Уларҙы бер кем еңә алмаясаҡ. Аллаһ менән ант итәм! Эй, Әбү әл-Фәдел! Ағайыңдың улы оло хакимлыҡҡа эйә буласаҡ», – ти Әбү Суфйан. Ғәббәстән (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Әбү Суфйан! Был пәйғәмбәрлек бит!» – ти. Тегеһе: «Эйе, тап шулай», – тип йөпләп ҡуя.

Әбү Суфйан бар тауышына: «Эй, Ҡурәйш халҡы! Мөхәммәт һеҙгә шундай ҡеүәт менән килде, һеҙ уны һис ҡасан еңә алмаясаҡһығыҙ! Кем дә кем Әбү Суфйандың өйөнә инә, шул именлектә ҡала!» – тип һөрәнләргә тотона. Улары: «Аллаһ юҡ итһен үҙеңде! Өйөң беҙҙе нимәнән ҡотҡарыр тип уйлайһың?!» – тип асыуын белдерә. Ул: «Кем өйөн бикләй, шул именлектә ҡала. Мәсеткә инеүселәр ҙә имен-аман ҡалыр», – тигәс, кешеләр өйҙәренә һәм мәсет яғына таралыша башлай.

 

Күндәм ҡолдоң еңеүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәккәгә килеп ингәс, ошондай оло еңеү биреүенә рәхмәт йөҙөнән Аллаһ алдында башын эйә. Хатта һаҡалы эйәренә тейә яҙа. Аҙаҡ ул «Әл-Фәтх» сүрәһен уҡый.

Мәккәгә еңеүсе булараҡ ингән Пәйғәмбәр ﷺ ғәҙеллек, тигеҙлек, күндәмлек һәм баҫалҡылыҡ байрағын күтәрә. Азат ителгән хеҙмәтсеһе Зәйедтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) улын атына менгәштереп ала. Бану Һәшим һәм Ҡурәйш халыҡтары араһынан булған күренекле кешеләрҙең малайҙарын ултыртмай. Ә улар унда бик күп була.

Был бөйөк хәл Һижрә буйынса һигеҙенсе йылдың егерменсе рамаҙанына, йома көнгә тура килә.

Еңеү яулап алынған көндө бер кеше Пәйғәмбәр ﷺ менән һөйләшкән саҡта ҡалтыранырға тотона. Ул уны: «Тыныслан инде. Мин бер ниндәй ҙә батша түгел. Мин бары тик ҡурәйштәр араһынан булған, кипкән ит менән туҡланыусы ҡатындың улы ғына», – тип тынысландыра.

 

Мәрхәмәт көнө

 

Сәғед ибн Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ансарҙар ғәскәре менән Әбү Суфйандың эргәһенән үтеп барған саҡта: «Бөгөн ҡыҙыу ҡан ҡойош көнө. Бөгөн Аллаһ Ҡурәйш халҡын хурлыҡҡа ҡалдырасаҡ», – ти. Эргәһенә Аллаһ Рәсүле ﷺ яҡынайғас, Әбү Суфйан, зарланып: «Эй Аллаһ Рәсүле! Сәғедтең ни һөйләгәнен ишетмәнеңме ни һин?» – ти. Ул: «Нимә тине һуң?» – тип һорай. Әбү Суфйан тегенең әйткәндәрен һөйләп биргәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ, Сәғедтең һүҙҙәре менән ризаһыҙлығын белдереп: «Киреһенсә, бөгөн мәрхәмәт көнө. Был көндө Аллаһ Ҡурәйш халҡына хөрмәт күрһәтәсәк һәм Кәғбәне ололаясаҡ», – ти. Аҙаҡ байраҡты алыу өсөн Сәғедтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) артынан ебәрә һәм уны уның улы Ҡәйескә тапшыра. Улына күскәнгә күрә байраҡ Сәғедтә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тороп ҡалды тип иҫәпләнә.

 

Ҙур булмаған бәрелеш

 

Сафуан ибн Өмәййә, Ғикримә ибн Әбү Джәһл, Сөһәйел ибн Ғәмер һәм Хәлид ибн Вәлидтең кешеләре араһында ҙур булмаған бәрелеш булып үтә. Мөшриктәр араһынан ун ике кеше үлтерелә, ҡалғандары тегендә-бында ҡасышып бөтә. Аллаһ Рәсүле ﷺ мосолман етәкселәренә Мәккәгә ингән саҡта юлдарына арҡыры төшөргә маташыусыларҙан башҡа бер кем менән дә көрәш алып бармаҫҡа ҡушҡан була.

 

Әл-Харам мәсетен боттарҙан арындырыу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ килеп еткәс, кешеләр тынысланып ҡала. Ул әл-Харам мәсете яғына юллана, сөнки унда өс йөҙ алтмыш ялған илаһ урынлаштырылған була. Ул ﷺ: «Хаҡлыҡ килде, ялғанлыҡ бөттө. Ысынлап та, ялғанлыҡ – бөтә торған нәмә.  Хаҡлыҡ килде, боҙоҡлоҡ кире әйләнеп ҡайтмаҫ!» – ти. Һәм боттар бер-бер артлы йөҙтүбән ауа башлай.

Пәйғәмбәр ﷺ Кәғбәнең эсендә һүрәттәр һәм һындар күреп ҡала. Уның ﷺ әмере буйынса уларҙы ла онтап ташлайҙар.

 

Бөгөн – изгелек көнө

 

Пәйғәмбәр ﷺ тауаф эшләгәндән һуң, Ғөҫмән ибн Талханы саҡырып, унан Кәғбәнең асҡысын ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ был кешенән Мәҙинәгә күсеп китерҙән бер көн алда ла асҡыстарҙы һораған була, әммә үтенесенә яуап итеп әрләү-битәрләү, кәмһетеү һүҙҙәрен генә ишетә. Шулай ҙа Пәйғәмбәр ﷺ баҫалҡы ғына итеп: «Эй, Ғөҫмән! Көндәрҙән бер көндө был асҡыстарҙы минең ҡулымда күрерһең, тип ышанам. Һәм мин уларҙы, ҡайҙа теләйем, шунда һаласаҡмын», – ти. Һәм тағы ла былай тип өҫтәй: «Бәлки, ул көндө Ҡурәйш халҡы һәләк ителер һәм хурлыҡта ҡалыр... Юҡ, киреһенсә, улар ул көндө уңыш ҡаҙаныр һәм дан алыр». Уның ﷺ әйткән һүҙҙәре Ғөҫмән ибн Талханың күңелендә яҡшы тойғолар ҡалдыра. Ул хәлдәрҙең тап ул әйткәнсә йүнәлеш алыуын көтә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Кәғбәнән сыҡҡас, уның янына асҡыс тотҡан Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) килә лә: «Беҙгә хажиҙар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек менән асҡыстарҙы һаҡлау мөмкинлеген бирһәң ине», – ти. Пәйғәмбәр ﷺ: «Ғөҫмән ибн Талха ҡайҙа?» – тип һорай. Уны саҡырып килтергәстәре, былай ти: «Асҡыстарыңды ал, Ғөҫмән! Бөгөн изгелек һәм тоғролоҡ көнө. Улар, нәҫелдән-нәҫелгә күскән нәмә булараҡ, ғүмергә һеҙҙә ҡалһын. Тик залим ғына уны һеҙҙән тартып ала алыр».

 

Ислам – тәүхид һәм берҙәмлек дине

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Кәғбә ишеген аса. Ә ҡурәйш халҡы аҫта, мәсет янында теҙелешеп, уның ни эшләрен көтөп торған була. Ул ﷺ: «Бер тиңдәше лә булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Ул, Үҙ вәғәҙәһен үтәп, ҡолона ярҙам итте һәм бер Үҙе союздаш ҡәбиләләрҙе пыран-заран килтерҙе. Хәҙер инде, үлтереш һәм риба килешеүе өсөн ҡаралған, йәмғиәт эштәренә ҡағылған барлыҡ ҡанундар ҙа кире ҡағыла. Бары тик изге йортҡа хеҙмәт итеү һәм хажиҙарҙы ашатыу ғына үҙ көсөндә ҡала. Эй, ҡурәйштәр! Аллаһ һеҙҙән йәһиллек тәкәббәрелеген һәм ата-бабалар менән ғорурланыуҙы алып ташланы. Бар кеше лә – Әҙәмдән, ә Әҙәм – тупраҡтан. Эй, һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлеһе тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!» – ти.

 

Мөхәббәт Пәйғәмбәре һәм мәрхәмәтлелек Рәсүле

 

Аҙаҡ Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, ҡурәйштәр! Нисек уйлайһығыҙ: мин һеҙҙе нимә эшләтәсәкмен?» – тип һорай. Улары: «Тик хәйерле эш көтәбеҙ, изге эне һәм изге туғандың улы!» – тип яуап бирә. Ул: «Мин һеҙгә Йософтоң ағаларына әйткән һүҙҙәрен әйтәм: «Бөгөн һеҙгә үпкә юҡ...» Барығыҙ, үҙ эшегеҙ менән булығыҙ», – ти.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Билалға (радыйаЛлаһу ғәнһү) Кәғбә башына менеп аҙан ҡысҡырырға ҡуша. Ҡурәйш халҡының мәшһүр һәм арҙаҡлы кешеләре, Аллаһ һүҙен ишетеп, Уны бөйөкләргә тотона. Мәккә аҙан тауышынан дер һелкенеп торғандай була. Пәйғәмбәр ﷺ, Умму Һәни бинт Әбү Талиб тигән ҡатындың өйөнә инеп, ғөсөл ҡойона ла, Аллаһҡа рәхмәт йөҙөнән һигеҙ рәкәғәттән торған еңеү намаҙын уҡый.

 

Аллаһ ҡанунын үтәгәндә кеше айырыу юҡ

 

Ошо ваҡытта Бану Мәхдүм ҡәбиләһенән булған Фатима исемле ҡатын урлашып тотола. Уның халҡы Усама ибн Зәйедкә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында ошо ҡатын өсөн шәфәғәтлек ҡылыуын һорап мөрәжәғәт итә. Уның үтенесен ишеткәс, Пәйғәмбәрҙең ﷺ йөҙө үҙгәреп китә һәм: «Эш Аллаһ ҡушҡан ҡанундарға ҡағылғанда һин уны яҡлашмаҡсы булаһыңмы?» – тип һорай. Усама (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ғәфү ит мине!» – тип шунда уҡ ғәфү үтенә.

Кис еткәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ вәғәз һөйләргә тороп баҫа. Аллаһҡа маҡтау һүҙҙәре әйткәндән һуң: «Һеҙгә тиклем булған кешеләрҙе, улар араһынан арҙаҡлы берәү уғрылыҡҡа барһа, язаһыҙ ҡалдырыуҙары, ә көсһөҙ берәү урлашһа, хөкөмгә тарттырыуҙары һәләк итте. Мөхәммәттең йәне Уның ҡулында булыусы менән ант итәм! Хатта Мөхәммәт ҡыҙы Фатима урлашыуға барһа ла, мин, һис шикһеҙ, уның ҡулын өҙә сабасаҡмын», – ти. Аҙаҡ Пәйғәмбәр ﷺ уғрының ҡулын өҙә сабырға ҡуша. Ошонан һуң ул ҡатын тәүбәгә килә.

 

Мосолманлыҡҡа вәғәҙә

 

Кешеләр Аллаһ Рәсүленә ﷺ мосолманлыҡҡа ант биреү өсөн Мәккәгә йыйыла. Пәйғәмбәр ﷺ әс-Сафа ҡалҡыулығында уларҙан вәғәҙә ҡабул итә. Кешеләр үҙ көстәренән килгәнсе Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә буйһонорға һүҙ бирә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ, ирҙәрҙән вәғәҙә ҡабул итеп бөткәс, ҡатын-ҡыҙға күсә. Улар араһында Әбү Суфйандың ҡатыны Һинд бинт Ғөтбә лә була. Хәмзә (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән ҡылғандары өсөн ҡурҡып, битен ҡаплап килә, ти. Аллаһ Рәсүле ﷺ уны танып ҡала. Һинд бинт Ғөтбә лә, Ислам ҡабул итеүен әйтеп, вәғәҙә бирә.

 

“Һеҙҙең арала йәшәп, һеҙҙең арала үлермен”

 

Аллаһ Үҙенең Рәсүлен ﷺ уның тыуған ере булған Мәккәне яулап алыу мөмкинлеге менән бүләкләгәндән һуң ансарҙар бер-береһе менән: «Аллаһ уға уның ерҙәрен һәм тоҡомон биреп ҡуйҙы. Хәҙер ул ошонда ҡалыр, Мәҙинәгә башҡаса ҡайтмаҫ инде», – тип һөйләшә башлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларҙан ни тураһында һүҙ барғанын һорай. Улар оялыштарынан өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Әммә аҙаҡтан барыбер ҙә дөрөҫөн һөйләп бирәләр. Пәйғәмбәр ﷺ уларҙы: «Бындай эштән Аллаһ һаҡлаһын! Һеҙҙең арала йәшәп, һеҙҙең арала үлермен», – тип тынысландыра.

 

Йәһиллек эҙҙәрен һәм мәжүсилек ғөрөф-ғәҙәттәрен юҡ итеү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәскәрен Кәғбә тирәләй булған боттарҙы емереп ташларға ебәрә. Уларҙың барыһы ла пыран-заран килтерелә. Шул иҫәптән әл-Ләт, әл-Ғүззә, Манат кеүек киң билдәле ялған илаһтар ҙа юҡ ителә. Һөрәнсе Мәккә буйлап: «Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтереүселәр өйөндә бер генә ботто ла ҡалдырмайынса, онтап бөтһөн», – тип оран һала. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләрен төрлө ҡәбиләләргә ебәрә һәм улар ялған илаһтарҙы юҡ итеп бөтә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ кешеләргә Мәккә тураһында вәғәз һөйләй, уның Ҡиәмәт көнөнә тиклем изге ер булып ҡалыуын иғлан итә. Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кешегә унда ҡан ҡойорға һәм ағастарҙы ҡырҡырға рөхсәт юҡ икәнлеген иҫкәртә. Ул ﷺ һүҙен: «Был миңә тиклем дә бер кемгә лә рөхсәт ителмәне, минән һуң да бер кемгә лә рөхсәт ителмәй», – тип тамамлай ҙа кире Мәҙинәгә юллана.

 

Мәккәне яулап алыу эҙе

 

Мәккәне яулап алыу ғәрәптәр аңында тәрән эҙ ҡалдыра. Аллаһ күптәренең йөрәгендә Исламға юл аса. Улар төркөмләп-төркөмләп Исламға инә башлай. Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Аллаһ ярҙамы менән еңгәс, кешенең төркөм-төркөм булып Аллаһ диненә ингәнен күргәндә...» (Ҡөрьән, 110:1-2).

 

Хөнәйен яуы

 

Һәүәүин ҡәбиләһе йыйылышы

 

Ҡурәйштәр һымаҡ уҡ Һәүәүин ҡәбиләһе лә ҡеүәте буйынса дан тотҡан була. Улар менән Ҡурәйш ҡәбиләһе араһында үҙенә күрә бер сәмле көрәш бара. Һәүәүин халҡы ҡурәйштәр буйһонған нәмәгә буйһонорға теләмәй.

Һәүәүиндәр башлығы Малик ибн Ғәүф алышҡа саҡыра башлай. Һәүәүин һәм Ҫәҡиф халҡы күмәкләшеп уның янына туплана, Аллаһ Рәсүленә ﷺ яу менән барырға йыйыналар. Үҙҙәре менән бергә мөлкәттәрен, ҡатындарын һәм балаларын да алырға ҡарар итәләр.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәккәнең ике меңләгән халҡы менән юлға сыға. Улар араһында яңыраҡ ҡына Исламға килеүселәр ҙә, был динде бөтөнләй ҡабул итмәүселәр ҙә була. Мәҙинәнән сыҡҡан ун меңләп сәхәбә килеп ҡушылғас, уларҙың һаны быға тиклемге яуҙағынан да күберәк булып китә. Хатта ҡайһы бер мосолмандар, кешенең күплегенә һоҡланып: «Бөгөн беҙҙе бер нисек тә еңеп булмаясаҡ», – тиешә.

 

Хөнәйен үҙәнендә

 

Мосолмандар Хөнәйен үҙәненә тиклем бара. Был хәл һигеҙенсе йылдың унынсы шәүүәлендә була. Улар килеп еткәндә яңы таң һарыһы беленә башлаған була. Һәүәүин халҡы алданыраҡ килеп, тау араһында боҫҡон ҡорған икән. Мосолмандар көтмәгәндә уҡтар яуа башлауынан юғалып ҡала. Ул арала дошмандар, ҡылыстарын алып, яуға ташлана. Мосолмандар бер-береһенә иғтибар ҙа итмәйенсә артҡа сигенергә керешә. Улар Өхөд көнөндә Пәйғәмбәр ﷺ үлтерелгән тигән хәбәрҙән һуң булған хәлдәренә ҡайта.

 

Яулап алыу һәм тыныслыҡ

 

Шул рәүешле Аллаһ, үҙҙәренең күплеге менән һоҡланған мосолмандарға яза биреп, уларҙы баллы еңеүҙән һуң әсе еңелеү тәмен татырға мәжбүр итә. Аҙаҡ шомдо дошман яғына кире ҡайтарып, Рәсүленең һәм мөьминдәрҙең күңелендә тыныслыҡ урынлаштыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең һоро ҡасырында ҡурҡыу белмәйенсә, ҡыйыу рәүештә ултыра. Уның менән бергә мөһәжирҙәр һәм ансарҙар араһынан бер нисә кеше һәм ғаилә ағзалары ғына тороп ҡала. Ғәббәс ибн Ғәбделмотталиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡасырын йүгәненән тотоп ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Мин – Аллаһ Рәсүле. Ялғанлыҡ юҡ. Мин – Ғәбделмотталиб улы», – ти.

Мөшриктәр ғәскәре яҡынлаша башлағас, Пәйғәмбәр ﷺ тупраҡ алып, дошмандарға ҡарай ташлай. Тупраҡ уларҙың күҙҙәренә инә.

Һәр кемеһенең тик үҙе менән генә булыуын күргәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, Ғәббәс! «Эй, ансарҙар! Эй, ант биреүселәр!» – тип ҡысҡыр», – ти. Ә Ғәббәс бик көслө тауыш эйәһе булған була. Уның тауышына кешеләр: «Бына мин һинең алдыңда!» – тип, йыйылыша башлай. Һуғышсылар дөйәләренән һикереп төшөп, ҡылыстарын һәм ҡалҡандарын алалар ҙа Пәйғәмбәр ﷺ янына ашығалар. Уның янына йыйылған төркөм дәррәү алышҡа ташлана. Аллаһ Рәсүле ﷺ һыбай килеш етәкселек итә. Кешеләр бер ни алдында ла бирешеп ҡалмай. Мөхәммәт ﷺ бик күп кешене әсирлеккә ала.

Был яу барышында Аллаһ фәрештәләрҙе ярҙамға ебәрә. Үҙән улар менән тула. Аллаһ был хаҡта шулай ти: «Аллаһ һеҙгә күп урында ярҙам итте, шулай уҡ – үҙегеҙҙең күплегегеҙгә хайран ҡалған Хөнәйен көнөндә. Ләкин ул (күплегегеҙ) бер нәмәнән дә һеҙҙе ҡотҡарманы, киң ер һеҙгә тар булып ҡалды. Шунан һуң һеҙ, арҡа күрһәтеп, кирегә боролдоғоҙ. Шунан Аллаһ Үҙенең Рәсүленә һәм мөьминдәренә тыныслығын бирҙе, һеҙ күрмәгән ғәскәрен ебәреп, иманһыҙҙарҙы ҡыйратып ташланы. Кафырҙарға был яза булды» (Ҡөрьән, 9:25-26).

 

Таиф яуы

 

Ҫәҡиф халҡы ҡалдыҡтары

 

Тороп ҡалған Ҫәҡиф халҡы, Таиф еренә барып, ҡәлғәгә йәшенә. Улар унда бер йылға етерлек кәрәк-яраҡтарын индереп кенә ҡалмай, һуғыш өсөн кәрәкле әйберҙәрен дә тултыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ғәскәре менән улар яғына юлланып, Таиф стенаһына етәрәк туҡталып ҡала. Уларҙың унда үтеп инерлек көсө булмай. Мосолмандар өҫтөнә ҡоторонған саранчалай уҡтар яуа, сөнки Ҫәҡиф халҡы бик оҫта уҡсылар була.

 

Таифте ҡамап алыу

 

Ғәскәр икенсе урынға күсеп, уларҙы егерме көндән ашыу ҡамауҙа тота. Араларында көслө алыш була. Уҡтар һаман яуыуын дауам итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ ошо ҡамау барышында беренсе тапҡыр катапульта ҡуллана. Көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Күп кенә мосолмандар уҡ тейеүҙән үлеп ҡала.

 

Яу майҙанындағы мәрхәмәт

 

Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылып китеп, ҡамау түҙеп торғоһоҙға әйләнә башлай. Шул ваҡыт Аллаһ Рәсүле ﷺ Ҫәҡиф халҡының виноград ағастарын сабып ташларға ҡуша. Был баҡса әлеге ҡәбилә кешеләренең күҙ төбәп кенә торған әйберҙәре була. Һуғышсылар виноград ағастарын сапҡылай башлағас, Ҫәҡиф халҡы, Аллаһ исеме һәм туғанлыҡ бәйләнештәре менән үтенеп, аяуҙарын һорарға тотона. Шунан һуң Аллаһ Рәсүле ﷺ әмеренән баш тарта.

Аллаһ Рәсүленең ﷺ һөрәнсеһе: «Ҡәлғәнән төшөп, беҙҙең янға килеүсе һәр ҡол азат ителәсәк», – тип хәбәр итә. Уларҙың янына ундан ашыу кеше килә.

Аллаһ Рәсүленә ﷺ Таифте яулап алыу рөхсәт ителмәй. Ул Ғүмәр ибнүл-Хаттабҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү) һуғышсыларға китеү хаҡында иғлан итергә ҡуша. Кешеләр ризаһыҙлыҡ белдереп: «Таифте яулап алмайынса кире бороласаҡбыҙмы ни?!» – тип шаулаша башлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Иртәгә яуға сығасаҡһығыҙ», – тип яуап бирә. Иртәгеһенә улар яуға сыға һәм күп кенә мосолмандар йәрәхәтләнә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Беҙ иртәгә ҡайтыу яғына юлланабыҙ, ин шәъ Аллаһ», – тигәс, бөтәһе лә ҡыуанышып китә. Ҡамау тулыһынса бөтөрөлә.

 

Әсирҙәр һәм табыш

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ, әсирҙәр һәм табыш менән ҡайтып ингәс, Һәүәүин халҡының тәүбәгә килеүен көтә. Аҙаҡ мал-мөлкәтте бүлергә тотона. Иң тәүҙә яңыраҡ ҡына Ислам диненә килгән, әле йөрәктәрендәге иман нығынып бөтмәгән кешеләргә өлөш сығара.

 

Әсирҙәрҙе кире ҡайтарыу

 

Аллаһ Рәсүленә ﷺ ун дүрт кешенән торған Һәүәүин делегацияһы килеп төшә. Улар әсирҙәрҙе һәм милектәрен кире ҡайтарыуҙы һорай. Ул ﷺ: «Кемдәрҙең минең менән икәнен күреп тораһығыҙ. Күңелемә дөрөҫ һүҙҙәр яҡыныраҡ. Әйтегеҙ әле, иң нығы балаларығыҙҙы кире ҡайтарырға теләйһегеҙме, әллә ҡатындарығыҙҙымы? Бәлки, мал-мөлкәтегеҙҙелер?» – тип һорай. Улары: «Туғанлыҡ бәйләнештәренә бер ни тиңләшә алмай инде ул!» – тип яуап бирә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Мин өйлә намаҙын уҡып килгәндән һуң йыйылығыҙ ҙа: «Беҙ Аллаһ Рәсүленең ﷺ беҙҙең өсөн мөьминдәр алдында әсирҙәребеҙҙе кире ҡайтарыу буйынса шәфәғәтлек итеүен, шулай уҡ мөьминдәрҙең дә беҙҙең өсөн Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында шәфәғәтлек ҡылыуын үтенәбеҙ!» – тип әйтегеҙ», – ти. Өйлә намаҙынан һуң улар ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Миңә һәм Ғәбделмотталиб нәҫеләнән булған кешеләргә тәғәйенләнеүселәр – барыһы ла һеҙҙеке. Ә ҡалғандарҙан һеҙгә ярҙам итеүҙәрен һорайым», – ти. Мөһәжирҙәр менән ансарҙар: «Беҙҙә булғандарҙың барыһы ла – Аллаһ Рәсүленеке», – тип яуаплай.

Бану Тәмим, Бану Фәзәрә һәм Бану Сөләйм араһынан булған өс кеше генә үҙҙәренең әсирҙәрен кире ҡайтарыуҙан баш тартҡас, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Был кешеләр беҙгә мосолман булып килде. Мин һайлау хоҡуғын ҡуйғас, улар балалары менән ҡатындарын өҫтөнөрәк күрҙе. Теләге булғандар уларҙың яҡындарын кире ҡайтарһын. Уларҙы үҙендә алып ҡалырға хаҡы булғандар ҙа уларҙы яҡындарына кире ҡайтарһын. Бының өсөн ул, Аллаһ беҙгә табыш биреү менән, тейешлеһенән алты тапҡырға күберәген аласаҡ», – ти. Кешеләр: «Беҙ уларҙы Аллаһ Рәсүле ﷺ хаҡына үҙ теләгебеҙ менән ҡайтарасаҡбыҙ», – тиешә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Ул сағында кемегеҙҙең риза ҡалыуын, кемегеҙҙең риза түгеллеген белә алмаясаҡбыҙ бит. Таралышығыҙ, аҙаҡ башлыҡтарығыҙ ҡарарығыҙ хаҡында хәбәр итер», – ти. Уларҙың барыһы ла Һәүәүин халҡына ҡатындары менән балаларын кире ҡайтара. Аллаһ Рәсүле ﷺ әсирҙәргә ҡыпты халҡының кейемен кейҙерә.

 

Изгелек һәм киң күңеллелек

 

Мосолмандар әсирҙәрҙе һөйрәп тигәндәй Аллаһ Рәсүле ﷺ янына алып килә. Уларҙың араһында Пәйғәмбәрҙең ﷺ һөт туғаны Хәлимә ҡыҙы Шәймә лә була. Был хаҡта белмәгән мосолмандар ҡатын менән тупаҫ мөғәмәлә итә, ә ул мосолмандарға: «Аллаһ менән ант итәм! Бик белгегеҙ килһә, мин һеҙҙең әфәндегеҙҙең һөт туғаны булам», – ти. Мосолмандар, Аллаһ Рәсүленең ﷺ янына килеп етмәйенсә тороп, ҡатындың һүҙҙәренә ышанмай.

Аллаһ Рәсүле ﷺ янына килеп еткәс, Шәймә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин һинең һөт туғаның бит!» – ти. Ул: «Һүҙҙәреңде ниндәй ғәләмәт менән раҫларһың?» – тип һорай. Ҡатын: «Тешләнгән урын. Мин һине арҡама йөкмәп китеп барғанда һин шул тирәмде тешләп, эҙ ҡалдырған инең», – тип яуап бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ был хаҡта белгән була. Ул ҡатынға өҫ кейемен биреп, уны шунда ултыртып ҡуйғас: «Теләһәң, миндә ҡал. Ҡәҙер-хөрмәттә йәшәрһең. Теләйһең икән, мин һине бүләкләп, халҡыңа кире ҡайтарып ҡуйырмын. Ни теләйһең, шуны эшләйем», – ти. Ҡатын: «Бүләкләп, халҡыма кире ҡайтарып ҡуйыуың яҡшыраҡ булыр, әлбиттә», – тип яуаплай. Аллаһ Рәсүле ﷺ бүләкләгәндән һуң ҡатын Ислам ҡабул итә. Пәйғәмбәр ﷺ уға өс ҡол, хеҙмәтсе ҡыҙ һәм мал-тыуар бирә.

 

Буйһоноусылар һәм баш бирмәүселәр

 

Мосолмандар Таифте ҡалдырып, Мәҙинә яғына китеп барғанда Аллаһ Рәсүле ﷺ былай ти: «Ҡайтыуыбыҙ Раббыбыҙға, Уның алдында тәүбә итәбеҙ, Уға ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм маҡтау әйтәбеҙ», – тип әйтегеҙ». Сәхәбәләре: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ҫәҡиф халҡын ләғнәтлә әле», – ти. Ул: «Йә Аллаһ! Ҫәҡиф халҡын тура юлға баҫтырып, беҙҙең янға алып килһәң ине», – тип кенә ҡуя.

Ғөрүә ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) исемле кеше Мәҙинәгә барып инмәҫ борон Аллаһ Рәсүлен ﷺ ҡыуып етә лә Ислам ҡабул итә. Аҙаҡ үҙ ҡәбиләһенә кире әйләнеп ҡайтып, башҡаларҙы Исламға саҡыра башлай. Ул халҡы араһында хөрмәт ҡаҙанған, һөйөклө кеше була. Кешеләр алдында иманын асып һалып, барыһын да Исламға саҡырырға тотонғас, уның яғына уҡтар оса башлай. Һәм ул ошо рәүешле шәһит булып үлеп китә.

Ғөрүә ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтергәндән һуң бер ай үткәс, Ҫәҡиф халҡы, кәңәшләшеп, тирә-яҡтағы барлыҡ ғәрәптәр менән көрәшер көсөбөҙ юҡ, тигән ҡарарға килә. Ошонан һуң улар, ант биреп, Ислам динен ҡабул итергә була һәм Аллаһ Рәсүленә ﷺ илсе ебәрә.

 

Мәжүсилеккә бер ниндәй ҙә мәрхәмәт юҡ

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ янына Ҫәҡиф халҡы килә. Улар өсөн уның ﷺ мәсете ҡырында палатка ҡоралар. Ислам ҡабул иткәс, ҫәҡифтәр Аллаһ Рәсүленән ﷺ өс йыл дауамында боттарын емермәүҙе һорай. Пәйғәмбәр ﷺ бындай үтенесте үтәүҙән баш тарта. Улар йылдарҙы кәметә-кәметә үтенеп һорай, ә Аллаһ Рәсүле ﷺ барыбер үтенестәрен кире ҡаға. Тегеләре хатта бер айлыҡ ваҡытҡа тиклем үк барып етә. Әммә Пәйғәмбәр ﷺ, ризалыҡ бирмәйенсә, Ҫәҡиф ҡәбиләһенән булған әл-Мөғир ибн Шөғәбкә Әбү Суфйан менән бергә ялған илаһтарҙы емереп ташларға ҡуша. Бынан һуң тегеләр намаҙҙан азат итеүҙе һорарға керешә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Намаҙһыҙ диндә бер ниндәй ҙә хәйерле нәмә юҡ», – тип яуаплай.

Эштәрен тамамлағас, Ҫәҡиф халҡы үҙ иленә кире ҡайтып китә. Пәйғәмбәр ﷺ улар менән бергә Әбү Суфйан менән әл-Мөғир ибн Шөғәбте лә оҙата. Мөғир боттарҙы емереп ташлай. Ҫәҡиф халҡы араһында Ислам дине тарала башлай. Хатта Таиф ерҙәрендә йәшәүселәрҙең көллөһө Ислам ҡабул итеп бөтә.

 

Тәбүк яуы

 

Ғәрәптәр Рум ерҙәренә яу менән барып, уларға һөжүм итеү хаҡында хатта хыялланмай ҙа, сөнки улар үҙҙәрен бындай хәлдән күпкә түбән итеп тоя. Рум халҡы иһә үҙҙәре уңышһыҙлыҡҡа осраған Мөьтә яуын, ҡәнәғәт була алмайынса, һаман иҫендә тотҡан була. Шуға ла Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәрәп ерҙәренә килеп етеп, Ислам үҙәгенә яу иғлан итмәҫ борон румдарҙың илен мосолмандар ғәскәре менән баҫып алырға теләй.

 

Яу ваҡыты

 

Был яу туғыҙынсы йылдың рамаҙан айында була. Аллаһ Рәсүле ﷺ томра эҫе көндө, емештәр бешкән мәлдә юлға сыға. Алда – оҙон юл һәм еңел булмаған сәфәр. Дошмандарҙың һаны ла бик күп. Пәйғәмбәр ﷺ яу ҡоралдарын әҙерләһендәр өсөн хәлде аңлатып бирә, ниндәй илгә барырға теләүен әйтә. Ул саҡта илдә халыҡ өсөн бик ауыр ҡоролоҡ була.

Монафиҡтар, эҫелектән ҡасып, Аллаһ Рәсүле ﷺ менән йыһатҡа сыҡмаҫ өсөн көсһөҙлөктәренә һылтанған. Улар ҡаршы яҡтың еңелмәҫ, ҡеүәтле булыуынан да ҡурҡҡан, хәҡиҡәттә лә шикләнгән. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай тигән: «Өйҙәрендә ҡалып, Аллаһ Рәсүле артынан (яуға) бармауҙарына шатландылар, ә үҙҙәре Аллаһ юлында малы, йәне менән тырышлыҡ күрһәтергә ҡыйынһындылар. Етмәһә, улар: «Көн эҫе саҡта сыҡмағыҙ», – тине. «Тамуҡ уты тағы ла эҫерәк бит», – тиң. Шуны белһендәр ине!» (Ҡөрьән, 9:81).

 

Ярҙам

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ тырышып яуға әҙерләнә башлай. Сәхәбәләренә барлыҡ кәрәк-яраҡты әҙерләргә ҡуша. Байҙарҙы Аллаһ хаҡына һуғыш ҡоралдары һәм эйәрле мал менән ярҙам итергә саҡыра, шулай итеп, улар ҙа был эшкә үҙ өлөшөн индерә. Ғөҫмән ибн Ғәффән (радыйаЛлаһу ғәнһү), ауыр саҡта мосолман ғәскәренә бик ҙур ярҙам күрһәтеп, мең динар сарыф итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ уның өсөн доға ҡыла.

 

Ғәскәр Тәбүккә юл тота

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ утыҙ меңлек ғәскәре менән Мәҙинәнән Тәбүккә ҡарай юл ала. Быға тиклем яу сапҡандарҙан ҙурыраҡ була был сиреү. Ҫәмүд халҡы йәшәгән әл-Хижер еренә килеп етәләр. Пәйғәмбәр ﷺ, бында ғазаплаусылар йәшәүен белдереп, сәхәбәләренә: «Үҙҙәренә зыян килтереүселәрҙең ерҙәренә илап инегеҙ. Уларҙың башына төшкән нәмә һеҙгә лә килмәһен», – тип әйтә.

Ныҡ һыуһаған сәхәбәләре Аллаһ Рәсүленә ﷺ зарланырға тотона. Ул доға ҡылғас, Аллаһ (сүбхәнә үә тәғәлә) болоттар ебәрә. Кешеләр һыуһындарын ҡандырып, һауыттарына һыу тултырып алғансы ямғыр яуа.

 

Мәҙинәгә ҡайтыу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Тәбүккә килеп еткәс, уның янына ғәрәп хакимдары йыйылып, солох килешеүе төҙөй һәм һалым түләй. Аллаһ Рәсүле ﷺ ике яҡтың да именлеге, һыу һәм юлдар менән тәьмин итеү шарттары хаҡында грамота яҙа.

Аллаһ Рәсүленең ﷺ килеп етеүе хаҡында ишеткәс, Рум халҡында алыш теләге һүнә һәм улар һөжүм итеүҙән бөтөнләй баш тарта. Ошо арҡала Ислам дәүләте ерҙәре тағы ла нығыраҡ киңәйә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Тәбүктә егерме көндән ашыу була ла Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта.

 

Яза һәм уңыш

 

Был яуҙа ҡатнашмаусылар араһында Кәғб ибн Малик, Мөрәрә ибн әр-Рәбиғ һәм Һиләл ибн Өмәййә лә (радыйаЛлаһу ғәнһүм) була. Улар ошоғаса Ислам динендә ҙур уңыш ҡаҙанған кешеләр тип иҫәпләнә. Мөрәрә ибн әр-Рәбиғ менән Һиләл ибн Өмәййә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) Бәдер яуында ла алыша. Яуҙарҙан баш тартыу, ғөмүмән, уларҙың ғәҙәтенә һис тап килмәй. Теләк белдермәй, һуҙа килеүҙәренә бары тик илаһи хикмәт һәм һынап ҡарау шарты һалынған була.

Аллаһ Рәсүле ﷺ улар менән һөйләшмәҫкә ҡуша. Мосолмандар был әмерҙе ишетеү менән буйһона. Кешеләр илле көн дауамында уларҙан ситләшә. Кәғб ибн Малик мосолмандар менән йәмәғәт намаҙында ҡатнаша, баҙарҙы ҡыҙырып сыға, ләкин берәү ҙә уға һүҙ ҡушмай. Бындай шелтә уның һөйөүен тағы ла нығыраҡ көсәйтә.

Эш бының менән генә бөтмәй, ул өсәүгә ҡатындарына бөтөнләй ҡағылмаҫҡа ҡушыла. Һәм был әмергә буйһоналар.

Шулай бер ваҡыт Ғәссән ҡәбиләһе хакимы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү өсөн Кәғб ибн Маликты үҙ янына саҡырып илсе ебәрә. Илсе хат тотторғас, Кәғб ҡағыҙҙы йырта ла утҡа тыға.

Шулай итеп, Аллаһ был өсәүҙе оло һынауҙарға дусар итә. Ошонан һуң улар үҙҙәрен күрә алмау сигенә етә, бар ғаләмде тар, ят итеп тоялар. Улар бик ныҡ һағышлана башлай.

Аҙаҡ ете күк сигенән уларҙың тәүбәһе ҡабул ителеүе хаҡында аят төшөрөлә. Аллаһ былай ти: «Аллаһ пәйғәмбәрҙең һәм ауыр сәғәттә, күңелдәре аҙыр сиккә еткәндә, Уға эйәргән мөһәжирҙәр менән ансарҙарҙың тәүбәһен ҡабул итте. Шунан Ул уларға йөҙ борҙо. Ул бит күндәм, рәхимле... һәм ҡалдырылған өс кешегә (йөҙ борҙо). Иркен ер тап-тар булып, күңелдәре ҡыҫылған саҡта улар, Аллаһтан ҡотолор өсөн Уның Үҙенә һыйыныуҙан башҡа сара юҡ, тип уйланы. Шунан тәүбәгә килһендәр өсөн Аллаһ уларға йөҙ борҙо. Аллаһ бит ярлыҡаусан, рәхимле!» (Ҡөрьән, 9:117-118).

 

Тәбүк яуы – һуңғы яу

 

Тәбүк яуы Пәйғәмбәр ﷺ алышҡан һуңғы яу була. Ул ҡатнашҡан яуҙарҙың һаны, дөйөм алғанда, егерме ете тип иҫәпләнһә, Аллаһ Рәсүленән ﷺ тыш үткәндәре алтмыш тирәһе. Ҡайһы бер яуҙар алышһыҙ ғына үтә. Ике яҡтың да ҡорбандары күп тигәндә лә мең дә ун һигеҙҙән артмай. Яу барышында түгелгән ҡан күләмен Аллаһ Үҙе генә белә. Ярымутрауҙа тыныслыҡ урынлаша. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләнән генә ҡурҡа.

 

Исламдағы беренсе хаж

 

Хаж туғыҙынсы йылда фарыз ителә. Аллаһ Рәсүле ﷺ тарафынан әмир итеп тәғәйенләнгән Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән бергә Мәҙинәнән хаж ҡылырға теләгән өс йөҙ кеше сыға. Мөхәммәт ﷺ Ғәли ибн Әбү Талибты (радыйаЛлаһу ғәнһү) саҡырып ала ла былай ти: «Һин дә улар менән бар һәм ҡорбан көндө кешеләргә ошоларҙы хәбәр ит: кафырҙар Йәннәткә инмәйәсәк, киләһе йылдан мөшриктәргә хаж ҡылыу тыйыла, Кәғбә тирәләй кейемһеҙ килеш тауаф эшләргә ярамай».

 

Делегациялар йылы

 

Аллаһ Мәккәгә юл асып, Уның Пәйғәмбәре ﷺ Тәбүктән һау-сәләмәт көйө ҙур уңыш ҡаҙанып ҡайтҡандан һуң Ислам үҙәгенә төрлө делегациялар ағыла башлай. Улар үҙ илдәренә дәғүәт өсөн илһамланып, мәжүсилеккә, боттарға, йәһиллеккә һәм үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата оло нәфрәт тойғоһо кисереп ҡайтып инә.

Бану Сәғед ибн Бәкр ҡәбиләһенән килгән Димәм ибн Ҫәғләбә (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙ иленә дәғүәтсе булып ҡайтып төшә. Ул иң тәүҙә: «Ләт менән Ғүззә ниндәй әшәке!» – ти. Халҡы: «Етәр һиңә, Димәм! Шуҡлығыңдан ҡурҡыр инең! Аҡылдан яҙыуҙан ҡурҡыр инең!» – тип, битәрләргә тотона. Ул уларға: «Ҡайғы һеҙгә! Аллаһ менән ант итәм! Улар һеҙгә бер ниндәй файҙа ла, зыян да килтерә алмаясаҡ. Аллаһ рәсүл ебәреп, уға һеҙҙе ошондай ҡотһоҙ хәлегеҙҙән ҡотҡарыр Изге Китап төшөргән. Мин тиңдәше булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын һәм Мөхәммәттең Уның ҡоло һәм рәсүле икәнлеген таныйым. Мин һеҙгә ул ҡушҡан һәм ул тыйған нәмәләр хаҡында хәбәр менән килдем», – ти. Шул уҡ көндө, эңер төшөп етмәҫ элек үк, ҡәбиләләге барлыҡ ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат Ислам ҡабул итә.

Мәшһүр Ғәди ибн Хәтим дә (радыйаЛлаһу ғәнһү) килеп етә. Ул Аллаһ Рәсүленең ﷺ әхлағын һәм баҫалҡылығын күргәндән һуң Ислам ҡабул итә. Хатта: «Аллаһ менән ант итәм! Был тап хакимдар башҡара торған ғәмәл», – тип ҡуя ул.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мөғәҙ ибн Йәбәл менән Әбү Мусаны (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) Исламға саҡырыу өсөн Йәмәнгә ебәрә һәм уларға: «Еңелләштерегеҙ, ауырлыҡ һалмағыҙ. Шатландырығыҙ, өркөтмәгеҙ», – тип кәңәш бирә.

Пәйғәмбәр ﷺ Мөғирә ибн Шөғбәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) Таифкә оҙата. Ул Ләтте емереп ташлай. Аҙаҡ ир-егеттәр менән бергә иң ҙур һынды күтәреп ырғытып, уны ер менән тигеҙләнгәнсе онтайҙар. Аҙаҡ Аллаһ Рәсүле ﷺ янына делегация килеп, уға ﷺ маҡтау һүҙҙәрен әйтә.

Делегациялар Ислам тәғлимәтен, дини хоҡуҡтарҙы өйрәнә. Улар Аллаһ Рәсүленең ﷺ яҡшы холоҡло булыуына, сәхәбәләре тарафынан бик яратылыуына шаһит була. Мәсет ихатаһында улар өсөн палаткалар ҡорола. Делегация вәкилдәре Ҡөрьән тыңлай, намаҙ уҡыған мосолмандарҙы ҡарай. Улар Аллаһ Рәсүленән ﷺ ябайлыҡ һәм ихласлыҡ хаҡында ни уйлауын һорай. Пәйғәмбәр ﷺ, Ҡөръән аяттарын ҡулланып, төплө һәм оҫта итеп яуап бирә. Бынан һуң вәкилдәр иман килтерә һәм күңелдәре тынысланып ҡала.

 

Саҙаҡа һәм зәкәт

 

Һижрә буйынса туғыҙынсы йылда зәкәт фарыз ителә.

 

Хушлашыу хажы

 

Аллаһ Үҙенең изге йортон барлыҡ бысраҡлыҡтан һәм боттарҙан таҙартҡандан һуң мосолмандар бар йөрәге менән хажға ынтыла башлай. Хаж тураһында вәғәҙә бик оҙаҡҡа һуҙылғанлыҡтан, йөрәктәрен оло теләк һәм һөйөү биләп ала, наҙлы хистәрҙән күңелдәре тула. Аллаһ Рәсүле ﷺ өсөн инде бәхилләшер мәле яҡыная. Өммәткә хушлашыу һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итергә кәрәк була. Аллаһ Үҙенең Рәсүленә ﷺ хаж ҡылырға рөхсәт итә. Ислам динендә саҡта ул бер тапҡыр ҙа хаж ҡылмаған була әле.

Пәйғәмбәр ﷺ Мәҙинәнән Изге йортҡа ҡарай юл тота. Мосолмандарға мөрәжәғәт итеп, уларҙы дини тәғлимәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә өйрәтә, күрһәтмәләр бирә, аманат ҡалдыра һәм башҡа васыяттарын әйтә. Шулай уҡ мосолмандарҙан вәғәҙә ала, наҙанлыҡ эҙҙәрен юя, йәһиллекте аяҡ аҫтына һалып тапарға ҡуша. Йөҙ меңдән ашыу кеше уның менән бергә хаж ҡыла. Был хажды «Хушлашыу хажы» йәки «Хәбәр итеү хажы» тип атайҙар.

 

Хаж нисек ҡылына?

 

Кешеләр, Пәйғәмбәрҙең ﷺ хаж ҡылырға йыйыныуын белеп ҡалғас, уның менән бергә барыр өсөн әҙерләнә башлай. Мәҙинәнең тирә-яғында булыусылар ҙа, был хаҡта ишетеп, Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә юлланырға теләк белдереп, шунда уҡ килеп етә. Юлды ҡаплап алған хажиҙарҙың иҫәбенә лә сығып булмай. Улар Аллаһ Рәсүленең ﷺ алдынан да, артынан да, һул яғынан да, уң яғынан да йәйелеп киткән була.

Пәйғәмбәр ﷺ Мәҙинәнән зөлҡәғиҙә айының бөтөрөнә биш көн ҡалғас, шәмбе көндө, ике рәкәғәт өйлә намаҙын уҡығандан һуң сығып китә. Ҡуҙғалырҙан алда мосолмандарҙы ихрамға, хаждың вәжибтәренә һәм сөннәттәренә өйрәтеп, хөтбә һөйләй. Аҙаҡ тәлбиә һүҙҙәрен әйтә: «Ләббәйк Аллаһүммә ләббәйк! Ләббәйкә лә шәрикә ләкә ләббәйк! Иннәл-хәмдә, үән-ниғмәтә ләк, үәл-мүлкә, лә шәрикә ләк».

Аллаһ Рәсүле ﷺ зөлхизә айының дүртенсе көнөндә Мәккәгә килеп етә. Харам мәсетенә инә. Изге йорт тирәләй тауаф эшләй, әс-Сафа менән әл-Мәрүә араһында йүгереү йолаһын үтәй. Мәккәлә шулай дүрт көн була. Әт-Тәрүийә, йәғни зөлхизә айының һигеҙенсе көнөндә янындағы мосолмандар менән бергә Минаға юллана. Улар унда өйлә һәм икенде намаҙҙарын уҡый, төндө лә шунда үткәрә. Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә ҡояш ҡалҡҡандан һуң Минанан Ғәрәфәткә юлланалар. Был йома көнө була.

Ғәрәфәт көнөндә Пәйғәмбәр ﷺ халыҡҡа дөйәһендә һыбай ултырған килеш хөтбә менән мөрәжәғәт итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ был һүҙе менән Ислам ҡанундарын урынлаштырып, ширк һәм йәһиллек ҡанундарын алып ташлай, кеше ғүмеренең, намыҫының һәм милкенең ҡағылғыһыҙлығы хаҡында иҫкәртә. Йәһиллектең барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен кире ҡаға. Бурысы булғандарҙы рибалы бурыстарҙан арындыра. Ҡатын-ҡыҙға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға әмер бирә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм уларға ҡарата хоҡуҡтарҙы һанап үтә. Ир-егеттең ҡатын-ҡыҙҙы кейендерергә һәм ашатырға тейешлеген әйтә. Шулай уҡ халыҡҡа Аллаһтың Китабына ныҡ итеп тотонорға ҡуша. Уларға, әгәр ҙә ныҡ итеп Ҡөръән юлына тотонһалар, юлдан тайпылмаясаҡтары хаҡында хәбәр итә. Аҙаҡ халыҡтан: «Әгәр ҙә минең хаҡта һораһалар, ни тип яуап бирерһегеҙ?» – тип һорай. «Беҙгә изге нәсихәттәр биреүеңде, үҙеңдең дә уларҙы үтәүеңде раҫлаясаҡбыҙ», – тип яуаплайҙар. Ошонан һуң Пәйғәмбәр ﷺ, һуҡ бармағын өҫкә күтәреп, өс тапҡыр: «Йә Аллаһ! Барыһын да раҫла!» – ти. Аҙаҡ янында торғандарға бында булмағандарға барыһын да еткерергә ҡуша.

Хөтбә һөйләп бөткәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ Билалға (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙан әйтергә ҡуша. Аҙаҡ ике рәкәғәттән торған өйлә намаҙын, унан һуң ике рәкәғәт итеп икендене уҡып ҡуя. Намаҙ уҡып бөткәс, Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итә.

Шунда уҡ киләһе аят төшөрөлә: «Бөгөн мин һеҙҙең өсөн динегеҙҙе теүәлләнем, ниғмәтемде тамамланым. Исламды һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем» (Ҡөрьән, 5:3).

Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡояш байығандан һуң Ғәрәфәттән Мөздәлифәгә күсә. Шунда аҡшам менән йәстү намаҙҙарын уҡый. Таңға тиклем шул ерлектә ҡала. Иртәнге намаҙ ваҡыты еткәс, уны бик иртә уҡый ҙа һыбай атланып әл-Мәшғәр әл-Харам ерлегенә килә. Шунда ҡиблаға ҡарай йөҙөн бороп, доға ҡыла. Доға ҡылғанда киләһе һүҙҙәрҙе лә әйтә: «Аллаһ бөйөк! Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ!» Аҙаҡ ҡояш байығанға тиклем Мөздәлифәнән Минаға юллана. Таш ташлай торған урынға килеп, унда ваҡ таштар ташларға тотона.

Бынан һуң кире Минаға килеп, халыҡҡа һыбайлы килеш бик оҫта итеп хөтбә һөйләй. Кешеләр ҡорбан көнөнөң изгелеге, уның Аллаһ алдында юғарылыҡҡа эйә булыуы һәм Мәккәнең бөтә ҡалаларҙан айырмалы рәүештә изге һаналыуы хаҡында белә. Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһ Китабы буйынса идара итеүсене тыңларға һәм уға буйһонорға ҡуша. Халыҡҡа кешеләр бер-береһенең башын сабып өҙгөләүгә барып еткән кафырлыҡҡа ҡайтмаҫҡа әмер итә. Уның әйткәндәрен барыһына ла еткерергә ҡуша. Аллаһ Рәсүле ﷺ хөтбә мәлендә киләһе һүҙҙәрҙе әйтә: «Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ, көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡығыҙ, билдәле айҙа ураҙа тотоғоҙ, етәкселәрегеҙгә буйһоноғоҙ һәм Раббығыҙҙың Йәннәтенә инерһегеҙ». Ошонан һуң кешеләр был хажды «Хушлашыу хажы» тип атай башлай.

Һуңынан Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡорбан килтерә торған ергә бара ла үҙ ҡулдары менән алтмыш өс дөйәне сала. Был ҡорбанлыҡ хайуандарҙың һаны уның йәшенә тап килгән була. Аҙаҡ Ғәлиҙе (радыйаЛлаһу ғәнһү) саҡырып ала ла уға йөҙҙән ҡалған малды ҡорбанға килтерергә ҡуша. Ҡорбан салыуҙы тамамлағас, сәс ҡырҡыусыны саҡырып алып, башын ҡырҙыра. Һәм сәсен янында булған кешеләргә бүлеп бирә. Аҙаҡ Пәйғәмбәр ﷺ һыбай атланып, Кәғбәгә юллана. Уның тирәләй әл-ифәдә тауафын яһай. Аҙаҡ зәм-зәм һыуын эсә. Таң атҡас, зәүәл ваҡытын, йәғни, ҡояштың иң юғары нөктәгә еткән мәлен көтә лә беренсе таш ташлау урынынан башлап, уртансыһына, унан өсөнсөһөнә күсеп, таш ташлай башлай. Был ер Джәмрәтү әл-ғәҡәбә тип атала. Өс көнлөк тәшриҡ көндәрендә таш ташлауҙы тамамлағансы шунда ҡала. Аҙаҡ Мәҙинәгә ҡарай юллана. Хушлашыу тауафын яһағандан һуң, кешеләргә артабан ҡуҙғалырға ҡушып, Мәҙинәгә ашыға.

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Зөлхөләйфә ерендә төн үткәргәс, артабан ҡуҙғала. Мәҙинәне күреп ҡалғас, өс тапҡыр: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Маҡтау Уға. Бар нәмә тик Уныҡы ғына. Уның ҡөҙрәте киң. Ҡайтыуыбыҙ ҙа Уға ғына. Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Уға ғына маҡтау әйтәбеҙ! Аллаһ Үҙ вәғәҙәһен тотто, Үҙенең ҡолона ярҙам итте һәм ҡәбиләләрҙе Үҙе генә пыран-заран килтерҙе», – ти. Улар Мәҙинәгә көндөҙ барып инә.

 

Вафат булыуы

 

Шәриғәт камиллығы һәм осрашыу сәғәте яҡынайыуы

 

Ислам дине камиллыҡҡа өлгәшә. Аллаһ Рәсүле ﷺ, аманатты үтәп, кешеләргә мөрәжәғәтте еткереп бөтә. Шулай уҡ Аллаһ хаҡына йыһат ҡыла. Аллаһ Үҙенең Пәйғәмбәрен ﷺ кешеләрҙең төркөмләп-төркөмләп дингә инеүе менән шатландыра. Ошоларҙан һуң Аллаһ Үҙенең Рәсүленә ﷺ был донъя менән хушлашырға мөмкинлек бирә. Осрашыу ваҡыты яҡынлаша башлағас, Аллаһ, ошо хаҡта иҫкәртеп, былай ти: «Аллаһ ярҙамы менән еңгәс, кешенең төркөм-төркөм булып Аллаһ диненә ингәнен күргәндә, Раббыны данлап һин тәсбих әйт, ярлыҡауын үтен. Ул, ысынлап та, тәүбәне ҡабул итә!» (Ҡөрьән, 110:1-3).

 

Пәйғәмбәр зары

 

Аллаһ Рәсүленең ﷺ яфаланыуҙары сәфәр айының аҙағында башлана. Ул төн уртаһында «Бәҡиғ әл-ғәрҡәд» зыяратына барып, улар өсөн кисереү һорап, доға ҡыла. Аҙаҡ кире ғаиләһе янына әйләнеп ҡайта. Шул уҡ көндө, таң атҡас, ул һыҙлана башлай.

Мөьминдәрҙең әсәһе Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле ﷺ зыяраттан ҡайтып ингәндә минең башым ауыртҡан саҡ ине. Мин: «Уй, башым ауырта!» – тип зарландым. Ул миңә: «Эй Ғәйшә! Аллаһ менән ант итәм! Минең башым нығыраҡ ауырта», – тине». Пәйғәмбәрҙең ﷺ һыҙлыныуҙары көсәйгәндән-көсәйә бара. Мәймүнәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) өйөндә булған саҡта Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ҡатындарын саҡырып ала ла уны Ғәйшәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) өйөндә тәрбиәләүгә рөхсәт һорай. Ҡатындары быға риза була. Ул өйҙән ике ир-егеткә аҫылынып сыға. Уларҙың береһе Фәдел ибн Ғәббәс (радыйаЛлаһу ғәнһү), ә икенсеһе башын бәйләп алған Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) була. Пәйғәмбәр ﷺ Ғәйшәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) өйөнә аяҡтарын саҡ һөйрәп барып етә.

Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) былай тип һөйләй: «Ул үҙенең үлеменең сәбәбе булған ауырыу хаҡында: «Эй Ғәйшә! Мин Хәйбәрҙә ашаған аҙыҡ арҡаһында һаман ауыртыныу тоя килдем. Ә хәҙер шул арҡала аортамдың нисек өҙгөләнеүен тоям», – тип һөйләне».

 

Һуңғы яуҙар

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Усама ибн Зәйедте (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) Шам ерҙәренә ебәрә лә һыбайлыларға Фәләстан ерҙәренең әл-Бәлҡә һәм әд-Дәрүн сиктәре аша үтергә ҡуша. Шулай уҡ күп кенә мөһәжирҙәрҙе һәм ансарҙар ғәскәрен уның менән бергә ебәрә. Ғүмәр ибнүл-Хаттаб (радыйаЛлаһу ғәнһү) улар араһында иң ҙуры була.

Аллаһ Рәсүленең ﷺ ауырыуы көсәйеп китеү сәбәпле хәрби эштәр туҡталып тора. Пәйғәмбәрҙең ﷺ вафатынан һуң Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү), Усама ғәскәрен кәрәкле ергә ебәреп, уның теләгәнен тамамлап ҡуя.

Аллаһ Рәсүле ﷺ ауырыған сағында мосолмандарға ғәрәп утрауынан мөшриктәрҙе юҡ итеп, унда ике динде ҡалдырмаҫҡа ҡуша.

 

Мосолмандар өсөн доға

 

Ул ﷺ ауырып ятҡан көндәрҙең береһендә бер нисә мосолман Ғәйшәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) өйөндә йыйыла. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларҙы сәләмләгәндән һуң, улар өсөн тура юл, ярҙам һәм уңыш һорап, доға ҡыла. Һәм былай тип нәсихәт бирә: «Һеҙгә Аллаһҡа ҡарата тәҡүәле булырға бойорам. Аллаһтан һеҙҙең яҡлаусығыҙ булыуын һорайым. Мин – һеҙҙең өсөн Унан килгән өгөтләүсе. Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған саҡта, шулай уҡ Уның ерендә маһаймағыҙ. Аллаһ миңә һәм һеҙгә былай тигән бит: «Бына ахирәт йорто. Беҙ уны донъяла маһайырға, боҙоҡлоҡ таратырға яратҡан кешеләр өсөн әҙерләмәнек. Һуңғы көн – тәҡүәлеләргә! Тәкәбберҙәргә Йәһәннәмдә урын юҡмы ни?»

 

Намаҙ хаҡында хәстәрлек һәм яңы имам

 

Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәле сире арҡаһында ауырлашҡандан-ауырлаша бара. Ул: «Кешеләр намаҙ уҡынымы?» – тип һорай. «Юҡ, улар һине көтә, эй, Аллаһ Рәсүле!» – тип яуап бирәләр. Пәйғәмбәр ﷺ: «Минең өсөн киҫмәккә һыу һалығыҙ әле», – ти. Әмере үтәлгәс, ул ғөсөл ҡойона. Аҙаҡ күтәрелергә теләй, әммә иҫен юйып ҡолай. Тора ла тағы: «Кешеләр намаҙ уҡынымы?» – тип һорай. «Юҡ, улар һине көтә», – тип яуап бирәләр. Ул ﷺ тағы: «Минең өсөн киҫмәккә һыу һалығыҙ әле», – ти. Әмере үтәлгәс, йәнә ғөсөл ҡойона. Күтәрелергә теләй, әммә тағы иҫен юғалта. Бындай хәл тағы ике тапҡыр ҡабатлана. Халыҡ йәстү намаҙына тиклем Аллаһ Рәсүлен ﷺ көтөп, ваҡытын мәсеттә үткәрә.

Пәйғәмбәр ﷺ Әбү Бәкргә (радыйаЛлаһу ғәнһү) намаҙҙа имам булырға ҡуша. Бик йомшаҡ күңелле Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Ғүмәр! Кешеләр менән бергә намаҙ уҡы әле», – ти. Ул: «Һин быға лайыҡлыраҡ», – тип яуаплай. Һәм Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) ул көндәрҙә намаҙҙа имам булып тора.

Һуңынан Аллаһ Рәсүле ﷺ, бер аҙ еңеллек тойғас, ике ир-егет оҙатыуында өйлә намаҙына сыға. Уларҙың береһе – Ғәббәс (радыйаЛлаһу ғәнһү), икенсеһе Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) була. Уны күреп ҡалғас, Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) артҡа шыла. Әммә Пәйғәмбәр ﷺ уға урынында ҡалырға ҡушып ишара яһай һәм үҙен эргәһенә ултыртырға ҡуша. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) – торған килеш, ә Пәйғәмбәр ﷺ ултырған көйөнсә намаҙ уҡый башлайҙар.

 

Хушлашыу хөтбәһе

 

Башы бәйләнгән Аллаһ Рәсүле ﷺ, минбәргә ултырып, киләһе һүҙҙәрҙе әйтә: «Аллаһ Үҙенең ҡолона донъя һәм Уның Үҙендә булған нәмә араһында һайлау хоҡуғын ҡуйҙы. Һәм был ҡол Аллаһта булған нәмәне һайланы». Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү), был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп, Аллаһ Рәсүленең ﷺ үҙен күҙ уңында тотоуын аңлап ҡала. Ул илап ебәрә лә былай ти: «Ләкин беҙ һине йәндәребеҙ һәм улдарыбыҙ менән һатып алдыҡ бит инде!»

 

Мосолмандарға һуңғы ҡараш ташлау

 

Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) дүшәмбегә тиклем мосолмандарҙың намаҙында имам була. Улар иртәнге намаҙҙы уҡыған саҡта Пәйғәмбәр ﷺ бүлмәһенең ҡорғанын күтәрә лә рәт-рәт булып теҙелгән мосолмандарға ҡарай. Үҙенең дәғүәтенең, йыһатының емештәрен күргән Аллаһ Рәсүленең ﷺ күңеле шатлыҡ менән тула. Уның йөҙө ҡояштай балҡый. Сәхәбәләр (радыйаЛлаһу ғәнһүм) былай тип һөйләй: «Пәйғәмбәр ﷺ бүлмәһенең ҡорғанын күтәреп, беҙгә ҡарап торҙо. Уның йөҙө аяттар менән тулы яҡты мөсхәфкә тиң ине. Һуңынан ул ﷺ йылмайып ебәрҙе. Беҙ шатлығыбыҙҙан урындарыбыҙҙан йүгереп китергә әҙер инек. Сөнки Пәйғәмбәр ﷺ намаҙға сыҡҡандыр, тип уйланыҡ. Әммә ул ﷺ, беҙгә намаҙҙы дауам итергә ҡушып, ишара яһаны ла ҡорғанын кире төшөрөп ҡуйҙы. Шул уҡ көндө ул вафат булды».

 

Ҡәберҙәргә табыныуҙан аралау

 

Киләһе һүҙҙәр Аллаһ Рәсүленең ﷺ һуңғы киҫәтеүе була: «Пәйғәмбәрҙәренең ҡәберҙәрен табыныу урынына әйләндергән йәһүдтәрҙе һәм христиандарҙы Аллаһ тар-мар итһен. Ерҙә ике дингә тотонған ғәрәптәр ҡалмаһын».

Ғәли менән ибн Ғәббәс (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле ﷺ битен япма менән ҡаплай башланы. Шул арҡала тыны ҡыҫылғас, уны кире алып ташланы. Ошо хәлдә ул: «Йәһүдтәр менән христиандарға үҙҙәренең пәйғәмбәрҙәренең ҡәберҙәрен табыныу урынына әйләндергәндәре өсөн Аллаһтың ләғнәте төштө», – тине». Пәйғәмбәр ﷺ уларҙы быны эшләүҙән тыя.

 

Һуңғы васыят

 

Үлеме яҡынлашҡас, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Намаҙ уҡығыҙ һәм үҙегеҙгә тейешле нәмә хаҡында хәстәрлек күрегеҙ», – тип, һуңғы васыятын әйтә. Ул туҡтамаҫтан, ғырылдай башлағансы, ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Аллаһ Рәсүле ﷺ намаҙ уҡырға, зәкәт түләргә, беҙгә тейешле нәмәләр хаҡында хәстәрлек күрергә ҡушты», – тип һөйләй.

Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) былай тип хәтерләй: «Ул ﷺ, ҡарашын өҫкә төбәп: «Юғары йәмғиәттә, юғары йәмғиәттә», – тип ҡабатланы. Ҡулына яңы ғына алынған мисүәк тотоп, Ғабдуррахман ибн Әбү Бәкр килеп инде. Ул ﷺ мисүәккә ҡараш ташланы. Мин, мисүәктә мохтажлығы барҙыр тип, уны алып йомшарттым да уға ﷺ тотторҙом. Ул ﷺ бик һәйбәт итеп тешен таҙартып алды. Аҙаҡ мисүәкте миңә бирергә теләгәндә ул уның ҡулынан төшөп китте.

Пәйғәмбәрҙең ﷺ алдында һыулы һауыт тора ине. Ул ﷺ шунда ҡулын тығып, битен һыпырғандан һуң: «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ. Үлем алдынан үлем ғазабы килә», – тине лә, һул ҡулының бармағын өҫкә күтәреп, ҡулы һыуға һалынып төшкәнсе: «Юғары йәмғиәткә, юғары йәмғиәткә», – тип ҡабатланы.

Аллаһ Рәсүле ﷺ ауырыуҙан ғазапланған саҡта уның башы минең күкрәгемдә булды. Ул ﷺ шул хәлдә бер сәғәт иҫһеҙ ятты. Аҙаҡ, иҫенә килгәс, ҡарашын өй түбәһенә төбәп: «Йә Аллаһ! Миңә юғары йәмғиәттә булыу мөмкинлеген бир!» – тине. Был Аллаһ Рәсүленең ﷺ һуңғы һүҙҙәре булды».

 

Был донъянан китеү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ был донъяны ҡалдырып китә. Ғәрәп утрауы менән хакимлыҡ итеүенә ҡарамаҫтан, уның динары ла, дирһәме лә, ҡоло ла булмай. Бары тик саҙаҡа булараҡ ҡалдырған ере, аҡ ҡасыры менән ҡоралдары ғына була. Үҙе ﷺ үлеп киткәндә һайманы утыҙ сағ арпа өсөн аманат булараҡ бер йәһүдтә ҡала. Ул ﷺ үлеп киткәнсе һайманын нимә менән һатып алырға белмәй.

Ауырыған сағында Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡырҡ кешене иреккә ебәрә. Бары тик алты йәки ете генә динары ҡалған булһа, ул ﷺ Ғәйшәгә (радыйаЛлаһу ғәнһә) шуны ла саҙаҡа итеп таратырға ҡуша.

Мөьминдәр әсәһе Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле ﷺ минең өйөмдә үлде. Ул саҡта кәштәмдә әҙ генә күләмдәге арпанан башҡа ашарға бер ни ҙә юҡ ине. Мин оҙаҡ ваҡыт шуның менән туҡландым. Үлсәп ҡарағайным, ул юҡҡа сыҡты».

Пәйғәмбәрҙең ﷺ вафаты ун беренсе йылдағы рәбиғел әүүәл айының ун икенсе көнөндә зәүәлдән һуң килә. Ул саҡта уға ﷺ алтмыш өс йәш була. Ҡараңғы, шомло көндәр килә. Мосолмандар оло юғалтыу кисерә. Барлыҡ кешелек өсөн михнәтле көндәр була.

Әнәс менән Әбү Сәғид әл-Хөдри (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәгә килеп ингәндә бар нәмә балҡып тора ине. Ә ул үлгән көндө бар нәмәне ҡараңғылыҡ солғап алды. Умм Әймәнә илағас, унан: «Нимә һине иларға мәжбүр итте?» – тип һоранылар. Ҡатын: «Мин Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡасан да булһа үлерен белә инем. Әммә хәҙер мин күктән асыҡ аяттарҙың башҡаса төшөрөлмәүе хаҡында уйланып илайым», – тип яуапланы».

 

Сәхәбәләрҙең вафат хаҡында хәбәрҙе ҡабул итеүе

 

Сәхәбәләргә оло һөйөүҙәре арҡаһында Аллаһ Рәсүленең ﷺ вафаты хаҡында хәбәр аяҙ күктә йәшен атҡандай тәьҫир итә. Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Һеҙгә үҙ арағыҙҙан рәсүл килде. Һеҙ гонаһ ҡылғас, уға ҡыйын. Ул һеҙҙе ҡайғырта, ә мөьминдәргә – күндәм, рәхимле!» (Ҡөрьән, 9:128).

Һәр кемеһе уны ﷺ иң ҡәҙерле, иң һөйөклө дуҫы тип иҫәпләгән. Бәғзеләре уның ﷺ вафатына бөтөнләй ышанырға теләмәгән. Хатта Ғүмәр ибнүл-Хаттаб (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүле ﷺ үлде тип әйтеүселәрҙе шелтәләр булған, мәсеткә барып: «Аллаһ Рәсүле ﷺ, Аллаһ монафиҡтарҙы юҡ итмәйенсә тороп, үлмәйәсәк», – тип хөтбә һөйләгән.

Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) мәғрур тауҙай ҡаҡшамаҫ рухлы ир-егет була. Хәбәрҙе ишеткәс, ул сабып килеп етә лә Ғүмәрҙең (радыйаЛлаһу ғәнһү) кешеләргә ниҙер һөйләүенә лә иғтибар итмәҫтән, Ғәйшәнең (радыйаЛлаһу ғәнһә) өйөнә, Аллаһ Рәсүле ﷺ янына ашыға. Уның ﷺ ҡаплаулы килеш ятҡанын күргәс, битенән япмаһын алып ташлай ҙа, яҡынайып, уны үбеп ала. Аҙаҡ: «Атам-әсәмдең йәне һинең өсөн ҡотолоу булһын! Аллаһ һиңә яҙған үлемгә килгәндә, һин уны татының инде. Унан һуң башҡа бер ҡасан да һиңә үлем килмәйәсәк», – ти ҙә ҡабаттан уның битен ябып ҡуя.

Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү), сыҡҡас, Ғүмәрҙең (радыйаЛлаһу ғәнһү) кешеләргә һөйләп торған һүҙҙәрен ишетеп ҡала ла: «Эй, Ғүмәр! Ултыр ҙа тыңла!» – ти. Әммә тегеһе Әбү Бәкрҙең (радыйаЛлаһу ғәнһү) һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай, тыңлауҙан баш тарта. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) кешеләргә яҡынайғас, улар, Ғүмәрҙе (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡалдырып, уның янына йыйыла. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү), Аллаһҡа маҡтау әйтеп, шөкөр итә лә былай тип һөйләй башлай: «Эй, кешеләр! Кем дә кем Мөхәммәткә табынған, белһен: Мөхәммәт үлде. Ә кем дә кем Аллаһҡа табынған, белһен: Ул мәңге тере, һис ҡасан үлмәйәсәк. Мөхәммәт – фәҡәт рәсүл генә. Унан алда ла рәсүлдәр булды. Ул үлһә йәки үлтерелһә, һеҙ (имандан) кире сигерһегеҙме ни? Кире сиккән кеше Аллаһҡа бер зыян да килтерә алмаҫ. Шөкөр иткән кешеләргә Аллаһ әжерен тиҙ бирер». Был хәлдең шаһиты булған кешеләр: «Аллаһ менән ант итәм! Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) ошо аятты уҡығанға тиклем уны берәү ҙә белмәгән кеүек ине. Был аятты унан ҡабул итеп алып, уны ҡабатламаған кеше ҡалманы», – тип һөйләй. Ғүмәр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Аллаһ менән ант итәм! Әбү Бәкрҙең ошо аятты уҡығанын ишеткәс, мин Аллаһ Рәсүленең ﷺ ысынлап та үлеүен аңлап, аяҡ быуындарым бушап, ергә ҡоланым», – ти.

 

Яңы хәлиф

 

Мосолмандар Бану Сәғид япмаһы аҫтында Әбү Бәкргә (радыйаЛлаһу ғәнһү) яңы хәлиф булараҡ вәғәҙә килтерә. Әммә аҙаҡ шайтан ыҙғышҡа юл таба һәм Аллаһ Рәсүленең ﷺ был донъянан китеүе арҡаһында уларҙың нәфсеһе уйнай башлай. Шайтан мосолмандарҙың уртаҡ фекергә килтерер берҙәмлектәренә лә ҡағылып үтә.

Мосолмандарға Аллаһ Рәсүлен ﷺ ҡәбергә һалыуға әҙерләп, уны ер ҡуйынына тапшырырға ла кәрәк була.

 

Ерләү һәм йыназа намаҙы

 

Ҡапыл ҡаушап ҡалған кешеләр яйлап тыныслана, ташып торған тойғолар һүнгәндәй була. Улар, Аллаһ Рәсүле ﷺ кемдер был донъянан киткәндә ниҙәр эшләргә өйрәткәнсә, ерләү эшенә тотона.

Пәйғәмбәрҙең ﷺ ғаилә ағзалары уның ﷺ тәнен йыуыуҙы һәм кәфенләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Был эштәрҙе тамамлағас, уны өйөндәге түшәгенә һалалар. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүленең ﷺ: «Һәр пәйғәмбәрҙе үлгән урынында ерләгәндәр», – тип һөйләгәнен ишетеүен әйтә. Аллаһ Рәсүленең ﷺ вафат булған саҡта ятҡан урынын күтәреп, уның аҫтында ҡәбер ҡаҙалар. Был эште Әбү Талха (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙ өҫтөнә ала.

Һуңынан унышар кешенән торған төркөмдәр алмашлап йыназа намаҙын уҡый. Ир-егеттәр тамамлағандан һуң ҡатын-ҡыҙҙар инә. Уларҙан һуң – балалар. Намаҙ барышында берәү ҙә имам булмай.

 

Был хәл шишәмбелә була

 

Мәҙинәлә моңһоу көн була. Иртәнге намаҙға аҙан ҡысҡырған Билал (радыйаЛлаһу ғәнһү), Пәйғәмбәр ﷺ хаҡында хәтеренә төшөргәс, үкһеп иларға тотона. Мосолмандарҙың ҡайғыһы тағы ла арта төшә. Улар аҙан ишеткән ваҡытта Аллаһ Рәсүленең ﷺ яндарында булыуына өйрәнеп бөткән бит инде.

Пәйғәмбәр ﷺ үҙе хаҡында былай ти: «Эй, кешеләр! Әгәр ҙә мөьминдәрҙең береһенең башына ҡайғы төшһә, минең үлемем сәбәпле кисергән хәсрәтен иҫкә алһын һәм ошоноң менән күңелен йыуатһын. Минең артымдан эйәреүселәрҙең береһе лә минең үлемемдән дә ауырыраҡ ҡайғыны кисермәйәсәк».

 

Уның ҡатындары – мөьминдәрҙең әсәләре

 

Хәдиджә бинт Хөүәйлит (радыйаЛлаһу ғәнһә) – Пәйғәмбәрҙең ﷺ уға ҡырҡ йәш булғанда, пәйғәмбәрлеккә тиклем өйләнгән тәүге ҡатыны. Һижрәнән өс йыл алда үлеп ҡала. Пәйғәмбәрҙең ﷺ Ибраһимдан башҡа бөтә балалары ла – ошо ҡатынынан. Ул үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс, Пәйғәмбәр ﷺ Сәүдә бинт Зәмғәгә (радыйаЛлаһу ғәнһә) өйләнә. Унан Ғәйшә бинт әс-Сиддиҡаны (радыйаЛлаһу ғәнһә) кәләш итеп ала. Ул ҡатындар араһында иң белемлеһе һәм ислам хоҡуҡтарын бик яҡшы белеүсе була. Пәйғәмбәр ﷺ аҙаҡ Хәфсә бинт Ғүмәргә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) өйләнә. Унан һуң Зәйнәб бинт Хөзәймәне (радыйаЛлаһу ғәнһә) кәләш итеп ала, әммә ул ике айҙан гүр эйәһе була. Артабан Аллаһ Рәсүле ﷺ Умму Сәләмә Һинд бинт Әбү Өмәййә (радыйаЛлаһу ғәнһә) тигән ҡатынды кәләш итеп ала. Ул уның ҡатындары араһынан иң һуңғыһы булып был донъяны ҡалдыра. Пәйғәмбәр ﷺ аҙаҡ Зәйнәб бинт Джәхш (радыйаЛлаһу ғәнһә) тигән ҡатынға өйләнә, ул уның ﷺ Өмәймә исемле апаһының ҡыҙы була. Ул ﷺ шулай уҡ Джөүәйриә бинт әл-Хәриҫ ибн Әбү Дирар (радыйаЛлаһу ғәнһә) тигән ҡатынға өйләнә. Һуңынан Умму Хәбибә Рәмлә бинт Әбү Суфйанды (радыйаЛлаһу ғәнһә) кәләш итеп ала. Аҙаҡ Бану Нәдир әфәндеһе Хөйәййә ибн Әхтәб ҡыҙы Сафияға (радыйаЛлаһу ғәнһә) менән никахлаша. Пәйғәмбәрҙең ﷺ иң аҙаҡ өйләнгән ҡатыны – Мәймүнә бинт әл-Хәриҫ (радыйаЛлаһу ғәнһә).

Аллаһ Рәсүленең ﷺ туғыҙ ҡатыны унан һуң үлә. Улар – Мөхәммәт ﷺ тере саҡта уҡ үлеп киткән Хәдиджә менән Зәйнәб бинт Хөзәймәнән (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) башҡа беҙ үрҙә атап үткән барлыҡ ҡатындары. Пәйғәмбәргә ﷺ яуҙар барышында бүләк ителгән ике ҡатын да унан һуң гүр эйәһе була. Уларҙың береһе – Мысырҙан килгән Мәрийәт бинт Шәмғүн. Уны уға ﷺ Мысыр хакимы муҡауҡис бүләк итә. Был ҡатын Мөхәммәттең ﷺ улы Ибраһимдың әсәһе була. Икенсеһе – Бану Нәдир ҡәбиләһенән булған, Ислам ҡабул иткән Райхана бинт Зәйед. Пәйғәмбәр ﷺ уны азат итә һәм өйләнә.

 

Балалары

 

Хәдиджә (радыйаЛлаһу ғәнһә) Пәйғәмбәргә ﷺ Ҡасим исемле малай таба. Ул сабый саҡта уҡ үлеп ҡала. Һуңынан Зәйнәб, Рөҡәййә, Умму Көлҫөм, Фатима һәм Ғабдуллаһ тыуа. Уларҙың бөтәһе лә – Хәдиджәнән (радыйаЛлаһу ғәнһә) тыуған балалар. Фатима (радыйаЛлаһу ғәнһә) Пәйғәмбәрҙең ﷺ иң яратҡан ҡыҙы була. Ул ﷺ уның Йәннәт ҡатын-ҡыҙҙарының ханбикәһе буласағы хаҡында әйтә. Фатима (радыйаЛлаһу ғәнһә) атаһының бабаһының улы Ғәли ибн Әбү Талибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү) кейәүгә сыға, уға Хәсән һәм Хөсәйен исемле улдар табып бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ улар хаҡында былай ти: «Хәсән менән Хөсәйен Йәннәттәге егеттәрҙең әфәнделәре буласаҡ».

Мәрийәт Пәйғәмбәргә ﷺ Ибраһим исемле малай таба, әммә ул оҙаҡ йәшәмәй үлеп китә. Ибраһим үлгәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Күҙҙәрҙән йәштәр аға, йөрәк һағыш менән тулған, ләкин беҙ бер ҡасан да Раббыбыҙға оҡшамаҫтай һүҙ һөйләмәйбеҙ. Эй, Ибраһим! Һинең китеүең арҡаһында беҙ һағышланабыҙ!» – ти.

 

Әхлағы һәм сифаттары

 

Пәйғәмбәр ﷺ тураһында бик күпте белгән, иң яҡын дуҫы булған Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү), уны ﷺ бик оҫта һүрәтләп, ошолай тип бәйән итә: «Ул тупаҫ кеше булманы, баҙарҙа шау-шыу ҡуптарып йөрөмәне, яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәне. Киреһенсә, гел ғәфү итә һәм ярлыҡай белде. Аллаһ юлында йыһатҡа сыҡҡан ваҡыттарҙан тыш бер ҡасан да, бер кемгә лә, бер нигә лә ҡулын күтәрмәне. Хеҙмәтселәрен дә, ҡатындарын да туҡмаманы. Мин бер ваҡытта ла уның ﷺ кемделер йәберләгәнен күрмәнем. Аллаһ Тәғәләнең тыйғандарын һис ҡасан аша атламаны. Әгәр ҙә кемдер Аллаһ Тәғәлә тыйған нәмәне боҙһа, бик асыуланыр ине. Алдында ике эш торһа, еңелен һайланы. Пәйғәмбәр ﷺ өйөнә шатлыҡлы йөҙ менән килеп инә ине. Ул кейемен үҙе таҙартты, кәзәләрен дә үҙе һауҙы, үҙен үҙе хеҙмәтләндерҙе. Торғанда ла, ултырғанда ла гел зикер әйтер булды. Халыҡ араһына барып, улар йыйылған мәжлестәрҙә ҡатнашты. Ошолай эшләүҙе уларға ла әмер итте. Кемдеңдер һорауы булһа, яуапһыҙ ҡалдырманы. Кешеләр уның ﷺ алдында хоҡуҡтар буйынса тигеҙ була торғайны. Ул ﷺ булған урындар ғилем эстәү урыны булды, шулай уҡ баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ һәм аманатҡа тоғролоҡ урындарына әйләнде. Ул ﷺ киң күңелле, тоғро һүҙле, күндәм тәбиғәтле һәм иң йомарты ине. Уны ﷺ күреүселәр үҙҙәренән-үҙҙәре, һиҙемләү аша, уға оло хөрмәт менән ҡарай башлай торғайны. Тәүгә күреп, танышыусы уны ﷺ шунда уҡ яратып китер булды. Уның ﷺ хаҡында: «Уға тиклем дә, унан һуң да уның кеүектәрҙе күргәнебеҙ юҡ», – тип әйтәләр ине».

Аллаһ Үҙенең Пәйғәмбәрен ﷺ матурлыҡҡа төрөндөрә, уға Үҙенең мөхәббәтен һәм хөрмәтен бирә.

Әл-Бәрә ибн Ғәзиб (радыйаЛлаһу ғәнһү), Пәйғәмбәрҙе ﷺ һүрәтләп, былай ти: «Аллаһ Рәсүле ﷺ уртаса буйлы ине. Минең уны ҡыҙыл кейемдә күргәнем булды. Бер ваҡытта ла унан  гүзәлерәк һәм яҡшыраҡ кешене осратҡаным юҡ».

Әбү Һөрәйрә (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны ﷺ: «Бик оҙон тип әйтеп булмай, уртасараҡ буйлы ине. Аҡ битле, ҡап-ҡара сәсле һәм ҡара һаҡаллы. Керпектәре оҙон һәм ҡуйы, яурындары киң булды. Уға оҡшаш кешене уға тиклем дә, унан һуң да күрмәнем», – тип һүрәтләй.

Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Минең Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡулдарынан да йомшағыраҡ бер ебәккә лә, туҡымаға ла ҡағылғаным булманы. Һәм бер ваҡытта ла Аллаһ Рәсүленең ﷺ еҫенән дә хушыраҡты еҫкәмәнем», – тип һөйләй.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: