Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Иҡтисади үҫештә эволюция компетенцияһы” тигән пленар ултырышта сығыш яһаны.
– Шуны күрәм: бында төрлө кешеләр йыйылған, – тине Андрей Геннадьевич. – Улар – иҡтисад үҫешенә йәлеп ителгән Хөкүмәт ағзалары һәм йәштәр. Бөгөнгө сара беҙҙең донъяға төрлө ҡараштарыбыҙҙы берләштерә, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, нимә әйтергә теләгәнебеҙҙе йәштәргә аңлатыу мөмкинлеге бирә.
Андрей Назаровтың билдәләүенсә, чемпионатты ҡабул итеү мөмкинлеге тыуғас, улар ике маҡсатты күҙ уңында тотҡан. Беренсенән, Башҡортостан, ниндәй генә кимәлдә булмаһын, шундай оло сараларҙы ҡабул итеүгә һәләтле. Икенсенән, республикабыҙҙа йәштәргә компетенция өҫтәү мөмкинлеге ҙур.
#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#WorldSkillsRussia
#Нацфинал2021
#НацфиналУфа
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.