Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 11:11

Рәсәй Президенты тиҙ арала һәм белешмәләр йыймайынса пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләргә саҡырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһы депутаттарын, хөкүмәтте тиҙ арала һәм артыҡ бюрократияһыҙ хаҡлы ялдағыларға бер тапҡыр бирелә торған пособие түләүҙе ойошторорға ҡушты.

Рәсәй Президенты тиҙ арала һәм белешмәләр йыймайынса пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләргә саҡырҙы
Рәсәй Президенты тиҙ арала һәм белешмәләр йыймайынса пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләргә саҡырҙы

«Хәҙер, алдан һөйләшкәнсә, пенсионерҙарҙы бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡса менән тәьмин итергә, шул рәүешле эпидемияға бәйле булған йөкләмә арҡаһында бөгөн психологик һәм матди йәһәттән ҡыйынлыҡ кисергән кешеләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтергә кәрәк. Бындай түләүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк ойоштороу зарур. Иң мөһиме — кешеләр мәшәҡәттәрҙән, ниндәй ҙә булһа белешмәләр йыйыуҙан азат ителергә тейеш. Хөкүмәттән һәм «Берҙәм Рәсәй» депутаттарынан бының өсөн кәрәкле техник, норматив ҡарарҙар ҡабул итеүҙәрен һорайым», — тине Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» партияһының 20-се съезында сығыш яһағанда.

10 мең һум күләмендәге аҡса барлыҡ пенсионерҙарға — эшләп йөрөгәндәргә лә, эшләмәгәндәргә лә, Оборона Министрлығы, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа ведомстволарҙан пенсия алған хәрби пенсионерҙарға ла түләнә, тип иҫкә төшөрҙө президент.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: