Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 09:40

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Этлек ҡылып маташыу   Ошо яу ваҡытында Аллаһ Рәсүлен ﷺ ағыуларға маташалар. Сәлләмә ибн Мишкәмә тигән кешенең ҡатыны Зәйнәб бинт әл-Хәриҫ уға, ағыу һалып, ҡыҙҙырылған һарыҡ ите ебәрә. Тәүҙә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡайһы өлөшөн нығыраҡ яратыуы хаҡында һорашып белешкән була һәм бот өлөшөнә ағыуҙы күберәк һала. Аллаһ Рәсүле ﷺ итте сәйнәй башлағас, һарыҡ бото уға ағыулы булыуы хаҡында хәбәр итә. Һәм ул ﷺ уны шунда уҡ төкөрә. Йәһүдтәр йыйылғас, Пәйғәмбәр ﷺ уларға: «Мин һеҙҙән бер нәмә хаҡында һораһам, дөрөҫөн генә әйтеп бирерһегеҙме?» – ти. Улар: «Эйе», – тип яуап бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ошо һарыҡ итенә һеҙ ағыу һалдығыҙмы?» – тип һорай. «Эйе», – тиҙәр. Ул ﷺ тағы: «Бындай аҙымға һеҙҙе нимә этәрҙе?» – тигән һорау ҡуя. Тегеләре: «Әгәр ҙә алдаҡсы булһаң, һинән ҡотолорға теләнек! Әгәр ҙә ысынлап та пәйғәмбәр икәнһең, ағыуҙың һиңә зыяны теймәҫ!» – тип аңлата.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Мөьмин хикмәте

 

Мосолмандар Мәҙинәлә урынлашырға һәм һаҡланыу сараларын күрергә була. Уларҙың ғәскәрендә һуғышсылар һаны өс меңдән дә артыҡ булмай.

Сәлмән әл-Фәрисий (радыйаЛлаһу ғәнһү) һаҡһыҙ ҡалған әл-Хәндәҡ яғына күрһәтә һәм былай ти: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Фарсылар ерендә булғанда, атлы ғәскәрҙән ҡурҡып, унан һаҡланыу өсөн ур ҡаҙа торған инек». Аллаһ Рәсүле ﷺ, уның фекерен ҡабул итеп, һөжүм хәүефе янаған, һаҡһыҙ ҡалған яҡта нығынырға ҡуша.

Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләренә ур ҡаҙыу эштәрен бүлеп бирә. Унар кешенән торған төркөмдәргә ҡырҡар терһәк оҙонлоғонда ер тәғәйенләнә.

 

Мосолмандарҙың бер-береһенә ярҙам итеүендә тигеҙлек

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ, башҡаларға өлгө күрһәтеп, үҙе лә ур ҡаҙыуҙа ҡатнаша. Тырышып-тырмашып, ең һыҙғанып эшләйҙәр. Ул ваҡытта көндәр бик һыуыҡ була. Ашарҙарына ла саҡ-саҡ ҡына тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ табалар. Ҡайһы саҡта уныһы ла булмай.

Әбү Талха (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Беҙ Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында ас булыуыбыҙға зарлана инек. Аҙаҡ асығыу тойғоһон баҫыу өсөн эсебеҙгә таш бәйләп йөрөй башланыҡ. Аллаһ Рәсүле ﷺ хатта ике таш бәйләп тороп алды».

Ни генә булмаһын, улар үҙҙәрен бәхетле тоя, Аллаһҡа маҡтау әйтә. Шиғыр сығарып, шуны һөйләй-һөйләй, башҡаса зарланмайса, арыуҙарын тоймайса эштәрен дауам итәләр.

Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләүенсә, мөһәжирҙәр һәм ансарҙар иртәнге һалҡында ур ҡаҙыу эше менән булғанда уларҙың янына Аллаһ Рәсүле ﷺ килә (уларҙың ҡолдары булмай). Сәхәбәләренең ни тиклем ауырлыҡ кисереп, аслыҡта йөрөгәнен күргән Пәйғәмбәр ﷺ: «Йә Аллаһ! Ахирәт рәхәтлектәренән башҡа рәхәтлек юҡ. Ансарҙарға һәм мөһәжирҙәргә бәрәкәт бир», – ти. Яуап былай була: «Беҙ Мөхәммәткә йыһат вәғәҙә иткәнбеҙ һәм уны һис ҡасан боҙмабыҙ».

Мосолмандар урҙың бер ерендә ҙур ҡаты ташҡа тап була. Уны ни эшләтергә белмәй аптыранып, Аллаһ Рәсүленә ﷺ зарлана башлайҙар. Мөхәммәт ﷺ кәйлә алып: «БисмиЛләһ», – ти ҙә ныҡ итеп һуғып ебәрә. Таштың өстән бер өлөшө кителеп төшә. Ошонан һуң былай тип һөйләп алып китә: «Аллаһ бөйөк! Миңә Шам ерҙәренең асҡыстары бирелде. Аллаһ менән ант итәм! Мин уның һарайҙарын күрәм!» Аҙаҡ икенсе тапҡыр һуғып ебәреп, тағы бер өлөшөн онтай ҙа: «Аллаһ бөйөк! Мин Фарсы ерҙәренең асҡыстарын алдым. Аллаһ менән ант итәм! Мин аҡ һарайҙы күрәм!» – ти. Һуңынан «БисмиЛләһ» әйтеп, өсөнсө тапҡыр һуғып ебәреп, ташты тулыһынса яра ла: «Аллаһ бөйөк! Мин Йәмән ерҙәренең асҡысын алдым. Аллаһ менән ант итәм! Торған урынымдан Сәнғә ишектәрен күрәм!» – ти.

 

Пәйғәмбәрҙең яу ваҡытындағы мөғжизәләре

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ тарафынан мөғжизәләр тыуҙырыла башлай. Шулай эшләп йөрөгәндә урҙың ҡайһы бер өлөшөндәге ҙур таштар мосолмандарҙың эшен ауырлаштыра. Пәйғәмбәр ﷺ доға уҡый-уҡый һыулы һауытҡа төкөрә. Аҙаҡ Аллаһҡа ғына билдәле булған ниндәйҙер доға уҡып, шул һыуҙы таштың өҫтөнә ҡойһа, ул тулыһынса ҡойолоп төшөп, ҡомға әүерелә.

Әҙ генә күләмдәге аҙыҡта ла бәрәкәт барлыҡҡа килә. Уның менән бик күп кеше туҡлана ала, хатта тулы бер ғәскәргә лә етә.

 

“Аллаһ Үҙе хөкөм итһен!”

 

Ҡурәйш һәм Ғәтәфән ҡәбиләләре барлыҡ кәрәкле әйберҙәре менән Мәҙинә алдына килеп туҡтай. Улар йәмғеһе ун мең кеше була. Аллаһ Рәсүле ﷺ өс мең мосолман менән сыға. Улар араһында ур тора.

Мосолмандар менән Бану Ҡурайҙа араһында килешеү була. Бану Нәдирҙең Хөйәй ибн Әхтәт исемле күренекле бер кешеһе теге яҡты килешеүҙе боҙорға ҡоторта башлай. Бану Ҡурайҙа кешеләре оҙаҡ ваҡыт икеләнеп, баш тартып йөрөгәндән һуң ризалыҡ биреп ҡуя. Аллаһ Рәсүленә ﷺ был хаҡта билгеле булғас, ул бындай хыянатты бик ауыр ҡабул итә. Хәүеф-хәтәр күбәйә. Ҡайһы бер монафиҡтарҙың ысын йөҙө асыла.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Ғәтәфән менән килешеү төҙөргә йыйына. Әгәр ҙә ғәскәрҙәре менән сығып китергә ризалашһалар, Мәҙинәлә алынған уңыштың өстән бер өлөшөн уларға бирергә уйлай. Аҙаҡ был уйынан кире ҡайта – быға Сәғед ибн Мөғәҙ менән Сәғед ибн Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) исемле сәхәбәләренең ныҡышмалылығын, ғорурлығын, дошман алдында бирешеп ҡалмауын күреү булышлыҡ итә. Уларҙың береһе былай ти: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙ ҙә, тегеләр ҙә Аллаһҡа тиңдәш ҡуйып, ширк юлында булдыҡ. Боттарға ғибәҙәт ҡылдыҡ. Аллаһҡа табынманыҡ, Уның хаҡында белмәнек. Улар Мәҙинәнең бер бөртөк финигын ғына ла йә һыйланғанда, йә аҡсаға һатып алып ҡына ашай ала ине. Аллаһ Үҙ мәрхәмәте менән беҙҙе мосолман итте, һинең аша беҙгә тура юл күрһәтте, беҙҙе көслө итте. Ошонан һуң беҙ уларға үҙ милкебеҙҙе биреп ҡуйырға тейешме ни?! Бындай эш кәрәкмәй беҙгә! Аллаһ менән ант итәм: беҙ уларға ҡылыстан башҡа бер ни бирмәбеҙ! Беҙҙе һәм уларҙы Аллаһ Үҙе хөкөм итһен әйҙә!» Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Мәйелең», – тип кенә ҡуя.

 

Ислам һәм йәһиллек һыбайлылары араһында

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар һаман дошман ҡамауы эсендә ҡала бирә. Улар араһында алыш булмай әле: ҡурәйштәрҙең һыбайлылары аттарын ҡыуа-ҡыуа сабып килә лә ур янында туҡтап ҡала. Соҡорҙо күргәс: «Аллаһ менән ант итәм! Был – аҫтыртын бер эш, мәкер бит. Ғәрәптәрҙең ундай тоҙаҡты бер ҙә күргәне юҡ ине әле», – тиешәләр.

Аҙаҡ ҡайһы бер һыбайлылар урҙың тар ере аша аттары менән икенсе яҡҡа сыға. Араларында Ғәмер ибн Ғәбдүөдди тигән билдәле сабышсы ла була, уның һәләтен мең һыбайлыныҡына тиңләйҙәр.

Ғәмер ибн Ғәбдүөдди мосолмандар янына килеп туҡтай ҙа: «Кем күҙгә-күҙ ҡарашып көрәшергә теләй?» – тип һорай. Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) килеп сыға ла: «Йә, Ғәмер! Әгәр ҙә ҡурәйштәрҙән кемдер берәү ике үтенес менән мөрәжәғәт итһә, шуларҙың береһен үтәйәсәкмен, тип һүҙ биргәнһең түгелме?» – тип һорай. Ул: «Эйе», – тип яуап бирә. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Беренсенән, мин һине Аллаһтың һәм Уның Рәсүленең юлына, йәғни Исламға саҡырам», – ти. Тегеһе: «Миңә бының кәрәге юҡ», – тип кенә ҡуя. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул сағында мин һине алышҡа саҡырам», – ти. Ғәмер: «Ни өсөн, энем?! Аллаһ менән ант итәм! Минең һине үлтергем килмәй», – тип ҡаршы сыға. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уға: «Аллаһ менән ант итәм! Ә минең һине үлтергем килә!» – ти. Асыуы ҡабарған Ғәмер эйәрҙән һикереп төшә лә атының аяҡтарына һуға, йоҙроғо менән моронона тондора. Аҙаҡ Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ташлана. Өйөрөлә-өйөрөлә ҡылыс менән алышырға тотоналар. Ахырҙа Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны үлтереп ҡуя.

 

Әсә улын көрәшкә һәм шаһитлыҡҡа илһамландыра

 

Мөьминдәр әсәһе Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) һөйләүенсә, бер көндө ул мөслимә ҡатындар менән бергә Бану Хәриҫ ҡәлғәһендә була. Ул саҡта уларға хижәб кейеү фарыз ителмәгән була әле. Быларҙың эргәһенән ҡыҫҡа ғына тимер күлдәктә Сәғед ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү) үтә. Ҡулы хатта терһәктәренә тиклем асыҡ була. Ҡулында ғорур рәүештә һөңгө тотҡан егет Хәмәл ибн Сәғдәндең шиғырын уҡый: «Мин – Хәмәл. Бик аҙ ғына ваҡыт алыштың шаһиты булдым. Мәле еткән булһа, үлемдең бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ». Сәғедтең әсәһе: «Дөрөҫ, улым. Ә һин, Аллаһ менән ант итәм, һуңлап бараһың», – ти. Ошонан һуң Сәғед (радыйаЛлаһу ғәнһү) Бану Ҡурайҙа яуы ваҡытында уҡ менән яралана һәм йәрәхәттәрҙән үлеп ҡала.

 

Күктәр һәм ер ғәскәре

 

Мөшриктәр ғәскәре мосолмандарҙы ҡәлғә кеүек уратып, ҡамап ала. Уларҙы бер айға яҡын һәр яҡтан да ҡамауҙа тоталар. Һынау киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә. Монафиҡтарҙың ысын йөҙө асыла башлай. Ҡайһы берәүҙәре Аллаһ Рәсүленән ﷺ Мәҙинәгә ҡайтырға рөхсәт һорай. «Ә икенсе төркөмө: «Беҙҙең өйҙәребеҙ һаҡһыҙ», – тип, пәйғәмбәрҙән (ҡайтырға) рөхсәт һораны. Әммә уларҙың өйө һаҡһыҙ түгел ине, улар ҡасырға уйлай ине» (Ҡөрьән, 33:13).

Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның сәхәбәләре Аллаһ һүрәтләгәнсә хәүеф һәм ҡайғы-хәсрәт хәлендә булған саҡта уларҙың эргәһенә Нөғәйем ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) килә лә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин Ислам ҡабул иттем, әммә халҡым был хаҡта белмәй әле. Ни теләйһең, шуны бойор миңә», – ти. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Һин беҙҙең арала үҙең генә. Үҙеңдең кешеләреңә бар. Әгәр ҙә булдыра алһаң, уларҙың беҙгә ҡаршы һуғышырға теләген һүндер. Һуғыш – ул хәйләләшеү бит», – ти.

Нөғәйем (радыйаЛлаһу ғәнһү) кире Бану Ҡурайҙа ҡәбиләһенә бара ла улар менән әңгәмәләшә. Уларҙың күңелендә бөтөнләй сит яҡтан булған Ҡурәйш һәм Ғәтәфән ҡәбиләләре менән булған дуҫлыҡ һәм килешеү хаҡында шик уята. Һәм үҙҙәренең илендә йәшәгән, күрше булып торған мөһәжирҙәр һәм ансарҙар менән дошманлашыуға икеләнеп ҡарарға мәжбүр итә. Ҡурәйштәрҙың һәм ғәтәфәндәрҙең билдәле кешеләрен аманат итеп алмайынса тороп, улар менән бергә көрәшкә сығырға ярамауына ишара ла яһай. Был алданып ҡалмауға ышанысты арттырасаҡ, тип белдерә. Йәһүдтәр уға: «Һин беҙгә бик яҡшы кәңәштәр бирҙең», – ти.

Нөғәйем (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙаҡ уларҙы ҡалдырып, ҡурәйш ҡәбиләһе халҡына китә. Улар менән ихлас һөйләшеп, изге ниәт менән йөрөүен күрһәтә. Йәһүдтәр үҙ ҡылыҡтары өсөн үкенә, шуға күрә һеҙҙең билдәле кешеләрегеҙҙе аманат булараҡ алып, аҙаҡ Пәйғәмбәргә ﷺ һәм уның сәхәбәләренә язалау өсөн биреп ебәрергә уйлай, тип тә хәбәр итә. Иң һуңынан үҙ ҡәбиләһе булған Ғәтәфән халҡына бара ла ҡурәйштәргә һөйләгәндәрҙе уларға ла бәйән итә.

Күкрәктәрендә йәһүдтәргә ҡарата асыу ҡайнаған ике яҡ та бик уяу булырға ҡарар итә. Шулай итеп, союздаш ҡәбиләләр тарҡалыуға табан бара башлай. Бөтәһе лә бер-береһенә шикләнеп ҡарай, хәүефләнә.

Әбү Суфйан һәм Ғәтәфән башлыҡтары мосолмандар менән хәл иткес көрәшкә сығыуҙы ашыҡтыра башлай. Ә бының менән бик риза булмаған йәһүдтәр уларҙан аманат талап итә. Шулай итеп, ҡурәйштәр өсөн дә, ғәтәфәндәр өсөн дә Нөғәйем ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләгәндәр раҫлана. Йәһүдтәрҙең талабын үтәүҙән баш тарталар. Тегеләр өсөн дә ҡурәйштәр менән ғәтәфәндәрҙең ышанысһыҙлығы асыҡлана. Шулай итеп, союздаштар бер-береһен ҡалдыра. Берҙәмлек юҡҡа сыға, уртаҡ фекергә килеп булмай.

Аллаһ Үҙ Пәйғәмбәренә ﷺ мәрхәмәтен күрһәтә: союздаш ҡәбиләләрҙе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә көслө һалҡын менән ыҙалата. Ел уларҙың ҡаҙандарын алып бәрә, палаткаларын туҙҙыра. Әбү Суфйан тороп баҫа ла: «Эй, ҡурәйш халҡы! Аллаһ менән ант итәм! Һеҙҙең торор урынығыҙ юҡ, дөйәләр һәм аттар ҡырыла. Бану Ҡурайҙа, биргән вәғәҙәһен боҙоп, һеҙгә ҡарата насар мөғәмәлә күрһәтте. Күреүегеҙсә, беҙ көслө елгә тап булдыҡ. Ҡаҙандарҙы ла, усаҡты ла, палаткаларыбыҙҙы ла тоторлоҡ түгел. Китегеҙ һеҙ, мин дә китәм», – ти. Бәйле торған дөйәһе эргәһенә барып, уға атлана ла һуғып ебәрә.

Ғәтәфән халҡы ла, ҡурәйштәрҙең ни эшләүе хаҡында ишеткәс, кирегә боролоу яғын ҡарай. Аллаһ Рәсүле ﷺ намаҙ уҡып торған саҡта күҙәтеүсе булараҡ ебәрелгән Хөҙәйфә ибн әл-Йәмән (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡайтып, яҡшы хәбәр килтерә. Ни күргәндәрен асыҡ бәйән итеп һала ул.

Таң атҡас, Мөхәммәт ﷺ, урҙы ҡалдырып, Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта. Мосолмандар ҙа ҡоралдарын һала. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай ти: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһ биргән ниғмәтте иҫкә алығыҙ. Һеҙгә кафыр ғәскәре килгәндә, Беҙ уға ҡаршы һеҙҙең күҙгә күренмәгән ел менән ғәскәр ебәрҙек. Һеҙҙең ни эшләгәнде Аллаһ күреп тора!» (Ҡөрьән, 33:9).

Бөйөк Раббыбыҙ тағы ла былай ти: «Ғәйрәтле кафырҙарҙы Аллаһ кире ҡаҡты. Улар яҡшылыҡ тапманы. Мөьминдәрҙе Аллаһ һуғыштан ҡотҡарҙы. Аллаһ ҡеүәтле, олуғ!» (Ҡөрьән, 33:25).

Һуғыш тамамлана. Унан һуң ҡурәйш халҡы мосолмандар менән алышҡа кире әйләнеп ҡайтмай. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ошоларҙан һуң ҡурәйш халҡы һеҙгә башҡаса һөжүм яһамаясаҡ, әммә һеҙ уларға ҡаршы яуға сығасаҡһығыҙ», – тип белдерә.

Ур көнөндә мосолмандар араһынан яҡынса ете кеше һәләк ителә. Мөшриктәрҙән дүрт кеше үлтерелә.

 

Бану Ҡурайҙа алышы

 

Килешеүҙе боҙоу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Мәҙинәгә килгәс, мөһәжирҙәр менән ансарҙар араһындағы мөнәсәбәт хаҡында килешеү яҙа. Шулай уҡ йәһүдтәр менән дошманлыҡты туҡтата ла килешеү төҙөй. Диндәрен һәм милектәрен бойондороҡһоҙ итә. Уларға үҙ шарттарын ҡуйып, уларҙыҡын да ҡабул итә. Килешеүҙә ошондайыраҡ һүҙҙәр була: ошо ҡағыҙға ҡултамға ҡуйыусылар бер-береһе менән көрәш алып бармаясаҡ, улар араһында ихласлыҡ, изгелек, яҡшы мөнәсәбәттәр хөкөм һөрөргә тейеш, кем дә кем көтмәгәндә һөжүм яһай, үҙенә тейешле шелтәһен ала.

Әммә Бану Нәдирҙән булған Хөйәййә ибн Әхтәб исемле күренекле йәһүд Бану Ҡурайҙа халҡын килешеүҙе боҙорға һәм ҡурәйштәргә ярҙам итергә ҡоторта. Ошонан һуң билдәле Кәғб ибн Әсәд әл-Ҡурайҙи: «Мин Мөхәммәттә дөрөҫлөк һәм тоғролоҡтан башҡа бер ни ҙә күрмәнем», – ти. Шулай ҙа Кәғб ибн Әсәд килешеүҙе боҙа. Шулай итеп, ул үҙе һәм Аллаһ Рәсүле ﷺ араһында булған нәмәләрҙән ҡотола.

Килешеүҙе боҙоу тураһындағы хәбәр Пәйғәмбәргә лә ﷺ барып етә. Ул мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн Бану Ҡурайҙаның союздашы булып торған Әүс ҡәбиләһенән Сәғед ибн Мөғәҙҙе (радыйаЛлаһу ғәнһү) һәм әл-Хәзрәж ҡәбиләһенән Сәғед ибн Ғөбәйҙәне (радыйаЛлаһу ғәнһү), шулай уҡ улар менән бергә ансарҙар араһынан бер нисә ир-егетте ебәрә. Хәлдең хәбәр ителгәндән күпкә насарыраҡ икәнлеге асыҡлана. Тегеләр, Пәйғәмбәрҙе ﷺ мыҫҡыллап: «Кем һуң ул Аллаһ Рәсүле? Беҙҙең менән Мөхәммәт араһында бер ниндәй килешеү ҙә, бер-беребеҙ алдында яуаплылыҡ та юҡ», – тиешергә тотонған икән.

Дошмандар һөжүм яһарға әҙерләнә башлай. Мосолмандарға арттан бысаҡ ҡаҙарға уйлайҙар. Көсөргәнеш артҡандан-арта бара. Һәм был хәл мосолмандар өсөн асыҡтан-асыҡ һөжүмгә барыуға һәм майҙан алдына сығып һуғышыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ була. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай ти: «Бына улар өҫтән дә, аҫтан да уратып алды. Һеҙҙең күҙегеҙ аларҙы, йөрәгегеҙ боғаҙығыҙға килде, Аллаһ тураһында төрлө нәмә уйланығыҙ» (Ҡөрьән, 33:10).

 

Бану Ҡурайҙа яғына барыу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар урҙан кире Мәҙинәгә әйләнеп ҡайтып, ҡоралдарын һалғас, Ябраил (ғәләйһис-сәләм) килә лә: «Ҡоралыңды һалдыңдамы ни, эй, Аллаһ Рәсүле?» – тип һорай. Ул ﷺ: «Эйе», – тип яуап бирә. Ябраил (ғәләйһис-сәләм) уға: «Ә фәрештәләр ҡоралын һалмаған әле. Аллаһ (ғәззә үә джәллә) һиңә Бану Ҡурайҙа яғына барырға әмер итә. Мин уларҙы барып дер һелкетәсәкмен», – ти. Аллаһ Рәсүле ﷺ мүәҙҙиненә: «Кем дә кем ишетә һәм буйһона, шул икенде намаҙын Бану Ҡурайҙа ерендә ҡылырға тейеш», – тип хәбәр итергә ҡуша.

Пәйғәмбәр ﷺ Бану Ҡурайҙа еренә килә һәм егерме биш көн дауамында уларҙы ҡамап тота. Аллаһ Тәғәлә дошмандың йөрәгенә ҡурҡыу тойғоһон урынлаштырып, улар өсөн әлеге хәл түҙеп торғоһоҙға әйләнгәнсе дауам итә был.

Бану Ҡурайҙа халҡы Аллаһ Рәсүленә ﷺ бирелергә мәжбүр була. Шул саҡ Әүс ҡәбиләһе кешеләре еңелеүселәрҙе яҡлап сыға, сөнки Бану Ҡурайҙа халҡы уларҙың ҡарауы аҫтында булған була. Пәйғәмбәр ﷺ: «Эй, Әүс халҡы! Уларҙың яҙмышын арағыҙҙан берәү хәл итергә тейеш, тигән ҡарар менән килешәһегеҙме?» – тип һорай. Улар: «Әлбиттә», – тип яуап бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Был кеше Сәғед ибн Мөғәҙ буласаҡ», – ти. Һәм уның артынан кеше ебәрә. Халҡы уға: «Үҙ ҡарауың аҫтында булған кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә ит. Аллаһ Рәсүле һиңә был эште изгелек менән атҡарып сығарһын өсөн тапшырҙы», – ти. Халыҡ ошо хаҡта ҡат-ҡат тыҡый башлағас, Сәғед (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Мин Сәғед бит. Миңә һәр төрлө шелтәләрҙән ҡурҡып тороу килешмәй. Мин Аллаһтан ғына ҡурҡырға тейешмен!» – ти. Аҙаҡ ҡарарын әйтеп һала: «Мин уларҙың ирҙәрен үлтерергә, милектәрен бүлергә һәм ҡатындары менән балаларын әсирлеккә алырға тигән хөкөм сығарам». Аллаһ Рәсүле ﷺ уға: «Һин Аллаһ хөкөмө менән эш иттең», – ти. Был Исраил улдарының хәрби ҡанунында ҡулланылған Тәүрәттән килгән хөкөм була. Сәғед ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү) сығарған хөкөм Бану Ҡурайҙа халҡында ҡулланылыш таба. Шулай итеп, мосолмандар артҡы яҡтан һөжүм хәүефенән азат ителә.

Хәзрәж халҡы Пәйғәмбәргә ﷺ ҡаршы ғәскәр йыйыусы Сәләм ибн Әбү әл-Хәҡиҡ тигән кешене үлтерә. Быға тиклем Әүс кешеләре Кәғб ибн Әшрәф тигән кешене үлтергән була. Ул гел генә башҡаларҙы Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡаршы ҡотортоп, дошманлыҡ эштәре алып барған икән. Мосолмандар ҡәтғи рәүештә Исламға һәм мөьминдәргә ҡаршы көрәшеүсе башлыҡтарҙан ҡотола. Шулай итеп, улар именлеккә өлгәшә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ тикшереп килеү өсөн һыбайлыларҙы төрлө тарафтарға ебәрә. Бану Хәнифә ҡәбиләһенең башлығы булған Ҫөмәмә ибн Әҫәл исемле кешене алып килеп, мәсеттең бер бағанаһына бәйләп ҡуялар. Пәйғәмбәр ﷺ уны күреп ҡалып: «Йә, ниҙәр уйлайһың, эй, Ҫөмәмә?» – тип һорай. Уныһы: «Әгәр ҙә мине үлтерһәң, был ҡан өсөн ҡан менән үс алыу ғәҙәте буйынса булыр. Ярлыҡаһаң, изге кешене ғәфү итәһең тигән һүҙ. Аҡса кәрәк икән, һора. Ни теләйһең, шуны алырһың», – тип яуаплай. Пәйғәмбәр ﷺ уны ҡалдырып китә. Аҙаҡ кире әйләнеп килә лә, шул уҡ һорауын бирә. Тегеһе лә тәүге тапҡырҙағы кеүек үк яуап ҡайтара. Өсөнсө мәртәбә лә шул уҡ хәл ҡабатлана. Бынан һуң Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ҫөмәмәне ебәрегеҙ!» – тип әмер бирә. Һәм уны азат итәләр.

Ҫөмәмә (радыйаЛлаһу ғәнһү) мәсеттән алыҫ булмаған пальма ҡулҡыһына бара ла ғөсөл ҡойона. Аҙаҡ Пәйғәмбәр ﷺ янына килеп, Ислам ҡабул итә лә: «Аллаһ менән ант итәм! Минең өсөн ер йөҙөндә һинең йөҙөңдән дә ерәндергесерәк йөҙ юҡ ине. Ләкин хәҙер инде – минең өсөн иң һөйкөмлөһө. Аллаһ менән ант итәм! Минең өсөн һинең динеңдән дә яуызыраҡ дин юҡ ине. Ләкин хәҙер һинең динең минең өсөн иң ҡәҙерлегә әйләнде. Һыбайлыларың мине тотоп алғанда мин ғөмрә эшләргә теләгән инем», – тип белдерә. Аллаһ Рәсүле ﷺ, уны шатландырып, ғөмрә яһарға әмер бирә.

Ҫөмәмә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡурәйштәргә килгәс, улары: «Һин диндән баш тарттыңмы ни, эй, Ҫөмәмә?» – тип һорашырға керешә. Ул: «Аллаһ менән ант итәм, юҡ! Мин бары тик Ислам ҡабул иттем һәм Мөхәммәттең ﷺ артынан эйәрҙем. Аллаһ менән ант итәм! Көллөгөҙ ҙә Аллаһ Рәсүленә ﷺ иман килтермәйенсә тороп, Йәмәм ерҙәренән бер генә бойҙай бөртөгө лә ала алмаясаҡһығыҙ!» – тип әйтеп һала. Йәмәм Мәккәне аҙыҡ менән тәьмин итеп тороусы ер була.

Ҫөмәмә (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙ иленә ҡайтып еткәс, Мәккә ерен тәьмин итеүҙе тыя. Ҡурәйш халҡы, тамам аслыҡтан биҙеп, йонсоп бөткәс, Аллаһ Рәсүленә ﷺ мәрхәмәтлек күрһәтеүен, Ҫөмәмәгә (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙыҡ менән тәьмин итеүҙе тергеҙергә бойороуын һорап хәбәр ебәрә. Пәйғәмбәр ﷺ уларҙың үтенесен кире ҡаҡмай.

 

Хөдәйбиә солохо

 

Мосолмандарҙың Мәккәгә инергә әҙерләнеүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәккәгә барып ингәнмен һәм изге йорт тирәләй тауаф эшләгәнмен икән тип төш күрә. Һәм был хаҡта сәхәбәләренә лә хәбәр итә. Улар был саҡта Мәҙинәлә булған була әле. Барыһы ла, ҡыуанышып, төштө тик яҡшыға юрай. Мәккә менән Кәғбәгә ҡағылған вәғәҙә оҙаҡ ваҡыт үтәлмәй тора. Мосолмандар бөтә тәне-йәне менән изге йорт тирәләй тауаф эшләргә теләй.

Мөһәжирҙәрҙең күңелендә Мәккәгә ҡарата һағыныу тойғоһо көсәйгәндән-көсәйә бара. Улар, шунда тыуып үҫкәс, был ҡалаға ҡарата оло һөйөү хистәре кисерә. Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәбәренән һуң мосолмандар уның менән бергә Мәккәгә юлланырға әҙерләнә башлай.

 

Оҙаҡ ваҡыттан һуң Мәккәгә ҡарай юлланыу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ алтынсы йылдың зөлҡәғиҙә айында ғөмрә яһау өсөн Мәҙинәнән сыға. Һуғыш булыуын һис тә теләмәй. Уның менән бергә мең ярым кеше туплана, үҙҙәре менән ҡорбанлыҡ малдары ла була. Пәйғәмбәр ﷺ изге йортҡа табан ғөмрәгә сығыуын белһендәр өсөн ихрам кейемен дә ала.

Аллаһ Рәсүле ﷺ бер нисә һыбайлыһын ҡурәйштәр хаҡында мәғлүмәт килтерһен өсөн алдан ебәргән була. Ғөсфән еренә еткәс, янына шуларҙың береһе килә лә: «Улар барыһы ла һиңә ҡаршы сығыу өсөн йыйылған. Һәм, бер нигә ҡарамай, һине изге йортҡа яҡын ебәрмәҫкә тырышасаҡтар», – тип һөйләп бирә. Пәйғәмбәр ﷺ юлын артабан дауам итеп, Хөдәйбиәнең иң төпкө, аҙ һыулы еренә тиклем барып етә. Сәхәбәләре һыуһап, зарланырға тотона. Пәйғәмбәр ﷺ һаҙағынан уҡ сығара ла уны бер һыу ятҡылығына ҡаҙарға ҡуша. Ошонан алып улар ҡуҙғалып киткәнсе һыу урғылып-урғылып сығыуҙан туҡтамай.

Ҡурәйш халҡы Аллаһ Рәсүленең ﷺ килеүенән бик ҡурҡа. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләре араһынан берәүҙе ҡурәйштәргә ебәреү ниәте менән Ғөҫмән ибн Ғәффәнде (радыйаЛлаһу ғәнһү) саҡырып ала ла: «Уларға һуғыш өсөн килмәүебеҙ хаҡында хәбәр ит. Бары тик ғөмрә яһарға теләүебеҙҙе әйт. Уларҙы Исламға өндә», – ти. Шулай уҡ Мәккәләге мөьмин ир-егеттәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы еңеү менән ҡыуандырырға ҡуша. Аллаһтың (ғәззә үә джәллә) Мәккәгә Үҙ дине өсөн ярҙам күрһәтәсәге, башҡаса бер кемгә лә күңелендәге иманын йәшереп йөрөү кәрәкмәйәсәге хаҡында хәбәр итергә лә бойора.

Ғөҫмән (радыйаЛлаһу ғәнһү) Мәккәгә юллана. Әбү Суфйан һәм башҡа күренекле ҡурәйштәр янына килә лә уларға Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәбәрен еткерә. Улар, Ғөҫмәндең (радыйаЛлаһу ғәнһү) хәбәрен тыңлап бөткәс: «Теләгең булһа, Кәғбә тирәләй тауаф эшлә», – ти. Ул: «Аллаһ Рәсүле ﷺ тауаф ҡылмай тороп, мин быны эшләмәйәсекмен», – тип белдерә.

 

Ридуан анты

 

Аллаһ Рәсүленә ﷺ Ғөҫмән үлтерелгән тигән хәбәр килеп етә. Ул сәхәбәләрен ант бирергә саҡыра. Мосолмандар ағас төбөндә ултырған Пәйғәмбәр ﷺ янына йыйылып, уға ﷺ яу яланын ташлап ҡасмаҫҡа вәғәҙә бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡулын ҡулға һала ла: «Был Ғөҫмән өсөн!» – ти. Шулай итеп, Хөдәйбиәлә ағас аҫтында Ридуан анты бирелә. Ул хаҡта Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Ағас аҫтында (Хөдәйбиәлә) һиңә ант иткән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды» (Ҡөрьән, 48:18).

Аллаһ Рәсүле ﷺ менән ҡурәйш вәкилдәре араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Пәйғәмбәр ﷺ уларға: «Беҙ берәү менән дә көрәшер өсөн килмәнек. Беҙ бары тик ғөмрә яһарға теләйбеҙ», – ти. Ә ҡурәйштәр, тәкәбберләнеп, үҙһүҙлеләнеүен дауам итә.

Вәкилдәрҙең береһе булған Ғөрүә ибн Мәсғүд әҫ-Ҫәҡәфий иптәштәре янына әйләнеп ҡайта ла: «Эй, кешеләр! Аллаһ менән ант итәм! Миңә күп батшаларҙың, императорҙарҙың, Хосройҙоң, Нәджәшийҙең эргәһендә булырға тура килде. Һәм, Аллаһ менән ант итәм, Мөхәммәтте сәхәбәләре хөрмәт иткән кеүек бер батшаға ла хеҙмәтселәренең шулай ихтирам күрһәткәнен күргәнем булманы», – тип, күргәндәренең барыһын да һөйләп бирә.

 

Килешеү. Солох. Хикмәт. Йомшаҡлыҡ

 

Ҡурәйш халҡы Сөһәйел ибн Ғәмер исемле кешене мосолмандарға ебәрә. Аллаһ Рәсүле ﷺ, уны күргәс: «Халыҡ солох теләгәнгә был кешене ебәргән», – ти. «Эйе. Беҙҙең менән һеҙҙең арала килешеү төҙө», – ти тегеһе. Пәйғәмбәр ﷺ Ғәли ибн Әбү Талибты (радыйаЛлаһу ғәнһү) күсереп яҙыусы булараҡ саҡырып ала. Һәм әйтә башлай: «БисмиЛләһир-Рәхманир-Рәхим» тип яҙ». Сөһәйел: «Аллаһ менән ант итәм, Әр-Рәхман кем икәнен беҙ белмәйбеҙ. Элеккесә «БисмикаЛлаһүммә» тип яҙ», – тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Мосолмандар: «Аллаһ менән ант итәбеҙ! Беҙ «БисмиЛләһир-Рәхманир-Рәхим» тип кенә яҙасаҡбыҙ», – тип шаулаша башлай. Пәйғәмбәр ﷺ: «БисмикаЛлаһүммә» тип яҙ», – ти. Артабан тағы әйтә башлай: «Аллаһ Рәсүле Мөхәммәт хәл итте» тип яҙ». Сөһәйел тағы: «Аллаһ менән ант итәм! Һинең Аллаһ Рәсүле икәнеңде белһәк, беҙ һиңә Кәғбәгә барырға ҡамасауламаҫ инек, ҡаршы көрәшеп тә тормаҫ инек. «Мөхәммәт ибн Ғабдуллаһ» тип яҙ», – тип ҡаршы төшә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Һеҙ мине кире ҡаҡһағыҙ ҙа, мин барыбер Аллаһ Рәсүле», – ти. Артабан: «Мөхәммәт ибн Ғабдуллаһ», – тип яҙырға ҡуша ла Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) бығаса яҙғанын юйырырға бойора. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Юҡ, Аллаһ менән ант итәм, юймайым бер нәмәне лә», – ти. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ҡайҙа торғанлығын күрһәт әле», – ти ҙә үҙе яҙыуҙы юйып ҡуя.

Пәйғәмбәр ﷺ: «Мөхәммәт ибн Ғабдуллаһ хәл итте: һеҙ беҙгә Кәғбә тирәләй тауаф эшләргә ҡамасаулыҡ ҡылмаясаҡһығыҙ», – ти. Сөһәйел: «Аллаһ менән ант итәм! Юҡ, юғиһә ғәрәптәр беҙҙе быны кемдер берәү мәжбүр итеп эшләткән, тип һөйләй башлаясаҡ. Быға икенсе йыл юл ҡуйырбыҙ», – ти. Артабан ул тағы үҙ шартын ҡуя: «Һинең динеңде ҡабул иткән хәлдә лә һиңә килеүсе һәр кешене кире ҡайтарасаҡһың». Мосолмандар: «СөбханаЛлаһ! Мосолман булып килгән кешене нисек кире мөшриктәргә ҡайтарып ебәрәйек беҙ?» – тип ҡаршы төшә. Шул ваҡыт бығауланған Әбү Йәндәл (радыйаЛлаһу ғәнһү) Мәккә үҙәне яғынан килеп етә лә, йығылып китә. Быны күреп, Сөһәйел: «Эй, Мөхәммәт, мин һиңә иң тәүҙә уны ҡайтарырға тейешһең, тигән шарт ҡуям», – ти. Пәйғәмбәр ﷺ: «Беҙ әле килешеү төҙөмәнек бит әле», – ти. Сөһәйел: «Аллаһ менән ант итәм! Ул сағында мин һинең менән бер ҡасан да бер ниндәй ҙә килешеү төҙөмәйәсәкмен», – тип ҡыҙып китә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Миңә бир һин уны», – ти. Уныһы: «Мин һиңә уны бирмәйәсәкмен», – тип ҡаршы төшә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Шулай ҙа бир һин миңә уны», – тип ныҡыша. Тегенеһе: «Юҡ, мин быны эшләмәйәсәкмен», – тип ҡаршылаша. Әбү Йәндәл (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, мосолмандар! Мин мосолман булғандан һуң кире мөшриктәргә ҡайтарылырмынмы һуң?!» – тип әсенә. Шулай ҙа Аллаһ хаҡына ҡаты ғазаптарға дусар ителә. Аллаһ Рәсүле ﷺ уны кире ҡайтарып ебәрә.

Ике яҡ шундай шарттарҙа килешеү төҙөй: ун йылға һуғышты туҡтатып торорға, кешеләр именлектә ҡалырға тейеш; бер-береңде һуғыш башлауҙан аралап ҡалыу; ҡурәйш ҡәбиләһенән берәү үҙенең вәлиенең рөхсәтенән тыш Мөхәммәткә ﷺ килһә, ул уны кире ҡайтарырға тейеш була; әгәр ҙә Мөхәммәттән ﷺ берәү Ҡурәйш ҡәбиләһенә килһә, улар уны кире ҡайтармаясаҡ; кемдер Мөхәммәт ﷺ менән берләшергә теләһә, ул быны эшләй аласаҡ; кем дә кем ҡурәйш ҡәбиләһе менән берләшергә теләй икән, ул быны эшләргә хоҡуҡлы.

 

Мәҙинәгә әйләнеп ҡайтыу

 

Мосолмандар, солох, кире ҡайтарыу мәсьәләһе һәм Аллаһ Рәсүленә ﷺ төшкән ауырлыҡтар хаҡында белгәс, төшөнкөлөккә бирелә. Бер көндө Ғүмәр ибнүл-Хаттаб (радыйаЛлаһу ғәнһү) Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) янына килә лә: «Аллаһ Рәсүле беҙгә, изге йортҡа барып, уның тирәләй тауаф эшләйәсәкбеҙ, тип хәбәр итмәгән инеме ни?» – тип һорай. Ул: «Әлбиттә. Ул һиңә быйыл барасаҡһың тип әйттеме ни?» – ти. «Юҡ», – тип яуап бирә Ғүмәр (радыйаЛлаһу ғәнһү). Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Һин унда барасаҡһың һәм уның тирәләй тауаф эшләйәсәкһең», – ти.

Солох килешеүен тамамлағас, Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең ҡорбанлыҡ малын һуя. Аҙаҡ ултырып, башын ҡыра. Был хәлде мосолмандар бик ауыр ҡабул итә. Сөнки улар Мәккәгә барып, ғөмрә эшләй алыуҙарына шикләнмәйенсә юлға сыҡҡан була. Аллаһ Рәсүленең ﷺ ҡорбанлығын салып, башын ҡырыуын күргәс, улар ҙа үҙҙәренең ҡорбанлыҡтарын салырға, баштарын ҡырырға тотона. Хатта ығы-зығы, этеш-төртөш арҡаһында бер-береһен тапай яҙалар.

 

Лайыҡһыҙ солохмо, әллә асыҡ еңеүме?

 

Аҙаҡ улар Мәҙинәгә кире әйләнеп ҡайта. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Аллаһ Тәғәлә ошо аяттарҙы төшөрә: «Ысынлап та, Беҙ һиңә асыҡ күренеп торған еңеү бирҙек, элекке һәм һуңғы гонаһтарыңды Аллаһ ярлыҡаһын, Үҙенең ниғмәтен һиңә тамам ҡылһын, хаҡ юлға төшөрһөн өсөн, Аллаһ һиңә оло ярҙам күрһәтһен өсөн» (Ҡөрьән, 48:1-3). Ғүмәр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Аллаһ Рәсүле! Был еңеү булдымы ни?!» – тип һорай. Ул ﷺ: «Эйе», – тип яуап бирә.

 

“Бәлки, яратмаған нәмәгеҙ булыр, ә ул һеҙгә хәйерле”

 

Мәҙинәгә әйләнеп ҡайтҡас, уларға ҡурәйштәр араһынан Әбү Басир Ғөтбә ибн Әсид исемле кеше килә. Ҡурәйш халҡы уның артынса кире ҡайтырыу талабы менән ике ир-егетте ебәрә. «Беҙгә биргән вәғәҙәңде үтә», – тиҙәр Пәйғәмбәргә ﷺ. Ул ﷺ Әбү Басирҙы теге ике иргә биреп ҡайтара. Әммә теге тотҡонлоҡтан ҡотола ла, ҡасып, Сиф әл-Бәхер тигән ерлеккә тиклем барып етә. Әбү Йәндәл дә, ҡәбиләһенән ҡасып китеп, уға ҡушыла. Ҡурәйштәр араһынан башҡа кешеләр ҙә сығып, Әбү Басирға ҡушыла башлай. Хатта, бергә йыйылышып, Сүриәгә ҡарай юлланған ҡурәйш ҡәбиләһе каруандарына һөжүм итә башлайҙар: үтер юлдарын ҡамайҙар, уларҙы үлтерәләр, байлыҡтарын тартып алалар. Ҡурәйш халҡы, Аллаһ исеме һәм туғанлыҡ бәйләнештәре менән үтенеп, Пәйғәмбәрҙән ﷺ теге кешеләрҙе үҙенә саҡыртып алыуын һорай башлай. Кемеһелер кире әйләнеп ҡайтһа, уға бер ниндәй ҙә зыян килтермәҫкә һүҙ бирәләр.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Хөдәйбиә солохон төҙөгәндә ҡурәйштәр ҡуйған барлыҡ шарттарҙы ла ҡабул иткәс, улары быны үҙ файҙаларына булған килешеү һәм еңеү тип уйлай. Әммә мосолмандар иман көслөлөгө һәм Пәйғәмбәргә ﷺ һүҙһеҙ буйһоноуҙары арҡаһында оло сабырлыҡ күрһәтә. Шулай итеп, улар өсөн көтөлмәгәндә еңеү килә һәм Ислам динен ғәрәп илендә йәшенмәйсә, асыҡтан-асыҡ таратыу өсөн өр-яңы мөмкинлектәр тыуа. Мәккәгә инеү, Рим императорын, фарсы батшаһы Хосройҙо, Мысыр хакимын һәм ғәрәп башлыҡтарын Исламға саҡырыу өсөн киң юл асыла. Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Һеҙгә һуғыш фарыз ителгән, ә һеҙ уны яратмайһығыҙ. Бәлки, һеҙҙең яратмаған нәмәгеҙ булыр, ә ул һеҙгә хәйерле. Бәлки, һеҙ ниҙелер яратаһығыҙҙыр, ә ул һеҙгә зыянлы. Ысынлап та, Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» (Ҡөрьән, 2:216).

 

Хәлид ибн Вәлид менән Ғәмер ибн әл-Ғәстең Ислам ҡабул итеүе

 

Хөдәйбиә солохо күп кенә кешеләрҙең йөрәге асылыуына сәбәпсе була. Мәҫәлән, Ҡурәйш ҡәбиләһенең һыбайлы ғәскәре башлығы булған Хәлид ибн Вәлид (радыйаЛлаһу ғәнһү) Исламға килә. Бөйөк-бөйөк һуғыштарҙа дан ҡаҙанған өсөн Аллаһ Рәсүле ﷺ «Аллаһ ҡылысы» тип йөрөткән был кеше Аллаһ ризалығы өсөн үҙен аямайса алышыусыларҙың береһе була. Шам ерҙәре лә тап уның ҡулдары менән асыла.

Алдынғы юлбашсыларҙың береһе булған Ғәмер ибн әл-Ғәс тә (радыйаЛлаһу ғәнһү) мосолмандар сафына инә. Аҙаҡ ул Мысыр ерҙәрен яулап ала.

Улар Ислам динен Хөдәйбиә солохонан һуң Мәҙинәгә килеп ҡабул итә.

Был килешеү мосолмандарҙың мөшриктәр менән ҡатышыуына килтерә. Мөшриктәр мосолмандарҙың әхлаҡлылығын, Ислам диненең матур һәм яҡшы яҡтарын күрә. Ошо солох арҡаһында кешеләр күпләп Исламға инә, йыл ысын мәғәнәһендә уңышлы була.

 

Батшаларҙы һәм хакимдарҙы Исламға саҡырыу

 

Дәғүәт һәм хикмәт

 

Солох тамамланып, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлағас, Аллаһ Рәсүле ﷺ батшаларға һәм ғәрәп хакимдарына дингә саҡырып хат ебәрә башлай. Һәйбәт өгөт-нәсихәт һәм хикмәт менән мөрәжәғәт итә ул ﷺ. Бик ҙур хәстәрлек менән һәр береһенә тап килерҙәй телде белгән илсе һайлай. Алдан уҡ хакимдарҙың мисәтһеҙ яҙманы ҡабул итмәүе хаҡында белә, шуға күрә көмөштән мисәт эшләтә. Унда «Мөхәммәт – Аллаһ Рәсүле» тип уйып яҙылған була.

 

Ираклийҙың Исламды таныуы һәм унан баш тартыуы

 

Хат алыусылар араһында Рим императоры Ираклий, фарсы императоры Хосрой, Эфиопия негусы һәм Мысыр муҡауҡисы була. Ираклийға, негусҡа һәм муҡауҡисҡа килгәндә инде, улар ихтирам һәм хөрмәт күрһәтә.

Ираклий Пәйғәмбәрҙең ﷺ эшенең дөрөҫлөгөнә ышаныу өсөн уның һорауҙарына яуап бирерҙәй кешене эҙләй башлай. Һәм осраҡлы рәүештә Йәрүсәлимдә тауар каруаны менән йөрөгән Әбү Суфйанды табып ала, уныһы Пәйғәмбәрҙең ﷺ яҡын туғаны ла булып сыға. Ираклий дин белгесе, пәйғәмбәрҙәргә хас сифаттарҙы, уларҙың йәшәү рәүешен, халыҡтың уларға ҡарата мөнәсәбәтен, уларҙың эштәре буйынса Аллаһ ҡанундарын яҡшы белеүселәрҙән була. Әбү Суфйан, артында торған ғәрәптәр ялғанымды фаш итер тип, дөрөҫөн һөйләп бирә.

Ираклий, Әбү Суфйандың һөйләгәндәрен тыңлап, Мөхәммәттең ﷺ ысынлап та пәйғәмбәр икәненә инанғас: «Әгәр ҙә һин әйткәндәр хаҡ булһа, ул минең аяҡ аҫтымдағы ергә хужа буласаҡ. Мин уның сит ил кешеһе буласағы хаҡында белә инем, әммә ул һеҙҙең арағыҙҙан булыр тип уйламаным. Әгәр ҙә уға барып етеү хәлемдән килерҙәй эш икәнлеген белһәм, уның менән осрашырға тырышыр инем. Осрата алһам инде, мотлаҡ рәүештә, уның аяғын йыуыр инем», – ти. Аҙаҡ һарайына Римдең арҙаҡлы кешеләрен саҡырып алып, улар артынан ишекте бикләргә ҡуша ла: «Эй, румлылар! Уңыш ҡаҙанырға, тура юлға баҫырға һәм иманығыҙҙы нығытырға теләһәгеҙ, ошо пәйғәмбәр артынан эйәрегеҙ», – ти. Быны ишеткән кешеләр ни эшләргә белмәй ишеккә ташлана, әммә ул бикле булып сыға. Ираклий, халҡының һис ҡасан икенсе дингә риза булмаясағына ышанғас: «Минең янға кире йыйылһындар!» – тип әмер бирә. Аҙаҡ теге кешеләргә: «Мин һеҙҙең үҙ динегеҙгә ысын күңелдән бирелгәнлегегеҙҙе белә инем. Һәм быға тағы бер инандым», – ти. Тегеләре уның алдына тубыҡлынып, ошо халәттәре менән риза булыуҙарын күрһәтә.

Шулай итеп, Ираклий власты тура юлға ҡарағанда өҫтөнөрәк күрә. Уның менән мосолмандар араһында бер аҙ һуңыраҡ, шулай уҡ Әбү Бәкр, Ғүмәр (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) хакимлығы ваҡытында ла, алыштар була. Рим императорына власты ҡалдырып китергә лә тура килә.

 

Негус менән муҡауҡистың әҙәбе

 

Негус менән муҡауҡисҡа килгәндә, улар Аллаһ Рәсүленең ﷺ илселәренә хөрмәт күрһәткән, йомшаҡ мөғәмәләлә булған. Муҡауҡис бүләк булараҡ ике хеҙмәтсе ҡыҙыҡайҙы ла ебәргән. Уларҙың берәүһе Пәйғәмбәрҙең ﷺ улы Ибраһимдың әсәһе Мәриәт була.

 

Хосройҙың тәкәбберлек күрһәтеүе һәм язаһын алыуы

 

Фарсы Хосройона Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәбәрен уҡығас, ул: «Түбән кимәлдәге меҫкен ҡол миңә ошо нәмәне яҙғанмы?!» – тип, мөрәжәғәтте йыртҡыслап ташлай. Был хәбәр Аллаһ Рәсүленә ﷺ барып еткәс, ул ﷺ: «Аллаһ уның батшалығын пыран-заран килтерһен!» – ти.

Хосрой үҙенең Йәмәндәге урынбаҫары Бәҙәнгә Пәйғәмбәрҙе ﷺ көсләп үҙ янына алып килергә бойора. Ә Бәҙән үҙенең көслө бер илсеһен ебәрә лә, былай тип әйтергә ҡуша: «Батшаларҙың батшаһы әмиребеҙ Бәҙәнгә һинең артыңдан һине уға илтеп ҡуйыусы кешеләрҙе ебәрергә ҡушҡан. Ул мине тәғәйенләне. Һин минең менән бергә барырға тейешһең». Аллаһ Рәсүле ﷺ, быларҙы ишеткәс, уға: «Аллаһ Хосройҙо уның үҙенең улының ҡулдары менән үлтерҙе», – тип хәбәр итә.

Йылдар үтеү менән Аллаһ, Хосройҙоң батшалығын пыран-заран килтереп, уны мосолмандар ҡарамағына тапшыра. Һәм Иран ерендә йәшәүселәргә Исламға юл күрһәтә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәрәп хакимдарына ла хәбәр ебәрә. Уларҙың кемеһелер Исламды ҡабул итә, кемеһелер баш тарта.

 

Хәйбәр алышы

 

Аллаһ бүләге

 

Аллаһ (сүбхәнә үә тәғәлә) Хөдәйбиәлә Ридуан антын биреүселәрҙе, яҡынлашып килгән еңеү һәм оло табыш менән ҡыуандырып, былай ти: «Ағас аҫтында (Хөдәйбиәлә) һиңә ант иткән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды. Күңелдәрендә ни барын белеп, уларға тыныслыҡ бирҙе. Бүләк итеп, тиҙ арала еңеү, алыр өсөн мул ғәнимәт бирҙе. Аллаһ олуғ, хикмәтле!» (Ҡөрьән, 48:18-19).

Был еңеүҙәрҙең һәм табыштарҙың тәүге күрһәткесе – Хәйбәр алышы. Мәҙинәнән етмеш миль алыҫлыҡта урынлашҡан Хәйбәр йәһүдтәр йәшәгән ер була. Унда йәһүдтәрҙең үтеп инә алмаҫлыҡ ҡәлғәләре һәм хәрби базалары тора. Аллаһ Рәсүле ﷺ улар яғынан бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр янамауын, именлек булыуын теләй.

 

Мөьминдәр армияһы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Хөдәйбиәнән әйләнеп ҡайтҡандан һуң Мәҙинәлә зөлхизә айын һәм мөхәррәм айының бер ни тиклем өлөшөн үткәрә. Аҙаҡ, мөхәррәм айының аҙағында, Хәйбәргә юллана. Китеп барғанда Ғәмир ибн әл-Әнүәғ былай тип һамаҡлай: «Йә Аллаһ! Әгәр ҙә Һин булмаһаң, беҙ дөрөҫ юлға баҫмаған булыр инек. Саҙаҡа ла бирмәҫ инек, намаҙ ҙа уҡымаҫ инек. Беҙҙең кәмселектәребеҙҙе кисер. Һинең өсөн ҡорбан булһаҡ ине. Аяҡтарыбыҙҙы нығытһаң ине. Дошмандарҙы осрата ҡалһаҡ, беҙгә тыныслыҡ ебәр. Әгәр ҙә улар беҙҙе хәҡиҡәткә ҡаршы китергә саҡыра башлаһа, беҙ бынан баш тартырбыҙ! Кафырҙар инде башҡаларҙы, оран һалып, беҙгә ҡаршы саҡыра».

Пәйғәмбәр ﷺ мең дүрт йөҙ һуғышсыһы булған ғәскәре менән алға ҡуҙғала. Улар араһында ике йөҙ һыбайлы ла була. Ул Хөдәйбиәлә булмағандарҙы үҙе менән бергә алмай. Сәхәбәләр араһынан ауырыуҙарға һәм яралыларға ярҙам итеү, һыу, аҙыҡ-түлек килтереү һәм алыш ваҡытында булышлыҡ итеү өсөн егерме ҡатын-ҡыҙ ҙа сыға.

Юлда китеп барғанда Аллаһ Рәсүле ﷺ ашарға килтереүҙәрен һорай. Бутҡанан башҡа бер ни ҙә табылмай. Ул бутҡаны килтертә лә үҙе ашай башлай, мосолмандар ҙа ҡушыла. Хәйбәргә етеп барғанда Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итә, Хәйбәрҙең һәм уның халҡының яуызлығынан тик Уға ғына һыйыныуын белдерә.

Ниндәй ҙә булһа ҡәүемгә һөжүм яһар алдынан ул ﷺ таңға тиклем бер нәмә лә эшләмәй тора. Иртән аҙан тауышын ишетһә, һөжүм яһау уйынан кире ҡайта, ишетмәһә – яуға ҡуҙғала. Шулай, таң атҡас та Хәйбәрҙә аҙан тауышы сыҡмағас, ул ﷺ һыбай ултырып ала. Ҡалғандар ҙа артынан эйәрә. Улар иртә менән көрәк һәм кәрзиндәр тотоп эшкә китеп барыусы ер эшкәртеүселәрҙе осрата. Улары, Аллаһ Рәсүлен ﷺ һәм уның ғәскәрен күргәс, һөрән һалырға тотона. Пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһу әкбәр! Хәйбәр ҡыйратыласаҡ. Быға тиклем иҫкәртелгәндәрҙең беҙ килеп ингәндә атҡан таңы бик насар буласаҡ!» – ти.

 

Еңеү яулаған етәксе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәйбәр менән алыша башлай. Ҡәлғә артынан ҡәлғә яулай. Иң тәүге булып, Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) Нәғим ҡәлғәһен баҫып ала. Улар мосолмандарға ҡаршы булған була.

Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Мин байраҡты Аллаһты һәм Уның Рәсүлен яратҡан, Аллаһ һәм Уның Рәсүле өсөн һөйөклө булған кешегә тапшырасаҡмын», – ти. Олуғ сәхәбәләрҙең һәр ҡайһыһы, байраҡ эйәһе булғыһы килеп, шуға ынтыла. Пәйғәмбәр ﷺ янына Ғәли ибн Әбү Талибты (радыйаЛлаһу ғәнһү) саҡырып ала. Уныһы күҙҙәре ауыртыуға зарлана. Аллаһ Рәсүле ﷺ Ғәлиҙең күҙҙәренә төкөрөп, уның өсөн Аллаһҡа доға ҡыла. Күҙ, бер ни ҙә булмағандай, шунда уҡ һауығып та китә. Һәм Пәйғәмбәр ﷺ байраҡты Ғәли ибн Әбү Талибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү) тоттора.

Шул саҡта Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Беҙҙең кеүек булғанға тиклем уларға ҡаршы көрәшергә кәрәкме?» – тип һорай. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Күҙгә-күҙ осрашҡанға тиклем ҡабаланмай ғына бар. Аҙаҡ уларҙы Исламға саҡыр һәм Аллаһ алдында мотлаҡ үтәлергә тейешле нәмәләр хаҡында хәбәр ит. Аллаһ менән ант итәм: әгәр ҙә Аллаһ һинең аша кемделер тура юлға баҫтырһа, был һинең өсөн ҡыҙыл дөйәләргә эйә булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ», – тип яуап бирә.

 

“Аллаһ арыҫланы” менән йәһүдтәр геройы араһында

 

Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) Хәйбәргә килеп етә. Уға ҡаршы Мәрхәб исемле мәшһүр һыбайлы сыға ла шиғыр һөйләп ишеттерә. Улар араһында ике тапҡыр алыш була. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү), көтмәгәндә һуғып ебәреп, уның һаҡлаусы торҡаһын онтай һәм башын яралай. “Аллаһ арыҫланы”ның тырышлығы менән мосолмандар еңеп сыға.

 

Аҙ ғәмәлдән күп әжер

 

Хәйбәрҙә сығышы менән Эфиопиянан булған һарыҡ көтөүсе ҡара ҡол йәшәй. Ул, Хәйбәр халҡының ҡорал алыуын күргәс: «Нимә эшләргә теләйһегеҙ?» – тип һорай. «Беҙ үҙен пәйғәмбәр тип атаусыны үлтерәсәкбеҙ», – тип яуаплай тегеләр. Ул шул мәлдә пәйғәмбәр хаҡында хәбәрҙе күңеленә һалып ҡуя. Аҙаҡ үҙенең һарыҡтары менән Аллаһ Рәсүленең ﷺ янына килә лә: «Һин ни хаҡында һөйләйһең һәм нимәгә саҡыраһың?» – тип һорай. Пәйғәмбәр ﷺ: «Мин Исламға, Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын һәм минең Аллаһ Рәсүле булыуымды танырға, Аллаһтан башҡа бер кемгә лә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа саҡырам», – тип яуап бирә. Ҡол унан: «Әгәр ҙә шәһәдә әйтеп, Аллаһҡа (ғәззә үә джәллә) иман килтерһәм, миңә ни буласаҡ?» – тип һорай. Мөхәммәт ﷺ: «Ошо хәлдә үлеп китһәң, һине Йәннәт көтә», – тип яуаплай.

Ҡол Исламды ҡабул итә һәм: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Был һарыҡтар миңә аманат итеп тапшырылған», – ти. Пәйғәмбәр ﷺ уға: «Уларҙы үҙеңдән ҡыуып ебәр ҙә арттарынан ваҡ таштар бәр. Аллаһ һинең өҫтән аманат өсөн яуаплылыҡты алыр», – тип белдерә. Ҡол ҡушылғанса эшләй һәм һарыҡтар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайта. Йәһүдтәр хеҙмәтселәренең Ислам ҡабул итеүе хаҡында белеп ҡала.

Аллаһ Рәсүле ﷺ, халыҡ араһында вәғәз һөйләп, уларҙы йыһатҡа саҡыра. Мосолмандар йәһүдтәр менән һуғышҡандан һуң үлеп ятып ҡалыусылар араһында теге ҡара ҡол да була. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләре янына килә лә: «Аллаһ, был ҡолға ихтирам күрһәтеп, уны хәйерле ахырға килтерҙе. Мин уның башы осонда ике хур ҡыҙын күрҙем. Ә ул ғүмерендә бер тапҡыр ҙа Аллаһҡа сәждә ҡылып өлгөрмәне», – ти.

 

Мин һинең артыңдан эйәрһәм...”

 

Бәҙүәндәр араһынан бер кеше килә лә, Пәйғәмбәр ﷺ алдында Ислам ҡабул итеүен белдергәс, уның артынан эйәреп, бергә һижрә яһарға теләк белдерә. Пәйғәмбәр ﷺ уны бер нисә сәхәбәһе ҡарамағына тапшыра.

Хәйбәр яуынан һуң ғәнимәт алғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ был бәҙүәнгә лә өлөш сығара. Ә ул был мәлдә һарыҡ көтөп йөрөгән була. Эшен бөтөрөп килгәндән һуң, үҙенә тейешле өлөштө биргәс: «Был нимә?» – тип һорай. «Аллаһ Рәсүле ﷺ һиңә тип ҡалдырған өлөш», – тип яуап бирәләр. Ул, әйберҙәрен алып, Пәйғәмбәр ﷺ янына килә лә: «Был нимә, эй, Аллаһ Рәсүле?» – тип ҡыҙыҡһына. «Һиңә тип ҡалдырылған өлөш», – тип яуап бирә Мөхәммәт ﷺ. Бәҙүән: «Мин һинең артыңдан эйәргән өсөнмө ни? Мин бит бына ошонда тейгән уҡтан үлеп, Йәннәткә инер өсөн һиңә иман килтерҙем», – тип, үңәсенә төртөп күрһәтә. Аллаһ Рәсүле ﷺ уға: «Әгәр ҙә Аллаһ менән ихлас булһаң, Ул да, һиңә ихласлыҡ күрһәтеп, өмөттәреңде аҡлар», – ти.

Аҙаҡ улар дошманға ҡаршы күтәрелә. Әлеге бәҙүәндең үлеме хаҡында хәбәр килеп еткәс, Пәйғәмбәр ﷺ: «Ул Аллаһ менән ихлас булған, һәм Аллаһ уның өмөттәрен аҡланы», – ти. Мөхәммәт ﷺ бәҙүәндең кәүҙәһен үҙенең киң еңле бер кейеменә кәфенләп, алға сығарып һала ла уның өсөн йыназа намаҙын ҡыла. Һәм ошо рәүешле доға ҡыла: «Йә Аллаһ! Был – Һинең ҡолоң. Ул һижрә эшләп, Һинең юлыңа сыҡты. Һәм шәһит булды. Мин уның өсөн шәфәғәтлек ҡылам».

 

Хәйбәрҙә ҡуйылған шарттар

 

Алыш артынан алыш бара, ҡәлғә артынан ҡәлғә яулап алына, ҡайһы берәүҙәр оҙаҡ ҡына ҡамауҙа тотола. Бындай хәл ҡаршы яҡ Аллаһ Рәсүленән ﷺ солох һорағанға тиклем дауам итә. Һәм ул ﷺ тыныслыҡ урынлаштырыуға риза була. Аллаһ Рәсүле ﷺ сәселгән уңыштың үҙе билдәләгән бер өлөшө мосолмандарға бирелеп торорға тейеш тигән шарт менән Хәйбәрҙе ҡалдыра.

Аҙаҡ Аллаһ Рәсүле ﷺ йәһүдтәрҙең әле йыйып алынмаған уңышының мосолмандарға тапшырыласаҡ өлөшөн билдәләү өсөн Ғабдуллаһ ибн Рәүәхәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) ебәрә. Йәһүдтәр ғәҙелһеҙлектә ғәйепләп, дәғүә белдерә ҡалһа, уларға үҙҙәре теләгән өлөштө һайлап алыу хоҡуғын бирергә тейеш була ул. Йәһүдтәр: «Быларҙың барыһын да күк һәм ер үҫтергән», – тип кенә ҡуя.

 

Этлек ҡылып маташыу

 

Ошо яу ваҡытында Аллаһ Рәсүлен ﷺ ағыуларға маташалар. Сәлләмә ибн Мишкәмә тигән кешенең ҡатыны Зәйнәб бинт әл-Хәриҫ уға, ағыу һалып, ҡыҙҙырылған һарыҡ ите ебәрә. Тәүҙә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡайһы өлөшөн нығыраҡ яратыуы хаҡында һорашып белешкән була һәм бот өлөшөнә ағыуҙы күберәк һала. Аллаһ Рәсүле ﷺ итте сәйнәй башлағас, һарыҡ бото уға ағыулы булыуы хаҡында хәбәр итә. Һәм ул ﷺ уны шунда уҡ төкөрә.

Йәһүдтәр йыйылғас, Пәйғәмбәр ﷺ уларға: «Мин һеҙҙән бер нәмә хаҡында һораһам, дөрөҫөн генә әйтеп бирерһегеҙме?» – ти. Улар: «Эйе», – тип яуап бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ошо һарыҡ итенә һеҙ ағыу һалдығыҙмы?» – тип һорай. «Эйе», – тиҙәр. Ул ﷺ тағы: «Бындай аҙымға һеҙҙе нимә этәрҙе?» – тигән һорау ҡуя. Тегеләре: «Әгәр ҙә алдаҡсы булһаң, һинән ҡотолорға теләнек! Әгәр ҙә ысынлап та пәйғәмбәр икәнһең, ағыуҙың һиңә зыяны теймәҫ!» – тип аңлата.

Аллаһ Рәсүле ﷺ янына теге ҡатынды алып киләләр. «Мин һинең үлемеңде көҫәнем», – тип белдерә ул Мөхәммәткә ﷺ. Пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһ уны миңә тапшырҙы», – ти. Унан: «Быны үлтерергәме?» – тип һорайҙар. Ул ﷺ: «Юҡ», – тип яуап бирә. Шулай итеп, Аллаһ Рәсүле ﷺ теге ҡатынды бер ниндәй язаһыҙ ҡалдырырға була. Әммә шул һарыҡ ботоноң бер ни тиклем өлөшөн тешләп өлгөргән Бишер ибн әл-Бәрә ибн Мәғрур үлгәндән һуң ағыулаусыны үлем язаһына дусар итә.

 

Баҫып алыуҙар һәм табыштар

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Хәйбәрҙә эштәрен тамамлағас, Фәдәк, аҙаҡ Вәди әл-Ҡура ерҙәренә юллана. Исламға саҡырып, был тәҡдимде ҡабул иткән хәлдә милектәрен һәм йәндәрен һаҡлап алып ҡаласаҡтары, бар хөкөм дә Аллаһ иркендә булыуы хаҡында хәбәр итә уларға.

Иртәгеһенә йәһүдтәр үҙҙәрендә булған нәмәләрҙе тәҡдим итә. Мосолмандар табыш булараҡ уларҙың милкен тартып ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ Вәди әл-Ҡура еренән килгән табышты сәхәбәләренә бүлеп бирә. Ер менән пальмаларҙы йәһүдтәргә ҡалдыра (Хәйбәр йәһүдтәренә эшкәртеү өсөн рөхсәт ителгән шарттарҙа).

Тәймә еренең йәһүдтәренә Хәйбәр, Фәдәк һәм Вәди әл-Ҡура халыҡтарының хәле тураһында хәбәр барып еткәс, улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ солох тәҡдим итеп, милектәрен һаҡлап алып ҡала. Пәйғәмбәр ﷺ кире Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта.

 

Әл-Ҡәдә ғөмрәһе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ мосолмандар менән бергә киләһе йылына, етенсе йылда, ғөмрәгә юллана. Ҡурәйш халҡы, өйҙәренә йоҙаҡ элеп, тау башына менеп баҫа. Ул ﷺ Мәккәлә өс көн булып, ғөмрә яһай. Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Аллаһ Үҙ Рәсүленең (Мәккәгә хаж ҡылып, Кәғбә асҡысын ала тигән) төшөн: «Һеҙ, Аллаһ теләһә, иҫән-һау сәсегеҙҙе ҡырып йәки ҡыҫҡартып, ҡурҡмай Харам мәсетенә инәһегеҙ», – тип, хаҡлыҡ менән раҫланы. Һеҙ белмәгәнде Ул белеп, алдан уҡ тиҙ көндәге уңышты нығытып ҡуйҙы» (Ҡөрьән, 48:27).

 

Ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә алыу буйынса бәхәс

 

Ислам тәьҫире аҫтында күп кенә кешеләрҙең күңел һәм аң торошо иң юғары кимәлгә өлгәшә. Шулай бер ваҡыт мосолмандар араһында балалыҡ ғәҙәте буйынса йүгереп йөрөгән бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә алыу мәсьәләһе тирәләй бәхәс ҡуба.

Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән китергә йыйынғанда Хәмзәнең (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡыҙы Өмәмә уның артынан: «Ағай! Ағай!» – тип йүгереп йөрөй. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) баланы етәкләп ала ла ҡатыны Фатимаға (радыйаЛлаһу ғәнһә): «Һинең алдыңда бабаңдың ҡыҙы тора», – ти. Ҡатын уны күтәреп ала. Ғәли, Зәйед һәм Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһүм) ҡыҙыҡай тураһында бәхәсләшергә тотона. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Уны мин үҙ ҡарамағыма алам. Ул – минең ағайымдың ҡыҙы», – ти. Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул – минең ағайымдың ҡыҙы, тағы, етмәһә, мин уның әсәһе яҡлап апаһына өйләнгәнмен», – тип ҡаршы сыға. Зәйед тә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул – минең ағайымдың ҡыҙы», – тип белдерә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Апай кеше әсәй урынын биләй», – тип, уны апаһы ҡарамағына ҡалдырырға ҡарар итә. Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Һин – минән, ә мин – һинән», – ти. Йәғфәргә (радыйаЛлаһу ғәнһү) иһә: «Һин ҡиәфәтең менән дә, холҡоң яғынан да миңә оҡшағанһың», – тип әйтә. Зәйедкә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Һин – беҙҙең энебеҙ һәм азат ителгән хеҙмәтсебеҙ», – тип белдерә.

 

Мөьтә яуы

 

Мосолмандар илсеһен үлтереүсе һәм яза

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ әл-Хәриҫ ибн Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән кешене Рум батшалығына ҡараған Бөсрә хакимы Шәрәхбил ибн Ғәмер әл-Ғәссәнийгә хәбәр менән ебәрә. Батшалар менән хакимдар араһында илселәрҙең йәнен ҡыйыу ғәҙәте булмауына ҡарамаҫтан, Бөсрә хакимы бәйләп алып киленгән сапҡынды башын сабып үлтерә. Был хәл илселәр өсөн оло ҡазаға әүерелә һәм хурлыҡ була. Әлеге ҡорбан өсөн үлтереүсене кисекмәҫтән язаға тарттырырға кәрәк була.

 

Рум ерендәге тәүге ғәскәр

 

Аяныслы хәбәрҙе ишеткәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ Бөсрәгә ғәскәр ебәрергә ҡарар итә. Был хәл һижрә буйынса һигеҙенсе йылдың йомадиәл-әүүәл айында була. Өс мең кеше ҡоралланып ала, Аллаһ Рәсүле ﷺ уларҙың башлығы итеп үҙенең азат ителгән хеҙмәтсеһе Зәйед ибн әл-Хәриҫте (радыйаЛлаһу ғәнһү) тәғәйенләй. Уға мөһәжирҙәрҙең дә, ансарҙарҙың да ғәскәренә етәкселек итеү хоҡуғы бирелә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Әгәр ҙә Зәйед үлеп китһә, һеҙгә Йәғфәр ибн Әбү Талиб баш булыр. Йәғфәр үлеп китһә инде – Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә», – тип белдерә. Аҙаҡ улар өсөн доға ҡыла. Ғәскәрҙе алда ауыр, оҙайлы юл һәм дәһшәтле дошман көткән була.

Ғәскәр Мәғән еренә еткәнсе төньяҡҡа ҡарай бара. Мосолмандарға «Ираклий үҙенең йөҙ мең кешелек рум һәм ғәрәп ҡәбиләләре менән Бәлҡә еренә килеп еткән» тигән хәбәр килә. Улар Мәғән ерендә, үҙҙәренең артабанғы хәле хаҡында уйланып, ике төн үткәрә. Һәм Аллаһ Рәсүленә ﷺ дошмандарҙың һаны хаҡында хәбәр итергә ҡарар ҡылалар. Бынан һуң ул беҙгә йә ярҙамсы ғәскәр ебәрер, йә беҙ унан килгән әмергә буйһонорбоҙ, тиҙәр.

 

Иҫәп менән көс арҡаһында ғына түгел

 

Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, кешеләр! Аллаһ менән ант итәм! Һеҙ дин өсөн шәһит булыуҙы һөймәйһегеҙ. Беҙ һан һәм көс арҡаһында ғына үлтермәйбеҙ бит!» – тип, һуғышсыларҙы дәртләндерә.

 

Арыҫландай батырҙарҙың алышы

 

Мосолмандарҙы Бәлҡә сигендә румдарҙан һәм ғәрәптәрҙән торған төркөм ҡаршы ала. Дошман яҡынлашҡас, мосолмандар Мөьтә ауылына бара. Аҙаҡ барыһы ла осраша һәм улар араһында алыш була.

Зәйед ибн Хәриҫ (радыйаЛлаһу ғәнһү), һөңгө менән сәнскеләнеп, шәһит булып үлгәнсе Аллаһ Рәсүленең ﷺ байрағын ҡулында тотҡан килеш алыша. Аҙаҡ байраҡ Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡулына күсә. Бер мәл уның өсөн дә көрәш ауырлаша башлай. Дошман менән аяуһыҙ көрәшә Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү), байраҡты ла ысҡындырмай: уң ҡулы ҡырҡылып төшкәс, һул ҡулына ала; һулы ла өҙөлгәс, ҡушар һөйәктәре менән кәүҙәһенә ҡыҫа. Ошо рәүешле үлем килгәнсе алыша. Ул ваҡытта егеткә ни бары утыҙ өс йәш була. Мосолмандар аҙаҡ, Йәғфәрҙең (радыйаЛлаһу ғәнһү) мәйетен тапҡас, күкрәге менән яурыны араһында ҡылыс һәм һөңгө һалған туҡһан яра эҙен күрә. Уларҙың барыһы ла – алғы яҡтан.

Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерелгәндән һуң етәкселекте Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙ өҫтөнә ала. Ул байраҡты тотоп алға ынтыла. Бер саҡ, атынан төшкәс, уның эргәһенә ике туған ағаһы килеп, ит киҫәге бирә лә: «Мә, нығын ошоноң менән. Был көндәрҙә һиңә бик күпте кисерергә тура килде бит», – ти. Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә (радыйаЛлаһу ғәнһү) итте әҙерәк тешләп алғандан һуң ташлап ебәрә лә, ҡылысын алып, йәнә яуға күтәрелә. Үлтерелгәнсе алыша.

 

Хәлидтең хикмәтле етәкселеге

 

Аҙаҡ мосолмандар ғәскәр башлығы итеп Хәлид ибн Вәлидте (радыйаЛлаһу ғәнһү) һайлап ҡуя. Һәм байраҡ уның ҡулына күсә. Хәлид (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле кеше генә түгел, тәрән аҡыл эйәһе лә була, хәрби эштәрҙе алып барыуҙа маһирлығы менән дан тота.

Ғәскәр башлығы мосолмандар ғәскәрен көньяҡҡа ҡарай алып китә. Дошман төньяҡҡа күсә. Төн еткәс, Хәлид (радыйаЛлаһу ғәнһү) кешеләрен иман-аман ғына дошман күҙенән ситкә күсерә. Румдар, бында ниндәйҙер хәйлә барҙыр, тип, уларҙы эҙәрлекләүҙән баш тарта. Хәлидтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) хәрби оҫталығынан ҡурҡып, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүҙән тыйылып ҡалалар.

 

Алдан күреү

 

Мосолмандар яуға сығырға йыйынғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәләге сәхәбәләренә алыш ваҡытындағы хәлдәр хаҡында хәбәр итә. Әнәс ибн Малик (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле халыҡҡа Зәйедтең, Йәғфәрҙең һәм ибн Рәүәхәнең үлеме хаҡында уларҙан хәбәр килгәнгә тиклем үк былай тип һөйләп бирҙе: «Зәйед байраҡты алды һәм үлтерелде. Аҙаҡ ул Йәғфәргә күсте, уға ла үлем килде. Бынан һуң уны ибн Рәүәхә алды, ул да һәләк булды». Һәм байраҡ «Аллаһ ҡылысы»ның ҡулына күсеп, Аллаһ уларға еңеү биргәнсе уның күҙҙәренән йәштәр аҡты ла аҡты».

 

Ике ҡанат эйәһе

 

Пәйғәмбәр ﷺ Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү) хаҡында былай тип һөйләй: «Аллаһ уның ҡулдарын ике ҡанат менән алыштырҙы. Ул Йәннәттә ҡанаттары ярҙамында, ҡайҙа теләй, шунда осоп йөрөй». «Осоусы Йәғфәр» йәки «Ике ҡанат эйәһе» тигән төшөнсәләр ошонан барлыҡҡа килгән.

 

Сигенеү түгел

 

Ғәскәр Мәҙинә сигенә еткәндә уларҙы Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар ҡаршы ала. Халыҡ: «Ҡасҡалаҡтар! Һеҙ Аллаһ юлынан кире сигендегеҙ!» – тип, ғәскәргә тупраҡ ташларға тотона. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға: «Улар кире сигенмәне, киреһенсә, һөжүм итеүселәр улар, ин шәъ Аллаһ», – ти.

 

Мәккәне яулап алыу

 

Мәккәне яулап алыуға әҙерлек

 

Аллаһ, Үҙенең диненә һәм ҡолдарына ҡағылған әмерҙәрен тамамлағас, Үҙенең Рәсүле менән мосолмандарҙың Мәккәгә инеп, Кәғбәне ялған илаһтарҙан таҙартыуын теләй. Был ер бөтә ғәләм өсөн бәрәкәтле һәм тура юл күрһәтеүсе урынға әйләнергә тейеш була. Мосолмандарға Мәккәне элекке хәленә ҡайтарыу бурысы йөкмәтелә. Ҡаланы фәҡирҙәр, юлсылар һәм хажиҙар өсөн имен урынға әйләндереү зарурлығы тыуа.

 

Бану Бәкр менән ҡурәйш халҡының килешеүҙе боҙоуы

 

Аллаһ бының өсөн сәбәптәр тыуҙыра, ә ҡурәйштәр уларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Хөдәйбиә солохонда «Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡушылырға теләүселәр – уның ﷺ менән, ә Ҡурәйш халҡы яғында булырға уйлаусылар улар менән килешеү төҙөй» тигән ҡарар ҡабул ителә. Шуға ярашлы Бану Бәкр халҡы Ҡурәйш ҡәбиләһе менән һүҙ беркеткән була. Хөзәғә халҡы иһә Пәйғәмбәр ﷺ менән килешеү төҙөргә теләк белдерә.

Бану Бәкр менән Хөзәғә халыҡтары оҙаҡ ваҡыт үҙ-ара дошмандарса мөнәсәбәттә йәшәй. Ислам килгәс, улар араһында тыныслыҡ урынлаштырыла. Ләкин кешеләр талап ителгән шарттарҙы үтәгән булып ҡылана ғына. Бану Бәкр, солох төҙөлөү форсатынан файҙаланып, Хөзәғәнән элекке асыу-үпкәләре өсөн үс алыу теләге менән янып йәшәй. Уларҙан бер төркөм, төндә һөжүм яһап, тегеләрҙән бер нисә кешене үлтерә. Бану Бәкр менән Хөзәғә араһында йәнә һуғыш тоҡанып китә.

Ҡурәйштәр Бану Бәкр халҡына ҡорал менән ярҙам күрһәтә. Улар менән бергә, ҡараңғылыҡтан файҙаланып, был ҡәбиләнең мәшһүр кешеләре лә көрәшә. Хатта Хөзәғә халҡын изге йортҡа тиклем ҡыҫырыҡлап алып барып еткерәләр. Бану Бәкрҙән булған кешеләр: «Беҙ изге йорттоң ерендә. Илаһтан ҡурҡыр инегеҙ, илаһтан ҡурҡыр инегеҙ!» – тип шауларға тотона. Ҡурәйштәр: «Бөгөн илаһ юҡ! Эй, Бану Бәкр халҡы! Үс алығыҙ уларҙан. Бынан һуң һеҙгә ундай форсат тәтемәйәсәк», – тип шашына.

 

Аллаһ Рәсүленән ярҙам һорау

 

Хөзәғә ҡәбиләһенән булған Ғәмер ибн Сәлим тигән кеше Мәҙинәгә Пәйғәмбәр ﷺ янына килә. Ике арала булған килешеүҙе иҫкә төшөрөп, шиғыр уҡып ишеттерә лә  унан ﷺ ярҙам һорай. Ҡурәйш халҡының, биргән вәғәҙәләренә тоғролоҡ һаҡламайынса, асыҡ килешеүҙе боҙоуы хаҡында хәбәр итә. Төндә килеп, уларҙы рөкүғ һәм сәждә хәлендә булғанда үлтереп китеүҙәрен дә белдерә. Аллаһ Рәсүле ﷺ Хөзәғә вәкилен тыңлағандан һуң: «Һиңә ярҙам күрһәтелер, эй, Ғәмер ибн Сәлим», – ти.

 

 

 

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: