Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 15:31

Өфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылай

Бөгөн, 25 августа, «Ватан» паркында IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) милли чемпионатын асыу тантанаһы була.

Өфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылай
Өфө WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалын ҡаршылай

«Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән try-a-skill («үҙеңде профессияла һынап ҡара») һөнәри йүнәлешле эшмәкәрлек майҙансыҡтары әҙер.

Чемпионат майҙансығында робот, Ер спутнигы менән идара итергә һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә, электр схемаһын йыйып, уны 3D-форматында баҫтырып алырға мөмкин.

Конкурс һынауҙары кесаҙна, 26 августа, башлана. Өфөгә чемпионатта ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм журналистар килеүен дауам итә. Уларҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында, баш ҡалабыҙҙың тимер юл вокзалында һәм Рубеж урамындағы «Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда ҡаршы алалар.

Тантананың махсус ҡунағы — Егор Крид. 10-300 метр бейеклектә осҡан меңгә яҡын дрон ҡатнашлығында тамаша була.

Тамашасылар быны тәбиғи амфитеатр битләүенән ҡарай ала.

 

#Ағиҙел
#АғиҙелЖурналы
#WorldSkillsRussia
#Нацфинал2021
#НацфиналУфа

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: