Тамара ҒӘНИЕВА
АФӘТТӘР
Ҡырҡып бара күҙҙе, тынды быуа,
Өҫкә менеп килә был ялҡын.
.Үрттәр күптән үҙәктәргә үткән,
Ҡамуҙарҙан бүккән, эх, халҡым.
Ҡаныҡты ла ҡалды бәлә-ҡаза,
Йонсоттолар йоғоноп тауҙарға.
Ер-төйәгем, тиеп, ғәзиз халҡым,
Бәреп инде мәкер ауҙарға.
Урманыбыҙ – Еребеҙ үпкәһе бит,
Тауҙар ише күккә ашҡандар.
Мәңгелектең күҙҙәренә текләп,
Ишаралар һөҙә асмандан.
Бар ине лә алтын-көмөшөбөҙ,
Ҡара алтын, мәрмәр... Юҡ инде.
Егәрле беҙ, асыҡманыҡ былай,
Килгән-киткән хәтәр туҡ ине.
Ут һүндерә ирҙәр урмандарҙа,
Эскенәһе тулы ут-ялҡын.
Афәттәргә ҡәлғә, ҡалҡан булып,
Ил һағында торған гвардиялай,
Уяу әе, уяу ҙур халҡым.