Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 09:19

WorldSkills милли финалы еңеүселәре Башҡортостандан 100-әр мең һум аҡса менән бүләкләнә: Радий Хәбиров

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 25-29 августа IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында сығыш яһарға тейешле республика йыйылма команда ағзалары менән осрашыуҙан һуң, бергәләп фотоға төшөр алдынан, республикабыҙ еңеүселәрен 100-әр мең һум аҡса менән бүләкләргә вәғәҙәләне. Финал призерҙарына 50-шәр мең һум түләнә. «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты финалы еңеүселәре һәм призерҙары уҡытыусыларына ла шундай уҡ сумма бирелә.

WorldSkills милли финалы еңеүселәре Башҡортостандан 100-әр мең һум аҡса менән бүләкләнә: Радий Хәбиров
WorldSkills милли финалы еңеүселәре Башҡортостандан 100-әр мең һум аҡса менән бүләкләнә: Радий Хәбиров

WorldSkills Russia милли финалы – Рәсәйҙә 16-25 йәшлек урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары һәм 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары араһында WorldSkills стандарттары буйынса күләмле һөнәри оҫталыҡ ярыштары. Сара «Мәғариф» милли проектына ингән «Йәш һөнәрмәндәр» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында йыл һайын уҙғарыла.

Ярышта Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнаша. Улар 105 компетенцияла үҙ оҫталығын күрһәтә. Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, производство һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф.

 

Фото: Башинформ

 

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: