Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күренекле полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль ҡуйғайны. «Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 2020 йылдың 19 һәм 20 ноябрендә булды. Драматург — Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе — Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер — Хөрмәтулла Үтәшев. Спектакль Башҡортостандың Милли музейы һәм архивы, Хәрби-тарихи музейҙар, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған.
«Был спектаклде Стәрлетамаҡта асыҡ һауала күрһәткәйнек инде. Тамашала декорациялар күп түгел, экран ҡуйыла, шуға күрә спектаклдә сәхнә биҙәлеше йәһәтенән үҙгәрештәр булмай. Тауышҡа килгәндә, һәр актерға мини гарнитура беркетелә», — тине Башҡорт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина.