Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 10:35

Рәхимов

Ғәлим ХИСАМОВ ЯҢЫ ҺАЙЛАУ – Хәҙер беҙгә ике ҡарар сығарырға кәрәк. Беренсеһе президент һайлауын кисектереүҙе туҡтатыу тураһында һәм президент һайлау көнөн билдәләү хаҡында, – Башҡортостандың Юғары Советы ултырышын алып барыусы Мортаза Рәхимов көн тәртибендәге мәсьәләләргә күсте. – Кем дә кем һайлауҙы кисектереүҙе туҡтатырға, ти, ҡулын күтәрһен. Бер тауыштан. – Мин Башҡортостан Президентын һайлауҙы Рәсәй депутаттарын һайлау менән бергә үткәргәндә яҡшы булыр, тип уйлайым. Сөнки, өҫтәмә һайлау комиссиялары ойоштороп, яңы һайлауға аҡса туҙҙырыу булмаҫ. Ике төрлө һайлауҙы бергә уҙғарыуҙы беҙгә бер закон да тыймай.

Рәхимов
Рәхимов

Ғәлим ХИСАМОВ

ЯҢЫ ҺАЙЛАУ

– Хәҙер беҙгә ике ҡарар сығарырға кәрәк. Беренсеһе президент һайлауын кисектереүҙе туҡтатыу тураһында һәм президент һайлау көнөн билдәләү хаҡында, – Башҡортостандың Юғары Советы ултырышын алып барыусы Мортаза Рәхимов көн тәртибендәге мәсьәләләргә күсте.

– Кем дә кем һайлауҙы кисектереүҙе туҡтатырға, ти, ҡулын күтәрһен. Бер тауыштан.

– Мин Башҡортостан Президентын һайлауҙы Рәсәй депутаттарын һайлау менән бергә үткәргәндә яҡшы булыр, тип уйлайым. Сөнки, өҫтәмә һайлау комиссиялары ойоштороп, яңы һайлауға аҡса туҙҙырыу булмаҫ. Ике төрлө һайлауҙы бергә уҙғарыуҙы беҙгә бер закон да тыймай.

– Аҡыллы фекер. Уны хупларға кәрәктер.

Ошо рәүешле сессия Башҡортостан Республикаһының Президентын һайлауҙы 1993 йылдың 12 декабрендә тип иғлан итте. 

Хәҙер һәр кеше, дөрөҫөрәге Юғары Совет сессияһында ҡатнашыусылар, кем беҙҙең Президент буласаҡ тигән һорауға яуап эҙләне. Сессия эше тамамланыуға табан барғанда берәү залға ҡуйылған иркен микрофон алдына баҫты.

– Хөрмәтле рәйес, – тине ул. – Микрофонды ҡабыҙыуығыҙҙы һорайым. Бында ултырғандарҙың бөтөнөһө лә бер һорауға яуап эҙләп баш ҡатыра. Әйҙәгеҙ, бөгөн беҙ ошо яуапты яңғыратып ҡайтайыҡ. Дөрөҫ, Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм уны һайлау тураһындағы закондарҙа президентлыҡҡа кандидатты күрһәтергә хоҡуғы булған ойошмалар араһында республиканың Юғары Советы юҡ. Шул уҡ ваҡытта уның исеме кандидат күрһәтергә хоҡуғы булмағандар араһында ла юҡ. Шул айҡанлы мин Башҡортостан Республикаһы Президентлығына кандидат итеп Юғары Совет исеменән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты күрһәтергә тәҡдим итәм. Кем минең менән риза, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ!

Депутаттар көлөшә-көлөшә ҡулдарын күтәрҙе.

Был хәл уйынлы-ысынлы булды. Әммә уның, һис шикһеҙ, йоғонтоһо булмай ҡалманы. Бер нисә көндән Өфөлә бик күп йәмәғәтселек ойшмаһының, дөрөҫөрәге уларҙың һаны 21 ине, йыйылыш яһап, Башҡортостан Президентлығына Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты күрһәтте. Шулай итеп рәсми рәүештә президент һайлау кампаниеһы башланды.

Ер йөҙөнөң теләһә ниндәй төбәгендә лә ниндәйҙер халыҡҡа башлыҡ кәрәк булып, уны һайлау юлы менән билдәләргә йыйынһалар, бер нисә кеше һис шикһеҙ ошо вазифаға дәғүә итәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыныһы ла үҙен иң лайыҡлыһы тип һанаясаҡ. Сөнки кеше (кем генә булмаһын) үҙ-үҙенә дөрөҫ баһа бирә алмай. Башҡортостанда ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Мортаза Рәхимовтың кандидатураһының ҡуйылыуы аңлашыла ине. Бығаса ул ил башлығы булды һәм илдең йәшәйеше насарға түгел, яҡшыға үҙгәрҙе. Тимәк Рәхимов республика менән етәкселек итергә һәләтле. Шулай тип уйланы уны прездентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеүселәр һәм һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләгән кешенең күбеһе.

Уға уҙаҡсы булып “Восток” банкыһының башлығы Рәфис Ҡадиров сыҡты. Ул банкының етәксеһе лә, хужаһы ла ине. Рәсәйҙә 90-сы йылдарға тиклем шәхси банкылар булманы. Берҙән-бер дәүләт банкы – Һаҡлыҡ банкыһы ине. Аҡсаһы бар кешеләр мөлкәтен шунда һаҡланы. Дәүләт банкыһы тип аталған финанс ойошмаһы юридик шәхестәрҙе хеҙмәтләндерҙе. ВТБ банкы сит илдәр менән эш итер өсөн махсус барлыҡҡа килтерелгәйне. Банк селтәре тик ошоларҙан ғына торорға тейеш тип өйрәнгән совет кешеләренең күҙе алдында “Восток” тигән банк барлыҡҡа килһен дә йыл үҫәһен көн үҫергә тотонһон әле. Ысынлап та, “Восток”тың хәле бик тиҙ яҡшырҙы. Ул акциялар сығарып, шуларҙы кешеләргә һатырға тотондо, акция хужаһы булғандарға бик ҙур проценттар түләй башланы. Бер ваҡытта ла йүнле аҡса күрмәгән кешеләр бик йәһәт байыу, ҙур аҡсаға хужа булыу өмөтө менән тапҡан-таянғанын “Восток”ҡа илтеп бирҙе. Теге көндән-көн күберәк аҡса йыйҙы, яңынан-яңы офистар һалды, ҡиммәтле һүрәттәр, алтын-көмөш һатып алды. Аптыраны халыҡ: яңыраҡ ҡына ҡәҙимге врач булып йөрөгән Ҡадиров күҙ асып, күҙ йомғанда тиерлек ошондай хәтәр эш башҡарһын әле! Бәлки, ысынлап та, бының республика менән етәкселек итергә мөмкинлеге барҙыр? Уның тап шулай икәнлеген һөйләп, һайлаусыларҙы ышандырып йөрөүселәр күбәйҙе. Әлеге лә баяғы акциялар хужалары, ҙур процентҡа ҡушып һумдар ғына түгел долларҙар алыусылар бер залдан икенсеһенә күсеп Ҡадировты күккә сөйөп маҡтаны.

Ул саҡта һайлау технологиялары тип аталған алымдар юҡ ине әле. Рәхимов өсөн тауыш бирҙертергә теләүселәр нигеҙҙә урындағы власть әһелдәре ине. Ә уларға асыҡтан-асыҡ Рәхимовты маҡтап йөрөү тыйылғайны. Уның өсөн йәнтәслим тырышып йөрөүсе бүтән кеше булмай сыҡты. Шуға Ҡадиров өсөн барған ҡотҡо таратыусыларҙы күргән Рәхимов штабы аптырап та ҡалды. Былай булһа, теге яҡтың алдынғы булып китеүе лә бар. Әлбиттә, үҙ башы менән уйлап, республикалағы тормошто элекке менән сағыштырып ҡараусылар өҫтөнлөктөң Рәхимов яғында икәнлеген күреп тора. Ләкин кеше үҙ уйын, үҙ фекерен яйы туры килдениһә, ҡапыл ғына үҙгәртеп ебәрергә лә һәләтле бит. Ошонан сығып, Рәхимов командаһы эш тактикаһын үҙгәртергә булды. Берҙән, республикала барған үҙгәрештәрҙе асыҡ һәм ышандырырлыҡ итеп һөйләр кәрәк. Икенсенән, “Восток”тың ысын йөҙөн асырға ваҡыт. Ул ышандырған ныҡ юғары процентлы акциялар һауа тултырылған шар ғына бит ул. Шар бер килеп шартлай һәм проценттар ҙа, акциялар ҙа “һә” тигәнсе ҡойолоп бөтәсәк. Бының тап шулай икәнлеген һуңғараҡ ваҡыт күрһәтәсәк әле. Хәҙергә кемдең кем икәнлеген күрһәтер өсөн ҡала предприятиеларында, уларҙың цехтарында, ойошмаларҙа, ауыл мәктәптәрендә, фермаларҙа, машина-трактор станцияларында агитация бригадалары ойошторолдо һәм улар ҡабалан-ҡарһалан эшкә тотондо. Һайлау көнө – 12 декабрь етергә егерме көнләп кенә ваҡыт ҡалғайны.

Ҡадиров яҡлылар һайлау алды кампаниеһын байрамға әүерелдерҙе. Һайлаусыларҙың йыйылыштары ҙур-ҙур артистарҙың концерты менән башланды, шунан осрашыуға килеүселәр һайлаусыларҙы һыйланы, ҡиммәтле бүләктәр, урыны-урыны менән аҡса таратты. Ҡадировты һайлаһағыҙ, киләсәктә тормошоғоҙ бына ошолай буласаҡ, тип вәғәҙәләне улар. Ҡадиров бөгөн илдең иң уңған, иң егәрле һәм бай кешеһе. Башҡортостандың бөтөн халҡын да үҙе кеүек итәсәк ул. Ҡадиров, президент булырға самалаған бүтән кандидат һымаҡ, кешеләрҙе башҡортҡа, татарға, урыҫҡа бүлеп ҡарамай, уның өсөн бөтөнөһө лә тигеҙ һәм бөтөнөһө лә етеш йәшәргә тейеш.

Ошондай йыйылыштарҙың береһендә өлкән генә йәштәге бер һайлаусы:

– Бөгөн беҙ нимә эшләйбеҙ? – тип һораны. Үҙе үк яуап бирҙе, – байрам итәбеҙ, Ҡадиров байрамын.Тик байрамдан һуң һәр саҡ айныу килә һәм баш һыҙлай. Шул саҡта уйлайһың, ҡотороҡ эт кеүек ҡалъя бүлешкәнсе, көн һайын аҙлап йөк тартҡан ат кеүек эшләгән яҡшыраҡ түгелме икән? Сөнки элекке көнгө байрам өсөн икеләтә-өсләтә ауырыраҡ йөк тартырға тура киләсәк бит. Ҡадиров вәғәҙә иткән мул тормош ат кеүек егелеп эшләмәйенсә килмәй ул. Рәхимов әйткәнсә аҙлап, әммә көн дә әшләү яҡшымы, әллә тапҡан-таянғаныңды байрамға сарыф итеп, шунан арыҡ ат хәлендә өсләтә йөк тартыу уңайлымы? Уйланығыҙ, аулдаштар!

Рәхимов менән Ҡадиров ярышы айыҡ аҡыл менән уйлағанса килеп сыҡты. Һайлау көндө һөҙөмтәләр тәүҙә Рәхимов файҙаһына булды. Күрәһең, уның өсөн тауыш биреүселәр оҙаҡ йоҡламай. Шунан Ҡадировтыҡылар уянып китте һәм Рәхимов йыйған тауыш артта ҡалды, төштән һуң көстәр тигеҙләнде, артабан Рәхимов тауышы артҡандан-артты, артҡандан-артты һәм һайлау участкалары ябылыуға алтмыш дүрт процент тирәһе булып китте. Тимәк, уҙаҡсыһы уны ҡыуып етә алмаясаҡ.

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостандың беренсе Президенты булып һайланды.

24 декабрҙә республиканың Юғары Советы Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итте һәм Мортаза Рәхимов башҡортса һәм урыҫса яҙылған Конституцияға уң ҡулын һалып:

– Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның суверенитетын нығытырға һәм һаҡларға, Конституция менән закондарҙы теүәл үтәргә, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен гарантияларға, халыҡ тарафынан миңә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәргә... – ант итте.

Россия Федерацияһының Президенты Борис Ельцин Мортаза Рәхимовты Башҡортостан Президенты булыуы менән ҡотланы. “Ошондай яуаплы вазифала Һеҙҙең эшмәкәрлек республикала демократик үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыуға, Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, хәүефһеҙлек менән тыныслыҡты, Россия Федерацияһының берлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡлауға булышлыҡ итер, тип ышанам. Бер-береңде аңлауға һәм ышанысҡа ҡоролған берҙәм эшмәкәрлеккә өмөт итәм”, – тигәйне Борис Николаевич.

Антта ла, ҡотлауҙа ла яңғырауыҡлы һүҙҙәр әйтелергә тейешлеген бөтәбеҙ ҙә аңлайбыҙ. Уларҙың яңғырауын “шулай тейеш” тип ҡабул итәбеҙ. Әгәр улар әйтелмәһә, әгәр ошондай сәйәси хәлдәр үҙ ваҡытында булмаһа, Башҡортостан менән Рәсәй араһында махсус килешеү ҙә төҙөлмәй, республикабыҙҙағы үҙаллылыҡтың күп өлөшө тыумай ҙа ҡалыр ине, бәлки. Ул сағында...

Кемдер берәү, власты алыу еңел түгел, ҡулда тотоу күпкә ҡыйыныраҡ, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Власҡа килеү бер төркөм кешенең эше булһа, уны тотоу меңдәрҙең ихтыярына бәйле. Ана шул меңдәрҙе артыңдан әйҙәргә, үҙеңдең хаҡлығыңа уларҙы инандырырға һәм уларҙың тыныс тормошон, яҡшы көнкүрешен тәьмин итергә кәрәк. Шул саҡта ғына власты халыҡ яҡлаясаҡ, шул саҡта ғына ул ныҡ буласаҡ. Ә бының өсөн иң юғарыға ҡуйылған кеше генә түгел, янындағы ярҙамсылары бер юлдан атларға һәм һәр береһе үҙенә ҡушылғанды яҡшы итеп атҡарырға тейеш.

Рәхимов
Рәхимов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: