Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 09:40

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ансарҙарҙың бер-береһе өсөн яуап биреүе һәм тоғролоҡ күрһәтеп буйһоноуы            Аллаһ Рәсүле ﷺ, ҡурәйш ҡәбиләһенең килә ятыуы хаҡында ишеткәс, үҙенең ансарҙар араһындағы сәхәбәләренән кәңәш һорай. Сөнки улар үҙ ерҙәрендә уны һаҡларға, яҡларға һүҙ бирә. Шуға күрә ул ﷺ Мәҙинәнән сығырҙан алда уларҙың фекерен белергә теләй. Иң тәүҙә мөһәжирҙәр менән кәңәшләшә, улары ыңғай яуап бирә. Аҙаҡ улар менән икенсе тапҡыр кәңәш ҡора, был юлы ла ҡаршы төшмәйҙәр. Өсөнсөгә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәс, ансарҙар Пәйғәмбәрҙең ﷺ уларҙың фекерен белгеһе килеүен аңлап ҡала. Сәғд ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү), буйһоноусанлыҡ күрһәтергә ашығып: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Һин беҙгә ишара иткән кеүекһең. Бәлки, ансарҙар һине үҙ ерҙәрендә генә яҡлауҙы кәрәк тип табыр тип хәүефләнәһеңдер. Мин бөтә ансарҙар өсөн яуап бирәм: «Ҡайҙа теләйһең, шунда бар. Кем менән дуҫлыҡ ептәрен бәйләгең килә, шуның менән дуҫлаш. Кем менән араларыңды өҙгөң килә, шуның менән араларыңды өҙ. Беҙҙең милектән ни алғың килә, шуны ал. Кемгә теләйһең, шуға бир. Беҙҙән алған нәмәләрең һин беҙгә биргәндән ҡәҙерлерәк түгел. Беҙ һинең менән килешәбеҙ. Аллаһ менән ант итәм! Һин Йәмәндең ауыр юллы әл-Бәрек Ғөмдән еренә юлланһаң да, беҙ артыңдан эйәрербеҙ. Аллаһ менән ант итәм! Диңгеҙгә инеп китһәң дә, артыңдан барырбыҙ», – ти. Ә әл-Миҡдәд тигән сәхәбә (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай ти: «Мусаға халҡының: «Раббың менән икәү барып һеҙ һуғышығыҙ, ә беҙ бында ултырып торабыҙ», – тигәнен беҙ һиңә әйтмәйәсәкбеҙ. Беҙ һинең уңыңда ла, һулыңда ла, артыңда ла, алдыңда ла көрәш алып барасаҡбыҙ».

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ансарҙарҙың бер-береһе өсөн яуап биреүе һәм тоғролоҡ күрһәтеп буйһоноуы

 

         Аллаһ Рәсүле ﷺ, ҡурәйш ҡәбиләһенең килә ятыуы хаҡында ишеткәс, үҙенең ансарҙар араһындағы сәхәбәләренән кәңәш һорай. Сөнки улар үҙ ерҙәрендә уны һаҡларға, яҡларға һүҙ бирә. Шуға күрә ул ﷺ Мәҙинәнән сығырҙан алда уларҙың фекерен белергә теләй. Иң тәүҙә мөһәжирҙәр менән кәңәшләшә, улары ыңғай яуап бирә. Аҙаҡ улар менән икенсе тапҡыр кәңәш ҡора, был юлы ла ҡаршы төшмәйҙәр. Өсөнсөгә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәс, ансарҙар Пәйғәмбәрҙең ﷺ уларҙың фекерен белгеһе килеүен аңлап ҡала. Сәғд ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү), буйһоноусанлыҡ күрһәтергә ашығып: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Һин беҙгә ишара иткән кеүекһең. Бәлки, ансарҙар һине үҙ ерҙәрендә генә яҡлауҙы кәрәк тип табыр тип хәүефләнәһеңдер. Мин бөтә ансарҙар өсөн яуап бирәм: «Ҡайҙа теләйһең, шунда бар. Кем менән дуҫлыҡ ептәрен бәйләгең килә, шуның менән дуҫлаш. Кем менән араларыңды өҙгөң килә, шуның менән араларыңды өҙ. Беҙҙең милектән ни алғың килә, шуны ал. Кемгә теләйһең, шуға бир. Беҙҙән алған нәмәләрең һин беҙгә биргәндән ҡәҙерлерәк түгел. Беҙ һинең менән килешәбеҙ. Аллаһ менән ант итәм! Һин Йәмәндең ауыр юллы әл-Бәрек Ғөмдән еренә юлланһаң да, беҙ артыңдан эйәрербеҙ. Аллаһ менән ант итәм! Диңгеҙгә инеп китһәң дә, артыңдан барырбыҙ», – ти. Ә әл-Миҡдәд тигән сәхәбә (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай ти: «Мусаға халҡының: «Раббың менән икәү барып һеҙ һуғышығыҙ, ә беҙ бында ултырып торабыҙ», – тигәнен беҙ һиңә әйтмәйәсәкбеҙ. Беҙ һинең уңыңда ла, һулыңда ла, артыңда ла, алдыңда ла көрәш алып барасаҡбыҙ».

Ошоларҙы тыңлап торған Пәйғәмбәр ﷺ алыш була торған ерҙе асыҡтан-асыҡ күрә. Ул, сәхәбәләре әйткән һүҙҙәргә ҡыуанып: «Барығыҙ һәм шатланығыҙ!» – ти.

 

Малайҙарҙың шаһит булыуҙа һәм алышта уҙышыуы

 

Мосолмандар Бәдергә юл тотҡас, улар менән Ғөмәйер ибн Әбү Үәҡҡәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән малай ҙа бергә сыға. Уға бары ни бары ун алты ғына йәш була. Бәләкәй булғанға күрә, Пәйғәмбәр ﷺ үҙен ҡабул итмәҫ тип ҡурҡа. Шуға күрә, берәү ҙә күрмәһен өсөн, йәшенеп кенә бара. Ағаһы Сәғед ибн Әбү Үәҡҡәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) бының сәбәбен һорай. Ғөмәйер: «Аллаһ Рәсүле ﷺ кире ҡайтарып ебәрер тип ҡурҡам. Мин алышты яратам. Аллаһ мине шәһәдә менән бүләкләр тип өмөт итәм», – тип яуаплай. Шулай килеп сыға ла инде: Аллаһ Рәсүле ﷺ уны кире ҡайтарып ебәрергә теләй, сөнки малай әле ир ҡорона етмәгән. Ғөмәйер илап ебәрә. Пәйғәмбәр ﷺ, уны йәлләп, алышҡа сығырға рөхсәт бирә. Һәм малай көрәш ваҡытында шәһит була.

 

Мосолмандар менән кафырҙарҙың һан айырмаһы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ өс йөҙ ҙә утыҙ ир-егет менән юлға сыға. Уларҙың ике ат һәм етмеш дөйәнән башҡа эйәрле малы булмай. Сиратлап икешәрләп, йә өсөшәрләп бер дөйәгә атланып баралар. Ябай һалдат булһынмы ул, башлыҡмы, буйһоноусымы, рәйесме – бер кемде лә айырып ҡарамайҙар. Улар араһында Пәйғәмбәр ﷺ үҙе лә, Әбү Бәкр ҙә, Ғүмәр ҙә һәм башҡа бөйөк сәхәбәләр ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһүм) була.

Аллаһ Рәсүле ﷺ төп байраҡты – Мөсғәб ибн Ғөмәйергә (радыйаЛлаһу ғәнһү), мөһәжирҙәрҙең байрағын – Ғәли ибн Әбү Талибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү), ансарҙарҙыҡын Сәғед ибн Мөғәҙгә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тапшыра.

Әбү Суфйан, мосолмандарҙың ҡаршы сығыуын белеп ҡалғас, ҡапыл йүнәлешен үҙгәртә лә, яр буйлап китә. Каруан пыран-заран ителмәйенсә ҡотолоп ҡалғас, ҡурәйштәргә: «Кире боролоғоҙ. Һеҙ каруанығыҙҙы һаҡлау өсөн сыҡҡан инегеҙ бит», – тип яҙа. Бөтәһе лә кире китергә йыйына, тик Әбү Джәһл генә алышыу уйынан кире ҡайтмай. Ҡурәйш ҡәбиләһе ғәскәре меңдән ашыу кешенән торған була: араларында быға тиклем яуҙа уңыш ҡаҙаныусылар ҙа, ябай һалдаттар ҙа, герой дәрәжәһенә еткән һыбайлылар ҙа тупланған. Пәйғәмбәр ﷺ ғәскәренә: «Мәккә һеҙгә үҙ бауырының иң ҡәҙерле өлөшөн бирә», – ти.

Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның сәхәбәләре төн уртаһында, бер генә һыу ятҡылығын ҡалдырып, ҡалған ҡоҙоҡтарҙы күмеп бөтә. Шуға күрә ҡурәйш ғәскәре һыу эсә алмай.

Аллаһ (ғәззә үә джәллә) ошо төндә ямғыр ебәрә. Мөшриктәр көслө ямғыр аҫтында ҡала, шул арҡала алға хәрәкәт итә алмай. Раббыбыҙ мосолмандарға мәрхәмәт күрһәтә: ерҙе ҡаты, тотороҡло итә, ҡомдо тығыҙға әүерелдерә. Уларҙың йөрәгенән ҡурҡыу тойғоһон алып ташлай: «Ул, Үҙенең зыянынан һаҡлап, һеҙҙе йоҡоға талдырҙы ла, шайтан бысрағынан таҙартыр, йөрәгегеҙҙе көсәйтер, аяғығыҙҙы нығытыр өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы» (Ҡөрьән, 8:11).

 

Алышҡа әҙерләнеү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ өсөн япма төҙөлә. Ул алыш менән идара итеүселәр торған ҡалҡыулыҡтың аҫтында була.

Пәйғәмбәр ﷺ алыш бара торған ергә килә лә, ҡулдары менән күрһәтеп: «Был ерҙә Фәләндең үлеме! Теге ерҙә Фәләндең үлеме! Анауында Фәләндең үлеме! Ин шәъ Аллаһ!» – ти. Уларҙың береһе лә күрһәтелгән урындан ары үтә алмай.

Мөшриктәрҙең ике ҙур төркөмө күренеү менән Аллаһ Рәсүле ﷺ былай ти: «Эй, Аллаһ! Бына маһайып, маҡтанып, ҡурәйш ҡәбиләһе үҙенең һыбайлы ғәскәре менән килеп етте. Улар Һиңә ҡаршы һуғышырға, Һинең рәсүлеңде кире ҡағырға килде».

Ул саҡта рамаҙан айының ун етенсе көнө, йомаға ҡараған төн була. Таң атыу менән ҡурәйштәр ғәскәре алға ынтыла һәм ике рәт булып теҙелеп баҫа.

 

Доға ҡылыу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ, рәттәрҙе тигеҙләп сыҡҡандан һуң, кире япмаһына әйләнеп ҡайта. Әбү Бәкр ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) уның менән бергә инеп китә. Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһҡа мөрәжәғәт итеүен, доға ҡылыуын тағы ла көсәйтә төшә. Аллаһтан ярҙам һорай. Уның ҡарары тикшерелмәй, һәм Уның хөкөмөнә тиң бер ни юҡ. «Бәдерҙә һеҙ хурлыҡҡа ҡалған саҡта Аллаһ һеҙгә ярҙам итте бит. Аллаһтан ҡурҡығыҙ! Бәлки, шөкөр итерһегеҙ!» (Ҡөрьән, 3:123). Аллаһ Рәсүле ﷺ доғаһында былай ти: «Эй, Аллаһ! Әгәр ҙә ошо ғәскәр һәләк ителһә, ер йөҙөндә Һиңә ғибәҙәт ҡылыр берәү ҙә ҡалмаясаҡ». Һәм, үҙенең Раббыһына мөрәжәғәт итеп: «Эй, Аллаһ! Миңә биргән вәғәҙәңде үтәһәң ине. Эй, Аллаһ! Еңеү бирһәң ине», – ти ҙә ҡулдарын өҫкә күтәрә. Хатта яурындарынан кейеме төшөп китә. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны йәлләп, йыуатырға тотона. Һәм үҙе лә күп тапҡыр доға ҡыла.

 

Дошмандарҙың Раббылары хаҡында бәхәсе

 

Һуңынан Аллаһ Рәсүле ﷺ кешеләр янына сыға ла уларҙы алышҡа әйҙәй башлай. Алға Ғөтбә ибн Рәбиғә, уның ағаһы Шәйбә һәм улы Вәлид сыға. Уртаға баҫҡас, алыш талап итә башлайҙар. Уларға ҡаршы ансарҙар араһынан өс егет ҡалҡына. Тегеләр: «Кем һеҙ?» – тип һорай. Егеттәр: «Беҙ ансарҙар араһынан», – тип яуап бирә. «Ә беҙ үҙебеҙгә тиң ағай-энеләребеҙҙең улдары менән алышырға теләйбеҙ», – тип ҡаршы сыға тегеләр. Пәйғәмбәр ﷺ: «Алға сыҡ, Ғөбәйҙә ибн әл-Хәриҫ! Алға, Хәмзә! Алға, Ғәли!» – тип әмер бирә. Улар: «Ярай, тиңдәр икән – тиңдәр», – тип, алға сығып баҫа.

Иң оло һәм тәжрибәле Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Ғөтбәгә ҡаршы сыға. Хәмзә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Шәйбә менән һуғыша. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) инде Вәлид ибн Ғөтбә ҡаршыһына алышҡа баҫа.

Хәмзә менән Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) килгәндә инде, улар дошмандарын шунда уҡ үлтерә. Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән Ғөтбә ике тапҡыр алышып, бер-береһен яралай. Хәмзә менән Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһүмә), ҡылыстарын алып, Ғөтбә янына килә лә, уны үлтереп ҡуя. Һәм Ғөбәйҙәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙҙәре менән алып китәләр, ул ныҡ ҡына яраланғандан һуң шәһит булып ҡуя.

 

Һуғыш тоҡаныуы

 

Ҡаршы яҡтар бер-береһенә ташлана, дошман бик яҡын була. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Алға! Күктәр һәм ер киңлегендәге Йәннәткә табан!» – тип, ғәскәрен яуға әйҙәй.

 

Тәүге ҡорбан

 

Ансарҙар араһынан булған Ғөмәйер ибн әл-Химәм (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, Аллаһ Рәсүле! Күктәр һәм ер киңлегендәге Йәннәт, тиһеңме!?» – тип һорай. «Эйе», – тип яуап бирә ул ﷺ. Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Бик яҡшы! Бик яҡшы, эй, Аллаһ Рәсүле!» – тип шатлана. Пәйғәмбәр ﷺ: «Был һүҙҙәрҙе әйтеүеңә нимә сәбәпсе булды?» – тип һорай. Ул: «Бер ни ҙә түгел, эй, Аллаһ Рәсүле! Аллаһ менән ант итәм! Мин бары тик унда йәшәүселәрҙең береһе булырыма ғына өмөтләнәм», – тип яуаплай. Пәйғәмбәр ﷺ: «Һин унда йәшәүселәрҙең береһе инде», – ти. Ғөмәйер моҡсайынан финик сығарып, ашай башлай. Һәм: «Ошо хәтлемде тулыһынса ашап бөткәнсе һуҙылған ғүмер бик оҙон була бит», – ти ҙә, ҡалған финиктарын ташлап, үлгәнсе көрәшә. Ул үҙ яғынан тәүге ҡорбан була.

Һуғышсылар, бирешмәйсә, сабырлыҡ күрһәтә, Аллаһ Тәғәләгә ҡат-ҡат зикер әйтә. Аллаһ Рәсүле ﷺ аяу белмәйенсә алыша. Дошмандары араһында нәҫелдәштәре булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр ҡыйыу көрәш алып бара. Мосолмандарға мәрхәмәт һәм ярҙам йөҙөнән фәрештәләр төшөрөлә, улар ҙа мөшриктәрҙе үлтерә.

 

Бер туғандарҙың дошмандарҙы үлтереүҙә уҙышыуы

 

Егеттәр шәһәдә алып, уңышҡа өлгәшергә ашыға. Таныштар, дуҫтар, ағай-энеләр һәм бер туғандар ошо йүнәлештә бер-береһе менән уҙыша.

ҒәбдүрРәхмән ибн Ғәүф (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Мин Бәдер көнөндәге алышта ҡатнаштым. Уңға-һулға әйләнеп ҡараһам, ике яғымда – йәш егеттәр. Әммә мин уларға һуғышсы булараҡ бик ышанып бармай инем. Бер мәл шуларҙың береһе йәшерен генә миңә: «Эй, ағай! Миңә Әбү Джәһлде күрһәт әле», – тип өндәште. «Эй, ҡустым! Уның менән ни эшләмәксе булаһың?» – тип һораным. Ул: «Уны осратһам, йә уны үлтерәм, йә үҙем үләм, тип үҙемә һүҙ биргән инем», – тип яуапланы. Икенсеһе лә шым ғына миңә шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтте. Мине шул тиклем ҡыуандырҙылар. Тмам ир ҡорона еткән ике егет араһында тороуымды аңлағас, уларға Әбү Джәһлде күрһәттем. Егеттәр, ыласындай ташланып, уны өҙгөләп ташланы», – тип һөйләй.

Әбү Джәһл үлтерелгәндән һуң Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ул ошо өммәттең фирғәүене ине», – ти.

 

Хәҡиҡәт еңеүе

 

Һуғыш мосолмандарҙың еңеүе һәм мөшриктәрҙең тар-мар ителеүе менән тамамланғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Аллаһ Бөйөк! Үҙ вәғәҙәһен үтәп, ҡолона еңеү биреүсе, берләшкән ҡәбиләләрҙе Үҙе генә пыран-заран итеүсе Аллаһҡа маҡтау!» – ти. Аллаһ Тәғәлә былай тигән: «Бәдерҙә хурлыҡҡа ҡалған сағығыҙҙа Аллаһ һеҙгә ярҙам итте бит. Аллаһтан ҡурҡығыҙ! Бәлки, шөкөр итерһегеҙ!» (Ҡөрьән, 3:123).

Пәйғәмбәр ﷺ мөшриктәрҙең мәйеттәрен ҡоҙоҡҡа ырғытырға ҡуша ла, уларға төбәп: «Эй ҡоҙоҡ әһелдәре! Раббығыҙҙың вәғәҙәһе хаҡ булыуына инандығыҙ инде. Мин дә Раббымдың миңә биргән вәғәҙәһе хаҡ булыуына инандым», – ти.

Бәдер көнөндә йәмғеһе етмеш кафыр үлтерелә, етмеше ҡулға алына. Ҡурәйштәр араһынан булған – алты, ансарҙарҙан ете мосолман һәләк ителә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ әсирҙәрҙе сәхәбәләренә бүлеп бирә лә, улар менән яҡшы мөғәмәләлә булырға ҡуша.

 

Бәдер алышының тамамланыуы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәгә еңеү менән ҡайта. Уның бындағы һәм ҡаланың эргә-тирәһендәге дошмандары ҡурҡыуға ҡала. Мәҙинә халҡының күбеһе Исламды ҡабул итә.

Мәккәлә, мөшриктәрҙең өйҙәрендә, һуғышта ятып ҡалғандар өсөн ҡайғырып, һыҡтауҙар башлана. Бик күп йәш түгәләр улар. Әммә аҙаҡ дошман ҡыуанмаһын өсөн илауҙарҙы тыялар. Ислам дошмандары хәүефкә ҡала.

 

Мосолман егеттәренә белем биреү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ әсирҙәрҙе ғәфү итә. Уларҙан түләү ала. Ҡурәйштәр ҡайһы берәүҙәре өсөн хаҡ ебәреп, уларҙы азат иттерә.

Әсирҙәр араһында бирерҙәй бер нәмәләре лә булмаған кешеләр ҙә осрай. Һәм Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға шундай бурыс тәғәйенләй: ансарҙарҙың балаларын ғилемгә өйрәтергә ҡуша. Һәр береһе унышар кешене алып, уҡырға-яҙырға өйрәтә. Зәйед ибн Ҫәбит (радыйаЛлаһу ғәнһү) шундай юл менән белем ала.

Бану Ҡәйнүҡәғ – Аллаһ Рәсүле ﷺ менән үҙҙәре араһында булған килешеүҙе боҙоусы тәүге йәһүдтәр. Улар, антынан баш тартып, мосолмандарға ҡаршы көрәшә, уларҙы йәберләй башлай. Аллаһ Рәсүле ﷺ был халыҡты ун биш көн буйына, уның ﷺ ҡарары менән килешкәнсе, ҡамауҙа тота. Монафиҡтар башлығы Ғабдуллаһ ибн Өбәйй исемле кеше йәһүдтәрҙе яҡлап сыға, Пәйғәмбәр ﷺ уны улар менән бергә ебәрә. Араларында ете йөҙ һуғышсы, бер зәргәр һәм сауҙагәрҙәр була.

 

Өхөд янындағы алыш

 

Асыу менән үс алыу

 

Бәдер көнөндә күренекле Ҡурәйш халҡы еңелеүгә дусар ителгәндән һуң Мәккәгә ғәскәрҙең ҡалдығы ғына ҡайтып етә. Был улар өсөн бик оло юғалтыу була. Һуғышта ятып ҡалғандарҙың аталары, улдары һәм ағай-энеләре Әбү Суфйанға һәм теге каруанда тауарҙары булған кешеләргә киләләр ҙә, кәңәшләшеп, шул байлыҡтарҙы мосолмандарға ҡаршы көрәштә ҡулланырға ҡарар итәләр. Ҡурәйш ҡәбиләһе халҡы Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡаршы алыш өсөн туплана. Шағирҙар шиғырҙары менән кешеләрҙе алышҡа әйҙәй, уларҙа көс-ғәйрәт уята.

Ҡурәйштәр Һижрә буйынса өсөнсө йылдың шәүүәл айында үҙҙәренә эйәргән башҡа ҡәбилә вәкилдәре менән бергә алышҡа сыға. Күренекле ҡурәйштәр үҙҙәре менән ҡатындарын да ала. Улар ғәскәрҙәре менән Мәҙинә ҡаршыһына барып еткәнсе бара. Аллаһ Рәсүле ﷺ, мосолмандар Мәҙинә эсендә булырға тейеш, дошмандар баҫып ингән хәлдә генә ҡаршы көрәшкә сығасаҡбыҙ, тигән ҡарарға килә. Ул ҡаланан китергә теләмәй. Ғабдуллаһ ибн Өбәйй ҙә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡарарын ҡеүәтләй. Тик Бәдер алышында ҡатнаша алмай тороп ҡалғандар ғына: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Әйҙә, бергә дошман ҡаршыһына сығайыҡ. Беҙ уларҙан ҡурҡа йәки көс-ҡеүәтебеҙ юҡ, тип уйламаһындар әйҙә», – тип ныҡыша. Аллаһ Рәсүле ﷺ өйөнә инеп, хәрби күлдәген кейгәнсе, уның артынан эйәреп йөрөйҙәр. Әммә аҙаҡ был ҡылыҡтары өсөн үкенеп: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙ һине ошо аҙымға этәрҙек. Беҙ бит һине мәжбүр итергә теләмәгән инек. Теләһәң, туҡтат. Аллаһ бәрәкәт бирһен үҙеңә», – тиҙәр. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға: «Кейгән икән, пәйғәмбәргә, алышмайса тороп, хәрби күлдәген сисеү килешмәй», – тип яуап бирә.

Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең меңәрләгән сәхәбәһе менән яуға сыға. Мәҙинә менән Өхөд араһында булған саҡта Ғабдуллаһ ибн Өбәйй: «Уларҙы тыңланың, мине тыңламаның», – тип өс йөҙләгән кеше менән ғәскәрҙе ташлап китә.

 

Өхөд янында

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Өхөд тарлауығына барып еткәнсе алға бара. Был тау Мәҙинәнән яҡынса өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була. Өхөд тауын артта ҡалдырып, ғәскәрен теҙә лә: «Берегеҙ ҙә, бойороҡ булмайынса тороп, алышты башламаясаҡ!» – тип һуғышсыларына әмер бирә Аллаһ Рәсүле ﷺ.

Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең ете йөҙ һуғышсыһы менән алышҡа әҙерләнә. Илле кешенән торған уҡсыларҙың башлығы итеп Ғабдуллаһ ибн Джүбәйерҙе ҡуя ла: «Һыбайлы ғәскәрҙе беҙҙән уҡтарығыҙ менән ҡыуығыҙ. Улар беҙҙең яҡҡа инмәҫлек булһын», – тип бойора. Һәм уларға, хатта ғәскәрҙе ҡош-ҡорт суҡығанын күргән хәлдә лә, урындарын ҡалдырмаҫҡа бойора. Һуңынан ике һайман кейеп ала ла, байраҡты Мөсғәб ибн Ғөмәйергә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тапшыра.

 

Тиҫтерҙәр араһында уҙышыу

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Өхөд көнөндә, йәштәре етмәү сәбәпле, ҡайһы бер малайҙарҙы кире ҡайтарып ебәрә. Улар араһында ун биш йәшлек Сәмүрә ибн Джүндүб һәм Рафиғ ибн Хәдиж дә була. Әбү Рафиғ, улы өсөн шәфәғәтлек килтереп: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Улым Рафиғ уҡсы бит», – ти. Шунан һуң Пәйғәмбәр ﷺ малайға алышырға рөхсәт бирә. Сәмүрә ибн Джүндүб Мөхәммәткә ﷺ шул саҡ: «Рафиғҡа рөхсәт бирҙең, ә миңә – юҡ. Әгәр ҙә уның менән алышҡа сыҡһам, мин уны, һис шикһеҙ, еңәсәкмен», – ти. Малайҙарҙы бер-береһенә ҡаршы көрәштереп ҡарағас, Сәмүрә ысынлап та еңеп сыға. Шуға күрә ул да Өхөд көнөндә яуға сыға.

 

Алыш

 

Ике яҡ бер-береһенә яҡынайып, ҡапма-ҡаршы тора. Һинд бинт Ғөтбә ҡатындарҙың етәксеһе була. Улар, ирҙәренең артында көс-дәрт биреп, дөңгөргә һуғып тора. Һуғышсылар алыша, көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Әбү Дүйәнә Аллаһ Рәсүленән ﷺ ҡылыс ала ла уны лайыҡлы рәүештә тоторға һүҙ бирә. Һәм шул ҡылыс менән юлында осраған һәр мөшрикте үлтерә.

Хәмзә ибн Ғәбделмотталиб (радыйаЛлаһу ғәнһү), ҡурҡыу белмәй һуғышып, бер нисә геройҙы үлтерә. Шул саҡ Джөбәйер ибн Мөтғимдең һөңгө ырғытыуға маһир Вәхши исемле хеҙмәтсеһе боҫҡон урынлаштыра ла уға тоҫҡап (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөңгө ырғыта. Хужаһы уға ағаһы Төғәйемдең йәнен ҡыйған Хәмзәнең (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлеме өсөн ирек вәғәҙә иткән була. Әбү Суфйандың ҡатыны Һинд та, күңел әрнеүен баҫыу өсөн, Вәхшиҙе Хәмзәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерергә ҡоторта. Вәхши һөңгөһөн һелтәп ебәрә. Һәм Хәмзә был донъянан шәһит булып китә.

Үҙенең үлеме килгәнсе Мөсғәб ибн Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҙә Аллаһ Рәсүлен ﷺ яҡлап көрәшә. Барлыҡ мосолмандар ҙа ҡыйыу рәүештә алыша.

 

Мосолмандарҙың еңеүе

 

Аллаһ Тәғәлә, Үҙ вәғәҙәһен үтәп, мосолмандарға еңеү ебәрә. Мөшриктәр, төшөнкөлөккә бирелеп, яу яланынан ҡаса. Уларҙың еңелерендә бер ниндәй ҙә шик ҡалмай. Ҡатындар, күлдәк итәктәрен күтәреп тороп, ҡасырға керешә.

 

Мосолмандарҙың яҙмыш һынауына дусар ителеүе

 

Шулай итеп, мөшриктәр еңелеүгә дусар ителә һәм ҡатындары артынан ҡаса башлай. Быны күргән уҡсылар ғәскәр янына ашыға, сөнки уларҙың еңеүендә шиге ҡалмай. Улар: «Эй, кешеләр! Ғәнимәт! Табыш!» – тип ҡысҡырышырға тотона. Әмирҙәре Аллаһ Рәсүленең ﷺ бойороғо хаҡында иҫкәртһә лә, улар быға ҡолаҡ һалмай. Мөшриктәргә кире ҡайтыу юҡ, тип, урындарын ташлап китәләр. Шулай итеп, мосолмандар һыбайлы ғәскәр һөжүме хәүефе аҫтында ҡала.

Мөшриктәр шул тиклем тар-мар ителә, хатта байраҡ тотоусыларының береһе лә әләмен килеп алырға йөрьәт итмәй. Әммә һуңынан көтөлмәгән хәл була. Мөшриктәр: «Мөхәммәтте үлтереү өсөн барыһын да эшләргә!» – тип ҡысҡырышып, мосолмандарға арттан һөжүм яһай. Аптырап ҡалған мосолмандар сигенергә мәжбүр була. Мөшриктәр уларға, уҡсыларҙың урындарын ташлап китеүе форсатынан файҙаланып, һөжүм итә. Был көн оло һынау һәм ҡайғы көнөнә әйләнә.

Дошман тарафынан ташланған таш Пәйғәмбәрҙең ﷺ алғы тештәрен онтай, аҫҡы ирендәрен яралай, шулай уҡ битен йәрәхәтләй. Битенән ағырға керешкән ҡанды һөртә-һөртә ул: «Аллаһ юлына саҡырған пәйғәмбәрҙең битен йәрәхәтләүселәр ниндәй уңышҡа өлгәшһен инде?» – ти. Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны ҡулдарынан тотоп ала. Ә Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ (радыйаЛлаһу ғәнһү) Пәйғәмбәрҙе ﷺ аяғүрә баҫа алғансы тотоп тора. Малик ибн Синән (радыйаЛлаһу ғәнһү) уның битендәге ҡанды һурып ала.

Мосолман ғәскәре, ни эшләргә белмәй, ҡапыл йүгерешергә тотона. Әммә аҙаҡ, ҡасыу ниәтенән кире ҡайтып, һөжүмде дауам итәләр.

Исламдың һәм мосолмандарҙың көсөн тәшкил иткән, Аллаһ Рәсүленең ﷺ һәм диндең яҡлаусылары булған кешеләрҙең ҡыйратылыуы ысын мәғәнәһендә оло юғалтыуға һәм михнәткә әйләнә. Уҡсыларҙың хатаһының, Пәйғәмбәрҙең ﷺ өйрәткәндәренә ныҡлы иғтибар итмәүенең, бирелгән бойороҡто аҙаҡҡаса үтәмәүенең һөҙөмтәһе был. Улар Аллаһ Рәсүле ﷺ тәғәйенләгән урынды ташлап китмәҫкә тейеш ине бит. Был хаҡта Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрендә былай тиелә: «Аллаһтың рөхсәте менән һеҙ уларҙы ҡырып бөткәс, Ул үҙенең вәғәҙәһен үтәне. Ул һеҙгә нимә яратҡанығыҙҙы күрһәткәндән һуң һеҙ ҡаушап, эш тураһында әрепләшеп, ҡарышып киткәс, арағыҙҙа донъялыҡты көҫәгәндәр ҙә, ахирәтте теләгән кешеләр ҙә булды. Шунан һуң Ул һынар өсөн һеҙҙе уларҙан ситкә борҙо ла ғәфү итте. Аллаһ бит мөьминдәргә йомарт!» (Ҡөрьән, 3:152).

 

Йәндәрен фиҙа ҡылыусылар

 

Әбү Ғөбәйҙә ибн әл-Йәррәх (радыйаЛлаһу ғәнһү), Пәйғәмбәрҙең ﷺ сикәһенә ҡаҙалған ике һөңгө сыңғаһын күреп ҡала ла, ашығыс рәүештә бер-бер артлы уларҙы теше менән һурып ала. Ошо арҡала ике алғы – аҫҡы һәм өҫкө – тештәрен йәрәхәтләй. Әбү Дүйәнә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүлен ﷺ арҡаһы менән ҡаплаған да, уҡтар яуыуына ҡарамаҫтан, урынынан бөтөнләй шылмаған. Сәғед ибн Әбү Үәҡҡәс (радыйаЛлаһу ғәнһү), ҡулдарына ян тотоп, Аллаһ Рәсүлен ﷺ һаҡлаған. Ә Пәйғәмбәр ﷺ үҙ сиратында уны: «Ат әйҙә! Атам һәм әсәм һинең өсөн ҡотолоу булһын!» – тип ҡеүәтләп торған.

Көслө һуғыуҙан Ҡәтәдә ибн Нөғмәндең хатта күҙе һәленеп төшә. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙ ҡулдары менән уларҙы кире урынына ултырта. Һөҙөмтәлә ул ошо күҙҙәре менән башҡаларға ҡарағанда ла яҡшыраҡ күрә башлай.

Яу барышында мөшриктәр Пәйғәмбәрҙе ﷺ һәр ваҡыт эҙәрлекләй. Аллаһ уны юҡ итһен ине, тип теләйҙәр. Тиҫтәләгән кешенән торған төркөм һуңғылары үлтерелгәнсе улар менән алыша. Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ та (радыйаЛлаһу ғәнһү) мөшриктәр менән көрәш алып бара. Ул Аллаһ Рәсүлен ﷺ, ҡулдары менән ҡаплап, аралай. Аҙаҡ Талханың (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡулдарын фалиж һуға. Аллаһ Рәсүле ﷺ ҙур бер ташҡа менергә теләй, әммә хәлһеҙлеге һәм йәрәхәттәре арҡаһында быны эшләй алмай. Шул саҡ Талха (радыйаЛлаһу ғәнһү) сүгәләй ҙә, уны ﷺ яурындарына ултыртып, ташҡа мендереп ҡуя. Намаҙ ваҡыты еткәс, Пәйғәмбәр ﷺ ултырып ҡына уҡый.

Еңелеүгә дусар ителгәс, һуғышсылар ҡасырға керешә. Тик Пәйғәмбәрҙең ﷺ хеҙмәтсеһе Әнәс ибн Маликтың (радыйаЛлаһу ғәнһү) ағаһы Әнәс ибн ән-Нәдер генә (радыйаЛлаһу ғәнһү), киреһенсә, алға ынтыла. Сәғед ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән тап булышҡас, тегеһе: «Ҡайҙа киттең, эй, Әбү Ғүмәр?!» – тип һорай. Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Йәннәт ниндәй хуш еҫле, эй, Сәғед! Мин уны Өхөд яғынан тоям», – тип яуаплай.

Әнәс ибн ән-Нәдер (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡул ҡаушырып, аптырап ҡалған мөһәжирҙәр һәм ансарҙар янына килә лә: «Нимә көтөп ултыраһығыҙ?» – тип һорай. Улар: «Аллаһ Рәсүле ﷺ үлтерелгән», – тип яуап бирә. Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул сағында һеҙгә артабан йәшәүҙән ни мәғәнә? Тороғоҙ ҙа Аллаһ Рәсүле ﷺ кеүек үк йәнегеҙҙе фиҙа ҡылығыҙ!» – ти ҙә, тегеләргә йөҙө менән боролоп, йәне алынғансы алыша.

Әнәс ибн Малик (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Беҙ ул көндө Әнәстең тәнендә етмеш йәрәхәт эҙе таптыҡ. Апаһынан башҡа берәү ҙә уны таный алманы. Бармаҡтарына ҡарап ҡына ҡустыһы икәнен белде апаһы».

Зийәд ибн әс-Сәкән (радыйаЛлаһу ғәнһү) биш ансар менән бергә Аллаһ Рәсүленең ﷺ алдында алыша. Улар бер-бер артлы үлтерелеп бөтә. Зийәд тә (радыйаЛлаһу ғәнһү) яраланып ҡолағансы һуғыша. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Уны миңә яҡыныраҡ алып килегеҙ», – тип әмер бирә. Килтергәстәр, Пәйғәмбәр ﷺ аяҡтарын уның баш аҫтына ҡуя. Зийәд (радыйаЛлаһу ғәнһү) сикәһен Аллаһ Рәсүленең ﷺ аяғына һалған килеш үлеп китә.

Аяҡтары ныҡ ҡына имгәнеү сәбәпле аҡһап йөрөгән Ғәмер ибн әл-Йәмүхтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) дүрт улы ла Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә алышҡа сыға. Өхөд алышы яҡынайғас, Ғәмер ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ғәскәргә ҡушылырға теләк белдерә. Бер улы уға: «Аллаһ һине ғәфү итте бит. Һәм Ул һине алышта ҡатнашырға мәжбүр итмәй. Беҙҙең барыуыбыҙ ҙа еткән. Аллаһ һиңә өйҙә ҡылыуҙы рөхсәт ҡылды», – ти. Ғәмер (радыйаЛлаһу ғәнһү) артабан Аллаһ Рәсүленә ﷺ килә лә: «Улдарым мине һинең менән бергә яуға сығыуҙан алып ҡалмаҡсы була. Аллаһ менән ант итәм: ошо аҡһаҡ аяҡтарым менән Йәннәт буйлап йөрөүемде бик ныҡ теләйем», – ти. Пәйғәмбәр ﷺ уға: «Аллаһ һине ғәфү итте, шуға күрә алышта ҡатнашыу бурысың түгел», – ти. Ә улдарына иһә былай ти: «Атайығыҙҙы алып ҡалырға һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ! Бәлки, Аллаһ уға шәһитлек бирер!» Ғәмер (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә алышҡа сыға һәм шәһит була.

Зәйед ибн Ҫәбит (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Өхөд көнөндә Аллаһ Рәсүле ﷺ мине Сәғед ибн әр-Рәбиғәне эҙләргә ебәрҙе лә: «Әгәр ҙә уны күрһәң, минән сәләм әйт һәм: «Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ниҙәр тояһың?» – ти һораны», – тиген», – тип бойороҡ бирҙе. Ятып ҡалыусылар араһында йөрөй башланым һәм Сәғедте һуңғы һулышында саҡта тап иттем. Уның тәнендә һөңгөнән һәм ҡылыстан етмешләгән йәрәхәт бар ине. Мин уға: «Аллаһ Рәсүле ﷺ һиңә сәләм әйтте һәм: «Ниҙәр тояһың, хәбәр ит миңә шуны», – тине», – тип еткерҙем. Ул: «Аллаһ Рәсүленә лә сәләм. Уға: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин Йәннәт еҫен тоям», – тип еткер. Һәм халҡым ансарҙарға былай тиген: «Әгәр ҙә йөрәктәрегеҙ типкән саҡта улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ барып етһә, һеҙҙең Аллаһ алдында аҡланыу өсөн бер сәбәбегеҙ ҙә булмаясаҡ», – тине».

Ғабдуллаһ ибн Йәхш (радыйаЛлаһу ғәнһү) был көндө: «Йә Аллаһ! Яныма көслө дошман ебәрһәң ине, ул мине үлтереп, танауымды һәм ҡолаҡтарымды ҡырҡып алһын ине. Аҙаҡ, Һине осратҡас, Һинең «Ни өсөн?» тигән һорауыңа, «Һинең хаҡыңа!» – тип яуап бирерлек булһын», – тип доға ҡыла.

 

Мосолмандарҙың үҙ урындарына ҡайтыуы

 

Мосолмандар, Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәле тураһында белгәс, уны күтәреп ала. Мөхәммәт ﷺ тарлауыҡҡа юлланырға кәрәклеген әйтә. Өбәйй ибн Хәләф: «Эй, Мөхәммәт! Һин ҡотолоп ҡалһаң, миңә йәшәү юҡ!» – тип ҡабатлай-ҡабатлай уны эҙәрлекләүен дауам итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Теймәгеҙ уға!» – ти. Әммә теге яҡынайғас, Пәйғәмбәр ﷺ, сәхәбәләренең береһенән һөңгө ала ла, йөҙө менән боролоп, уның муйынына ҡаҙай. Өбәйй әйләнеп китеп атынан ҡолап төшә.

Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡалҡаны менән һыу алып килә. Пәйғәмбәр ﷺ шуның менән битендәге ҡанды йыуып төшөрә. Фатима бинт әр-Рәсүл (радыйаЛлаһу ғәнһә) атаһының битен йыуа, ә Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡалҡандан һыу ҡойоп тора. Фатима (радыйаЛлаһу ғәнһә), һыуҙан атаһының тағы ла нығыраҡ ҡанһырауын күргәс, септә киҫәген алып, яндырып һүндерә лә яраға һала. Ошонан һуң ғына Пәйғәмбәрҙең ﷺ йәрәхәтләнгән тәне ҡанһырауҙан туҡтай.

Ғәйшә бинт Әбү Бәкр һәм Умм Сөләйм (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) елкәләренә турһыҡ һалып һыу ташый. Аҙаҡ шуны хәлһеҙ кешеләрҙең ауыҙҙарына ҡоялар ҙа кире һыу тултырырға китәләр. Умм Сөләйт улар өсөн турһыҡтарға һыу йыя.

Һинд бинт Ғөтбә башҡа ҡатындарҙы эйәртеп алып килә лә, бергәләшеп мосолман мәйеттәрен йәмһеҙләргә тотоналар. Уларҙың танауҙарын, ҡолаҡтарын ҡырҡып алалар. Һинд, Хәмзәнең (радыйаЛлаһу ғәнһү) бауырын ҡырҡып алып, сәйнәргә тотона. Әммә йота алмай, кире төкөрә.

Әбү Суфйан китерҙән алда тау яғына бара ла, бар көсөнә: «Эштәр бик яҡшы бара! Был Бәдер көнө өсөн үс булыр. Алышта уңыш шулай алмашлап килә. Һабул бөйөк!» – тип ҡысҡыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, Ғүмәр! Тор ҙа яуап бир шуға!» – ти. Һәм: «Аллаһ бөйөгөрәк һәм ҡеүәтлерәк! Был бер үк нәмә түгел. Беҙҙең мәрхүмдәр – Йәннәттә, һеҙҙекеләр – Утта!» – тип әйтергә ҡуша. Әбү Суфйан: «Беҙҙә Ғүззә бар, ә һеҙҙә – юҡ», – тип ныҡыша. Пәйғәмбәр ﷺ һуғышсыларына: «Яуапһыҙ ҡалырға уйлайһығыҙмы ни?!» – ти. Улары: «Нимә тип әйтәйек һуң?» – тип аптырана. Ул ﷺ: «Аллаһ – беҙҙең Раббыбыҙ! Ә һеҙҙең раббығыҙ юҡ!» – тип әйтергә ҡуша. Әбү Суфйан ҡәрҙәштәре менән китеп барған саҡта тағы: «Икенсе йыл һеҙҙең менән Бәдерҙә осрашырбыҙ!» – тип ҡысҡырып ҡала. Аллаһ Рәсүле ﷺ сәхәбәләренең береһенә: «Эйе, беҙ ҙә һеҙҙең менән ошо хаҡта һүҙ ҡуйышабыҙ», – тип әйтергә бойора.

Кешеләр мәрхүмдәрҙе һәм яралыларҙы эҙләргә тотона. Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәмзә (радыйаЛлаһу ғәнһү) өсөн бик ныҡ ҡайғыра. Ул Мөхәммәт ﷺ өсөн ағай ҙа, һөттәш туған да, уны һуғышта һаҡлаусы ла булған бит инде.

 

Мөьминәнең сабырлығы

 

Сафия бинт Ғәбделмотталиб Хәмзәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡарарға килә. Ул мәрхүмдең атай яғынан да, әсәй яғынан да туғаны була. Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡатындың улы әз-Зөбир ибн әл-Ғәүүәмгә: «Кире алып кит әсәйеңде! Туғаны менән ни булғанын күрмәһен!» – тип бойора. Улы: «Эй, әсәйем! Аллаһ Рәсүле ﷺ һиңә кире ҡайтырға ҡушты», – ти. Тегеһе: «Ни өсөн?» – тип һорай. Аҙаҡ: «Туғанымды мәсхәрәләүҙәре хаҡында әйттеләр инде. Аллаһтың ихтыяры шулай булған, тимәк. Шуға күрә беҙ түҙергә тейеш. Ин шәъ Аллаһ, Аллаһтың әжере өсөн мин дә сабыр итермен», – ти ҙә, Хәмзәнең тәнен барып ҡарағас, уның өсөн намаҙ ҡыла. «Беҙ – Аллаһ Тәғәләнән, ҡайтыуыбыҙ ҙа Уға ғына», – ти ҙә туғаны өсөн ғәфү һорай. Һуңынан Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәмзәне ерләргә ҡуша.

 

Мөсғәб ибн Ғөмәйер һәм Өхөд шәһиттәренең ерләнеүе

 

Аллаһ Рәсүленең ﷺ байрағы эйәһе һәм Исламға тиклем Ҡурәйш ҡәбиләһе егеттәре араһында уңыш ҡаҙаныусыларҙан булған Мөсғәб ибн Ғөмәйер ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерелә. Уны буй-буй һыҙыҡлы кейемгә кәфенләйҙәр. Әммә, башы ябылһа, аяҡтары асыла, аҫҡы яғы көпләнһә, өҫкөһө ҡапланмай. Һуңынан Пәйғәмбәр ﷺ: «Башын ғына ҡаплағыҙ ҙа аяҡтарына хуш еҫле ҡамыш һалығыҙ», – ти.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Өхөд мәйеттәрен икешәрләп бер кейемгә төрә. Аҙаҡ: «Кемеһе Ҡөрьәнде күберәк белә?» – тип һорай ҙа, кемеһенә күрһәтәләр, шуны иң тәүҙә ләхеткә һала. Һуңғыларын: «Ҡиәмәт көнөндә мин улар өсөн шаһитлыҡ ҡылырмын», – тип, ҡанлы көйө ерләргә ҡуша.  Йыназа ҡылынмай, тәндәрен дә йыумайҙар.

 

Ҡатындарҙың эскерһеҙ хәстәрлеге

 

Мосолмандар Мәҙинәгә ҡайтып барғанда Бану Динар ҡәбиләһенән булған ҡатынды осрата. Уның ире лә, ағаһы ла, атаһы ла Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә алышҡа сығып, шунда башын һалған була. Уларҙың вафаты тураһында хәбәр иткәс, ҡатын: «Аллаһ Рәсүле ни хәлдә?» – тип һорай. «Барыһы ла яҡшы, эй Умму Фәлән! ӘлхәмдүлиЛләһ, уның хәле һеҙ теләгәнсә яҡшы», – тип яуап бирәләр. Ҡатын: «Күрһәтегеҙ миңә уны! Минең бик күргем килә», – ти. Пәйғәмбәргә ﷺ төртөп күрһәткәс ул: «Һин тере саҡта барлыҡ ҡайғы-хәсрәт әһәмиәтһеҙ!» – ти.

 

Мосолмандарҙың дошман эҙе буйлап сығыуы

 

Мөшриктәр: «Һеҙ бер ни ҙә эшләмәнегеҙ! Халыҡ намыҫын ергә һалып тапанығыҙ! Мосолмандарҙы тулыһынса тар-мар итеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырҙығыҙ!» – тип бер-береһен битәрләй башлай.

Аллаһ Рәсүле ﷺ дошманды эҙләргә ҡуша. Өхөд көнөнөң иртәгәһенә мосолман һуғышсылары йәрәхәттәре арҡаһында бик көсһөҙ була әле. Пәйғәмбәрҙең ﷺ мүәҙҙине кешеләргә дошманды эҙләп сығырға кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. Кисәге яуҙа ҡатнашыусыларҙан башҡа бер кемдең дә сығырға тейеш түгеллеге хаҡында белдерә. Ныҡ яраланған булыуҙарына ҡарамаҫтан, мосолмандар Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә китә. Бер кем дә тороп ҡалмай. Күмәкләшеп Мәҙинәнән һигеҙ миль алыҫлыҡта булған Хәмрә Әсәд ерлегенә барып етәләр. Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар унда дүшәмбе, шишәмбе һәм шаршамбы көндәре булалар ҙа кире Мәҙинәгә әйләнеп ҡайталар.

Өхөд көнөндә мосолмандар араһынан етмеш кеше шәһит була. Уларҙың күбеһе – ансарҙар (радыйаЛлаһу ғәнһүм). Мөшриктәр араһынан егерме ике кеше үлтерелә.

 

Йәндән дә ҡәҙерлерәк

 

Һижрә буйынса өсөнсө йылда Ғәзәл һәм әл-Ҡәррә дини тәғлимәткә өйрәтһендәр өсөн мосолмандар араһынан бер нисә кеше талап итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ улар менән бергә үҙенең алты сәхәбәһен ебәрә. Араларында Ғасым ибн Ҫәбит, Хөбәйб ибн Ғәдий һәм Зәйед ибн әд-Дәҫиннә (радыйаЛлаһы ғәнһүм) була. Уларға аҫтыртын рәүештә хаслыҡ ҡылалар. Күптәре үлтерелә.

Дошмандар Зәйедте (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтереү өсөн изге Мәккә еренән ситкә сығара. Тиҫтәләгән ҡурәйш бергә йыйыла, улар араһында Әбү Суфйан ибн Хәрб тә була. Әбү Суфйан уға: «Аллаһ исеме менән һорайым, эй, Зәйед! Хәҙерге ваҡытта һинең урыныңда Мөхәммәттең булыуын теләйһеңме? Беҙ уның башын өҙә сабабыҙ, ә һин ғаиләңә кире әйләнеп ҡайтырһың», – ти. Ул: «Аллаһ менән ант итәм! Мин ғаиләм менән бергә ултырған саҡта Мөхәммәтте хатта бер генә сәнскенең дә сәнсеп алыуын теләмәҫ инем», – тип яуап бирә. Быны ишеткән Әбү Суфйан: «Берәүҙең дә Мөхәммәтте сәхәбәләре яратҡан кеүек кемделер ҡәҙерләгәнен бер ҡасан да күргәнем булманы!» – ти. Һуңынан Зәйед (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерелә.

Хөбәйб (радыйаЛлаһу ғәнһү), язаларға килтерелгәс: «Ике рәҡәғәт намаҙ уҡып алырға рөхсәт итегеҙ әле», – ти. «Уҡы әйҙә», – тип, тегеләре рөхсәт бирә. Ул ике рәҡәғәт намаҙын еренә еткереп, матур итеп уҡый. Аҙаҡ халыҡ эргәһенә килеп: «Аллаһ менән ант итәм! Үлемдән ҡурҡып, намаҙын оҙонайтҡан, тип уйламағыҙ», – ти ҙә былай тип һамаҡлай: «Мосолман көйө йәнем ҡыйылһа, Аллаһ хаҡына нисек кенә үлһәм дә, миңә барыбер. Был – Илаһтың асылы хаҡына. Әгәр ҙә теләһә, Ул өҙгөләнгән тәндең һәр быуынын бәрәкәтле итәсәк».

 

Мәғүн ҡоҙоғо

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең сәхәбәләрен Ғәмир ибн Маликтың һорауы буйынса Ислам диненә саҡырыу өсөн ебәрә. Иң яҡшы мосолмандар булып иҫәпләнгән етмеш ир-егетте һайлап ала. Мәғүн ҡоҙоғона тиклем барып етәләр. Уларға Бану Сөләйемдең Ғөсаййа, Риғел, Ҙәкүән ҡәбиләләре ҡушыла. Мосолмандар, халыҡ янына килеп, сәфәренең сәбәбе хаҡында һөйләп бирә. Әммә тегеләр, уратып алып, уларға һөжүм яһай. Мосолмандар, ҡылыстарын алып, ҡаршы алыша башлай. Изге ниәт менән юлға сыҡҡандарҙың барыһы ла үлтерелеп бөтә, бары тик Кәғб ибн Зәйед кенә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тороп ҡала. Ул Хәндәҡ көнөндә шәһит булғансы йәшәй.

 

Үлтерелеүсенең һүҙҙәрен ишетеп, ҡатилдың Ислам ҡабул итеүе

 

Шунда уҡ Хәрәм ибн Милхән (радыйаЛлаһу ғәнһү) Джәббәр ибн Сәлмә тарафынан үлтерелә. Хәрәмдең әйткән һүҙҙәре йәнен алыусының Исламға килеүенә сәбәп була. Джәббәр аҙаҡ былай тип һөйләй: «Ул көндө мине Исламға саҡырғаны өсөн уларҙың береһенең яурындары араһына һөңгө менән һуҡтым. Осло тимер күкрәге аша сығып китте. Шул саҡ мин теге кешенең: «Мин уңышҡа өлгәштем! Кәғбәнең Раббыһы менән ант итәм!» – тигәнен ишеттем. Шунан үҙ алдыма: «Нисек инде уңышҡа өлгәште? Был егетте мин үлтермәнемме ни?!» – тинем. Һуңынан әлеге һүҙҙәрҙең мәғәнәһе хаҡында һораштым. Миңә: «Шәһәдә алыуҙа уңышҡа өлгәшкән», – тип аңлаттылар. Шунан ғына мин: «Ысынлап та, ул бит уңышҡа өлгәште. Аллаһ менән ант итәм!» – тинем». Ошо хәл Джәббәрҙең Ислам ҡабул итеүенә сәбәпсе була.

 

Бану ән-Нәдир ҡәбиләһенең китеүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ йәһүд ҡәбиләһе булған Бану ән-Нәдир халҡына бара ла, Бану Ғәмир ҡәбиләһенән булған ике кеше үлтерелгән өсөн түләү һорай. Бану ән-Нәдир һәм Бану Ғәмир араһында килешеү төҙөлгән була. Тегеләр Пәйғәмбәр ﷺ менән яғымлы ғына һөйләшеп, ярҙам итергә һүҙ бирә. Әммә үҙҙәре уны һатлыҡтарса үлтерергә ниәтләй. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһүм) кеүек сәхәбәләре менән бергә тегеләрҙең өйҙәренең стенаһы эргәһендә ултырған була. Бану ән-Нәдир кешеләре үҙ-ара: «Был кеше бүтән ундай хәлдә булырға тейеш түгел. Кем өй ҡыйығына менеп, уның өҫтөнә таш ташлап, беҙҙе бәләнән арындарырға теләй?» – тиешә башлай.

Пәйғәмбәргә ﷺ быларҙың ни эшләргә йыйыныуы хаҡында күктән хәбәр килә. Ул ﷺ урынынан тора ла кире Мәҙинә яғына юллана, халыҡҡа ҡаршы сығып көрәшергә әҙер булырға ҡуша. Аҙаҡ һуғышсылары менән бергә уларҙы уратып ала. Был хәл дүртенсе йылдың рәббиғел әүүәл айында була. Бану ән-Нәдирҙе алты көн дауамында ҡамап тоталар. Аллаһ дошман йөрәгенә ҡурҡыу тойғоһон һала. Улар Аллаһ Рәсүленән ﷺ китергә мөмкинлек биреүен һорай. Ҡан ҡоймауын үтенәләр һәм үҙҙәре менән дөйәлеренә тейәй алғансы ҡоралдан башҡа әйберҙәрен алып китергә теләк белдерәләр. Ул ﷺ был шартты ҡабул итә. Ҡәбилә ағзалары, дөйәләре күтәрә алырлыҡ милектәрен тейәп, күсенеп китә. Ә ҡалған әйберҙәрен Пәйғәмбәр ﷺ иң тәүге мөһәжирҙәргә бүлеп бирә.

 

Ҙәт әр-риҡағ алышы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ дүртенсе йылды Нәжд яуына юллана. Ғәскәрен Нәхелгә тиклем алып бара. Мосолмандарҙың аяҡ кейемдәре оҙаҡ атлауҙан ышҡылып, табандары тишелеп бөтә. Шуға күрә улар аяҡтарын туҡыма киҫәге (риҡағ) менән уратып ала. Шуның өсөн был алышҡа Ҙәт әр-риҡағ тигән атама бирәләр.

Ҙур-ҙур төркөмдәге кешеләр, осрашып, бер-береһенә яҡыная. Әммә улар араһында алыш булмай. Бер-береһенән ҡурҡып ҡалалар. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең кешеләре менән бергә хәүеф намаҙын уҡый.

 

Әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы

 

Бишенсе йылдың шәүүәл айында әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы була. Хәл иткес һәм михнәтле һуғыш. Мосолмандар бик ауыр һынауҙарға дусар ителә. Уларҙың был көндәгенән дә хәтәрерәк һынау күргәндәре булмаған. Ошо турала Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Бына улар өҫтән дә, аҫтан да уратып алды. Һеҙҙең күҙегеҙ аларҙы, йөрәгегеҙ боғаҙығыҙға килде. Аллаһ тураһында төрлө нәмә уйланығыҙ. Шунда мөьминдәргә һынау булды: улар, бик ҡаты тетрәнеп, ҡойолоп төштө» (Ҡөрьән, 33:10-11).

Алыштың сәбәпсеһе йәһүдтәр була. Бану Нәдир һәм Бану Вәил ҡәбиләләре халҡынан йыйылған төркөм ҡурәйштәрға килә лә, уларҙы Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡаршы сығырға ҡоторта башлай. Быға тиклем һуғыш афәте кисергән, уның утлы ғазаптарын татыған ҡурәйштәр ҡурҡып ҡала һәм һуғыштан баш тарта. Йәһүдтәр уларҙы үҙҙәренең делегацияһы менән ҡыҙыҡһындыра башлай. Һуғышты бик еңел һәм ваҡ итеп күрһәтергә тырышып: «Уны тулыһынса юҡ иткәнгә тиклем беҙ һеҙҙең менән буласаҡбыҙ», – тиҙәр. Быны ишеткән ҡурәйш халҡы ҡыуанып китә. Йәһүдтәрҙең саҡырыуы уларҙы ҡапыл йәнләндереп ебәрә. Күмәкләшеп йыйылып, кәңәш ҡоралар, делегация артабан Ғәтәфән ҡәбиләһенә юллана. Уларҙы ла алышҡа саҡыра башлайҙар. Бөтә ҡәбиләләрҙе лә урап сығалар ҙа Мәҙинәлә буласаҡ яуҙың ҡурәйштәр менән килешеп эшләнеүе хаҡында иҫкәртәләр.

Барыһы ла ҡуйылған шарттар менән килешә. Ҡурәйштәр – дүрт мең, Ғәтәфән халҡы алты мең һуғышсы әҙерләй. Йәмғеһе ун мең һуғышсы булып китә. Ғәскәр менән идара итеү Әбү Суфйан ибн Хәрбкә йөкмәтелә.

 

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: