Салауат ӘБҮЗӘР
ТОРМОШ ЮЛЫ
(Ҡыҫҡаса)
Юлда төрлө хәлдәр һағыр:
Хатта яҡындарың ҡағыр;
Шикле ҡараштар ҙа бағыр;
Бәғзеләре яла яғыр;
Бәғзеләре исем тағыр;
Кемдер тура юлды ябыр;
Өлөшөңдө кемдер ҡабыр;
Күҙҙәреңдән йәштәр ағыр –
Тормош юлы түгел таҡыр...
Ошо юлды үтһәң сабыр,
Бәхет һине эҙләп табыр!