Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 08:40

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Таиф ҡалаһы халҡын Исламға саҡырыу Ҡурәйштәрҙең ыҙалатыуҙары, төрлөсә мыҫҡыл итеүҙәре, һүҙ менән дә, ҡул менән йәберләүҙәре артҡандан-арта башлағас, Аллаһ рәсүле ﷺ түҙмәй, Мәккәне ташлап китергә мәжбүр була һәм хеҙмәтсеһе Зәйд ибн Хәриҫә менән бергә Мәккә янындараҡ урынлашҡан Таиф исемле ҡалаға йәйәү юллана. Ҡалала төп халыҡ булған Ҫәҡи́ф ҡәбиләһенең Исламды ҡабул итеренә һәм уға ярҙамлашырына өмөтләнә.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Таиф ҡалаһы халҡын Исламға саҡырыу

Ҡурәйштәрҙең ыҙалатыуҙары, төрлөсә мыҫҡыл итеүҙәре, һүҙ менән дә, ҡул менән йәберләүҙәре артҡандан-арта башлағас, Аллаһ рәсүле ﷺ түҙмәй, Мәккәне ташлап китергә мәжбүр була һәм хеҙмәтсеһе Зәйд ибн Хәриҫә менән бергә Мәккә янындараҡ урынлашҡан Таиф исемле ҡалаға йәйәү юллана. Ҡалала төп халыҡ булған Ҫәҡи́ф ҡәбиләһенең Исламды ҡабул итеренә һәм уға ярҙамлашырына өмөтләнә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Таифкә барып еткәс, Ҫәҡиф ҡәбиләһенең күренекле кешеләре янына барып ултыра ла уларҙы Аллаһ юлына саҡыра башлай. Әммә тупаҫлыҡ менән яуап бирәләр. Пәйғәмбәрҙән ﷺ көлөргә, уны кәмһетергә тотоналар, иҫәр кешеләрен һәм ҡолдарын ҡаршы ҡоторталар, артынан яман һүҙҙәр әйтеп ҡалалар, таш менән бәргесләйҙәр. Ул ﷺ, ҡайғыға батып, күләгәгә барып ултыра.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Таиф мөшриктәре тарафынан иң ауыр ғазаптарға дусар ителә. Урындағы халыҡ Пәйғәмбәрҙең ﷺ юлына сығып, һөжүм яһай. Ғөтбә ибн Рәбиғә һәм Шәйбә ибн Рәбиғә тигән кешеләрҙең баҡсаһына ҡасып инергә тура килә. Хужалар уның ﷺ ҡанға батҡансы ғазапланғанын күрә. Пәйғәмбәрҙең ﷺ йөрәге зар менән тула. Ул, үҙенең көсһөҙлөгөнә, ҡаршы торор мөмкинлеге булмауына, кешеләр алдында кәмһетелеүенә зарланып, Аллаһҡа мөрәжәғәт итә. Ярҙам, яҡлау һорап, былай ти: «Эй, Аллаһ! Мин һиңә көсһөҙлөгөмә, мөмкинлектәрем булмауына, кешеләр тарафынан кәмһетелеүемә зарланыу менән мөрәжәғәт итәм. Эй, Мәрхәмәтлеләрҙән-мәрхәмәтле! Һин – көсһөҙҙәрҙең Раббыһы! Һин – минең Раббым! Кемдәргә генә мине тапшыраһың? Миңә йөҙөн йыртып ҡараған алыҫтағы бәндәгәме, әллә икенсе дошмандарғамы? Әгәр ҙә миңә ҡарата бер ниндәй ҙә асыуың булмаһа, мин бер нигә лә иғтибар итмәм. Һинең ҡөҙрәтең киң. Бөтә ҡара нәмәләрҙе асыҡ иткән йөҙөңдөң нурҙары менән һаҡланам. Был донъяның да, теге донъяның да эштәре хәйерлегә әйләнһен ине. Һин миңә асыуланмаһаң, миңә Һинең асыуың төшмәһә ине. Һин минән риза булғансы миңә ҡушҡан бөтә нәмәләреңде лә эшләрмен. Лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә биЛләһ!»

Аллаһ уға тау фәрештәһен ебәрә. Ул Таифтең ике яғында урынлашҡан тауҙарҙы халыҡтың өҫтөнә ауҙарырға рөхсәт һорай. Аллаһ Рәсүле ﷺ уға: «Юҡ. Мин уларҙың араһынан бер Аллаһҡа ғына табынған, Уға тиңдәштәр ҡуймаған кешеләр сығыр тип ышанам», – тип яуап бирә.

Ғөтбә ибн Рәбиғә һәм Шәйбә ибн Рәбиғә, Пәйғәмбәрҙең ﷺ ниндәй ауырлыҡтар кисереүен күргәс, ҡапыл күңелдәре йомшарып китеп, йомартлыҡ күрһәтергә булалар. Үҙҙәре янына Ғәддәс исемен йөрөткән христиан хеҙмәтселәрен саҡырып алалар ҙа: «Виноград тәлгәшен бынау табаҡҡа һал да, анау кешегә алып барып: «Мә, аша», – тип бир», – тиҙәр. Ғәддәс улар ҡушҡанды эшләй һәм, Аллаһ Рәсүленең ﷺ һөйләгәндәрен тыңлап, уның әхлаҡлылығын күргәндән һуң Исламды ҡабул итә.

Пәйғәмбәр ﷺ Таифтән кире Мәккәгә ҡайтып китә. Бынан һуң халҡы уға ҡаршылыҡ һәм дошманлыҡ күрһәтеүен, мыҫҡыл итеүен һәм көлөүен тағы ла көсәйтә төшә.

 

Төнгө сәйәхәт, миғраж кисе һәм намаҙҙың фарыз ителеүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ төндә Харам мәсетенән Аҡса мәсетенә күсерелә. Ул, Аллаһтың теләге буйынса, күктәр буйлап сәйәхәт ҡыла, төрлө билдәләрҙе, аяттарҙы һәм пәйғәмбәрҙәрҙе күрә. «Уның күҙе яҙа күрмәне, ситкә лә тайманы. Ул ысынлап та Раббыһының иң оло аяттарын күрҙе» («Ән-Нәджм», 17-18).

Аллаһ уны ﷺ ололап ҡабул итеүе менән шатландыра. Фәрештәләр Пәйғәмбәрҙе ﷺ шатланып-ҡыуанышып, йылмайып ҡаршылай. Был Мөхәммәткә ﷺ Таифтә кисергән ғазаптары, йәберһетелеп кәмһетелеүҙәре өсөн бүләк була.

Иртәнсәк Ҡурәйш ҡәбиләһе халҡына был хәл хаҡында хәбәр иткәс, улар, бындай эште булмаҫтайға һанап, унан ﷺ ситләшә, һүҙҙәрен кире ҡаға. Аллаһ Рәсүлен ﷺ ялғанда ғәйепләргә, унан көлөргә тотоналар. Әбү Бәкр генә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Аллаһ менән ант итәм! Әгәр ҙә ул был хаҡта һөйләй икән, тимәк, барыһы ла – хаҡ. Нимәһенә шул тиклем аптырайһығыҙ? Аллаһ менән ант итәм! Ул миңә хәбәрҙәрҙең ергә күктән төшөрөлөүе хаҡында һөйләне. Һәм мин уға ышанам. Һәм был хәбәр әле һеҙ аптыраған хәлгә ҡарағанда ла хәтәрерәк», – тип, уны ﷺ яҡлап сыға.

Аллаһ Пәйғәмбәргә ﷺ һәм уның өммәтенә көнөнә илле тапҡыр намаҙ уҡырға ҡуша. Пәйғәмбәр ﷺ, Аллаһ намаҙҙар һанын бишкә тиклем ҡыҫҡартҡансы, Унан еңеллек һорай. Кем дә кем ғибәҙәттәрҙе ныҡлы иман һәм ризалыҡ менән башҡара, шуларға илле намаҙға торошло әжер буласаҡ.

 

Ҡәбиләләр алдында сығыш яһау

 

Хаж ҡыла торған ваҡыт еткәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ ғәрәп ҡәбиләләре алдында асыҡтан-асыҡ сығыш яһай башлай. Пәйғәмбәр ﷺ уларҙы: «Мин – Аллаһ тарафынан һеҙгә ебәрелгән рәсүл. Мин һеҙгә Аллаһҡа табынырға, Уға тиңдәштәр ҡуймаҫҡа бойорам. Унан башҡа табынған нәмәләрегеҙҙе юҡ итегеҙ. Уға ғына иман килтерегеҙ. Уға ышанығыҙ. Ул ебәргән хәбәрҙәрҙе аңлата алыу мөмкинлегем булһын өсөн мине һаҡлағыҙ», – тип, Исламға саҡыра.

Аллаһ Рәсүле ﷺ, һүҙен йомғаҡлап, дәғүәтен тамамлағас, Әбү Ләһәб: «Ул һеҙҙе Ләттән, Ғүззәнән һәм һеҙҙең менән дуҫлыҡ алып барған ҡәбиләләрҙән баш тартырға саҡыра. Ендәр файҙаһына үҙенең буш, мәғәнәһеҙ хәбәрҙәрен, дини тәғлимәткә ҡаршы булған бысраҡ һүҙҙәрен һөйләй. Уға буйһонмағыҙ һәм уны тыңламағыҙ ҙа», – тип ҡаршы сыға.

 

Ансарҙарҙың Ислам ҡабул итә башлауы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ хаж ҡыла торған ваҡытында тау үткәлендә тиҫтәләгән Хәзрәж ҡәбиләһе кешеләрен осрата һәм уларҙы Аллаһ юлына саҡыра, Ислам хаҡында һөйләй, Ҡөрьән уҡып ишеттерә. Уларҙың ҡалаһында йәшәгән йәһүд ҡәбиләһе килер ваҡыты яҡынлашып килгән пәйғәмбәр хаҡында һөйләгән була. Пәйғәмбәр ﷺ менән һөйләшкәндән һуң улар үҙ-ара: «Эй, халыҡ! Аллаһ менән ант итәм! Йәһүдтәр әйткән пәйғәмбәр хаҡында беләһегеҙ инде. Уға иман килтереүҙә йәһүдтәр һеҙҙе ҡыуып етмәһен әйҙә!» – тиешә башлай. Бынан һуң улар Пәйғәмбәргә ﷺ иман килтерә, уның саҡырыуына яуап бирә. Һәм үҙ хәлдәре хаҡында һөйләп бирәләр: «Беҙ үҙ халҡыбыҙҙы ҡалдырып киттек. Шул тиклем дошманлашыу һәм яуызлыҡ хөкөм һөргән башҡа бер халыҡ та юҡтыр ул. Бәлки, Аллаһ уларҙы һинең аша берләштерер. Беҙ уларға кире әйләнеп ҡайтырбыҙ, һинең юлыңа өндәрбеҙ, һинән ҡабул иткән динде уларға ла тәҡдим итербеҙ. Ошо дин аша Аллаһ уларҙы берләштерһә, беҙҙең өсөн һинән дә ҡәҙерлерәк кеше булмаясаҡ!»

Ҡәбилә ағзалары кире йәшәгән урындарына әйләнеп ҡайта. Мәҙинәгә килеп еткәс, ҡәрҙәштәренә Аллаһ Рәсүле ﷺ хаҡында һөйләйҙәр, уларҙы Исламға саҡыралар. Хәбәр ҡәбилә араһында таралғандан-тарала бара. Мәҙинәлә Аллаһ Рәсүле ﷺ телгә алынмаған бер өй ҙә ҡалмай.

 

Әл-Ғәҡәбә янындағы тәүге вәғәҙә

 

Икенсе йылына уҡ ун ике ансар хаж ҡылыу өсөн Мәккәгә килеп етә. Улар Аллаһ Рәсүлен ﷺ осрата һәм әл-Ғәҡәбә янында уға тәүге вәғәҙәһен бирә. Ансарҙар тәүхидкә тотонорға, урлашыуҙан, зина ҡылыуҙан, балаларын үлтереүҙән баш тартырға, бар нәмәгә буйһоноп, изгелек ҡылырға һүҙ бирә.

Халыҡ китергә йыйынғас, Пәйғәмбәр ﷺ улар менән бергә Мөсғәб ибн Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән сәхәбәһен ебәрә һәм Ҡөрьән уҡырға, Ислам тәғлимәтенә өйрәтергә, дин буйынса өгөт-нәсихәт бирергә ҡуша. Уны Мәҙинәлә «Ҡөрьән уҡыусы» тип йөрөтәләр. Мөсғәб ибн Ғөмәйер Әсғәд ибн Зөрәр тигән кешелә туҡтала, йәмәғәт намаҙында имам булып тора.

 

Мәҙинәлә Исламдың таралыуы

 

Ислам ансарҙарҙың әл-Әүс һәм әл-Хәзрәж ҡәбиләләрендә тарала башлай. Сәғед ибн Мөғәҙ һәм Өсәйед ибн Хөдәйер тигән кешеләр ҙә Ислам динен ҡабул итә. Үҙ халҡы араһында хөрмәт ҡаҙанған был ир-егеттәр әл-Әүс эсендәге Бану Ғәбделәшһәл ҡәбиләһенән була. Мөсғәб ибн Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) Исламға тәрән аҡыл һәм хикмәт менән илтифат күрһәтеп саҡырыусыларҙан була. Бану Ғәбделәшһәл халҡы яйлап-яйлап Исламға килә башлай. Аҙаҡ ансарҙар араһында мөслим һәм мөслимәләр йәшәмәгән бер өй ҙә ҡалмай.

 

Әл-Ғәҡәбә янында икенсе вәғәҙә биреү

 

Мөсғәб ибн Ғөмәйер Мәккәгә икенсе йылға ғына әйләнеп ҡайта. Ҡайһы бер мосолман ансарҙар әле мөшриклектән сығып бөтмәгән кешеләре менән бергә Мәккәгә килә. Улар ҙа Аллаһ Рәсүленә ﷺ әл-Ғәҡәбә янында вәғәҙә бирә. Хажды тамамлағандан һуң әл-Ғәҡәбә янына йыйылалар. Улар араһында етмеш өс ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ була. Пәйғәмбәр ﷺ әле һаман үҙ халҡының динендә булған бабаһы Ғәббәс ибн Ғәбделмотталибты эйәртеп килә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ улар менән әңгәмә ҡора, Ҡөрьән уҡып ишеттерә, Аллаһ юлына саҡыра, Исламға ылыҡтыра. Һуңынан былай тип әйтә: «Мин һеҙҙән ҡатындарығыҙҙы һәм балаларығыҙҙы һаҡлаған, яҡлаған кеүек үк мине лә һаҡлаясағығыҙ тураһында вәғәҙә алам». Ансарҙар уға ант килтерә. Пәйғәмбәрҙең ﷺ уларҙы бер ҡасан да ҡалдырмаясағына һәм үҙ халҡына кире ҡайтмаясағына тамам ышаналар. Аллаһ Рәсүле ﷺ, вәғәҙәһен ҡеүәтләп: «Мин – һеҙҙең мосолман ҡәрҙәшегеҙ. Мин – һеҙҙең арағыҙҙан, һеҙ – минән. Мин һеҙгә ҡаршы сығыусылар менән көрәшәм. Һеҙҙең менән тыныслыҡта йәшәүселәр менән мин дә яҡшы мөнәсәбәттә булам», – ти. Пәйғәмбәр ﷺ улар араһынан нәҡибтәр һайлап ҡуя: туғыҙы – әл-Хәзрәж, ун икеһе әл-Әүс араһынан була.

 

Мәҙинәгә һижрә ҡылырға рөхсәт

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ ансарҙар менән уға ﷺ һәм уның артынан эйәреүселәргә ярҙам һәм мосолманлыҡ тураһында килешеү төҙөгәндән һуң Ислам динлеләр, һыйыныр урын эҙләп, уларҙың еренә күсеп китә. Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең сәхәбәләренә һәм улар менән бергә булған башҡа Мәккә мосолмандарына Мәҙинәгә һижрә яһарға һәм ансарҙар менән ҡушылырға ҡуша ла: «Аллаһ һеҙҙең өсөн мосолман ҡәрҙәштәр һәм торор урын әҙерләгән», – ти. Улар, ҙур өмөт бағлап, төркөм-төркөм булып бер-бер артлы Мәҙинәгә юллана.

Пәйғәмбәр ﷺ үҙе, Аллаһ Тәғәләнең Мәҙинәгә күсеп китергә рөхсәт биреүен көтөп, Мәккәлә тороп ҡала. Һижрә тураһында ишеткәс, ҡурәйштәр, ризаһыҙлыҡ белдереп, Мәккә һәм Мәҙинә араһындағы юлға төрлө кәртәләр ҡора башлай. Мөһәжирҙәргә бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Әммә улар уйҙарынан кире ҡайтмай, Мәккәлә ҡалыуҙы өҫтөнөрәк күрмәй. Ҡайһы берҙәре, ҡатындарын, балаларын Мәккәлә ҡалдырып, үҙҙәре генә сәфәргә сығырға ҡарар итә. Әбү Сәмәмә тигән кеше лә шундайҙар араһында була. Бәғзеләре инде был донъяла туплаған мал-мөлкәтенән, байлығынан баш тарта. Сүһәйебкә лә шулай эшләргә тура килә. Ғүмәр ибнүл-Хаттаб, Талха, Хәмзә, Зәйед ибн Хәриҫ, ҒәбдүрРахман ибн Ғәүф, Зөбәйер ибн Ғәүүәм, Әбү Хөзәйфә, Ғөҫман ибн Ғәффән (радыйаЛлаһу ғәнһүм) кеүек сәхәбәләр һижрә яһай. Мосолмандар яйлап бер-бер артлы күсенеп бөтә. Мәккәлә Аллаһ Рәсүленән ﷺ, шулай уҡ биктә тороусыларҙан һәм диндән тайпылыусыларҙан башҡа бер кем ҡалмай тиерлек. Тик Ғәли ибн Әбү Талиб менән Әбү Бәкр ибн Әбү Ҡүхәфә генә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) уның менән бергә тороп ҡала.

 

Ҡурәйштәрҙең һүҙ ҡуйышыуы һәм уңышһыҙлыҡҡа осрауы

 

Ҡурәйштәр Аллаһ Рәсүленең ﷺ Мәҙинәлә яҡлаусылары барлығын һәм үҙҙәренең ансарҙар өҫтөнән хакимлығы юҡлығын аңлағас, Мөхәммәттең ﷺ Мәҙинәгә китеүенән ҡурҡа башлай. Сөнки бындай осраҡта улар өсөн юлдар ябылырына асыҡтан-асыҡ төшөнәләр. Ошонан һуң ҡурәйштәр йыйылыш йорто булып торған Ҡөсәй ибн Киләбтең өйөнә йыйыла. Ҡәбилә халҡы бөтә мәсьәләләрҙе лә шунда хәл иткән була. Был осраҡта ла, ҡурәйштәрҙең билдәле кешеләре тупланып, Аллаһ Рәсүле ﷺ менән ни эшләү хаҡында кәңәш ҡора. Күмәкләшеп һәр ҡәбиләнән нәҫеле билдәле булған, көс-ҡеүәте ташып торған егеттәрҙе йәлеп итергә тигән фекергә киләләр. Улар Пәйғәмбәргә ﷺ бер кешеләй дәррәү ташланырға тейеш була. Шулай эшләгәндә уның ҡаны һәр ҡәбиләгә ҡағыласаҡ, йәнәһе. Ә Бану Ғәбдүмәнәф бөтә ҡәбиләләргә лә ҡаршы тора алмаясаҡ. Шулай итеп, халыҡ бер фекергә килә.

Аллаһ Үҙенең Рәсүленә ﷺ уға ҡаршы ҡоролған һөйләшеү хаҡында хәбәр итә. Ул ﷺ Ғәли ибн Әбү Талибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү), үҙенең кейемен бөркәнеп, урынына ятырға бойора. Һәм: «Һинең менән бер ни ҙә булмаясаҡ», – тип тынысландыра.

Ташланырға әҙерләнеп, егеттәр Пәйғәмбәрҙең ﷺ ишеге алдында йыйыла. Аллаһ Рәсүле ﷺ сыға ла ҡулына тупраҡ ала. Ә Аллаһ Тәғәлә тегеләрҙе күрмәҫ иткән була – Мөхәммәтте ﷺ абайламай ҡалалар. Пәйғәмбәр ﷺ уларҙың башына тупраҡ һибергә тотона. Һәм баштан алып Аллаһтың киләһе һүҙҙәренә тиклем «Йәсин» сүрәһен уҡый: «Беҙ уларҙы алдынан да, артынан да кәртә менән ҡаманыҡ, шуға улар күрмәй» (Ҡөрьән, 36:9). Теге егеттәрҙең янына бер кеше килә лә: «Бында нимә көтөп тораһығыҙ?» – тип һорай. Улар: «Мөхәммәтте», – тип яуап бирә. «Аллаһ һеҙгә уңышһыҙлыҡ ебәргән бит. Аллаһ менән ант итәм, ул үҙ эштәре менән ҡайҙалыр сығып китте», – ти теге. Фетнәселәр алан-йолан ҡаранырға тотона һәм йоҡлап ятыусыны күреп ҡала. Бынан һуң ул кешенең Аллаһ Рәсүле булыуында шиктәре ҡалмай. Егеттәр шулай таңға тиклем көтә лә, Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уянып килеп торғас, уңышһыҙлыҡҡа осрауҙарын аңлап, бик ныҡ ғәрләнә.

 

Аллаһ Рәсүленең Мәҙинәгә күсеп китеүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) янына килә лә: «Аллаһ миңә һижрә яһауҙы рөхсәт итте», – тип хәбәр итә. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Бергәме, эй, Аллаһ Рәсүле?» – тип һорай. Ул: «Эйе», – тип яуап бирә. Һәм Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡыуанысынан илап ебәрә. Артабан ошо сәфәр өсөн әҙерләп ҡуйған ике дөйәһен алып килә. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) Ғабдуллаһ ибн Өрәйҡит исемле кешегә үҙҙәренә юл күрһәтеп барырға ҡуша. Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенә аманат итеп тапшырылған әйберҙәрҙе хужаларына таратып сығыу өсөн Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Мәккәлә ҡалырға ҡуша. Мәккәләгеләрҙең бөтәһе лә юғалып ҡуйырынан ҡурҡҡан әйберҙәрен Пәйғәмбәргә ﷺ һаҡлау өсөн биргән була.

 

Ҫәүер мәмерйәһендә

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡаланан йәшеренә-йәшеренә сыға. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) улы Ғабдуллаһҡа Мәккә халҡының улар хаҡында нимә һөйләүен тыңларға ҡуша. Ғамир ибн Фуһәйерҙән көндөҙ үҙенең һарыҡтарын көтөүен, ә төнөн уларға ял биреүен һорай. Ә Әсмә бинт Әбү Бәкр уларға ашарға аҙыҡ ташый.

Улар Ҫәүер мәмерйәһенә ҡарай юллана. Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү), Пәйғәмбәргә ﷺ зыян килтерерҙәй берәй нәмә булыуынан ҡурҡып, мәмерйәгә иң тәүҙә үҙе инә, шунан ғына уны ﷺ саҡыра.

Юлдаштар мәмерйәлә булған саҡта Аллаһ яндарына үрмәксене ебәрә һәм уға мәмерйә менән эргә-тирәһендәге ағастар араһына ау үрергә бойора. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ике күгәрсенгә ағастар менән ау араһына оя ҡорорға әмер бирә. «Ул мөьминдәрҙең күңеленә тыныслыҡ күндерҙе, имандары менән иман арттырһындар өсөн. Күктәр менән Ерҙәге бөтә ғәскәр – Аллаһ ҡулында. Ул белә, Ул хикмәтле!» (Ҡөрьән, 48:4).

Мөшриктәр эҙ буйынса Аллаһ Рәсүленең ﷺ артынан төшә лә, буталып, ҡаушап ҡала. Тауға менеп, мәмерйә эргәһенә киләләр ҙә, ишектәге ауҙы күреп ҡалғас: «Бында кемдер инһә, ишектә ау булмаҫ ине», – тип һығымта яһайҙар.

 

“Ҡайғырма, Аллаһ беҙҙең менән бит!..”

 

Икәүләшеп мәмерйәлә ултырған саҡта Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү), мөшриктәрҙең йөрөп ятыуын күреп ҡалғас: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Берәйһе аяҡ аҫтына ҡараһа, беҙҙең бында икәнде аңлаясаҡ», – тип борсола. Пәйғәмбәр ﷺ: «Өсөнсөләре Аллаһ булған икәү хаҡында ни әйтерһең?!» – ти. Һәм был хаҡта Ҡөрьәндә лә әйтелгән: «Һеҙ ярҙам итмәһәгеҙ ҙә, Аллаһ ярҙам итте бит уға. Кафырҙар уны ҡыуҙы, ә ҡыуылыусылар икәү ине, ул шуларҙың береһе булды. Улар икеһе лә мәмерйәлә ине, шунда ул сәхәбәһенә: «Ҡайғырма, Аллаһ беҙҙең менән бит!» – тине. Аллаһ уға тыныслыҡ бирҙе. Һеҙгә күренмәгән ғәскәр менән уны нығытты. Ул кафырҙарҙың һүҙен түбән ҡылды, ә Аллаһ һүҙе – иң юғары һүҙ. Ысынлап та, Аллаһ олуғ, хикмәтле!» (Ҡөрьән, 9:40).

 

Сүрәҡә менән булған хәл

 

Ҡурәйш халҡы, Аллаһ Рәсүленең ﷺ эҙен юғалтҡандан һуң, уны табып килтереүсегә йөҙ баш дөйә вәғәҙә итә. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәһе менән бергә мәмерйәлә өс төн үткәргәндән һуң юлға сыға. Мөшриктәр араһынан булған Ғамир ибн Фуһәйер исемле кеше оҙатып бара уларҙы. Аллаһ Рәсүле ﷺ был кешене яр буйлап бара торған юлды күрһәтеү өсөн яллаған була.

Йөҙ баш дөйәне алыу теләге Сүрәҡә ибн Малик ибн Йәғмәл тигән кешене Аллаһ Рәсүлен ﷺ эҙәрлекләүгә этәрә. Уның ﷺ эҙе буйлап юл алған саҡта аты сабып барған еренән абынып, Сүрәҡә ҡолап китә. Әммә ул бер нигә ҡарамай Пәйғәмбәрҙе ﷺ эҙәрлекләргә теләй. Эҙ буйлап китеп барғанында аты тағы абына һәм ул үҙе ҡолап ҡала. Әммә байлыҡ көҫәүсене бер ни ҙә туҡтатмай. Ул тағы Пәйғәмбәрҙең ﷺ эҙенә төшә. Шулай бара торғас, ул үҙенән алда кемдәрҙеңдер китеп барыуын күреп ҡала. Ләкин ошо ваҡытта аты өсөнсөгә абына һәм алғы аяҡтары ергә инеп китә. Аҙаҡ ҡойон кеүек ниндәйҙер төтөн сыға башлай. Сүрәҡә тағы атынан ҡолап төшә.

Бындай хәлде кисергән Сүрәҡә Пәйғәмбәрҙең ﷺ Аллаһ Тәғәлә яҡлауында булыуын аңлай. Һәм уны еңеүсе тип иҫәпләй. Алда китеп барған кешеләргә ҡысҡырып: «Мин – Сүрәҡә ибн Йәғмәл. Көтөгөҙ әле. Һеҙҙең менән һөйләшкем килә. Бер ниндәй ҙә аламалыҡ менән килмәнем», – тип өндәшә. Аллаһ Рәсүле ﷺ Әбү Бәкргә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Һора әле, нимә теләй ул», – ти. Сүрәҡә: «Минең менән һинең арала ниндәйҙер билдә булып торорҙай берәй яҙыу бир әле», – тип үтенә. Ғәмир ибн Фуһәйер ниндәйҙер тауар киҫәгенәме, һөйәккәме Пәйғәмбәр ﷺ исеменән яҙыу сыймаҡлап ҡалдыра.

 

Хосрой беләҙектәре – Сүрәҡәнең ҡулында

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Сүрәҡәнән: «Хосройҙың беләҙектәрен кейеүгә нисек ҡарайһың?» – тип һорай. Бындай хәл ысынлап та Ғүмәр ибнүл-Хаттаб (радыйаЛлаһу ғәнһү) идаралыҡ иткән ваҡытта була. Мөьминдәр әмире Хосройҙың беләҙеген, билдеген һәм башлығын ала ла, Сүрәҡә ибн Маликты үҙ янына саҡырып алып, уларҙы ҡулына кейҙерә.

Аҙаҡ Сүрәҡә Пәйғәмбәргә ﷺ һыу һәм ризыҡ тәҡдим итә. Әммә ул ﷺ баш тарта һәм: «Беҙҙе һатма», – тип кенә ҡуя.

 

Ҡотло кеше

 

Улар китеп барған саҡта Умму Мәғбәд исемле ҡатын эргәһенән үтә. Был кешенең көтөүҙән тороп ҡалған сибек кенә һарығы була. Аллаһ Рәсүле ﷺ, «Бисмилләһ» әйтеп, шул малҡайҙың имсәген һыйпай, доға ҡыла. Ошонан һуң һарыҡ бик күп һөт бирә. Пәйғәмбәр ﷺ шул һөт менән һарыҡты туйындыра, юлдаштарының танһығын ҡандыра, аҙаҡ үҙе лә эсеп ҡуя. Һуңынан һарыҡты һауыттарҙы тултырғансы ике тапҡыр һауып ала. Әбү Мәғбәд, өйөнә ҡайтып ингәс, ни булыуы хаҡында һорай. Ҡатыны: «Аллаһ менән ант итәм! Беҙҙең өйҙә ҡотло кеше булды», – тип яуаплай. Уны шундай-шундай тип бик гүзәл итеп һүрәтләп бирә. Ире: «Аллаһ менән ант итәм! Ул Ҡурәйш ҡәбиләһе эҙләгән кеше бит!» – ти.

Ғәмир ибн Фуһәйер Аллаһ Рәсүле ﷺ менән сәхәбәһен Мәҙинәгә етә яҙғансы оҙатып бара. Был көн рәбиғел-әүүәл айының ун икенсе көнө, дүшәмбе була.

Мәҙинәнең Аллаһ Рәсүлен ҡаршы алыуы

Ансарҙар, Пәйғәмбәрҙең ﷺ Мәккәнән сығыуын ишеткәс, уны ураҙа тотоласаҡ өр-яңы айға ҡарағанда ла нығыраҡ көтә башлай. Көн һайын иртәнге намаҙҙан һуң Мәҙинәнең сигенә сығып, уны ҡаршылауға әҙерләнер булалар. Ҡояштан йәшенер бер генә күләгә лә ҡалмағас ҡына өйҙәренә таралышалар. Ул ваҡытта йәйге томра эҫе көндәр була.

Аллаһ Рәсүле ﷺ халыҡ өйҙәренә таралышҡан мәлдә килеп етә. Уны ﷺ беренсе булып ансарҙарҙың түҙемһеҙләнеп көтөүен күреп-белеп йөрөгән бер йәһүд кешеһе күрә. Көслө тауыш менән Пәйғәмбәрҙең ﷺ килеүе хаҡында хәбәр итә ул. Ансарҙар, кире йыйылғас, пальма күләгәһе аҫтында ултырыусы ике тиңдәш ир-егеткә тап була. Күптәре Аллаһ Рәсүлен ﷺ быға тиклем бер тапҡыр ҙа күрмәгән була, шуға ла, Пәйғәмбәрҙе ﷺ айырырға, танырға тырышып, үҙ-ара этешә-төртөшә башлайҙар. Быны аңлап алған Әбү Бәкр (радыйаЛлаһу ғәнһү) Пәйғәмбәрҙе ﷺ кейеме менән ҡояштан ышыҡлай. Шунан ғына кешеләр кемдең кем булыуын аңлай.

Аллаһ Рәсүленең ﷺ килеүенә ҡыуанып, мосолмандар Аллаһты данлап һөрәнләй башлай. Ансарҙар бер ҡасан да әлеге һымаҡ шатланмаған икән. Хатта ҡатындар, балалар, хеҙмәтселәр ҙә һөйөнөстән: «Аллаһ Рәсүле килде! Аллаһ Рәсүле килде!» – тип ҡысҡырыша. Ҡыҙҙар ҙа, әҫәрләнеп, һоҡланып, йыр һуҙырға тотона.

Ул ваҡытта әле бәләкәй генә малай булған Әнәс ибн Малик (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙаҡ былай тип һөйләй: «Мин Аллаһ Рәсүлен ﷺ ул Мәҙинәгә килеп ингән көндө күрҙем. Һәм был көндән дә яҡшыраҡ, яҡтыраҡ мәлде башҡа бер ваҡытта ла кисергәнем булманы».

 

Ҡубалағы мәсет һәм Мәҙинәләге беренсе йома

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Ҡубала дүрт көн була һәм унда мәсет төҙөй.

 

Әбү Әйүбтең өйөндә

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәгә юллана. Юлда уны ﷺ кешеләр осрата ла, һәр береһе өйөнә инеп сығыуын һорай башлай. Бау тағылған дөйәне алып килеп: «Юл бирегеҙ! Уға әмер бирелгән бит», – тип, хайуанҡайҙың кәрәкле урынға туҡталырға тейешлеген белдерәләр. Шулай Бану Малик ән-Нәжжәр еренә барып еткәнсе дауам итә. Дөйә хәҙерге ваҡытта Пәйғәмбәрҙең ﷺ мәсете урынлашҡан ергә, ике йәтимдең финик киптерә торған йортона барып сүгәләй.

Аллаһ Рәсүле ﷺ дөйәнән төшә. Әбү Әйүб уның эйәрен ала ла өйөнә индереп һала. Пәйғәмбәр ﷺ йорттоң аҫҡы ҡатында туҡтала, Әбү Әйүб уға хөрмәт һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә. Пәйғәмбәрҙе ﷺ, аҫҡы ҡатта урынлашыуын өнәмәйенсә, өҫкө ҡатҡа күсергә өгөтләй башлай ул. Быға яуап итеп, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, Әбү Әйүб! Эргәбеҙгә килеп йөрөүселәргә беҙҙең өйҙөң аҫҡы ҡатында булыуыбыҙ уңайлыраҡ бит», – ти.

 

Пәйғәмбәр мәсетен һәм йорт һалыу

 

Финик киптерә торған йорт хаҡында сауҙалашыу өсөн Аллаһ Рәсүле ﷺ ике йәтим егетте саҡырып ала. Был бинаны мәсет яһау өсөн алырға теләй ул ﷺ. Теге егеттәр: «Юҡ, юҡ! Беҙ һиңә уны бүләк итәбеҙ, эй, Аллаһ Рәсүле!» – ти. Пәйғәмбәр ﷺ, бушлай алғыһы килмәйенсә, йорт өсөн хаҡын түләй. Аҙаҡ уны мәсет итә.

Аллаһ Рәсүле ﷺ мәсет һалыу эшендә үҙе ҡатнаша, ҙур-ҙур кирбестәрҙе ташыша. Мосолмандар ҙа уның өлгөһөнә эйәрә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Йә Аллаһ! Ахирәттән башҡа тормош юҡ. Ансарҙарға һәм мөһәжирҙәргә мәрхәмәтеңде күрһәт», – тип үтенә. Мосолмандар бик шатлана, үҙҙәрен бәхетле итеп тоя. Улар Аллаһҡа маҡтау әйтә, төрлө шиғырҙар сығара.

Мәсет менән йортто төҙөп бөткәнсе Аллаһ Рәсүле ﷺ Әбү Әйүбтең өйөндә ете ай йәшәй. Аҙаҡ үҙенең йортона күсеп сыға. Мөһәжирҙәр бер-бер артлы Пәйғәмбәрҙең артынан килеп бөтә. Мәккәлә аҡылдан яҙғандарҙан һәм биктә тороусыларҙан башҡа бер кем ҡалмай. Ансарҙар араһында ла Ислам ҡабул итмәгән бер өй ҙә булмай.

 

Мөһәжирҙәр менән ансарҙарҙың туғанлашыуы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ мөһәжирҙәр менән ансарҙар араһында ҡәрҙәшлек урынлаштыра. Ике халыҡ та бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш була. Ансарҙар мөһәжирҙәргә яҡшылыҡ ҡылыуҙа бер-береһе менән уҙыша, эш хатта мираҫ ҡалдырыуға тиклем барып етә. Үҙҙәренең өйөн, йорт йыһаздарын, мал-мөлкәтен ҡулланыу хоҡуғын да бирәләр мөһәжирҙәргә. Улар тураһында үҙҙәренә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡайғырталар.

Ансарҙар араһынан берәү мөһәжиргә: «Бына – минең милкемдең яртыһы, ал һин уны үҙеңә», – тип өндәшә. Тегеһе уға: «Аллаһ һиңә һәм ғаиләңә бәрәкәт бирһен! Тик һин миңә баҙарға ҡарай юлды ғына күрһәт әле», – тип яуаплай.

Ансарҙар араһында үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын ситкә ҡуйып тороп, башҡаларҙың ихтыяжын ҡайғыртыусылар күп булған. Ҡайһы бер мөһәжирҙәр үҙ сиратында, баҫалҡылыҡ һәм ғорурлыҡ һаҡлап, тәҡдим ителгән нәмәләрҙән баш тартҡан.

 

Мөһәжирҙәр һәм ансарҙар араһындағы яҙма һөҙөмтәһе һәм йәһүдтәр менән килешеү

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ мөһәжирҙәр һәм ансарҙар араһындағы мөнәсәбәт хаҡында бик әһәмиәтле килешеү төҙөй. Йәһүдтәр менән дә ике яҡтың да үҙ хоҡуҡтары һаҡланып ҡалыуы тураһында килешеү төҙөлә. Пәйғәмбәр ﷺ уларға үҙ талаптарын ҡуя, тегеләрҙең дә шарттарын ҡабул итә.

 

Аҙан тарихы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ Мәҙинәлә ныҡлап урынлашып алғас, Ислам нығынғас, кешеләр уның янына намаҙға йөрөй башлай. Әммә ғибәҙәт ҡылыу ваҡыты етеүе хаҡында бер ниндәй ҙә саҡырыу булмай. Пәйғәмбәр ﷺ, йәһүдтәрҙә һәм христиандарҙа ҡабул ителгәнсә, торбаны, ҡыңғырауҙы йә утты иғлан биреү ысулы итеп ҡулланырға теләмәй. Ахырҙа Аллаһ ҡайһы берәүҙәрҙең төшө аша Ислам динен тотоусыларҙы аҙан менән бүләкләй. Аллаһ Рәсүле ﷺ уны раҫлай һәм мосолман өсөн ғәмәлдәр иҫәбенә индерә. Аҙан ҡысҡырыу өсөн Билал ибн Рәбәх әл-Хәбәший (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән сәхәбәһен билдәләй. Ул Аллаһ Рәсүленең ﷺ мүәҙҙине генә түгел, Ҡиәмәт көнөнә тиклем бөтә мүәҙҙиндәрҙең дә башлығы булып тора.

 

Мәҙинәлә монафиҡтарҙың барлыҡҡа килеүе

 

Мәҙинәлә Ислам ныҡлап тарала башлай. Ҡайһы бер йәһүд руханиҙары һәм ғалимдары Исламды ҡабул итә. Мәҫәлән, Ғабдуллаһ ибн Сәләмә. Ләкин йәһүдтәрҙең һәм бәхәсһеҙ рәүештә етәксе булырға, бойорорға, ниҙелер тыйырға теләгән кешеләрҙең күңеленә яйлап ҡына көнсөллөк инеп урынлаша. Ғабдуллаһ ибн Өбәй ибн Сәлүл тигән кеше, Исламға килһә лә, шундайыраҡ уй-хыялдарынан арына алмай. Кешеләр Исламға төркөм-төркөм булып килгән һайын көнсөллөк һәм дошманлыҡ тойғолары көсәйгәндән-көсәйә. Ғабдуллаһ ибн Өбәйҙең йөрәге сирле була, ул ҡомһоҙ рәүештә башлыҡ булыу хаҡында хыялланып, мәкерле уйҙар ҡороп йәшәй. Монафиҡтар араһында мөһәжирҙәргә дошмандарса ҡарағандары ла, ике йөҙлөләнеп, шатланған булып ҡыланып йөрөүселәре лә була.

 

Ҡибланың үҙгәреүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар намаҙҙы башта Йәрүсәлим яғына ҡарап уҡый. Был хәл ун алты ай буйы дауам итә, Пәйғәмбәр ﷺ Мәҙинәгә килгәс кенә үҙгәрә.

Ғәрәптәр араһынан булған мосолмандар Кәғбәгә һөйөүҙе, уны ололауҙы күкрәк һөтө менән һеңдергән, был тойғо, уларҙың ҡаны һәм тәне менән ҡушылып, бар булмыштарын ялмап алған була. Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәрҙең ҡиблаһын башҡа бер ҡиблаға ла алыштырырға теләмәйҙәр. Улар Кәғбә яғына ҡарай баш эйергә ярата. Һәм ҡибланың Йәрүсәлим яғына ҡарай үҙгәртелеүе мосолмандар өсөн оло һынау була. Әммә улар: «Беҙ ишеттек, буйһонабыҙ. Беҙ Уға иман килтерҙек, бөтәһе лә Раббынан», – ти. (Ҡөрьән, 3:7). Үҙ нәфселәренә, ғәҙәттәренә тап килһә лә, килмәһә лә, Аллаһ Рәсүленең ﷺ һүҙен тыңлағандар, Аллаһтың әмеренә буйһонғандар.

Шул әмере менән уларҙың тәҡүәлелеген һәм буйһоноусанлығын һынап ҡарағандан һуң Аллаһ Тәғәлә Рәсүленең ﷺ һәм мосолмандарҙың йөҙөн Кәғбә яғына бора – улар өсөн ҡибланы үҙгәртә. Раббыбыҙ Ҡөрьәндә былай ти: «Шулай итеп, һеҙҙе кешеләргә шаһит итер өсөн, рәсүлде һеҙгә шаһит итер өсөн Беҙ һеҙҙе уртаҡлыҡтағы өммәт иттек. Һин йүнәлгән ҡибланы Беҙ артҡа боролған кешеләрҙең ҡайһыһы рәсүлгә эйәргәнен белер өсөн генә ҡуйҙыҡ. Был эш ауыр, ләкин Аллаһтың хаҡ юлға төшөргән бәндәләренә ауыр түгел: Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы юҡ итмәҫ. Ысынлап та, Аллаһ йәлләүсән, рәхимле!» (Ҡөрьән, 2:143).

Мосолмандар, Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә ﷺ буйһоноп, Кәғбә яғына борола. Һәм ошо тараф, ҡайҙа ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, мосолмандар өсөн Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡибла булып ҡала.

 

Мәҙинәлә мосолмандарҙың ҡурәйштәр ҡыҫымында булыуы

 

Мәҙинәлә Ислам дине урынлаша. Ҡурәйштәр уның ҡеүәте артыуын һәм тарала башлауын аңлай. Ошонан һуң мосолмандарға тағы ла нығыраҡ дошманлыҡ күрһәтә, уларға ҡаршы көрәшә башлайҙар. Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға сабыр булырға әмер бирә, ярлыҡау һәм мәрхәмәтлелек вәғәҙә итә. Ҡөрьәндә Ул былай ти: «Ҡулығыҙҙы тыйығыҙ, намаҙ уҡығыҙ...» (Ҡөрьән, 4:77).

 

Һуғыш алып барыуға рөхсәт

 

Көс-ҡеүәт артҡас, яҡлаусы яҡ көсәйгәс, Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға һуғыш алып барырға рөхсәт итә. Әммә уны фарыз итмәйенсә генә былай ти: «Көрәш алып барыусы кешеләрҙән йәбер күргән өсөн ҡаршы һуғышырға рөхсәт ителә. Ысынлап та, Аллаһ ярҙам итә ала» (Ҡөрьән, 22:39).

 

Хәрби ғәскәрҙәр һәм Әбүә алышы

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡайһы бер ҡәбиләләргә һәм волостарға хәрби ғәскәрҙәр ебәрә башлай. Күбеһендә ҙур һуғыштар тоҡанмай, бәләкәй генә бәрелештәр булып ала. Мөшриктәр ҡурҡа башлай. Шулай итеп, мосолмандарҙың үҙенә ҡарата ышанысы, көс-дәрте арта.

Аллаһ Рәсүле ﷺ Әбүә алышында ҡатнаша. Был уның өсөн тәүге ҡораллы бәрелеш була. Бынан һуң бер-бер артлы башҡа алыштар ҙа башлана.

 

Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың фарыз ителеүе

 

Һижрә буйынса икенсе йылда ураҙа тотоу фарыз ителә. Аллаһ ошо аятты төшөрә: «Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Элгәре кешеләргә яҙылған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителгән» (Ҡөрьән, 2:183). Һәм былай ти: «Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма булһын өсөн, хаҡ юлды аңлатыу, яманды яҡшынан айырырға өйрәтеү өсөн Ҡөрьән күндерелде. Бына шул айға кем етә – уны ураҙа тотоп үткәрһен...» (Ҡөрьән, 2:185).

 

Бәдер янындағы оло һуғыш

 

Һижрә буйынса икенсе йылдың Рамаҙан айында оло һуғыш була. Аллаһ был көндө «Айырыу көнө» тип атай: «Әгәр (хаҡты ялғандан) айырыу көнөндә, ике йәмәғәт осрашҡан көнгә, Аллаһҡа һәм Беҙҙең Үҙ ҡолобоҙға күндергән аяттарға иман килтергән булһағыҙ...» (Ҡөрьән, 8:41).

Аллаһ Рәсүле ﷺ, Әбү Суфйандың, ҡурәйштәрҙең оло каруанында тауарҙар тейәп, Шам ерҙәренән ҡайтып килеүе хаҡында ишеткәс, мосолмандарҙы алышҡа әйҙәй башлай.

Мосолмандар менән мәжүси ҡурәйштәр араһында яу була. Барыһы ла изге Ислам һуғышы өсөн барлыҡ милкен ҡорбан итә, сөнки мосолмандарҙың хәле мөшкөлләнә барған була. Уларҙың ғәскәре Мәҙинә сигенә һәм ҡаланың көтөүлек ерҙәренә тиклем һуҙыла.

Пәйғәмбәр ﷺ, Әбү Суфйан етәкселегендә Исламдың иң ҙур дошмандары булған кешеләрҙән торған карауандың Шам ерҙәренән килә ятыуын ишеткәс, халыҡты алышҡа саҡыра башлай. Әммә был эште мәжбүри итмәй. Шуға ла кеше бик күп йыйылмай, бары тик ике ат һәм етмеш дөйә генә була.

Әбү Суфйан Аллаһ Рәсүленең ﷺ үҙенә ҡаршы сығыуы хаҡында ишеткәс, ҡурәйш ҡәбиләһенә мосолмандарҙан яҡлау һорап хәбәр ебәрә. Хәбәрсе Мәккә халҡына килеп оран һалыу менән ҡурәйштәр ярҙамға ашыға. Оранға яуап бирмәүсе бер генә күренекле кеше лә ҡалмай. Тик Әбү Ләһәб кенә үҙе урынына икенсе кешене ебәреүҙе хуп күрә.

 

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: