Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 11:50

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Һижрәт ҡылыусыларҙы эҙәрлекләү Ҡурәйш ырыуы кешеләре, мосолмандарҙың Эфиопия ерҙәрендә хәүефһеҙлектә булыуын аңлағас, ил батшаһы һәм патриархтар өсөн (Эфиопия ул ваҡытта христиан дәүләте була) Мәккәнән бик ҡиммәтле бүләктәр йыйып, Ғабдуллаһ ибн Әбү Рабиғә менән Ғәмр ибн әл-Ғәс исемле ике дәрәжәле ирен шунда илсе итеп ебәрә. Эҙәрлекләүселәр иң тәүҙә, бүләктәре менән арбап, патриархтарҙы үҙ яғына ҡаратып ала. Шунан, батшаның янына ингәс: – Ахмаҡ ир-егеттәр беҙҙән һеҙгә ҡасып китте. Улар үҙ халҡының диненән баш тартты, әммә һеҙҙең динегеҙҙе лә ҡабул итмәне. Улар бит быға тиклем һеҙ ҙә, беҙ ҙә ишетмәгән яңы бер дин менән йөрөй. Беҙҙе уларҙың аталары, ағалары һәм туғандары ебәрҙе – ахмаҡланып йөрөүселәрҙе кире ҡайтарырға ине, – тиҙәр.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Һижрәт ҡылыусыларҙы эҙәрлекләү

Ҡурәйш ырыуы кешеләре, мосолмандарҙың Эфиопия ерҙәрендә хәүефһеҙлектә булыуын аңлағас, ил батшаһы һәм патриархтар өсөн (Эфиопия ул ваҡытта христиан дәүләте була) Мәккәнән бик ҡиммәтле бүләктәр йыйып, Ғабдуллаһ ибн Әбү Рабиғә менән Ғәмр ибн әл-Ғәс исемле ике дәрәжәле ирен шунда илсе итеп ебәрә.

Эҙәрлекләүселәр иң тәүҙә, бүләктәре менән арбап, патриархтарҙы үҙ яғына ҡаратып ала. Шунан, батшаның янына ингәс:

– Ахмаҡ ир-егеттәр беҙҙән һеҙгә ҡасып китте. Улар үҙ халҡының диненән баш тартты, әммә һеҙҙең динегеҙҙе лә ҡабул итмәне. Улар бит быға тиклем һеҙ ҙә, беҙ ҙә ишетмәгән яңы бер дин менән йөрөй. Беҙҙе уларҙың аталары, ағалары һәм туғандары ебәрҙе – ахмаҡланып йөрөүселәрҙе кире ҡайтарырға ине, – тиҙәр. Патриархтар ҙа:

– Улар дөрөҫ әйтә, батшабыҙ. Тапшыр уларҙы туғандарына, – тип, быларҙың һүҙен йөпләргә тотона.

Батша асыуланып китеп, уларҙың һүҙен ҡабул итеүҙән, яҡлау эҙләп, ҡасып килеүселәрҙе кире ҡайтарып ебәреүҙән баш тарта. Шунан мосолмандар менән епископтарын үҙенә саҡыртып ала ла, мосолмандарҙан:

– Ниндәй дин һеҙҙең үҙ халҡығыҙҙан айырылыуығыҙға сәбәп булды, һеҙҙе хатта минең динемде лә, башҡа диндәрҙе лә ҡабул ҡылыуҙан баш тартырға мәжбүр итте? - тип һорай.

Аллаһ рәсүленең ﷺ бабаһының улы Джәғфәр ибн Әбү Талиб урынынан тора ла былай тип яуап ҡайтара:

– Эй, батша! Беҙ мәжүси халыҡ булдыҡ, һынташтарға табындыҡ, үләкһә менән туҡландыҡ, яман эштәр ҡылдыҡ, күршеләребеҙгә яуызлыҡ килтерҙек, көслөрәгебеҙ көсһөҙҙәрҙе юҡ итте. Аллаһ Тәғәлә беҙгә үҙ арабыҙҙан пәйғәмбәр ебәргәнсе шулай ине. Беҙ Аллаһ рәсүленең ﷺ тоғролоғон, ғәҙеллеген һәм баҫалҡылығын беләбеҙ. Ул беҙҙе тик бер Аллаһҡа ғына табынырға саҡыра. Беҙ ошоғаса үҙебеҙ һәм ата-бабаларыбыҙ табынған боттарҙан баш тарттыҡ. Рәсүл беҙгә тик дөрөҫөн һөйләргә, аманатты һаҡларға, туғанлыҡ бәйләнештәрен ныҡ тоторға, күршеләргә яҡшы мөғәмәләлә булырға, ҡан түкмәҫкә, тыйылғандан тыйылырға ҡушты. Һәм беҙҙең өсөн зинаны, ялған һөйләүҙе, етемдәр малын ашауҙы харам ҡылды. Беҙ, ошоларҙы дөрөҫ тип табып, уға иман килтерҙек – Аллаһтан уға нимә килһә, беҙ шуға эйәрәбеҙ. Әммә халыҡ дошмандарса беҙгә ҡаршы сыҡты, ыҙалатты, динебеҙҙән айырмаҡсы булды. Улар беҙҙең, Аллаһҡа табыныуҙан баш тартып, кире һынташтарға баш эйә башлауыбыҙҙы, үҙҙәре яҡшы тип күргән алама ҡылыҡтарға кире әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы теләй. Беҙҙе шулай ҡыҫырыҡлағастары, беҙ һинең илеңә юл алдыҡ. Йәбер-золомдан арыраҡ булырбыҙ, тигән өмөт менән, эй, батша!

Батша барыһын да ихтирам менән тыңлап ултырған да:

– Аллаһ тарафынан ебәрелгән иптәшегеҙ һөйләгән берәй нәмәне беҙгә лә уҡып ишеттерә алаһыңмы? – тип һораған.

– Эйе, – тигән дә Джәғфәр, «Мәрйәм» сүрәһенең башын һөйләп биргән.

Христиан батша, Ғайса (Иисус) пәйғәмбәрҙең әсәһе Мәрйәм тураһында тыңлай-тыңлай, һаҡалы еүешләнгәнсе илаған. Епископтары ла алдарындағы сәхифәләре һыуланғансы йәш түккән. Аҙаҡ батша:

– Ғайса ла ошондай уҡ хәбәр менән килгән ине. Тимәк, барыһы ла бер оянан сыҡҡан! – тип һоҡланыуын белдерә. Унан һуң Ҡурәйш илселәренә: – Китегеҙ! Аллаһ менән ант итәм: һеҙгә уларҙы кире ҡайтармаясаҡмын! – ти.

– Эй, батша! Улар Ғайса ибн Мәрйәм хаҡында бик яман хәбәр һөйләй бит! – ти һаман Ғәмр ибн әл-Ғәс.

– Ғайса хаҡында ни әйтерһегеҙ? – тип һорай батша мосолмандарҙан. Джәғфәр былай тип яуап бирә:

– Беҙ уның хаҡында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һөйләгәнде генә әйтәбеҙ. Ул – Аллаһтың ҡоло һәм рәсүле. Бер ир-егет тә ҡағылмаған ғиффәтле Мәрйәмгә Аллаһтың рух өрөүе сәбәпле донъяға килгән зат ул.

– Аллаһ менән ант итәм: Ғайса ибн Мәрйәм тураһында икенсе төрлө әйтеп тә булмай! – ти ҙә батша, мосолмандарға тағы ла хәүефһеҙлек вәғәҙә итеп, теге икәүҙе, бүләктәрен үҙҙәренә кире тапшырып, ҡайтарып ебәрә.

Ғүтбә менән булған хәл

Аллаһ рәсүленең ﷺ сәхәбәләре күбәйгәндән-күбәйә барыуын күргәс, Ғүтбә ибн Рабиғә Ҡурәйш ырыуы аҡһөйәктәренән уға ﷺ бер эшлекле тәҡдим яһарға рөхсәт һорай. Бәлки, ошо тәҡдимде ҡабул итеп, үҙ дәғүәтен туҡтатыр, тип өмөтләнә. Ирҙе тыңлап бөткәс, ҡурәйштәр рөхсәт бирә.

Ғүтбә Пәйғәмбәргә ﷺ килеп, уның эргәһенә ултыра ла:

– Эй, ҡустым! Һин беҙҙең аранан сыҡҡан кеше һәм үҙ халҡыңа бик оло эш менән килдең. Ышаныуҙарын иҫәрлеккә һанап, диндәренә һәм илаһтарына һүҙ тейҙереп, уларҙы айырып бөттөң. Күптән үлеп киткән ата-бабаларын да көфөрлөктә ғәйепләнең. Тыңла әле мине, минең һиңә тәҡдимдәрем бар. Уйлап ҡара, бәлки, береһен ҡабул итерһең, – тип өндәшә.

– Һөйлә, Әбү Вәлид! Тыңлайым, – ти уға Аллаһ рәсүле ﷺ.

– Ҡустым, әгәр һин ошо яңы динең аша байлыҡ көҫәйһең икән, беҙ һиңә күп итеп мал йыйып бирербеҙ – арабыҙҙа иң бай кеше һин булырһың. Әгәр ҙә инде абруй теләһәң, беҙ һине гел үҙ йыйылыштарыбыҙға саҡырырбыҙ һәм фекереңде ишетмәйенсә бер ҡарар ҙа ҡабул итмәҫбеҙ. Әгәр рәйеслек даулайһың икән, һине үҙебеҙгә хаким итеп ҡуясаҡбыҙ. Әгәр ҙә һиңә килгән нәмә берәй ен-фәлән булһа һәм уны үҙеңдән ҡыуып ебәрә алмай аҙапланһаң, беҙ иң яҡшы табиптар табырбыҙ ҙа һине тулыһынса һауыҡтырғансы күп итеп аҡса түләрбеҙ, – тип тәҡдимдәрен теҙеп һала Ғүтбә.

– Һөйләп бөттөңмө, Әбү Вәлид? – тип һорай Пәйғәмбәр ﷺ, теге тынып ҡалғас.

– Эйе, – ти Ғүтбә.

– Ә хәҙер һин мине тыңла, – ти ҙә Аллаһ рәсүле ﷺ, уға «Асыҡ аңлатылдылар» («Фүссыләт») сүрәһен уҡып ишеттерә – баштан алып, сәждә ҡылынырға тейешле 37-се аятҡа тиклем.

Ғүтбә, ҡулдарын артҡа ҡуйып, һәр аятты диҡҡәт менән тыңлай. Аллаһ рәсүле ﷺ, тейешле урынға еткәс, сәждә яһай ҙа:

– Һин кәрәклеһен ишеттең, Әбү Вәлид. Үҙең һайла! – ти.

Ғүтбә иптәштәре ҡырына килгәс, тегеләр бер-береһенә:

– Аллаһ менән ант итәбеҙ: Әбү Вәлид яныбыҙҙан киткәндә йөҙө бындай түгел ине, – тиешә. Ул:

– Мин быға тиклем бер ҡасан да ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишеттем! Аллаһ менән ант итәм, был шиғриәт тә, сихыр ҙа, арбау ҙа түгел. Эй, ҡурәйштәр, тыңлағыҙ! Был кешегә эштәрен башҡарырға ҡамасауламағыҙ һәм унан ары тороғоҙ! – ти.

Иптәштәре:

– Ул һине сихырлаған! Теле менән арбаған! – тип шаулаша башлай. Әбү Вәлид:

– Был минең фекерем. Нимә теләйһегеҙ, шуны эшләгеҙ, – тип кенә ҡуя.

Хәмзәнең Ислам ҡабул итеүе

Аллаһ рәсүленең ﷺ атаһының бер туған ағаһы Хәмзә ибн Ғәбделмотталиб бик ҡыйыу, көслө, мыҡты кәүҙәле, халыҡ араһында абруй тотҡан бер зат була.

Бер көндө мөшриктәрҙең башлығы Әбү Джәһл Сафа тауы эргәһендә Аллаһ рәсүлен ﷺ тап итеп, уны төрлө алама һүҙҙәр менән рәнйетергә тотона. Аҙаҡ ерҙән таш алып һуғып, Пәйғәмбәрҙең ﷺ башын яралай. Аллаһ рәсүле ﷺ уға яуап итеп бер һүҙ ҙә әйтмәй, бер нәмә лә эшләмәй.

Тап ошо мәлдә Хәмзә һунарҙан ҡайтып төшкәс, Сафа тауы янында булған ваҡиғаны күреп торған бер хеҙмәтсеһе уға барыһын да һөйләп бирә. Үҙ ҡустыһы өсөн ярһып китеп, Хәмзә, ҡоралдарын да һалып тормай, ҡурәйштәр йыйылышып ултырған урынға тиҙ-тиҙ атлап барып инә лә, халыҡ араһында ултырған Әбү Джәһлде күреп ҡалып, яны менән тегенең башын ҡанатҡансы һуғып ебәрә. Шунан:

– Һин минең ҡустымды рәнйеттеңме?! Бел: хәҙер мин дә уның динендә, мин дә ул һөйләгәнде ҡабатлайым! – тип, үҙенең Ислам ҡабул итеүен белдерә. Барыһы ла тынып ҡала. Әбү Джәһл дә бер ни тип тә яуап бирә алмай.

Аҙаҡ Хәмзә Аллаһ рәсүлен ﷺ күреп, шаһитлыҡ һүҙҙәрен әйтеп, Ислам диненә күсеүен раҫлап ҡуя. Мәккәлә иң көслөләрҙән һаналған был дәрәжәле ир-егеттең Ислам ҡабул итеүе ҡурәйштәр өсөн бик ауыр хәл була. Ә мосолмандар Хәмзәне «Аллаһ арыҫланы» («Әсәдуллаһ») тип йөрөтә башлай. Ҡөрьән иңдерелеүҙең алтынсы йылы була был.

Ғүмәрҙең Ислам ҡабул итеүе

Шулай уҡ, өс көн үткәс, Аллаһ Үҙ диненә ҡурәйштәр араһынан Исламға ҡарата иң ҙур дошманлыҡ күрһәтеүселәрҙең береһе Ғүмәр ибнүл-Хаттабтың иман килтереүе менән ярҙам итә. Дәрт-дарманы, беләк көсө һәм аҡыл зирәклеге менән бүтәндәрҙән өҫтөн торған йәш Ғүмәрҙе бөтәһе лә хөрмәт иткән була. Аллаһ рәсүле лә ﷺ, Исламға тап шундай шәхестәрҙең ныҡ кәрәклеген аңлап, уның өсөн Аллаһҡа айырым доға менән мөрәжәғәт итә.

Ғүмәрҙең бер туған һеңлеһе Фатима менән уның кейәүе Сәғид ибн Зәйд иң тәүгеләрҙән булып Ислам диненә керә. Ләкин башта быны Ғүмәрҙән йәшереп йөрөйҙәр, уның уҫаллығынан ҡурҡалар.

Бер көндө милләтсе Ғүмәр, элек берҙәм булған үҙ халҡының яңы дин арҡаһында хәҙер икегә бүленеүен күтәрә алмай, бөтә был «фетнә»гә тамам нөктә ҡуйыр өсөн Аллаһ рәсүлен ﷺ үлтерергә ҡарар итә. Эйе, аҙаҡ Мөхәммәттең ﷺ туғандары, ҡон ҡайтарыу йолаһы буйынса, уның үҙен дә үлтерәсәген аңлай, әммә, исмаһам, халҡым иркен тын алып ҡалыр, тип уйлай ул.

Ҡылысын алып, мосолмандар йыйылышҡан йортҡа шәп-шәп атлап китеп барғанында юлда уға туғаны Нүғәйм ибн Ғабдуллаһ тап була.

– Ҡайҙа китеп бараһың, Ғүмәр? – тип һорай Нүғәйм.

– Ҡурәйш ырыуын айырғыслап бөткән фетнәсе Мөхәммәт янына! Ул халыҡтың динен аҙашыуға һанай, илаһтарын ихтирам итмәй. Мин уны үлтерәсәкмен! – тип яуаплай Ғүмәр. Нүғәймдең дә мосолман булыуын ул әле белмәгән була.

Быны ишеткәс, Нүғәйм Аллаһ рәсүле ﷺ өсөн хафаланып, уны иҫкәртеп өлгөрөр өсөн ваҡыт даулап:

– Күҙҙәрең томаланған бит, эй, Ғүмәр! Бәлки, иң тәүҙә үҙ ғаиләң ағзалары менән хәлде асыҡлап, эштәреңде тәртипкә килтерерһең? – ти.

– Ҡайһы туғандарымды күҙ уңында тотаһың?! – тип һорай Ғүмәр.

– Фатима һеңлең менән Сәғид кейәүең, һиңә ҡарап тормайынса, күптән Ислам ҡабул иткән, – ти Нүғәйм.

Ғүмәр, ярһып китеп, Фатималарҙың өйөнә юл ала. Был ваҡытта Хәббәб исемле сәхәбә Фатима менән Сәғидкә «Таһә» сүрәһен өйрәтеп ултырған була. Ғүмәрҙең инеп килеүен ишетеп ҡалыу менән Хәббәб бер бәләкәй бүлмәгә инеп ҡаса, ә Фатима сүрә яҙылған сәхифәне йәшереп ҡуя. Ғүмәр килеп инә лә:

– Ниндәй мығырлау ул бында?! – тип һорай.

– Бер нәмә лә юҡ, – ти Фатима.

– Бар ине бит тауыш! Мин һеҙҙең Мөхәммәттең диненә эйәреүегеҙҙе беләм! – ти Ғүмәр һәм кейәүе Сәғидте эләктереп алып, туҡмарға тотона. Ирен яҡлашып, алдына килеп баҫҡан һеңлеһе Фатиманы ла осора һуғып ебәрә.

– Эйе, беҙ Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә иман килтерҙек! Мәйелең: ни теләйһең, шуны эшлә! Һин хәҙер нимә ҡылһаң да, беҙгә барыбер! – тип ҡысҡыра ярһып киткән Фатима. Ғүмәр, үҙ һеңлеһен ҡанға тиклем яралауын күргәс, ҡылығы өсөн үкенеп, ҡапыл тынып ҡала. Шунан һеңлеһенә:

– Әле уҡып ултырған нәмәгеҙҙе миңә күрһәт әле, Мөхәммәттең нимә өйрәткәнен ҡарайым, – ти. Ғүмәр уҡый-яҙа белеүселәрҙән була.

– Әммә беҙ сәхифә өсөн ҡурҡабыҙ, – ти Фатима, борсолоуын белдереп. Ғүмәр, ант итеп, борсолмаҫҡа ҡуша. Һеңлеһе уның Исламға килеүенә ныҡ өмөтләнә. Шуға ла Ғүмәрҙе:

– Эй, ағайым! Ләкин һин бысраҡһың, сәхифәгә тәһәрәтле көйө генә ҡағылалар, –  тип, таҙарынырға өндәй.

Ғүмәр тәһәрәт алғас, йәш ҡатын ағаһына «Таһә» сүрәһе яҙылған ҡағыҙ киҫәген тоттора. Сүрәнең баштағы өлөшөн уҡыу менән:

– Ниндәй гүзәл һүҙҙәр! – тип һоҡланыуын белдерә Ғүмәр. Быны ишеткән Хәббәб йәшенгән урынынан килеп сыға ла:

– Эй Ғүмәр! Аллаһ менән ант итәм, Аллаһ һиңә Үҙ пәйғәмбәренең доғаһында айырым урын бирҙе. Мин кисә уныңﷺ: «Йә Аллаһ! Исламды ике Ғүмәрҙең береһе – йә Ғүмәр ибн Һишәм (Әбү Джәһл), йә Ғүмәр ибнүл-Хаттаб менән нығытһаң ине!» –  тигәнен ишеттем! – ти.

Ғүмәр тағы ла Аллаһ рәсүле ﷺ һәм мосолмандар йыйылышып ултырған йортҡа юл ала. О Аллаһ, хәҙер инде бөтөнләй икенсе маҡсат менән!

Барып, ишек шаҡығас, сәхәбәләрҙең береһе тишек аша ҡарай ҙа, ҡурҡып китеп:

– Ғүмәр был! Ҡылысы ла бар! – ти. Хәмзә:

– Булһа ни? Әгәр изгелек менән килһә, беҙ ҙә уға шундай уҡ менән яуап бирербеҙ. Әгәр яуызлыҡ менән килһә, үҙенең ҡылысы менән үҙен үк үлтерербеҙ, –  ти.

– Эйе, инһен, – ти Аллаһ рәсүле ﷺ.

Ишекте асҡастар, Пәйғәмбәр ﷺ инеүсене ҡаршы алыу өсөн урынынан тора ла, Ғүмәрҙең билбауынан эләктереп алып, ныҡ итеп үҙенә тарта һәм:

– Тағы күпме, йә Ғүмәр?! Аллаһ һиңә берәй бәлә ебәрмәйенсә, туҡтамаҫһың инде! – ти. Шул ваҡыт Ғүмәр:

– Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ илаһ юҡ, һәм һин – Аллаһтың рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылам! – тип иғлан итмәһенме!

Быны ишетеү менән йорт эсендә булғандар бер тауыштан: «Аллаһу әкбәр!» – тип ҡысҡырып ебәрә. Һәм уларҙың ҡыуаныс ораны хатта Кәғбә эргәһендә йыйылышып ултырған ҡурәйштәргә лә яңғырап барып етә.

Хәмзә менән Ғүмәрҙең Исламға килеүе мосолмандарға көс-ҡеүәт бирә, хәҙер улар үҙҙәрен яҡлай алғандай хәлдә була. Мөшриктәр ҙә, аҙаҡ Хәмзә менән Ғүмәрҙең яуап ҡайтарасағынан ҡурҡып, көсһөҙ мосолмандарға бынан ары теймәҫкә тырыша. Мосолмандар Кәғбә янында асыҡтан-асыҡ намаҙ уҡый, тауаф ҡыла һәм йыйылышып ултыра башлай.

Ҡурәйш тарафынан бойкот

Ислам таралыуын төрлөсә тырышып та туҡтата алмағас һәм Аллаһ рәсүлен ﷺ бер нисек тә тыйып булмағас, Ҡурәйш ырыуы башлыҡтары күмәкләшеп йыйылып, Аллаһ рәсүленә ﷺ, мосолмандарға һәм Аллаһ рәсүлен ﷺ яҡлап йөрөткән Бәнү Һәшим, Бәнү Ғәбделмотталиб араларына ҡаршы шундай бойкот килешеүе төҙөй: улар менән никахлашмаҫҡа, һөйләшмәҫкә, осрашмаҫҡа, өйҙәренә инмәҫкә, ярҙамлашмаҫҡа, алыш-биреш итмәҫкә, тиҙәр. Мосолмандар Аллаһ рәсүлен ﷺ ҡурәйштәр хөкөмөнә тапшырып, уның үлтерелеүенә риза булғансы, йәнәһе. Әйткәндәрен ҡағыҙ битенә яҙып, ҡултамғалары менән раҫлап, Кәғбә эсенә беркетеп ҡуялар. Был хәл пәйғәмбәрлектең етенсе йылында була.

Бойкот башланғас, Бәнү Һәшим менән Бәнү Ғәбделмотталиб кешеләре, бергә көн итеү яҡшыраҡ булыр, тип, бөтәһе лә Әбү Талиб торған үҙәнгә күсенеп ултыра. Бары тик Әбү Ләһәб кенә, үҙ туғандарына хыянат итеп, ҡурәйштәр яғында ҡала.

Ҡурәйш халҡы бойкотта ҡалыусылар янына бер кемде лә ебәрмәй, уларға аҙыҡ һатмай, мосолмандарҙың үҙҙәренән дә бер ни ҙә ҡабул итмәй. Ситтән килгән сауҙагәрҙәрҙе лә ул яҡҡа индермәйҙәр, аҙыҡ-түлек тауарҙарын иһә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, тулыһынса үҙҙәре һатып алыр була – нисек тә бойкоттағыларға эләкмәһен, йәнәһе. Тиҙҙән Әбү Талиб үҙәнендә көслө аслыҡ башлана. Кешеләр ағас япраҡтары, хайуан тиреләре менән туҡлана. Ә астан илаған балаларҙың тауышы иһә әллә ҡайҙан ишетелеп торор була. Ҡайһы бер ҡурәйштәр генә, туғанлыҡ бәйләнешен өҙөргә теләмәйенсә, бойкоттағылар янына йәшерен рәүештә килеп йөрөй, аҙмы-күпме булһа ла ризыҡ, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәләр (мәҫәлән, Хәдиджәнең туғандары).

Был хәл шулай өс йыл тирәһе дауам итә. Әбү Талиб та, ҡалған туғандары ла бөтә был ыҙалыҡтарға түҙә, бер кем дә Пәйғәмбәрҙе ﷺ битәрләмәй, бер кем дә уны ﷺ һатмай (ә бит улар араһында байтаҡ ҡына кафыр ҙа йәшәй – туғанлыҡ рухы элек бына нисек көслө булған!). Аллаһ рәсүле ﷺ һәм ҡалған мосолмандар иһә үҙ эшен туҡтатмай: көндәрен дә, төндәрен дә, йәшерен дә, асыҡ та халыҡты тура юлға саҡыра, Ислам динен аңлата.

Бойкотты туҡтатыу

Тиҙҙән ҡайһы бер намыҫлы ҡурәйштәр Һәшим ибн Ғәмр етәкселегендә был бойкотҡа ҡаршы сыға. Улар үҙҙәренең рәхәтлектә йәшәп, бүтән ырыуҙаштарының эргәлә генә аслыҡта көн күреүенә сыҙай алмай, әлеге ҡарарҙы ғәҙел түгел тип һанай һәм ул ҡағыҙҙы юҡ итергә, бойкотты туҡтатырға килешәләр.

Шунан, ҡурәйштәр Кәғбә янында йыйылышып ултырған ваҡытта, Зүһәйр ибн Әбү Үмәййә исемле ир тора ла:

– Эй, Мәккә халҡы! Һеҙ ашайһығыҙ, кейенәһегеҙ, ә Бәнү Һәшим астан ҡырыла! Аллаһ менән ант итәм, ғәҙел булмаған ул килешеүҙе йыртҡыслап ташламайынса кире ултырмаясаҡмын! – ти.

Уның артынса тағы бер нисә ир тороп, был дәғүәне ҡеүәтләйҙәр. Әбү Джәһл уларға ҡаршы төшөп маташа, әммә бер ниндәй ҙә файҙа сыҡмай, ғауға ҡуба. Шул ваҡыт Әбү Талиб килеп сыға ла былай тип белдерә:

– Улым Мөхәммәт миңә ул бойкот ҡағыҙының юҡҡа сығыуы тураһында әйтте. Кәғбәгә инеп ҡарағыҙ, уны термиттар ашап бөткән, бары тик Аллаһ исеме яҙылған урындарға ғына ҡағылмағандар. Әгәр улым яңылыш әйкән булһа, беҙ уны һеҙгә тапшырырбыҙ, әгәр дөрөҫ икән, бойкотты туҡтатығыҙ.

Ҡурәйштәр был шарт менән килешә. Сөнки, бер яҡтан, халыҡ та ҡаңғыра башланы, икенсе яҡтан, әгәр Мөхәммәттең ﷺ әйткәне дөрөҫкә сыҡмаһа, туғандары уны ҡаршы тороусылар ҡулына тапшырырға риза бит! Кәғбәгә инеп ҡараһалар, ысынлап та, ул бойкот тураһындағы килешеү актын бөжәктәр юҡҡа сығарған була, бары тик «Аллаһ» тип яҙылған урындар ғына шул көйө тороп ҡалған! Аллаһ рәсүленең ﷺ пәйғәмбәрлек миссияһы менән бәйле күмәк мөғжизәләренең береһе була был. Ҡурәйштәр бойкотты туҡтата, Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ һәм уның туғандары, ҡәрҙәштәре кире элекке тормошҡа ҡайта.

Әбү Талиб менән Хәдиджәнең вафаты

Әбү Талиб менән Хәдиджә бер үк йылды – пәйғәмбәрлектең унынсы йылында –  бер-бер артлы вафат булып ҡала. Тәүҙә, бойкот тамамланғандан һуң ярты йыл үткәс, һикһәнде уҙған Әбү Талиб ауырып үлеп китә, шунан, тағы ике-өс айҙан һуң – алтмыш биш йәшлек Хәдиджә. Улар икеһе лә изге, ярҙамсыл кешеләрҙән була һәм Ислам диненең үҫеп, нығынып китеүенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерәләр. Әммә, шул уҡ ваҡытта, ул икәү араһында – ер менән күк алыҫлығындай айырма: Хәдиджә тәүге көндән үк Ислам ҡабул итә һәм үҙенең бөтә изге эштәрен дин юлында башҡара, һәм уға Аллаһ тарафынан Йәннәт вәғәҙә ителгән, Әбү Талиб иһә үлем түшәгендә ятҡан сағында ла «лә иләһә иллә-Ллаһ»ты ҡабул иткеһе килмәй, сөнки быны ата-бабалар йолаһына хыянат тип күрә, ә бөтә изге эштәрен ул тик туғанлыҡ тойғоһонан сығып башҡарған була, һәм Аллаһ уға Йәһәннәм вәғәҙә иткән. Үҙҙәрен изге күңелле һанап та, дин әмерҙәрен ҡабул итмәгән барлыҡ кешеләргә ғибрәт булһын был хәл.

Әбү Талиб вафат булғас, Ҡурәйш кафырҙары Аллаһ рәсүленә ﷺ ҡаршы асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ күрһәтә, уны һәр яҡлап ҡыҫырыҡлай, һыйҙырмай башлай. Аллаһ рәсүле ﷺ был ваҡытта илле беренсе йәш менән барған була.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: