Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2021, 09:06

Радий Хәбиров: «Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусы була»

Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөү тураһында ҡәтғи ҡарар ҡабул ителде. Был турала бөгөн премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендәге Рәсәй хөкүмәте ултырышында билдәле булды, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров: «Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусы була»
Радий Хәбиров: «Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусы була»

«Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең бөгөнгө ҡарары һуңғы ун йыллыҡта Башҡортостан Республикаһы юғары мәктәбенең һәм фәненең мөһим ҡаҙаныштарының береһе булып тора. Башҡортостандың донъя кимәлендәге студенттар кампусы була. Ошо тиҫтә миллиард һум аҡса студент ятаҡтарына ғына йүнәлтелмәй. Улар — студенттар һәм уҡытыусылар өсөн фәнни лабораториялар, шулай уҡ спорт, мәҙәниәт учреждениелары ла. Быларҙың барыһы ла ҡала үҙәгендә тип әйтерлек. Илебеҙ президентына ярҙам күрһәткәне өсөн айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһына — хакимиәтем етәксеһе рәйеслегендәге проект офисына һәм беҙгә ышаныс белдергән вуз ректорҙарына айырым рәхмәт», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Михаил Мишустин тотош илдә университет кампустары селтәрен булдырыу хаҡында һөйләне. Президент ҡушыуы буйынса программаны тормошҡа ашырыу Фән һәм технологиялар йылында башлана. Төбәктәрҙән килгән 30 ғаризанан бөгөнгә иң яҡшы һигеҙе һайлап алынған, улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Улар быйыл уҡ бойомға ашыра башларға әҙер.

«Былар — милли күләмдәге һәм ысын мәғәнәһендә донъя кимәлендәге кампус проекттары. Улар Рәсәй Федерацияһы биләмәләрен үҫтереүгә өҫтәмә стимул бирергә тейеш. Бизнес вәкилдәре менән берлектә яңы инфраструктура ғына төҙөп ҡалмайбыҙ. Кампустар бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү нөктәләре булыр», — тине Михаил Мишустин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй президенты Владимир Путин республика етәксеһе менән осрашыуҙа студенттар кампусын төҙөүгә федераль финанслау мәсьәләһендә республикаға ярҙам буласағын әйтте.

«Студенттар кампусы өсөн урынды оҙаҡ һайланыҡ. Өфө уртаһында, яҡында ғына тиерлек, өс юғары уҡыу йорто урынлашҡан ерҙә 17 гектар ер таптыҡ, ошо кампусты проектлауға 275 миллион һум аҡса бүлергә хәл иттек. Йәғни беҙ кампусты проектлай башланыҡ», — тине осрашыуҙа Радий Хәбиров.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: