Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 12:00

Республикала шағир-импровизатор Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Республикала август-сентябрь айҙарында башҡорт шағиры-импровизаторы, сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған саралар ойошторола (1881-1964).

Республикала шағир-импровизатор Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр
Республикала шағир-импровизатор Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәсәндәр тураһында электрон йыйынтыҡ сығарыу, сәсәндең шиғырҙары буйынса онлайн-флешмоб үткәреү, сәсәндәрҙең сығыштары менән Вәлиулла Ҡоломбәтов хаҡында буклеттың исем туйы, китап күргәҙмәһен асыу, абруйлы ҡунаҡтарҙы саҡырып, ике түңәрәк өҫтәл ойоштороу, видеоконференция бәйләнеше форматында телекүпер уҙғарыу планлаштырыла.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: