Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 11:20

Рәхимов

Ғәлим ХИСАМОВ ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ Документаль роман Теге саҡта, һайлауҙарға мораторий иғлан иткәндән һуң, яңы ғына тамамланған сессия залынан сығып барған Рәхимовҡа хәбәр килтереп еткерҙеләр: бер егет телеүҙәктең ҡыйығына менеп, дәүләт флагын алып бәргән һәм өс төҫлө – зәңгәр, йәшел, аҡ – флаг ҡаҙап ҡуйған. – Ниндәй флаг инде ул? – тип һораны Рәхимов. – 1917 йылда вәлидовсылар иғлан иткән Башҡортостан флагы. – Нимә аңлата инде флаг алмаштырыу? – Түңкәрелеште аңлата. Бында Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы бөттө, хәҙер Башҡорт республикаһы урынлашты, тип белдерәләр. – Башҡорт автономияһын Ленин, Сталин таныған түгелме ни? – Эйе, таныған. – Шулай булғас, нимәгә шаулайһығыҙ? – Ләкин ул вәлидиселәр төҙөгән республика флагы бит. Буржуаз республика. Рәхимовтың артабан һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәне. Шуға икенсегә борҙо: – Кем инде ул флаг алмаштырып йөрөүсе? Тоттоғоҙмо уны? – Эйе, тоттоҡ. БДУ студенты. – Бер үҙе булғанмы? – Бер үҙем, ти. – Ни эшләп алмаштырған инде? – Суверенитет тураһында декларацияны үтәмәйһегеҙ. Президент һайлауына мораторий яһанығыҙ. Шулай икән, беҙ элекке республиканы кире ҡайтарабыҙ, тигән була. – Кемдәр инде ул “беҙ” тигәне? – Йәш малайҙар Башҡорт йәштәре иттифағы төҙөп алған. Шуны әйтә. – Кешеһе күпме ул иттифаҡтың? – Унлап бар шикелле. – Бер төркөм хулиган икән. Ул малайҙы нимә эшләтмәк булаһығыҙ? – Һеҙҙән һорайыҡ тигәйнек. Бында ике мөмкинлек бар. Береһе – сәйәсәт юлы. Илде түңкәрелешкә ҡотортҡан өсөн күп йылдарға ултыртып була. Икенсеһе – хулиганлыҡ. Быныһы өсөн йә штраф, йә бер нисә көнгә ултыртыу. – Хулиганлыҡ инде. Күренеп тора бит. Рәхимов йәш егетте төрмә язаһынан һәм ғүмерлек йәрлектән ҡотҡарыуын ҡотҡарҙы, шул уҡ ваҡытта үҙе уйға төштө. Ярар, был осраҡта мин ҡыҫылдым һәм егеттең яҙмышын хәл иттем. Ә мин ҡатнашмаһам ни булыр ине?

Рәхимов
Рәхимов

Ғәлим ХИСАМОВ

ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ

Документаль роман

Теге саҡта, һайлауҙарға мораторий иғлан иткәндән һуң, яңы ғына тамамланған сессия залынан сығып барған Рәхимовҡа хәбәр килтереп еткерҙеләр: бер егет телеүҙәктең ҡыйығына менеп, дәүләт флагын алып бәргән һәм өс төҫлө – зәңгәр, йәшел, аҡ – флаг ҡаҙап ҡуйған.

– Ниндәй флаг инде ул? – тип һораны Рәхимов.

– 1917 йылда вәлидовсылар иғлан иткән Башҡортостан флагы.

– Нимә аңлата инде флаг алмаштырыу?

– Түңкәрелеште аңлата. Бында Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы бөттө, хәҙер Башҡорт республикаһы урынлашты, тип белдерәләр.

– Башҡорт автономияһын Ленин, Сталин таныған түгелме ни?

– Эйе, таныған.

– Шулай булғас, нимәгә шаулайһығыҙ?

– Ләкин ул вәлидиселәр төҙөгән республика флагы бит. Буржуаз республика.

Рәхимовтың артабан һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәне. Шуға икенсегә борҙо:

– Кем инде ул флаг алмаштырып йөрөүсе? Тоттоғоҙмо уны?

– Эйе, тоттоҡ. БДУ студенты.

– Бер үҙе булғанмы?

– Бер үҙем, ти.

– Ни эшләп алмаштырған инде?

– Суверенитет тураһында декларацияны үтәмәйһегеҙ. Президент һайлауына мораторий яһанығыҙ. Шулай икән, беҙ элекке республиканы кире ҡайтарабыҙ, тигән була.

– Кемдәр инде ул “беҙ” тигәне?

– Йәш малайҙар Башҡорт йәштәре иттифағы төҙөп алған. Шуны әйтә.

– Кешеһе күпме ул иттифаҡтың?

– Унлап бар шикелле.

– Бер төркөм хулиган икән. Ул малайҙы нимә эшләтмәк булаһығыҙ?

– Һеҙҙән һорайыҡ тигәйнек. Бында ике мөмкинлек бар. Береһе – сәйәсәт юлы. Илде түңкәрелешкә ҡотортҡан өсөн күп йылдарға ултыртып була. Икенсеһе – хулиганлыҡ. Быныһы өсөн йә штраф, йә бер нисә көнгә ултыртыу.

– Хулиганлыҡ инде. Күренеп тора бит.

Рәхимов йәш егетте төрмә язаһынан һәм ғүмерлек йәрлектән ҡотҡарыуын ҡотҡарҙы, шул уҡ ваҡытта үҙе уйға төштө. Ярар, был осраҡта мин ҡыҫылдым һәм егеттең яҙмышын хәл иттем. Ә мин ҡатнашмаһам ни булыр ине?

Рәхимов
Рәхимов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: