Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 10:20

Мөхәммәт пәйғәмбәр

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК МИССИЯҺЫ. МӘККӘ ОСОРО Хира мәмерйәһендә Мөхәммәткә ﷺ ҡырҡ йәш тулыуға өс йыл ҡалғас, уға пәйғәмбәрлек вазифаһы йөкмәтелеү мәле яҡынлашыуы үҙен һиҙҙерә. Тирә-яҡта ҡараңғылыҡ көсәйгән, боҙоҡлоҡ, наҙанлыҡ күренештәре ифрат артҡан ваҡыт. Буласаҡ пәйғәмбәрҙең ﷺ борсолоу һәм уйланыуҙары бик ныҡ көсәйә. Ҡала эсендәге ығы-зығылы һәм әҙәпһеҙлек өҫтөнлөк алған тормоштан ҡасып, ул күберәк аулаҡта булырға, яңғыҙ ҡалырға тырыша башлай. Бының өсөн, етерлек аҙыҡ алып, тауҙар араһына сығып китергә ғәҙәтләнә. Бигерәк тә һәр йылдың Рамаҙан айын Хира тауы мәмерйәһендә ғибәҙәттәрҙә үткәрә. Төндәрен мөғжизәле, матур, илаһи төштәр күрә башлай – был уның пәйғәмбәрлегенең тәүге билдәләре була.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК МИССИЯҺЫ.

МӘККӘ ОСОРО

Хира мәмерйәһендә

Мөхәммәткә ﷺ ҡырҡ йәш тулыуға өс йыл ҡалғас, уға пәйғәмбәрлек вазифаһы йөкмәтелеү мәле яҡынлашыуы үҙен һиҙҙерә. Тирә-яҡта ҡараңғылыҡ көсәйгән, боҙоҡлоҡ, наҙанлыҡ күренештәре ифрат артҡан ваҡыт. Буласаҡ пәйғәмбәрҙең ﷺ борсолоу һәм уйланыуҙары бик ныҡ көсәйә. Ҡала эсендәге ығы-зығылы һәм әҙәпһеҙлек өҫтөнлөк алған тормоштан ҡасып, ул күберәк аулаҡта булырға, яңғыҙ ҡалырға тырыша башлай. Бының өсөн, етерлек аҙыҡ алып, тауҙар араһына сығып китергә ғәҙәтләнә. Бигерәк тә һәр йылдың Рамаҙан айын Хира тауы мәмерйәһендә ғибәҙәттәрҙә үткәрә. Төндәрен мөғжизәле, матур, илаһи төштәр күрә башлай – был уның пәйғәмбәрлегенең тәүге билдәләре була.

Миссияның башланыуы

Билгеләнгән көн, ниһайәт, килеп етә. Был хәл миләди иҫәп менән 610 йылда, дүшәмбе, Рамаҙан айының ун етенсе (икенсе версия буйынса – егерме беренсе) көнөндә, Мөхәммәткә ﷺ ҡырҡ беренсе йәш киткәндә, Хира тауы мәмерйәһендә таңға ҡарай була.

Ҡапыл Ябраил фәрештә пәйҙә булып:

«Уҡы!» – ти. Мөхәммәт ﷺ, аптырап:

– Мин бит уҡый белмәйем, – тип яуап бирә. Шул ваҡыт фәрештә уны ныҡ итеп ҡосаҡлап ҡыҫа ла, кире ебәреп:

«Уҡы!» – ти тағы.

– Мин уҡый белмәйем! – тип тағы ҡаршы яуап бирә Мөхәммәт ﷺ. Ябраил фәрештә уны икенсегә ныҡ итеп ҡосаҡлап ҡыҫа ла, тағы кире ебәреп:

«Уҡы! Барлыҡҡа килтергән Раббың исеме менән! Ул кешене ойошҡан ҡандан бар итте. Уҡы! Раббың һинең – иң йомарты! Ул ҡәләм менән өйрәтте, кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте», – тип Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ Аллаһтан тәүге аяттарҙы (Ҡөрьән, 96:1-5) тапшыра.

Ғүмерҙә лә ишетелмәгән, күрелмәгән хәлдән Аллаһ рәсүле ﷺ ҡурҡып ҡала. «Нимә булды был?» – тип ныҡ борсолоп, ашыға-ашыға өйөнә ҡайтып инә лә, дер ҡалтыранып: «Ҡаплағыҙ мине, ышыҡлағыҙ, ҡурҡам!» – тип үтенә.

Тынысланғас, Хәдиджә бының сәбәбен һорай. Аллаһ рәсүле ﷺ уға үҙе менән булған ваҡиғаны һөйләп бирә. Аҡыллы ҡатын пәйғәмбәрҙәр һәм фәрештәләр хаҡында ишеткән була. Үҙ иренең холҡо, әҙәбе, иманлылығы тураһында ла яҡшы белә, уның гел Аллаһ һаҡлауы аҫтында булыуына, үҙ халҡы араһынан ниндәйҙер бөйөк эш өсөн һайланған кеше икәненә төшөнә. Ундай саф күңелле, динле кешеләргә ен ҡағылыуы йә шайтан килеүе мөмкин түгел. Ошоларҙы аңлаған иманлы ҡатын ныҡлы ышаныс менән: «Юҡ, юҡ! Аллаһ менән ант итәм! Аллаһ һине һис ҡасан оятҡа ҡалдырмаясаҡ! Һин бит туғандарың менән тығыҙ аралашаһың, етемдәр, мохтаждар күңелен күрәһең, ҡунаҡтарға һәр саҡ шатһың һәм кешеләргә гел ярҙам итәһең!» – ти.

Үәраҡа ибн Нәүфәл

Хәдиджәнең йәһилиәт ваҡытында христиан диненә күскән, уҡымышлы, Тәүратты яҡшы белгән, әммә хәҙер инде ныҡ ҡына ҡартайған һәм һуҡырайған Үәраҡа ибн Нәүфәл исемле ике туған ағаһы була. Мөхәммәт ﷺ менән ҡатыны, мәмерйәләге хәл тураһында ни әйтерен ишетергә теләп, уның янына юллана. Аллаһ рәсүле ﷺ үҙ күргәндәрен һөйләп биргәс, Үәраҡа:

– Йәнем Уның ҡулында булған Аллаһ менән ант итәм, һин – ошо халыҡтың пәйғәмбәре! Һинең яныңа Муса пәйғәмбәргә лә килгән Ябраил фәрештә төшкән. Әммә халҡың һине алдаҡсыға һанаясаҡ, төрлө ыҙалатыуҙарға дусар итәсәк һәм һине ҡыуасаҡ, ғәмәлдәреңә ҡаршы көрәшәсәк, – ти.

Ҡыуыласағы хаҡында ишеткәс, Аллаһ рәсүле ﷺ аптырап ҡала. Ул бит Ҡурәйш халҡы араһында бик хөрмәтле кеше әле, тоғро, ғәҙел булыуы өсөн яратып, «Әмин» тип кенә йөрөтәләр! Шуға ул ﷺ был хәбәргә ышана алмай:

– Улар мине ҡыуырҙармы икән ни? – ти. Үәраҡа:

– Эйе! Һин алып киләсәк тәғлимәт һымаҡ нәмәләр тәҡдим итеп, халҡының ҡаршылығына дусар булмаған берәү ҙә  юҡ әле. Их, шул көндәргә тиклем йәшәй алһам, һиңә ярҙам итер инем! – ти.

Күп тә үтмәй, Үәраҡа ҡартлыҡтан үлеп китә, ә Мөхәммәткә ﷺ бынан ары оҙаҡ ҡына ваҡыт аяттар бөтөнләй төшөрөлмәй тора. Күпмелер көндәр уҙғас, Аллаһ рәсүле ﷺ тынысланып, яңы аяттар ҡабул итергә әҙер булғас, Ҡөрьән яйлап-яйлап тағы төшөрөлә башлай, шунан ары инде вәхи килеүе бер ҡасан да туҡталмай.

Тәүге мосолмандар

Хәдиджәнән һуң Ислам динен Аллаһ рәсүленең ﷺ өйөндә тәрбиәләнеүсе ике кеше – уның ﷺ ун йәшлек ике туған ҡустыһы Ғәли ибн Әбү Талиб һәм хеҙмәтсеһе Зәйд ибн Хәриҫә – ҡабул итә. Ғаилә ағзаларының иң тәүгеләрҙән булып Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ ышаныуҙары тәбиғи. Улар – бер өйҙә йәшәп, бер-береһен бик яҡшы белеп, Мөхәммәттең ﷺ ни тиклем аҫыл зат, ниндәй күркәм холоҡ эйәһе икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп йөрөгән кешеләр бит.

Бер үк ваҡытта Аллаһ рәсүле ﷺ менән электән бергә булған һәм уның иң яҡын дуҫына әйләнгән Әбү Бәкр ҙә Исламға килә. Үҙенең аҡыллы, миһырбанлы булыуы, һәр нәмәне уйлап эшләүе менән хөрмәт ҡаҙанған был аҫыл затты ла бөтә Мәккә халҡы бик яратҡан була. Дингә килеүенең беренсе көндәренән үк Әбү Бәкр Аллаһ юлында бик әүҙем эшләй башлай: шунда уҡ бүтәндәрҙе – ышаныслы дуҫтарын, Ҡурәйш ырыуының ихласлығы, изгелеклелеге, аңлылығы менән айырылып торған күренекле ирҙәрен – Исламға саҡыра. Уның дәғүәтен ҡабул ҡылып, Мәккәнең юғары дәрәжәле кешеләре Усман ибн Ғәффән, Зөбәйер ибнүл-Ғәүүәм, Абдуррахман ибн Ғәүф, Сәғд ибн Әбү Үәҡҡас, Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ мосолманлыҡтары тураһында шаһитлыҡ итә.

Тиҙҙән улар артынан башҡа ҡурәйштәр ҙә эйәрә: Әбү Ғүбәйдә, Әрҡам, Усман ибн Мәҙғүн, Ғүбәйдә ибнүл-Хәриҫ, Сәғид ибн Зәйд, Хәббәб, Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд, Ғәммәр ибн Йәсир һәм башҡалар. Аллаһ уларҙың барыһы менән дә риза булһын!

Ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күпләп-күпләп Исламға килә башлай.

Сафа битләүенән асыҡтан-асыҡ саҡырыу

Өс йыл дауамында Пәйғәмбәр ﷺ үҙ хәлен йәшереп йөрөй. Шунан һуң Аллаһ уға дине хаҡында бөтәһенә лә асыҡтан-асыҡ белдерергә ҡуша: «Һиңә нимә әмер ителә, шуны асыҡ итеп һөйлә һәм мөшриктәрҙән йөҙ сөйөр!» (Ҡөрьән, 15:94).

Аллаһ рәсүле ﷺ Сафа тауына сыға ла көслө тауыш менән: «Ҡарауыл!» – тип ҡысҡырып ебәрә. Кемдер дошман яҡынлашып килеүен йәки илгә бүтән берәй бәлә янауын белеп ҡалһа, шулай һөрәнләр булған. Шуға ла халыҡ оҙаҡ көттөрмәй, тиҙ арала саҡырған тауышҡа йыйыла, килә алмағаны үҙе урынына берәйһен ебәрә.

Халыҡ йыйылғас, Аллаһ рәсүле ﷺ:

– Эй, Ғәбделмотталиб улдары! Эй, Фиһр улдары! Эй, Кәғб уландары! Әгәр ҙә мин һеҙгә, ошо тау артында бер һыбайлы ғәскәр бар һәм ул һеҙгә һөжүм итергә йыйына, тип әйтһәм, миңә ышаныр инегеҙме?! – тип һорай. Ғәрәптәр, уның гел дөрөҫ һүҙ һөйләгәнен белгәнлектән:

– Эйе! Беҙ һинән бер ҡасан да ялған ишеткәнебеҙ юҡ бит, – тип яуап бирә.

Аллаһ рәсүле ﷺ артабан:

– Улайһа, тыңлағыҙ! Мин – һеҙгә ебәрелгән пәйғәмбәр! Мин һеҙҙе алда буласаҡ оло ҡурҡыныстар тураһында иҫкәртәм! Эй, Ҡурәйш халҡы! Үҙ йәндәрегеҙҙе үҙегеҙ Аллаһтан һатып алығыҙ, мин һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым! Уттан ҡасығыҙ! Мин һеҙҙе Аллаһ язаһынан бер нисек тә һаҡлай алмайым!.. – тип оран һала ла, һәр араға айырым-айырым өндәшеп, Исламға инергә, “Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ илаһ юҡ һәм Мөхәммәт – Уның рәсүле” тип шәһәҙәт әйтергә саҡыра.

Халыҡ ни тип яуап бирергә лә белмәй. Бөтәһе менән бергә үҫкән, бергә йәшәгән кешенең шулай бер көн килеп үҙен пәйғәмбәр тип иғлан итеүе улар өсөн сәйер була. Шул ваҡыт Аллаһ рәсүленең ﷺ бабаһы (атаһының бер туған ағаһы) Әбү Ләһәб:

– Ҡалған көнөң буш булһын! Ошоно әйтер өсөн беҙҙе йыйҙыңмы ни?! – ти ҙә, боролоп ҡайтып китә, ҡалған халыҡ та уның артынса таралыша башлай.

Әйткәндәй, беренсе көндәрҙән үк Исламға ҡаршы сыҡҡан Әбү Ләһәб ғүмеренең ахырынаса шулай кафыр булып ҡаласаҡ һәм Аллаһ рәсүленә ﷺ бик күп ыҙалыҡтар килтерәсәк. Уның тураһында, ғибрәт булһын өсөн, Ҡөрьәндә айырым сүрә (“Әл-Мәсәд”) бар.

Халыҡ менән дошманлашыу

Аллаһ рәсүле ﷺ, Раббыһының әмеренә буйһоноп, хәҡиҡәт өсөн көрәшә башлай: ялған илаһтарҙы фаш итә, бөтә ғибәҙәттәрҙе лә бер Аллаһҡа ғына бағышларға асыҡтан-асыҡ саҡыра. Ә халыҡ, бигерәк тә ырыу-ҡәбилә башлыҡтары, быны ата-бабалар динен мыҫҡыллау, илаһтарҙы асыуландырыу тип күреп, Мөхәммәттең ﷺ дәғүәтен ҡабул итмәй, хатта уны тиҙерәк туҡтатыу, ҡаршы саралар уйлап табыу хаҡында ҡайғырта башлай.

Иң тәүҙә Аллаһ рәсүле ﷺ тураһында төрлө имеш-мимеш тараталар, уға «Сихырсы» тигән исем тағалар, юлда тап булғанында теләһә ниндәй һүҙҙәр әйтеп, мыҫҡыллайҙар; бүтән мосолмандарҙан да көләләр, уларҙы хыянатсылыҡта ғәйепләйҙәр. Әммә Ислам дине таралыуын дауам итә, бигерәк тә фәҡирҙәр, ҡолдар, йәберләнгәндәр яңы дингә күпләп килә.

Ахырҙа, ырыуҙың абруйлы кешеһе һәм Пәйғәмбәрҙең ﷺ туғаны, яҡлаусыһы булараҡ, Әбү Талибҡа бер төркөм вәкил йыйылышып килеп:

– Эй, Әбү Талиб! Һинең туғаныңдың улы беҙҙең илаһтарҙы кәмһетә, динебеҙҙе шелтәләй, уны иҫәрлек тип атай, ата-бабаларыбыҙҙы дөрөҫ юлда булмауҙа, аҙашыуҙа ғәйепләй. Йә һин уны тый, һәм ул беҙгә бүтән ҡағылмаһын, йә беҙгә тапшыр – беҙ нимә эшләтергә белербеҙ! Һин бит беҙҙең менән бер диндә! – ти.

Әбү Талиб йомшаҡ ҡына һөйләшеп, матур итеп яуап бирә лә, уларҙы кире бороп ҡайтара.

Күпмелер ваҡыттан һуң Ҡурәйш аҡһөйәктәре ҡабаттан Әбү Талибҡа килеп:

– Әбү Талиб! Һин бит олпат, беҙҙең арала дан һәм хөрмәт ҡаҙанған кеше. Беҙ бит һинән туғаныңды тыйыуҙы һораныҡ, ләкин һин быны эшләмәнең. Беҙ башҡаса ата-бабаларыбыҙҙы һәм илаһтарыбыҙҙы кәмһетеүгә, динебеҙҙе кире ҡағыуға түҙергә йыйынмайбыҙ. Йә һин уны тыяһың, йә беҙ уға ла, һиңә лә ҡаршы ҡаты көрәш башларға мәжбүр булабыҙ – ике яҡтың береһе һәләк булғансы! – тиҙәр.

Әбү Талиб өсөн үҙ халҡынан айырылыу һәм улар менән дошманлашыу бик ауыр хәл була. Шуға ул Аллаһ рәсүле ﷺ менән күрешеп, унан:

– Эй, улым! Халҡың миңә фәлән-фәлән һүҙҙәр менән килде. Мине лә, үҙеңде лә йәллә инде. Күтәрә алмаҫтай эштәрҙе башҡарырға мәжбүр итмә! – тип үтенә.

Аллаһ рәсүле ﷺ үҙенең арҡаһында бабаһының хәсрәткә батыуын аңлай. Бынан ары Әбү Талиб уға ярҙам итә алмаҫ, уның менән бергә булмаҫ, тип уйлай ҙа:

– Эй, бабам! Аллаһ менән ант итәм: уң ҡулыма – ҡояшты, һулына айҙы һалһалар ҙа, хатта үлем ҡурҡынысы янаһа ла, мин был эште ҡалдырмаясаҡмын! – ти, ә үҙенең күҙҙәренән йәш бәреп сыға. Шунан, китергә йыйынып, борола башлағас, Әбү Талиб:

– Туҡта, улым, кил яныма, – тип уны саҡырып ала. – Улым, ни теләйһең, шуны һөйлә. Аллаһ менән ант итәм: мин һине бер ҡасан да һатмам, ҡалдырмам!

Мосолмандарҙы ыҙалатыуҙар

Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһ Тәғәләнең юлына саҡырыуын дауам иткән. Ҡурәйш халҡы унан да, Әбү Талибтан да тамам өмөт өҙөп, бар асыуын ҡәбиләнең Ислам ҡабул иткән ярлыларына, ҡолдарына төшөргән. Хеҙмәтсе һәм ҡол мосолмандарҙы бикләп ҡуйып туҡмағандар, бик аҫтында ас һәм һыуһыҙ тотҡандар, көн үҙәгендә эҫе ергә алып сығып, төрлө ыҙылытыуҙарға дусар иткәндәр.

Мәҫәлән, Африканан килгән Билал исемле ҡол Ислам ҡабул иткәс, хужаһы Үмәййә ибн Хәләф уны томра көндө ҡояш аҫтына алып сыҡҡан да, ҡыҙыу ергә арҡаһы менән ҡолатып, өҫтөнә ҙур, ауыр таш һалырға бойорған. Үҙе:

– Аллаһ менән ант итәм! Үлмәйенсә йәки Мөхәммәттән баш тартмайынса, ошолай ятасаҡһың! Ләт менән Ғүззәгә иман килтер! – тип екеренгән. Ә Билал, ауыр таш аҫтында ятһа ла, Аллаһтың берлеген белдереп:

– Берәү! Берәү!.. – тип ҡат-ҡат ҡабатлаған.

Билалды бүтән төрлө яза биреп тә күп ыҙалатҡандар. Был хәлде аҙаҡ Әбү Бәкр күреп ҡалып, Үмәййәгә күп итеп аҡса түләгән дә, Билалды һатып алып, ҡоллоҡтан азат иткән. Унан тыш, Әбү Бәкр мосолман булған тағы ла бихисап ҡолдо, хужаларынан шулай һатып алып, иреккә сығарған.

Бәнү Мәхзүм кешеләре лә Исламға ғаиләһе менән килгән Ғәммәр ибн Йәсирҙе һәм уның ата-әсәһен, эҫе көндә сүллеккә алып сығып, бәйләп ҡуйып, төрлөсә яфалай. Ғәммәрҙең атаһы бындай һынауҙарҙы күтәрә алмай, үлеп китә. Әсәһен иһә Әбү Джәһл исемле ата кафыр һөңгө менән сәнсеп үлтерә (был ҡатын Ислам тарихына беренсе шәһит сифатында индерелгән, Аллаһ унан риза булһын!). Ғәммәр, оҙаҡ интектергәстәр, берсә өҫтөнә ауыр таш һалып, берсә һыуға батырып ыҙалатҡастар, ахырҙа мөшриктәр теләгән һүҙҙе әйтә. Әммә яуыздарҙың ҡулдарынан ҡотолоу менән кире Ислам диненә ҡайта.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мосолмандар абруйлы мөшриктәрҙең һағы аҫтында була. Мәҫәлән, Усман ибн Мәҙғүн исемле сәхәбәне Ҡурәйштең Вәлид ибн Мүғира тигән затлы кешеһе яҡлап йөрөтә. Аҙаҡ, күңеле бындай хәлде ҡабул итмәй башлағас, Усман, уның яҡлауынан баш тартып: «Аллаһтан башҡа бер кемдең дә яҡлауын теләмәйем», – тип белдерә. Көндәрҙән бер көндө Усман менән бер мөшрик араһында бәхәс ҡубып, тегеһе Усмандың күҙен күгәрткәнсе һуҡҡас, быны ситтән күҙәтеп ултырған Вәлид ибн Мүғира:

– Һинең бындай хәлдән ҡотолоп ҡалырға мөмкинлегең бар ине, ҡустым, – ти.

– Аллаһ менән ант итәм: Аллаһ хаҡына икенсе күҙемде лә ҡуйырға әҙермен! – тип яуаплай уға Усман.

Пәйғәмбәргә һәм Әбү Бәкргә ташланғандары

Хеҙмәтселәренең һәм улдарының, Исламдан баш тартып, элекке диненә ҡайтыуынан, Мөхәммәттең ﷺ дә, ауырлыҡтарға бирешеп, улар яҡлы булып китеүенән тамам өмөт өҙгәс, Ҡурәйштең ботҡа табыныусылары Аллаһ рәсүленә ﷺ ҡаршы үҙҙәренең иҫәрҙәрен ҡоторта башлай. Тегеләре иһә төрлөсә этлектәр ҡылып, аяуһыҙлыҡ күрһәтеп, Аллаһ рәсүленә ﷺ ыҙа килтерер өсөн нимәгә генә бармай: үсекләйҙәр, киҙәнәләр, юлына сәнскеле ботаҡтар ташлайҙар, өйө алдына, ашы бешкән ҡаҙанға сүп-сар ырғыталар...

Мәҫәлән, бер мәл Пәйғәмбәр ﷺ Харам мәсетендә сәждәлә булған ваҡытта берәү уның елкәһенә дөйәнең эсәк-ҡарынын һалып китә. Һәм Аллаһ рәсүле ﷺ шул килеш сәждәлә ҡала, кире ҡалҡынмай. Ҡыҙы Фатима йүгереп килеп, бындай әшәкелекте эшләүсене ҡарғай-ҡарғай, атаһының арҡаһынан бысраҡтарҙы алып ташлай башлай. Шунан һуң ғына Аллаһ рәсүле ﷺ кире тора, ул да кафырҙарҙы ҡарғай.

Бер көн, ҡурәйштәр Кәғбәнең хижер тигән бер махсус урынында йыйылышып ултырған ваҡытта, Пәйғәмбәр ﷺ килеп сыға ла, Изге йорт тирәләй тауаф ҡыла башлай. Эргәләренән өйөрөлөп үткән һайын тегеләр Аллаһ рәсүленә ﷺ яман ҡысҡырып, уны йәберләргә тырыша. Был хәл өс тапҡыр ҡабатланғас, Аллаһ рәсүле ﷺ: «Эй, һеҙ! Белегеҙ! Аллаһ менән ант итәм: үлемегеҙ – минең ҡулымдан!» – тип ҡаты киҫәтә. Бындайҙы ишетеп, тегеләр ҡапыл ҡурҡып ҡатып ҡала һәм йомшаҡ һүҙ әйтеп аҡланырға тырыша.

Иртәгәһенә, шул уҡ урында йыйылышып ултырғандарында, тағы ла Мөхәммәт ﷺ килеп сыҡҡас, ҡапыл бер кешеләй күмәкләшеп, уға ташланалар. Уратып алып, берәүһе ныҡ итеп Аллаһ рәсүленең ﷺ кейеменән тарта, икенсеһе әсе һүҙҙәр менән мыҫҡыл итә, өсөнсөһө этә башлай. Шунан аҙаҡ Пәйғәмбәрҙең ﷺ башы аша арттан туҡыма ташлайҙар ҙа, уның муйынын быуырға керешәләр. Шул ваҡыт Әбү Бәкр килеп сығып: «Эй, һеҙ! Раббым – Аллаһ, тип әйткән өсөн генә кешене үлтерергә әҙерһегеҙме?!» – тип ҡысҡырып ебәрә лә, тегеләрҙе этеп-төртөп, Аллаһ рәсүлен ﷺ яһилдар ҡулынан ысҡындыра.

Әммә шул уҡ көндө был иҫәүәндәр Әбү Бәкрҙең яңғыҙын тап итеп, бөтә асыуын уға төшөрә. Сәсенән тартҡыслап, һаҡалынан һөйрәтеп йөрөп бәргесләйҙәр, башын ныҡ итеп типкеләйҙәр. Туҡмалыусының йөҙө танымаҫлыҡ хәлгә етә, хатта, битенә ҡарап, танауын да айырып булмай. Аҙаҡ Әбү Бәкрҙе туған тип һаналған Бәнү Тәйм араһы кешеләре күтәреп алып ҡайта, уның үлерендә шикләнмәйҙәр ҙә. Әммә Әбү Бәкр көн аҙағына ҡарай телгә килеп: «Аллаһ рәсүленә теймәгәндәрме?» – тип һорай. Янындағылар уны әрләргә тотона. Эргәһенә Ислам ҡабул итеүселәрҙән Өммө Йәмил килгәс, Әбү Бәкр Пәйғәмбәр ﷺ хаҡында унан һораша.

– Тере ул, һау-сәләмәт, – тип яуап бирә ҡатын.

– Аллаһ менән ант итәм: Мөхәммәтте үҙем күрмәйенсә, ауыҙыма тәғәм ризыҡ ҡапмаясаҡмын, хатта бер йотом һыу ҙа эсмәйәсәкмен, – ти Әбү Бәкр.

Ахырыһы, әсәһе менән Өммө Йәмил, бөтәһенең дә йоҡларға ятҡанын көтә лә, уны Аллаһ рәсүленә ﷺ күтәреп алып сығып китә. Күрешкән ваҡыттарында Пәйғәмбәр ﷺ Әбү Бәкрҙең әсәһе өсөн доға ҡыла һәм ҡатын Исламды ҡабул итә.

Мосолмандарҙың Эфиопияға күсеп китеүе

Аллаһ рәсүле ﷺ, сәхәбәләренең ыҙа сигеүен күреп, уларға бер ни менән дә ярҙам итә алмауын аңлағас: «Эфиопия ерҙәренә барығыҙ. Уның батшаһы бер кемде лә сит итмәй, ҡыҫмай. Унда ғәҙеллек хөкөм һөрә. Аллаһ еңеллек биргәнсе, шунда булығыҙ», – тип ҡуша. Ошонан һуң бер төркөм мосолман Эфиопияға юллана, был Исламдағы тәүге һижрәт була. Унда унлаған ир-егет үҙҙәренә әмир итеп Усман ибн Мәҙғүнде тәғәйенләй. Аҙаҡ Джәғфәр ибн Әбү Талиб та Африка иленә юл ала. Яйлап-яйлап башҡа мосолмандар ҙа Эфиопия еренә йыйыла башлай. Ҡайһы берәүҙәр ғаиләләре менән, бәғзеләр үҙҙәре генә килеп етә. Эфиопияға күсеп килеүселәрҙең дөйөм һаны һикһән өс була.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: