Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 09:00

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ғабдуллаһ менән Әминә Ҡурәйш ҡәбиләһе башлығы Ғәбделмотталибтың ун улы була. Иң ҡәҙерле һәм яратҡан улы Ғабдуллаһты атаһы үҙ заманында Ҡурәйш халҡы араһында сығышы һәм дәрәжәһе буйынса иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ тип һаналған Әминә бинт Үәһбкә өйләндерә. Әммә Ғабдуллаһтың ғүмере бик ҡыҫҡа була, йәш Әминә йөклө килеш тол ҡала.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ғабдуллаһ менән Әминә

Ҡурәйш ҡәбиләһе башлығы Ғәбделмотталибтың ун улы була. Иң ҡәҙерле һәм яратҡан улы Ғабдуллаһты атаһы үҙ заманында Ҡурәйш халҡы араһында сығышы һәм дәрәжәһе буйынса иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ тип һаналған Әминә бинт Үәһбкә өйләндерә. Әммә Ғабдуллаһтың ғүмере бик ҡыҫҡа була, йәш Әминә йөклө килеш тол ҡала.

Пәйғәмбәрҙең тыуыуы

Аллаһ рәсүле ﷺ дүшәмбелә, иң киң таралған фараз буйынса рабиғел-әүүәл айының ун икенсе көнөндә донъяға килә. Әсәһе бәпәйен тапҡандан һуң ҡайныһы Ғәбделмотталибҡа: «Улың тыуҙы!» – тип һөйөнсө ебәрә. Ҡартатаһы ҡыуанып килеп, ейәнен ҡулына алып, уны Кәғбә янына алып бара ла, шунда Аллаһҡа маҡтау әйтеп, доға ҡылып, малайға Мөхәммәт (ғәрәпсә – Мүхә́ммәд) тип исем бирә. Ундай исем таныш булмағанға күрә Мәккә халҡы быға бик ғәжәпләнә.

Бәҙүәндәр араһында

Ғәбделмотталиб, ғәрәптәргә хас ғәҙәт буйынса, үҙ улдарынан да ҡәҙерлерәк күргән етем ейәненә бәҙүәндәр араһынан һөт инәһе эҙләй башлай. Был бәхет үҙ иленән имсәк бала юллап сыҡҡан Хәлимә исемле ҡатынға тәтей. Ул йыл ҡоро килә, сүл халҡы ауыр хәлдә ҡалып, меҫкенлектә, етешһеҙлектә көн күрә. Шуға сабый Мөхәммәтте ﷺ береһенең дә алғыһы килмәй. «Етем бит! Әсәһенән нимә өмөт итәһең инде», – тип кенә ҡуялар.

Хәлимә лә иң тәүҙә унан баш тарта. Әммә, бүтән берәүҙе лә таба алмағас, кире әйләнеп килеп, Әминә менән килешеп ҡуя. Ә Аллаһ Тәғәлә шул саҡ Хәлимәнең күңелендә сабыйға ҡарата һөйөү уята. Кескәй Мөхәммәтте ﷺ алып ҡайтырға сығыу менән ҡатындың ҡулдарына бәрәкәт ҡуна. Ул күкрәк һөтөндә, ҡарт дөйәһендә, ишәгендә лә бәрәкәт ҡотон күрә. Әхирәттәре лә, быны абайлап: «Хәлимә, һин бер изге баланы алдың бит!» – тип әйтә башлай.

Ғөмүмән, бөтә Бәнү Сәғд ҡәбиләһенә ике йыл дауамында бәрәкәт килеп кенә тора. Ике йылдан Хәлимә сабыйҙы күкрәктән айыра. Әммә, әсәһенә алып килгәс, баланы бик ныҡ яратыуын әйтә һәм уны тағы ла бер ни тиклем ваҡытҡа үҙендә ҡалдырырға рөхсәт һорай. Әминә риза була.

Мөхәммәт бала сағын шулай бәҙүәндәр араһында үткәрә: уйнай, тәрбиәләнә, һөт туғандары менән бергә һарыҡ көтә. Күңеле таҙа, ябай кеше булып, саф һауала һау-сәләмәт үҫә. Һүҙ оҫталығы менән дан алған Бәнү Сәғдтең тел байлығын һеңдерә. Һөт туғандары өсөн һөйөклө дуҫ була.

Бер мәл, малайҙар менән уйнап йөрөгәнендә, ике фәрештә килеп төшөп, кескәй Мөхәммәттең ﷺ күкрәген яра ла йөрәгенән һәр кешелә була торған ҡара ҡан төйөрөн сығарып ташлай. Быны күреп торған иптәштәре ҡайтып, Хәлимәгә барыһын да һөйләп бирә. Ғәжәпкә ҡалған ҡатын, берәй хәл булып ҡуймаһын тип, малайҙы әсәһенә кире илтеп тапшырып ҡуя. Ошо ваҡиғанан һуң Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ күкрәгендә яра эҙе һаҡланып ҡала.

Әсәһе менән ҡартатаһының вафаты

Мөхәммәткә ﷺ алты йәш тулғас, Мәккә менән Мәҙинә араһында юлда саҡта, Әбүә тигән ерҙә, әсәһе Әминә ауырып үлеп китә. Малай ҡартатаһы Ғәбделмотталиб ҡарамағында тороп ҡала. Ул ейәненә бик иғтибарлы була. Мәҫәлән, мәжлестәрҙә үҙ урынына мендереп, башынан һыйпап, яғымлы итеп иркәләр ине, тип һөйләйҙәр. Әммә Мөхәммәткә ﷺ һигеҙ йәш тулғанда Ғәбделмотталиб та вафат була.

Бабаһы Әбү Талиб менән

Ғәбделмотталиб үлеп ҡалғас, Мөхәммәтте ﷺ атаһының бер туған ағаһы Әбү Талиб үҙ тәрбиәһенә ала. Әйтергә кәрәк, Әбү Талиб Мөхәммәт ﷺ өсөн бик яҡшы ҡараусы һәм ҙур ярҙамсы булып сыға: уны һәр ваҡыт үҙе менән алып йөрөй, тормошҡа өйрәтә, өйләндерә, эшендә булышлыҡ итә. Мөхәммәткә ﷺ пәйғәмбәрлек миссияһы йөкмәтелгәндән һуң да уны дошмандарҙан һәр яҡлап ҡурсалап, Ислам динен таратыу йәһәтенән төрлөсә ярҙам итеп тора. Әммә шуныһы аяныслы: үҙе яңы динде ҡабул итмәй, кафыр көйөнсә үлә.

Илаһи тәрбиә

Мөхәммәт ﷺ Аллаһ Тәғәлә һаҡлауы аҫтында, йәһиллектән һәм уның төрлө ғөрөф-ғәҙәттәренән – боттарға табыныуҙан, йырлап-бейеүҙәрҙән, хәмер эсеүҙән, ҡомарлы уйындарҙан, төрлө енәйәтселектән, зинанан – ситтә үҫә. Ул үҙ халҡы араһында изге күңелле, күркәм һәм баҫалҡы холоҡло, тоғро һүҙле, мәрхәмәтле, тәҡүәле, ярҙамсыл булыуы, аманатҡа хыянат итмәүе, әҙәпһеҙлек һәм боҙоҡлоҡтан ары тороуы менән хөрмәт ҡаҙана. Үҙе эшләп тапҡанды ғына ашаған, тормош уңайлыҡтарынан аҙы менән дә ҡәнәғәтләнгән. Ибраһим пәйғәмбәрҙән ҡалған хәнифиә юлын тотҡан, Аллаһҡа күп доға ҡылған, тәүбә иткән.

Мәккә халҡы Мөхәммәткә ﷺ Әмин (Тоғро) тип исем бирә. Ситкә киткән саҡтарында үҙ әйберҙәрен тап уға һаҡларға тапшырып ҡалдырыр булғандар.

Мөхәммәткә ﷺ ун дүртме, ун бишме йәш булған саҡта Ҡурәйш менән Хәүәзин ҡәбиләләре араһында һуғыш сығып, ул унда бер нисә көн дауамында ҡатнаша, яугир ағаларына ярҙам итешеп йөрөй. Шулай итеп, ул ﷺ алышыу нескәлектәрен, һыбай сабыуҙы, батырлыҡты ла белеп үҫә.

Мөхәммәт ﷺ уҡырға ла, яҙырға ла өйрәнмәй. «Уҡый-яҙа белмәгән рәсүл, пәйғәмбәр...» – тигән уның тураһында Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 7:157). Ғөмүмән, ул замандарҙа ғәрәптәр араһында уҡымышлылар бик һирәк осраған. Оҙон-оҙон ҡобайыр-шиғырҙарҙы, риүәйәт һәм легендаларҙы быуындан-быуынға һүҙмә-һүҙ ятлап алып тапшырғандар, шуға хәтерҙәре лә шәп булған. Әйткәндәй, был сифат аҙаҡ сәхәбәләргә лә Ҡөрьәнде һәм хәҙистәрҙе ятлап алырға, бүтән мосолмандарға түкмәй-сәсмәй еткерергә ярҙам итәсәк.

Пәйғәмбәрҙең ﷺ уҡый-яҙа белмәүе – Аллаһ Тәғәләнең бер хикмәте. Шул арҡала уны ﷺ кафырҙар: «Һин был аяттарҙы ниндәйҙер берәй боронғо китаптан уҡыйһың да  беҙгә Ҡөрьән итеп һөйләйһең», – тигән кеүек теләһә ниндәй фараздары менән ғәйепләй алмай. Был турала Аллаһ шулай тигән: «Уға (Ҡөрьәнгә) тиклем һин бер ниндәй ҙә китап уҡыманың, уны үҙ ҡулың менән дә яҙманың. Юҡһа, ялғанға һанаусылар (ошо хаҡта) шиккә төшөр ине» (Ҡөрьән, 29:48).

Хәдиджәгә өйләнеү

Егерме биш йәшкә еткәс, Мөхәммәт ﷺ Ҡурәйш халҡы араһында зирәклеге, яҡшы холҡо һәм йүнселлеге менән хөрмәт ҡаҙанған Хәдиджә исемле ҡырҡ йәшлек тол ҡатынға өйләнә. Был бай ҡатын үҙенең сауҙагәрлек эштәрен алып барыу өсөн ир-егеттәрҙе яллаған була. Шулай бер мәл ул Мөхәммәтте ﷺ яллай ҙа уның ни тиклем ышаныслы, яҡшы холоҡло, киң күңелле икәнен шәхсән күреп белә. Арыраҡ, күп кенә күренекле Ҡурәйш ирҙәренең һоратыуына ҡарамаҫтан, нәҡ Мөхәммәткә ﷺ кейәүгә сығырға ҡарар итә һәм уға был теләген үҙе еткерә. Мөхәммәт ﷺ Хәдиджәнең тәҡдименә риза була, матур итеп туй үткәреп, Әбү Талибтың вәғәзен тыңлап, никахлашып ҡуялар.

Хәдиджә – Пәйғәмбәрҙең ﷺ тәүге ҡатыны. Шулай уҡ ул – Пәйғәмбәрҙең ﷺ Ибраһимдан башҡа бөтә балаларының да әсәһе. Хәдиджә иң беренсе булып Исламды ҡабул итәсәк, иренә хаҡ динде таратыу эшендә бөтә яҡлап терәк буласаҡ һәм бөтөн байлығын Аллаһ юлында тотонасаҡ.

Кәғбәне төҙөкләндереү тарихы

Мөхәммәткә ﷺ утыҙ биш йәш булғанда Мәккә халҡы Кәғбәне төҙөкләндерергә, көслө ямғырҙар арҡаһында ныҡ ҡына зыян күргән Изге йортто һүтеп, ҡабаттан тергеҙергә ҡарар итә. Әммә, Ҡараташты элекке урынына беркетеү мәсьәләһенә килеп төртөлгәс, бик ҡыҙыу бәхәс ҡуба. Һәр ҡәбилә, һәр ара был дәрәжәле ғәмәлдең үҙ өлөшөнә төшөүен теләй. Ҡыҙыу ҡанлы ғәрәптәргә тағы ла ҡәбилә-ара һуғыш сығыу хәүефе янай башлай.

Талаша торғас, араларынан берәү: «Әйҙәгеҙ, хәҙер кем Харам мәсете ишектәрен беренсе булып асып инә, шул барыһын да хәл итһен!» – тип тәҡдим яһай. Уның менән килешәләр. Шул саҡ иң беренсе булып Мөхәммәт ﷺ килеп инмәһенме! Уны күргәс, барыһы ла: «Был Әмин бит! Беҙ уның менән бик риза!» – тип шатланыша.

Ул ﷺ кейем һорап ала ла, ташты шунда һалып: «Һәр ҡәбилә башлығы ошо кейемдең берәр мөйөшөнән тотһон да, ташты урынына күмәкләп беркетәйек», – ти. Шулай итеп, Мөхәммәт ﷺ хикмәт менән Мәккә халҡын һуғыштан йолоп алып ҡала.

Намыҫ килешеүе

Шулай уҡ Мөхәммәткә ﷺ «Намыҫ килешеүе»нә шаһитлыҡ ҡылырға тура килә. Ғәрәптәр өсөн быға тиклем ишетелмәгән әһәмиәтле бер килешеү була ул.

Зүбәйд тигән ырыуҙан бер ир-егеттең тауарын Ҡурәйштәге әл-Ғәс ибн Вәил исемле атаҡлы кеше бурысҡа тип ала ла, кире ҡайтармай, аҡсаһын да түләмәй. Теге меҫкен Мәккәгә килеп, абруйлы заттарҙан ярҙам һорай, ләкин бер кем дә үҙ ырыуҙашына ҡаршы барырға, дошманлашырға теләмәй. Ахырҙа был ир, бейек урынға менеп, бөтә Мәккә халҡын ярҙамға саҡыра. Намыҫлылыҡ, изгелек тойғолары уянып, ҡайһы берәүҙәр рәнйетелеүсене яҡлап сыға. Күмәкләп йыйылышып, Аллаһ исеме менән ант итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә булырға һәм бынан ары һәр саҡ әлеге ир кеүек йәбер күргәндәргә ярҙамлашырға һүҙ бирәләр. Ғәрәптәр, был килешеүҙе «Намыҫ килешеүе» тип атап: «Улар намыҫ менән эш итә», – ти. Һуңынан ошо кешеләр бергәләп әл-Ғәс ибн Вәилгә барып, тейешле тауарын тартып ала ла хужаһына кире ҡайтара.

Мөхәммәт ﷺ тә бара ул йыйылышҡа. Пәйғәмбәр булғандан һуң да шул ваҡиғала ҡатнашыуы менән ғорурланыуын дауам итә. Был хаҡта ул ﷺ: «Мин Ғабдуллаһ ибн Джүдғән өйөндәге килешеүҙең шаһитымын. Улар, намыҫ буйынса, тейешлеһен эйәһенә ҡайтарыу хаҡында килешеү төҙөнө һәм шунан ары Мәккәлә йәберләүсе йәберләнеүсенән өҫтөн һаналманы», – тип һөйләр була.

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: