Яңылыҡтар
16 Августа 2021, 04:19

Иглин районында урман ҡырҡыусылар конкурсы уҙғарылды

Йыл һайын ойошторолған бәйгенең маҡсаты – урман ҡырҡыусыларҙың һөнәри оҫталығын күтәреү. Быйыл конкурста республиканың төрлө урман хужалыҡтарынан 8 команда ҡатнашты. Бысҡы оҫталары тиҙлеккә, төҙлөккә һәм оҫталыҡҡа биш һынау үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районында урман ҡырҡыусылар конкурсы уҙғарылдыИглин районында урман ҡырҡыусылар конкурсы уҙғарылды
Иглин районында урман ҡырҡыусылар конкурсы уҙғарылды

Ағас йығыу буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәү - төп талаптарҙың береһе, ти Урман хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Альберт Бохаров.

Конкурстың абсолют еңеүсеһе тип Ҡариҙел районынан Алмаз Ғафаров танылды. Ул Республика данын  ил кимәлендәге ярышта яҡлаясаҡ.

 
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас