Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 13:30

Х. НАЗАР

Хәсән НАЗАР, Башҡортостандың халыҡ шағиры. ДАУАМоң ҡеүәтен ерҙә Хаҡ ТәғәләБиргәндер ул башлап башҡортҡа.Әҙәм түгел, хатта таштар миңәӘйтә алмаҫ, һин, тип, шапыртма.

Х. НАЗАР
Х. НАЗАР

Хәсән НАЗАР,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

ДАУА
Моң ҡеүәтен ерҙә Хаҡ Тәғәлә
Биргәндер ул башлап башҡортҡа.
Әҙәм түгел, хатта таштар миңә
Әйтә алмаҫ, һин, тип, шапыртма.

Даһилыҡтар, халҡым, йырҙарыңда,
Моңдарыңда рухың. Ойотма.
Ниңә ҡарар кәрәк Ҡоролтайҙан?!
Үҙеңде һин үҙең онотма.

Һин ут йотмаҫ инең, туған моңдар
Иң ҙур һабаҡ булһа балаңа.
Ауырлыҡҡа барын япһарып, һин
Яҙмышыңдан яҙма, ҡолама.

Ҡанбабалар рухы дауа һиңә,
Үҙеңде һин үҙең һауыҡтыр:
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауыҡтыр.

Ер йөҙөндә ҡайҙа тағы бындай
Һандуғаслыҡ менән бөркөтлөк?
Рухың алтындарын һаҡла, халҡым,
Ҡыла алмаҫ бер кем бер этлек.

Урал батыр бөрккән йәншишмәнән
Ҡотайғандай йәшел был ҡырҙар,
Йәҙрә ала алмаҫ тылсым итеп
Бирелгән бит һиңә был йырҙар.

Әҙәм түгел, хатта таштар миңә
Әйтә алмаҫ, һин, тип шапыртма,
Һынар өсөн, бәлки, Хаҡ Тәғәлә
Моң ҡеүәтен биргән башҡортҡа.

 
Х. НАЗАР
Х. НАЗАР
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: